НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Рух” һүнмәһә, ил үлмәҫ

“Рух” һүнмәһә, ил үлмәҫ


“Рух” һүнмәһә, ил үлмәҫ1 декабрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында легендар “Рух” төркөмө үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан ойошторолған концертта төркөмдөң төрлө йылдағы билдәле хиттары яңғыраясаҡ.
“Рух” – республикала башҡорт рок хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1990 йылдар башында, милли үҙаң күтәрелгән мәлдә, ижадында Көнбайыштың рок-поп мәҙәниәте элементтары менән фольклор мотивтарын берләштергән “Каруанһарай”, “Аманат”, “Дәрүиш”, “Аҡйондоҙ” кеүек үҙенсәлекле төркөмдәр барлыҡҡа килде. Улар араһында “Рух” үҙ стиле, үҙ йырҙары менән айырым урын биләне, оҙаҡ йылдар популярлығын юғалтманы.
Төркөм 1991 йылда Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында ойошторола. Тәүге төп составта башҡарыусы һәм йырҙар авторы Ғәзинур Биктимеров, автор-музыкант Ирек Атанов, бас-гитарасы Зөфәр Байғусҡаров, йырсы, музыкант, йырҙар авторы Юлай Асҡаров, бейеүсе Нуретдин Иҫәнбаев һәм барабансы Зиннур Ҡунысбаев була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәзинур менән Нуретдин 1994 йылда юл фажиғәһендә вафат була, Зиннур сәнғәт юлын ташлай. Ә төрлө йылдарҙа, төркөмдөң тәүге составынан тыш, йырсылар Сәриә Асҡарова, Альберт Салауатов, Хәйҙәр Таһиров, баянсы Илшат Ҡоломбәтов, ҡурайсы Ришат Аҡбалин эшләп китә. Төркөмдөң лирик-философик һәм сәйәси йырҙары тиҙ арала башҡорт йәштәре араһында танылыу яулай. Улар башҡарған “Оран”, “Оло Тәләк”, “Өлгөрмәнем”, “Һин хаттар яҙма”, “Һанамағыҙ киткән торналарҙы” йырҙары – бөгөнгө йәштәрҙең дә яратҡан хиты.
Бөгөн төркөмдә музыканттар Зөфәр Байғусҡаров, Айтуған Акилов, Филүс Сәлишев, Нургиз Тойғонов, Сергей Захаров, Илгиз Исмәғилев, йырсылар Ирек Атанов, Юлай Асҡаров, Венер Салауатов эшләй. Концертта шулай уҡ йәштәр Радик Далхин, Вилдан Асҡаров, Тимур Күлбаевтарҙың да ҡатнашыуы ихтимал.
90-сы йылдар ауазы киләсәк быуынға оран булыр! “Рух”тарҙың юбилей концертына рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!

Сығыу ваҡыты 28-11-2016, 14:49 | Ҡаранылар: 472
|
  • “Рух” һәм Ирек
  • Йырлап йәшәйек, дуҫтар!
  • Dan balan?.. түгел – “далан”
  • “Көтөп алған яҙым ҡайтығыҙ”
  • 30 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында “Рух” төркөмө концерты
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM