НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бейеү – ул һүҙһеҙ китап...

Бейеү – ул һүҙһеҙ китап...


Бейеү – ул һүҙһеҙ китап...“Саптар” хореография студияһының юбилей концерты ни өсөн нәҡ шулай исемләнеүен был тантананы ҡараған һәр кем аңлағандыр. Ысынлап та, һәр бейеүҙә хистәр ташҡыны урғылды, өмөт һәм ышаныс бүләк ителде.
Эйе, үҙ эшен бер йыл элек кенә башлаған хореограф Радик Шамил улы Бакиров бик күпкә өлгәште. Ҡалала һәм районда һәләтле балаларҙың күп булыуын күреп, үҙенең оҫталығын башҡаларға өләшеү хыялы менән “Саптар” студияһына башланғыс һала. Бер нисә төркөм йыйыл­ғас, балалар менән ныҡлы эш башлай. Әйтергә кәрәк, Радик Шамил улы хореограф булараҡ үтә талапсан кеше. Хәйер, шунһыҙ уңыштарға ла өлгәшеп булмайҙыр ул. Ҡыҙҙар һәм малайҙар Радик ағайҙарының талапсан, шул уҡ ваҡытта улар менән үҙҙәренең телендә һөйләшеүенә, юморға бай булыуына күптән ғашиҡ.
Бер йыл эсендә ҡаҙанған иң ҙур уңыштар­ҙың береһе – өлкән төркөмдөң Туапсе ҡалаһында үткән халыҡ-ара бейеү фестивалендә гран-при яулауы. Ошо уҡ мәртәбәле сарала өлкән төркөмдөң солисы Рәил Рәхмәтуллин бейеү оҫталығы менән таң ҡалдырып, гран-при яуланы.
Ҡаҙаныштар бының менән генә тамамланманы әле. “Саптар” студияһының Темәс ауылындағы филиалында шөғөлләнгән Байрас Харисов “Байыҡ” телевизион конкурсында гран-при алды. Радик Шамил улы малайҙы етди һынауға әҙерләүгә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәне. Ғөмүмән, студияла тәрбиәләнеүселәрҙең аҙымдары көндән-көн ныҡлыраҡ, ышаныслыраҡ була бара, улар республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҙур теләк менән ҡатнаша һәм еңеү яулай.
Юбилей концертына билеттарҙың бер ай алдан һатылып бөтөүе (хатта баҫып тороп ҡарарға ла урын булманы) сараның ниндәй юғары кимәлдә үтеүе тураһында һөйләй. “Концертты ҡабатлап күрһәтмәҫтәрме икән?” – тип мөрәжәғәт итеүселәрҙең күп булыуы ла студияның уңышлы эшмәкәрлеген дәлилләй.
Эйе, “һүҙһеҙ китап” концертын тамашасылар, сарсаған юлсылай, бер тында йотлоғоп ҡараны. Кескәйҙәрҙең ысын акробатик алымдары, заманса бейеүҙәре, үҙҙәрен сәхнәлә ысын артистар кеүек тотоуы онотолмаҫ күренеш булды. Һәр ваҡыттағыса, өлкән төркөмдөң сығышы хайран ҡалдырҙы. Ҡыҙҙар һәм егеттәр, башҡорт, татар, рус милли бейеүҙәренән тыш, ирланд, үзбәк, чечен халыҡ бейеүҙәрен дә юғары кимәлдә башҡарҙы.
“Буранбай” вокал ансамбле, Вилдан Ҡотоев, Инсаф Ишбирҙин башҡорт халҡының рухын сағылдырған йырҙары менән тамашаға айырым йәм өҫтәне.
“Саптар” студияһында эшләүсе педагог-балетмейстерҙар Л. Йәрмөхәмәтова, И. Изгина, Э. Кондратьева, Я. Үтәғолова, студия етәксеһенең ижади эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары А. Юнысбаева, менеджер-администратор Н. Мөхәмәҙиеваның да хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ә инде тамашаны онотолмаҫлыҡ итеп алып барыусы Нефтекама дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы Р. Иҙелбаева һәр кемдең һөйөүен яуланы.
Р. Бакировтың остаздары – Сибай ҡалаһының “Гөлдәр” ансамбле етәксеһе Луиза Яхина, данлыҡлы бейеүсе Динислам Исҡужин, шулай уҡ ҡала биләмәһе башлығы Ф. Әминев, мәғариф бүлеге начальнигы И. Зәйнуллин, ата-әсәләрҙең ихлас ҡотлауҙары “Саптар” студияһының эшмәкәрлегенә лайыҡлы баһа булды.
“Саптар” хореография студияһының көслө алҡыштарға күмелгән, тарихта ҡалырлыҡ тағы бер концерты тамам. Балалар, оло уңыштар яулауына ҡарамаҫтан, ял итергә уйламай. Көҙгө каникул мәлендә лә күнекмәләр дауам итте. Сөнки Радик Шамил улы үҙ алдына ғына түгел, ә тәрбиәләнеүселәренә иң ҙур маҡсаттар ҡуя һәм, күңелдәге хыялдар­ҙы тормошҡа ашырмайынса, тыныс­ланырға ярамай, тип өйрәтә. Юғарылыҡҡа ынтылған “Саптар”ҙарҙың ҡанаты бер ҡасан да талмаһын!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Сығыу ваҡыты 17-11-2016, 15:23 | Ҡаранылар: 592
|
  • Мәскәүҙә үҙебеҙсә бейеп ҡара!
  • «Берҙәмлек менән көслөбөҙ», – ти Болгариянан еңеү яулап ҡайтҡан Сибай «йондоҙҙар»ы
  • «Талапсан Өфө тамашасыһына зауыҡлы программа әҙерләйбеҙ»
  • «Гөлдәр» өлгөлө бейеү ансамбленең ҙур ҡаҙанышы
  • Санкт-Петербург сәхнәһен дер һелкетеп
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM