НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үҙ һүҙле Марс һәм талапсан Салауат Итбаевтар йәки Улын кеше итер өсөн Салауат ағай нисә тапҡыр ҡулына сыбыртҡы алған?

Үҙ һүҙле Марс һәм талапсан Салауат Итбаевтар йәки Улын кеше итер өсөн Салауат ағай нисә тапҡыр ҡулына сыбыртҡы алған?


Үҙ һүҙле Марс һәм талапсан Салауат Итбаевтар йәки Улын кеше итер өсөн Салауат ағай нисә тапҡыр ҡулына сыбыртҡы алған?
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, режиссер, актер, сценарист Салауат Мостафа улы ИТБАЕВТЫ белмәгән кеше һирәктер. Ул үҙен телевидениела эшләгәндә лә, филармонияның художество етәксеһе булараҡ та үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ киң танытты. Йөҙҙәрсә тамашаның режиссеры, бөйөк шәхестәр тураһындағы тапшырыуҙар авторы хаҡында уның улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Салауат улы ИТБАЕВ бөгөнгө көндә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры актеры.
Марс ағай, артист булып китеүегеҙгә атайығыҙҙың йоғонтоһо булдымы?

– Атайҙың эргәһендә йөрөп, сәхнәлә уйнауҙың матурлығын күреп үҫкәнгәлер, бала саҡтан сәхнәгә тартылдым. Сәхнәгә ынтылыш – йоғошло ауырыуға тиң, атайым ғүмер буйы ижад ҡомары менән янды, был яныу нисектер миңә лә күсте. Шулай ҙа, мәктәптә уҡыған йылдарҙа сәнғәт институтына уҡыр­ға барырмын тип уйламаным, шофер булырға хыялландым. Техника менән ҡыҙыҡһындым, атайым машинаһын, ауылға ҡайтҡанда ағайымдар тракторҙарын йүнәтә башлаһа, эргәләренән китмәй инем. Актер булыу – һуңғы мәлдә хәл ителгән ҡарар булды. Имтихандар ваҡыты атайымдың гастролдәре менән тап килде, шуға күрә театр факультетына уҡырға инеүем уның өсөн шаҡ ҡатыр­ғыс яңылыҡ булғандыр тип уйлайым. Бәлки, ғорурлыҡ тойғоһо кисергәндер, әммә миңә һиҙҙермәне.
Атайымдың ижады совет осоронда башланды. Ул саҡта артистар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа, табиптар ҙа ниндәйҙер кимәлдә ябай халыҡтан юғарыраҡ булып һаналды, уларға ҡарата хөрмәт, ихтирам булды. Бәлки шуға, халыҡтың ихтирамын яулау маҡсатында, уҡыр­ға, билдәле кеше булырға ынтылғанмындыр. Тик илдә барған үҙгәрештәр был һөнәр эйәләренә булған ҡарашты ҡапма-ҡаршы үҙгәртте кеүек.

– Сәнғәт юлынан китеүегеҙгә үкенгән саҡтар буламы?

– Төрлөһө була. Мин шулай тип аңлатыр инем: артист кеше рухи аҙыҡ менән туҡланһа ла, матди яҡтан ас ҡала торған кеше.

– Салауат ағай, режиссер булараҡ, һеҙҙең уйнағанды тәнҡитләйме?

– Икебеҙҙең ике ҡалала йәшәүе йоғонто яһай: ул мине сәхнәлә һирәк күрә, уйнаған һәр бер ролем менән таныш түгел. Күргәндәренә баһа бирә, кәңәштәрен, тәҡдимдәрен әйтә. Әммә уның ҡарашы бер, ә спектаклде сығарған режиссер­ҙыҡы бөтөнләй икенсе булыуы ихтимал. Шуға күрә ул баһалар күберәк минең күңелдә генә тороп ҡала.

– Ә һеҙ ни өсөн актер булырға ҡарар иттегеҙ, ә режиссер түгел?

– Белмәйем. Мине бары тик сәхнә генә ҡыҙыҡтырҙы, режиссер булыу тураһында уйланғаным булманы. Бәлки, һәләтем дә юҡтыр.
– Атайығыҙ ҡуйған тамашаларҙы ҡарап бараһығыҙмы?
– Бала саҡта йыш йөрөнөм. Улай ғына түгел, ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге Эшсе йәштәр театрын етәкләгән осор­ҙа, атайым мине балалар баҡсаһынан барып ала ла, өйгә лә ҡайтып тормайынса шунда барып репетициялар үткәрә ине. 2 – 3 сәғәт дауамында улар­ҙың эш процесын күҙәтә торғайным. Аҙаҡ филармонияға эшкә күскәс тә концерттарға йыш йөрөнөм. Сәхнәгә һөйөү шул ваҡытта уҡ барлыҡҡа килгәндер ул.
Хәҙер атай хаҡлы ялда, әммә төрлө тамашалар ҡуя, ижад менән шөғөлләнә. Өфөгә юл төшкәндә, уларға барырға тырышам.

– Үпкәләмәһәгеҙ, тура ғына һорау биргем килә: сәнғәт институтын тамамлағас, һеҙҙе Өфөләге театрҙарға урынлаштырыу өсөн Салауат ағай нимәлер эшләнеме?

– Был һорауҙы бер һеҙ генә бирмәйһегеҙ. Сибай театрын үҙем һайланым. Сөнки институтҡа уҡыр­ға инеү менән, атайымдың кем икәнен белгәс, күптәр танышлыҡ арҡаһында килгән тип уйланы. Өфөлә эшкә ҡалған осраҡта ла, шундай һүҙ булыр ине. Мин ғорур кеше, етмәһә, ул ваҡытта йәшлек үҙһүҙлелеге көслө саҡ, үҙ алдыма, ситтә үҙемде һынар­ға, актер булараҡ танытырға, кешеләрҙең фекерен инҡар итергә, тигән маҡсат ҡуйҙым. 20 йыл Өфө ҡалаһында йәшәгәндән һуң бәләкәй ҡалаға килеү, өйрәнеп китеү еңелдән булманы. Бәхетемә күрә, Сибайҙа атайымдың курсташтары эшләй ине, улар менән бөгөнгә тиклем бергә эшләйбеҙ, ижад итәбеҙ. Вәкил Йосопов, Риф Сәйфуллин, Зифа Баязитоваға рәхмәтлемен: улар мине үҙ атай-әсәйем кеүек ҡабул итте һәм сит ергә тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан кешегә терәк булдылар.
Ә инде Өфөлә ҡалырға теләһәм, атайымдың ярҙамынан тыш та театр­ға эшкә урынлаша алыр инем, моғайын.

– Ә йылдар үтеп, талантығыҙҙы иҫбатлағас, Өфөгә ҡайтырға теләмәнегеҙме?

– Булды, өлкәнәйә барған атай-әсәйҙең янында күберәк булыу маҡсатында Өфөгә ҡайтырға теләнем, хатта Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына эшкә лә урынлашҡайным. Тап шул йылды улым Алмас мәктәпте тамамларға тейеш ине, беҙ уға өйрәнмәгән ерҙә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуы ауыр булыр тип, тағы ла бер йылға ҡуҙғалмай торорға булдыҡ. Ә ул мәктәпте тамамланы ла, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға инде. Шулай итеп, бәләкәй булһа ла Сибай беҙҙе үҙенән ебәрергә теләмәне.

– Сибай театрында үҙ урынымды таптым, тип әйтә алаһығыҙмы?

– Аллаға шөкөр, театрға килеү менән төрлө пландағы ролдәр бирелде, сәхнәгә сығыуға зар-интизар булып йөрөгәнем булманы. Эшләү дәүерендә 20-нән ашыу образды уйнаным. Тамашасылар яратты, үҙ итте.

– Улығыҙ ниндәй һөнәр һайланы?

– Алмас оҙаҡ йылдар буйы кинорежиссер булам, тип йөрөнө. Уның теләгенә беҙ ҙә ҡаршы булманыҡ, мәктәптә уҡығанда уҡ төрлө сараларҙа ихлас ҡатнашты, ойоштороусы булып йөрөнө. Бейеү түңәрәгендә шөғөлләнде. Тик һуңғы мәлдә генә ул иҡтисад факультетына барырға ҡарар итте. Әммә сәхнәнән ситләште, тип әйтмәҫ инем, институттың “Ете ырыу” ан­самблендә сығыш яһаны, бөтә саралар­ҙа ла ихлас ҡатнашты. Ошо көндәрҙә генә ул әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтып, һаҡлыҡ банкында эш башланы.

– Бала саҡта, эш боҙоуҙар булғандыр инде, ҡайыш эләккән саҡтар булдымы?
– Унһыҙ булмай инде ул. Ҡайыш та эләкте, ҡолаҡ та боролдо. Тәртип булһын өсөн бындай тәрбиә мотлаҡ кәрәк, быны үҙем атай булараҡ та аңлайым.

– Атайығыҙ менән ижадтан тыш уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар бармы?

– Бар, әлбиттә, спортты үҙ итәбеҙ. “Салауат Юлаев” командаһы өсөн көйәбеҙ. Йәй көнө балыҡҡа йөрөйбөҙ, һунарға ла сыҡҡаныбыҙ бар. Минең, әлбиттә, һунарға оҫталыҡ юҡ, әммә атай менән һөйләшеп, аралашып алыу, тәбиғәт ҡосағында ял итеү өсөн сығам.

– Өйләнгән саҡта атай-әсәй фатихаһын алдығыҙмы?

– Театрға эшкә килгәс тә Гүзәл исемле костюмер ҡыҙ менән танышып, дуҫлашып киттек. Ярты йыл тирәһе үткәс, өйләнергә теләк белдерҙем. Тәүҙә атай-әсәйем: “Йәш­һең әле, бер нисә йыл эшләп ал. Бәлки, фатир бирерҙәр”, – тип ҡаршы төшкәндәй булдылар. Бер аҙ кәйефем төшөп, Сибайға ҡайтып киттем. Аҙна ла үтмәне, үҙҙәре үк, килен әйттереү өсөн күстәнәстәрен, бүләктәрен тейәп, Сибайға килеп етте. Күрәһең, әсәйем менән минең ғаилә ҡороуға булған ынтылышымды, теләгемде һүндермәҫкә тип һөйләшкәндәрҙер.

– Ә әсәйегеҙ һөнәре буйынса кем? Ғаиләлә нисә бала үҫтегеҙ?

– Әсәйем һөнәре буйынса уҡытыусы, оҙаҡ йылдар “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында эшләне. Минән 10 йәшкә кесе Сабит исемле ҡустым бар, ул иҡтисад буйынса белгес. Төптән уйлап, еренә еткереп эшләй торған кеше. Бала саҡта күберәк мин уны ҡарай торғайным, үҙемде өҫтөнөрәк күрҙем, яуаплы тоя инем. Аңлашмаған саҡтар ҙа булды, ни тиһәң дә икебеҙ ике быуындан бит. Хәҙер ундай мәлдәр үтте, беҙ яҡын дуҫтар.

– Башҡорт телен бала саҡтан һәйбәт беләһегеҙме?

– Әлбиттә. Мине башҡорт мәктәбенә уҡырға биреү өсөн генә атайымдар эш һәм йәшәү урынын алмаштырҙы. Черниковка биҫтәһендә йәшәй инек, 20-се мәктәпкә йөрөүе алыҫ була тип, атайым филармонияға эшкә күсте. Шулай уҡ йыл һайын ауылға ҡайтыу, туған-тыумасалар менән аралашыу ҙа телде белеп үҫеүгә булышлыҡ итте.

– Салауат ағайҙың атай булараҡ ниндәй яҡшы сифаттарын билдәләр инегеҙ?

– Бер генә бөйөк һүҙ менән һүрәтләр инем: ул – атай! Талапсан да булды, ярата ла белде. Беҙҙең менән ишек алдына сығып, футбол да типте, хоккей ҙа уйнаны. Маҡсат ҡуйырға, хыялдарҙы тормошҡа ашырырға өйрәтте. Бөгөнгө көндәге барлыҡ ҡаҙаныштарым менән атай-әсәйемә рәхмәтлемен.

Сығыу ваҡыты 23-07-2016, 19:00 | Ҡаранылар: 499
|
  • Бер ғаиләлә – дүрт актер
  • “Тырышһаң, һәр эште атҡарырға була” йәки Осраҡлы һайланған һөнәр
  • Актер, йырсы, шәп атай йәки Фәтих Ҡолһарин ни өсөн Салауатта эшләй?
  • Айнур Асҡаров ни өсөн Мәскәүҙә уҡымаған?
  • “Атайым миҫалында белем һәм тырышлыҡ менән ниндәй үрҙәргә өлгәшеп булғанын күреп үҫтем”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM