RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Насар уйлы кеше һәйбәт музыкант була алмай”

28.04.2016 “Насар уйлы кеше һәйбәт музыкант була алмай”

“Насар уйлы кеше һәйбәт музыкант була алмай”Ул моң менән йәшәүселәрҙең береһе. Донъя классикаһынан тыш, башҡорт халыҡ көйҙәрен дә берҙәй оҫта, нескә тойомлау менән башҡарған, үҙен белә-белгәндән ҡулынан скрипкаһын төшөрмәгән таныл­ған музыкант, бик күп халыҡ-ара конкурс лауреаты Илшат МӨСЛИМОВ – бөгөнгө “Йәшлек” ҡунағы.

– Тәүге тапҡыр ҡулыңа ҡасан скрипка алдың?
– Миңә биш йәш ине, әсәйем етәкләп Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбенә алып килде һәм, тәбиғи һәләтемде тикшергәндән һуң, скрипка класында уҡый башланым. Йыл ярым үткәс, Өфө дәүләт сәнғәт институты янындағы махсус музыка мәктәбенә күстем. Балалыҡ һәм үҫмер йылдарында тормошомдоң музыка менән бәйле булырын бөтөнләй күҙ алдына ла килтермәнем. Уҡытыусыларым һәм туғандарым конкурстарҙа ҡатнашыуымды, сығыш яһауымды теләне. Ә мин урамға, спортҡа, дуҫтарым янына тартылдым. 8-се класҡа уҡырға барғас, күңелемә музыка яҡыныраҡ булыуын аңланым һәм көнө-төнө тигәндәй ҡулымдан скрипканы төшөрмәнем. Аҙаҡ инде сәнғәт институты, аспирантура, оркестрҙа эш... 25 йыл скрипка менән бергә йәшәйем.
– Сирек быуат буйы бер үк нәмә менән шөғөлләнеү ялҡытмаймы?
– Ваҡыты-ваҡыты менән булып ала. Әммә скрипка моңо күңелемә ныҡлы инеп ултырған, унһыҙ йәшәй алмайымдыр ул. Бер аҙ ял итеп алам да, ҡабат тотонам. Икенсенән, мин – сабыр кеше. Ярһып, ҡыҙып киткән мәлдәрем тиҙ үтә. Был сифатым булған уңыштарымды яуларға ярҙам итте лә инде. Сөнки сабыр, түҙем булмаһаң, ижадта бик ауырға тура килә.
– Тәүлектең нисә сәғәте скрипкаңды ҡосаҡлап үтә? Ҡатының көнләшмәйме?
– Кәм тигәндә ике сәғәт репетиция өсөн китә. Ә яңы әҫәр өйрәнгәндә йәки ҙур сығыштар алдынан 5 – 6 сәғәт тә булып китә.
Ҡатыным көнләшмәй, сөнки ул үҙе лә музыкант, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры оркестрында скрипкала уйнаны. Шуға күрә Айгөл үҙе лә ҡулынан уйын ҡоралын төшөргәне юҡ. Ваҡытлыса, декрет ялында булғанда ғына бер аҙ туҡтап тора. Ҡыҙыбыҙ Софиянурға 5 йәш тула, Баязит исемле улыбыҙға йәш тә тулмаған әле. Бәлки, беҙҙән күреп, улар ҙа киләсәктә музыкант булып китер.
– Ике музыкантҡа бер йортта йәшәү ауыр түгелме? Донъя мәшәҡәттәре кемдең иңенә күберәк төшә?
– Айгөл, талантлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙен тәү сиратта ҡатын-ҡыҙ булараҡ өҫтөн ҡуя. Йорт ҡотон һаҡлау, балаларҙы тәрбиәләү күберәк уның иңендә. Шуға күрә эш буйынса миңә еңелерәккә тура килә. Икенсенән, музыкант булараҡ, ул минең күңел торошомдо, эшемде яҡшы аңлай, һәр яҡтан ярҙам итергә тырыша. Ҡатынымдан уңдым, тип ҡурҡмайынса әйтә алам. Бәлки, ул тик карьера тураһында ғына уйлаһа, ауырыраҡ булыр ине.
– Башҡортостанда белем алған музыканттар бөтә донъя буйлап таралған. Айһылыу Сәйфуллина, Сыңғыҙ Ханнанов, Рөстәм Хә­миҙуллин, Антон Павловский... Һинең сит илдә йәки Мәскәүҙә эшләгең килмәйме?
– Бер нисә тапҡыр, төрлө тәҡдим булған саҡта, ныҡ ҡына уйланып алдым. Тыуған ерҙең тартыу көсө нығыраҡ булды, буғай, баш тарттым. Хәҙер бер аҙ үкенеп тә алам. Сит ил, ҙур ҡалалар ҡыҙыҡһындырмай, әммә көслө, ҙур оркестрҙа уйнап ҡарарға теләк бар. Бәлки, киләсәктә ниндәйҙер тәҡдим булһа, форсаттан файҙаланып, бер нисә йыл ситтә эшләп тә алырмын, кем белә. Тәжрибә арттырыу, төрлө кеше менән эшләп ҡарау кәрәклеген аңлайым. Ә әлегә Өфөлә, республиканың Милли симфоник оркестрында эшләп йөрөйөм.
– Йәштәр күберәк эстрадаға тартыла. Күңелеңдә тик классика ғына йәшәйме әллә эстрадаға ла урын бармы?
– Мин эстрадаға, шоу-бизнесҡа ҡырҡа ҡаршы ҡарашта түгелмен. Тик һәр нәмәнең мәғәнәһе, зауығы, сифаты булырға тейеш. Өс көнлөк йырҙар, билдән түбән юмор, мәғәнәһеҙ һүҙҙәр минең өсөн түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар “зәңгәр экран”ды яуланы, сәхнәгә менде. Уларҙы күреп үҫкән йәш быуында зауыҡ төшөнсәһе тәрбиәләнмәй. Бына инде бер нисә йыл рәттән, кешеләрҙә классикаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында, “Симфо­ник төн” ойошторола. Тик уның һөҙөмтәһен күрмәйем. Кешеләр ул сара ваҡытында, һаулыҡтары хаҡында уйламайынса, ямғыр, ел аҫтында йәки, киреһенсә, тынсыу һауала ергә ултырып сифатһыҙ тауыш тыңларға килә, әммә йылы залда, уңайлы ултырғыста, яңғырауыҡлы, матур музыка тыңлар өсөн йөҙ һум аҡсаһын йәлләй…
– Роберт Юлдашев ҡурайҙы эстрадаға алып сыҡты, тип әйтергә була. Скрипканы шулай йәш быуын араһында популярлаштыр­ғың килмәйме?
– Ысынлап та, беҙгә һәр уйын ҡоралын йәш быуынға алып сығыр­ға кәрәк. Беҙ ҡурайҙы – башҡорт халыҡ көйҙәре, скрипканы классик музыка аша ғына белергә тейеш түгел. Быға Ванесса Мей оло миҫал булып тора. Илшат Яхин ижад иткән “Дауыл” композицияһы менән мин дә башҡорт эстрадаһына сыҡтым, тип әйтә алам. Тик артабан дауам итер өсөн репертуар кәрәк. Ә беҙҙең композиторҙар ниңәлер бындай әҫәр­ҙәр­ҙе ижад итеп бармай. Сит илдекен сығар­ғым килмәй, башҡорт булараҡ, үҙ халҡымдың ижадын күрһәтергә теләйем.
– Халҡыбыҙҙың аһәңле, драматизм менән һуғарылған көйҙәрен уйнағанда нимәләр кисерәһең?
– Башҡорт халыҡ йырҙарын, бәйеттәрен бала саҡтан уҡ әсәйем (Розалия Солтангәрәева, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәсәниә – авт.) башҡарыуында тыңлап үҫтем. Ул саҡта, бәлки, тулыһынса йөкмәткеһен аңлап та етмәгәнмендер, бары тик ҡушылып уйнай инем. Йәш менән бергә тәжрибә лә, тормошто аңлау ҙа арта бит. Хәҙер ул моңдарҙы эске бер иңрәү, күңел ғазабы менән башҡарам. Ошо кисерештәрем моң булып, тамашасы күңелен дә битараф ҡалдырмайҙыр, тип ышанам.
– Ә эш ваҡытында шулай буламы: репертуарҙағы берәй әҫәрҙе аңламайһың, ҡабул итә алмай­һың, әммә уйнарға тейешһең...
– Әлбиттә. Көн дә тиерлек булып тора. Уйнаған көй тап шул саҡтағы күңел торошона тап килмәй, ҡабул итә алмайһың, ауыр бирелә, кәйеф юҡ һәм башҡалар, һәм башҡалар. Әммә мин эштәмен, бөтә оркестр мине көйләп ултыра алмай. Шуға күрә үҙ-үҙеңде еңәһең дә, уйнайһың.
– Скрипкасыларҙың көс төшөү­ҙән бармаҡтары һыҙлай, тип әйтәләр. Был дөрөҫмө?
– Юҡ, улай булырға тейеш түгел. Бейеүсенең аяҡтары ауырта икән, ул бит матур итеп бейей алмай. Беҙҙә лә шулай уҡ: матур итеп сығыш яһар өсөн һаулыҡ кәрәк. Ә инде бармаҡтарың, эйәгең йәки муйының тала, ауырта икән, тимәк, дөрөҫ итеп уйна­майһың.
– Һин байтаҡ ҡына Халыҡ ҡоралдары милли оркестрында эшләгәндән һуң Милли симфоник оркестрға күстең. Айырма ҙурмы?
– Уларҙың икеһе – ике донъя, сағыштырып булмай.Тәүгеһенең репертуарында мин эшләгән саҡта алтмышлап әҫәр бар ине, хәҙерге эш урынымда һәр ваҡыт яңынан-яңы программа әҙерләп торабыҙ, репертуар ауырыраҡ та, күберәк тә. Әммә мин Халыҡ ҡоралдары милли оркестрында эшләп, тәжрибә тупланым, оҫтар­ҙым. Шуның өсөн коллективҡа һәм Рәмил ағай Ғәйзуллинға рәхмәтлемен.
– Билдәле скрипкасы булып китеүең менән кемгә рәхмәтлеһең?
– Минең ике уҡытыусым булды. Һәр береһе тормошомда ҙур эҙ ҡалдырҙы. Олег Геннадьевич Свистунов (ул хәҙер Мәскәү ҡалаһында йәшәй, Өфөгә һирәк ҡайта) мине музыка мәктәбендә лә, институтта ла уҡытты, ә аспирантурала Александр Абрамович Шисманда белем алдым. Улар талантымды күреп, дөрөҫ йүнәлеш биреп, минән музыкант яһаны.
– Хәйриә концерттарында ҡатнашаһыңмы?
– Ваҡыт булыуына ҡарап, ҡатнашырға тырышам. Белорет, Шишмә, Благовар районындағы балалар йорттарында сығыш яһағаным булды. Бер барғанымда сығыш яһап бөткәйнем генә, бәләкәй генә ҡыҙ бала урынынан торҙо ла: “Ә һеҙ “Титаник”ты уйнай беләһегеҙме?”– тип һораны. Алдан репетиция үткәрмәһәм дә, сабый күңелен ҡыймаҫ өсөн ул һораған көйҙө уйнай башланым.
Матур ғаиләлә, бәхетле бала булып үҫеүемә Аллаһы Тәғәләмә рәхмәтлемен һәм ошондай бәхетте күрмәгән сабыйҙарға күңел йылымды, кисерештәремде бүлеп биреүҙе изге бурысым тип һанайым. Тик эш, сығыштар, гастролдәр араһында ғына йөрөгәс, күп осраҡта ваҡыт еткереп булмай.
– Күңелеңә ауыр саҡта һиңә нимә ярҙам итә?
– Доғалар уҡыйым. Тағы ла тәбиғәткә сығып, уйланып йөрөп алам.
– Музыкант булырға теләгән йәштәргә ниндәй теләктәреңде еткергең килә?
– Музыка донъяһы күңел таҙалығын талап итә. Насар уйҙар йөрөткән кеше һәйбәт музыкант булып китә алмай. Шуға күрә улар­ға күңел таҙалығы теләйем. Һәм тырышлыҡ, түҙемлек юлдаш булыуын.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы