НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Кескәй инеш даръяларға етә

Кескәй инеш даръяларға етә


Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернаты уҡыусыһы Байегет Мөхәрләмов синтезаторҙа, торбала, ҡурайҙа, баянда уйнай, спортты ла, театр сәнғәтен дә үҙ итә.

Кескәй инеш  даръяларға етәСәхнәлә Байегет Мөхәрләмов атлы егет кинәнеп, Мәжит Ғафуриҙың “Үгеҙ менән себен” әҫәрен һөйләй. Беҙ, балаларҙың төрлө сығыштарын күреп өйрәнгән уҡытыусылар һәм үҙенең һүҙ оҫталығын күрһәтергә килгән башҡа һәләтле балалар, һоҡланыуыбыҙҙы йәшермәй, мөкиббән китеп сығыш яһаусыға төбәлгәнбеҙ. Бына гөрләтеп ҡул саптылар, 15 йәшлек үҫмер иптәштәре янына төштө. “Афарин! Сәхнә тултырып һөйләнең!” – тиешеп, асыҡтан–асыҡ тойғоларын белдереп, дуҫтары уның ҡулын ҡыҫты, яурынынан ҡаҡты. Бер килке ултыра биргәс, ул Шәйехзада Бабичтың “Тешһеҙ ҡыҙ” әҫәрен һөйләргә теләген белдерҙе, әлбиттә, баһалама ағзалары уның ниәтен кире ҡаҡманы. Тамашасы тағы бер оҫталыҡ дәресенең шаһиты булды. Ә мин, булһа, була бит талантлы кешеләр, тип тел шартлаттым һәм мотлаҡ был бала менән танышырға кәрәк, тигән ҡарарға килдем.

Байегет СССР-ҙың халыҡ артисы, арҙаҡлы шәхес Арыҫлан Мөбәрәковты биргән, бөтә Рәсәйгә даны таралған Асы ауылында тыуған яҡташыбыҙ булып сыҡты. Ул үҙҙәре лә сәнғәткә ғашиҡ кешеләр – Айрат Закир улы һәм Йәмилә Абдрахман ҡыҙы Мөхәр­ләмовтарҙың өс улының уртансыһы икән. Уны ниндәй яҙмыш еле Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатына алып килеүе менән ҡыҙыҡһынам.

Был талантлы баланың сәнғәт юлынан китеүенә Мосама өләсәһе (хәҙер ул ейәненең уңыштарын күктәрҙән генә күҙәтәлер һәм сикһеҙ һөйөнәлер, моғайын) тәү аҙым яһаған. Сөнки тап ул ейәндәренең олоһона – гитара, ә икенсеһе – Байегеткә синтезатор бүләк иткән. Һәләтле малай ошо музыка ҡоралында эстрада көйҙәрен уйнарға өйрәнә. Тәүге уҡытыу­сыһы Фәйзүнә Әбдрәшитова уны әүҙем рәүештә концерттарҙа ҡатнаштыра башлай. Белорет ра­йонының һүҙ сәнғәтенә маһир балаларын асыҡлау маҡсатында үткәрелгән конкурстарҙа 3-сө класс уҡыусыһы Байегет Мө­хәрләмов олатай хаҡында шиғыр һөйләп II урын ала, ә 4-се класта уҡығанда баһалама ағзалары уның М. Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры менән сығышын I урынға лайыҡ тип таба. Башланғыс кластарҙағы сығарылыш кисәһен алып барыу­ҙы ла уҡытыусы тап уға ышанып тапшыра. Ата-әсәһе улдарының музыкаға һәләтен үҫтерергә ҡарар итә. Байегет 5-се кластан уҡыуын Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге респуб­лика музыка гимназия-интернатында дауам итә, торбала уйнарға өйрәнә башлай. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Һәләтле бала параллель рәүештә ҡурай, баян серҙәрен дә төшөнә. Өләсәһенең тағы бер бүләге – ҡумыҙҙы ла сиртә. Әҙерәк шиғыр­ҙар ҙа яҙам, тип тағы бер шөғөлөн аса Байегет тыйнаҡ ҡына. Кистәрен Илнур Лоҡманов етәкләгән “Ялҡын” түңәрәгендә актер оҫталығына өйрәнә, баскетбол, волейбол, футбол секцияларында шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Төрлө яҡлап үҫешә егет, сәнғәт юлын һайларға теләгем бар, ти ул, буласаҡ һөнәре тураһында һүҙ сыҡҡас. Мин унан башҡа яуапты ла көтмәгәйнем. Сөнки, һиндә сәнғәткә һөйөү ҡайҙан килә, тигән һорауға ул: “Әсәйем заманында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға ингән булған, әммә нишләптер уҡырға бармаған, бәләкәй саҡтан йырлаған, хатта өйҙә үҙе аудиокассеталар ҙа яҙҙырған. Ман­долина, гармунда уйнай, синтезаторҙа ла тиҙ генә көй килтереп сығара. Атайымдың да ауыл клубында сығыш яһап йөрөгәндә төшкән фотолары бар. Закир олатайым да баянда яҡшы уйнаған. Әсәйемдең ағаһы Ринат бабайым да гармунда уйнай”, – тип теҙеп китте, ғорурланып.
Гимназия, тиҫтерҙәре тураһында ҡыҙыҡһынам...

– Бында күберәген башҡорт, татар балалары уҡый, – ти ул. – Әле тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәшәм. Алгебра, физкультура дәрестәре оҡшай. Дәрестәрҙә шаярып та алғылайбыҙ. Дуҫтарым Ильяс һәм Ленар ҙа театр менән мауыға. “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” конкурсында мин төп герой – Мәжит Ғафуриҙың улы Әнүәрҙе уйнаным, ә Ленар хөкүмәт кешеһе ролен башҡарҙы (был сәхнәләштереү конкурстың еңеүсеһе тип билдәләнде). Тағы Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бик оҡшай. Түңәрәк ағзалары менән уның “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған” әҫәрҙәрен сәхнәләштер­ҙек. “Урал батыр” эпосын ҡуйҙыҡ. Мин – Урал ролен уйнаным. Шулай уҡ күңелемә комик әҫәрҙәр яҡын. Уларҙы һөйләп өйрәнеү ауыр – интонацияны биреү ҡыйын, әммә мауыҡ­тырғыс.

Бында Белорет төбәгенән (Межгорье, Уҫманғәле, Инйәр) уҡыусылар күп. Асы ауылынан ғына унлап кеше уҡый. Ауылда ла ҡыҙыҡһыныусылар бар, ниндәй имтихандар, уҡыуы ҡыйынмы, тип һорашалар. Тиҫ­терҙәремә, тырыш булығыҙ, оялып йөрөмәгеҙ, баштан оялып йөрөһәң, бер нәмә лә килеп сыҡмай, үҙеңде күрһәтә белергә кәрәк, тип әйткем килә.

Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернаты директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Азат Ринат улы Мөхәмәтйәров йәш талант булып танылған яҡташыбыҙ тураһында:

– IX “б” класс уҡыусыһы Байегет Мөхәрләмов бик әүҙем уҡыусыларыбыҙҙың береһе. Өфө ҡалаһы күләмендәге сараларҙа ҡатнаша, алып бара, сараны аса. Мәҫәлән, яңыраҡ хөкүмәт кешеләре лә ҡатнашҡан мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ойошторолған сарала алып барыусы булды. Әүҙем рәүештә театр түңәрәгенә йөрөй, мәктәп командаһы менән республика Шаяндар, тапҡырҙар клубы уйындарында (КВН) ҡатнаша. Шиғырҙар һөйләргә ярата. Республика балалар фонды стипендиаты. Уның тура­һындағы мәғлүмәт “Башинформ” сайтына ла ҡуйылған, – тине.

Һүҙемде тамамлар алдынан үҫмерҙең уҡытыусыһы тураһында ла бер кәлимә һүҙ әйтеп китеү дөрөҫ булыр. Ул бәләкәй генә баланы шиғырҙар һөйләтеп, йырҙар йырлатып, бәләкәй генә ролдәр биреп, уның кескәй генә уңышын да күреп, дәртләндереп, ҡанатландырып, ҡайһы берҙә өгөтләп, әүрәтеп, хатта шелтәләп, мәжбүр итеп, ҡулынан етәкләп, кеше алдында сығыш яһарға алып сыға. Балаларҙың күбеһе шулай аудиторияға һөйләргә, яйлап үҙ-үҙен еңергә, халыҡ алдында тартынмай үҙ фекерен әйтергә өйрәнә, оялыу­ҙан арына. Араларында ҡайһылары, тау йылғаһы шикелле, әҙ генә көс килеп ҡушылһа ла (ярҙам ҡулы һуҙылһа), бөтә алда торған кәртәләрҙе емереп, һикәлтәләр аша ырғый-һикерә, ярһып алға ташлана. Һәм оло һыуға килеп ҡушыла. Талант эйәләре лә тау йылғаһына оҡшаш. Улар, ниндәй мөмкинлек килеп сыға, бөтәһен дә файҙаланып ҡалырға ашыға. Бөтә ярһыу йылғалар ҙа көстө кескәй инештәрҙән алып, оло даръяға әйләнә. Байегеттең ижади һәләте көслө сығанаҡтар­ҙан баш алған. Уның һәр саҡ үҙенә тартыр, ымһындырыр оло көскә эйә даръяға әйләнеп китеүенә ысын күңелдән ышанам. Тик яман күҙ, ялған һүҙ уның ижад ҡомарының тамырына сапмаһын.

Гөлсибәр ШАКИРОВА.
Белорет ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 8-01-2016, 11:58 | Ҡаранылар: 427
|
  • Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй
  • Кремлгә – байрамға!
  • Дәрте лә бар, дарманы ла, һандуғастай тауышы ла!
  • Талантлы кеше һәр яҡтан да талантлы
  • Сәнғәткә һөйөүе нәҫелдән килә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM