НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мәскәүҙә үҙебеҙсә бейеп ҡара!

Мәскәүҙә үҙебеҙсә бейеп ҡара!


Илебеҙ баш ҡалаһында дүртенсе йыл эшләп килеүсе "Алтын ай" бейеү ансамбле Әҙәбиәт йылын ҙур концерт менән япты.

Бына, исмаһам, өҙә баҫа,
Бына, исмаһам, бейеүсе!..
Булмаһа, булмаҫ маҡтаусы,
Һис туҡтамай аяҡтар...
Нишләп маҡтаусы булмаһын инде?! Был башҡорт бейеүсеһе үҙ Башҡортостанында түгел, ә Рәсәйҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә бейей бит. Бөтөнләй икенсе мөхиттә, икенсе шарттарҙа ошондай бейеү ансамбле төҙөү һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Ҡыҫҡаһы, һүҙем Мәскәү ҡалаһында дүрт йыл эшләп килгән “Алтын ай” бейеү ансамбле һәм уның быйыл декабрь айында Әҙәбиәт йылына арнап үткәрелгән йыллыҡ йомғаҡлау концерты хаҡында.
Эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, Мәскәү ҡалаһындағы Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геологик эҙләнеүҙәр университетының тамаша залы шығырым тулы ине. “Алтын ай”ҙың тоғро тамашасылары ансамблдең сираттағы концертына ҡанатланып килгәйне. Уларҙың өмөттәре аҡланды, сөнки концерт бик юғары кимәлдә ойошторолдо. Бының өсөн уның етәксеһе, ансамблгә нигеҙ һалыу­сы, ысын энтузиаст, һәләтле бейеүсе, оҫта ойоштороусы, халҡым, тип янып йөрөүсе яҡташыбыҙ Нәзир Байегетов бик күп көс һалған. Сценарий матур итеп уйланылып, бейеүҙәр башҡорт халҡының күренекле яҙыусылары, бөйөк шағирҙарының әҫәрҙәре менән үрелеп алып барылды, уларға ҡурай моңо ла, йырҙар ҙа өҫтәлде. Мәскәүҙә уҡып йөрөүсе студенттарыбыҙ башҡарыуында “Каруан­һарай” бейеүе Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Рауил Бик­байҙың шул исемдәге әҫәренән өҙөк һөйләү менән башланды. Уны сәхнәгә сығарыу өсөн хореографҡа башҡорт халҡының тарихын да яҡшы белеү талап ителә, шуның өсөн концерттағы бейеүҙәрҙе һайлап алыу өсөн ансамблдең етәксеһе Нәзир Байегетовҡа бик күп уйланырға, уҡырға тура килгән һәм ошо потенциаль белемен бейеү һайлағанда оҫта файҙаланған. Иң халыҡсан бейеүҙәрҙе “Алтын ай”ҙың репертуарына индергән. Афарин! Әйтәйек, йөрәктәрҙе ел­кендереүсе, күңелдәрҙе күккә ол­ғаштырыусы “Тарпандар” бе­йеүен үҙешмәкәр бейеүселәргә оҫта итеп башҡарырға өйрәтеү өсөн уға, моғайын, үҙенә лә атта һыбай елдерергә тура килгәндер, башҡорт халҡының айырылмаҫ дуҫы хаҡында мәғлүмәтле булыуы ла булышлыҡ иткәндер. Шуға ла бейеү айырым бер спектакль төҫөн алған кеүек булһа, ә инде сәхнәгә аҡҡоштай елпенешеп, күҙҙең яуын алырлыҡ матур-матур костюмдарҙа балаларҙың килеп сығыуы ошо ҡышҡы аҡъюлай айында ҡарҙы тишеп сыҡҡан умырзаяларҙы хәтерләтте. Ана, бәләкәй генә малайҙар легендар “Рух” төркөмөнөң репертуарынан алынған йырҙың көйөнә ғорур баҫып, бөркөт һымаҡ ҡыйылып “Байыҡ”ты бейей. Үҙҙәре ниндәй дәртле, ә күҙҙәрендә осҡондар. Киләсәктә был малай­ҙар бейеүсе булмаған хәлдә лә, күңелдәрендә гел сафлыҡ ҡына буласаҡ! Улар артынан сәхнә түренә бәләкәй балаларҙың ҡыҙҙарҙан торған төркөмө осоп ҡына “Күбәләк” бейеүен башҡарыуға, малайҙар ҙа килеп сыҡты һәм бергәләшеп күңелгә шатлыҡ нуры өҫтәп “Күңел”, “Шатлыҡ” бейеүҙәрен ҡолас ташлап бейеп тә китте.
Рәсәйҙең баш ҡалаһында Әҙә­биәт йылына арнап ойошторолған бейеү байрамында Башҡортостан­дың халыҡ шағиры Рәми Ғари­повтың “Туған тел” шиғыры кескәй бейеүселәребеҙ тарафынан яттан яңғыраны һәм шул ваҡытта шағирыбыҙҙың Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыған мәлдәре күҙ алдына килеп баҫҡандай булды. Урта төркөмдәге балалар, йәғни уҡыусыларҙың “Ләйсән ямғыры” бейеүе башҡорт әҙәбиәте корифейы Мостай Кәримдең ошо темаға арналған шиғыры менән үрелеп бирелеүе тамашасылар күңеленә йылы ямғыр булып яуҙы тиерһең! Уларҙың хәрәкәттәре, ым-ишаралары, образға инеүе, һығылмалылығы, ғөмүмән, барыһы ла үҙ урынында ине. Ниндәй бейеү концерты “Ете ҡыҙ”һыҙ үтһен инде?! Сөнки башҡорт ҡыҙҙарының бөтә булмышы, ҡылыҡ-фиғеле ошо бейеүҙә сағыла. Юҡҡа ғына тап ошо ете ҡыҙ легендаһына арнап ҡуйылған, бейеүселәрҙең бронза таш һыны һынландырылған фонтан-һәйкәл Өфө ҡалаһында үткән ШОС, БРИКС илдәре саммиттарының биҙәгенә әйләнмәгәндер. Тап бөгөнгө тамашала апайҙар (өлкәндәр төркөмө), оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, өҙөлөп китмәле билдәрен типә-тиң генә төҙ тотоп, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡаштарын оял­сан ғына, урыҡ-һурыҡ ҡына ҡалҡытып, динамик рәүештә башҡарып сыҡты. Тимәк, улар ҙа, республикабыҙҙан ситтә лә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тыйнаҡлығын һәм шул уҡ ваҡытта ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ икәнлеген иҫбат итте.
Концертта, етди бейеүҙәр менән бер рәттән, шаяндары ла байтаҡ булды. Мәҫәлән, “Беләҙегем-йөҙөгөм”, башҡорт килендәренең “Шаян ҡыҙҙар”, “Шыма баҫ”, “Тимербай килендәре” һ.б. “Тимербай килендәре”н генә алайыҡ. Башҡорт килендәренең шаян ғына түгел, егәрле лә булыуын тамашасыға бөтә нескәлегендә еткереү өсөн Нәзир Байегетовтың атаһы, бейеүсе-ветеран (шулай булһа ла, бөгөн дә сәхнәгә сыҡҡылай) Нияз Мулләхмәт улы төптән уйлап, башҡорттоң килен төшөрөү йолаһын, ғөмүмән, башҡорт халҡыбыҙ фольклорын ентекләп өйрәнеп, ошондай зауыҡлы бейеү һалыуға өлгәшкән. Һәм бөгөн килеп улы Нәзир Мәскәү ҡалаһында, фиҙакәр хеҙмәт күрһәтеп, бейеү сәнғәтенең сикһеҙ нескәлектәрен өйрәнеп, байтаҡ тәжрибә туплап, ошондай юғары кимәлдәге уникаль ансамбль төҙөп, даими милли бейеү тамашалары ойоштороп тора.
Бейеү байрамында тамашасылар берсә Башҡортостанға, берсә Һиндостанға, берсә Татарстанға сәйәхәт ҡылды. Матур тамаша “Алтын ай”ҙың өс тиҫтәнән ашыу кешенән торған коллективының бергәләшеп башҡорт сәнғәтендә феномен булараҡ ҡабул ителгән, иң беренсе булып Хәйбулла районынында ойошторолған “Дәрүишхан” рок төркөмөнөң “Бергә булайыҡ!” тигән йырын башҡарыуы менән тамамланыуы ла символик мәғәнәгә эйә булды.
Бына шулай ике сәғәттән ашыу барған концерт тиҙ генә үтте лә китте, ә бит ошо үҙенсәлекле тамашаны ойоштороу өсөн Нәзиргә арымай-талмай күпме эшләргә тура килгән (ансамбль етәксеһенең үҙенең төп эше – Рәсәй Феде­рацияһы Эске эштәр министрлығының эске ғәскәр йыр һәм бейеү ансамбле солисы). Сценарий яҙыу, репетициялар үткәреү, милли костюмдар йүнләү, сәхнә биҙәлеше, музыка, реклама һ.б. – барыһы ла уның иңендә булған. Хәйер, эш унда түгел, ә һөҙөмтәлә! Бына ниндәй юғары кимәлдәге интеллектуаль бейеү тамашаһы ойоштороуға өлгәшкән беҙҙең башҡорт егете! Афарин!

Нәҡиә ИСҠУЖИНА,
филология фәндәре кандидаты.
Өфө – Мәскәү.

Сығыу ваҡыты 31-12-2015, 13:27 | Ҡаранылар: 437
|
  • Мәскәүҙә үҙебеҙсә бейеп ҡара!
  • “Башҡорт бейеүенең йөрәге беҙҙә”
  • Бар хистәре уның бейеүҙәрҙә…
  • “Алтын ай”ҙың алтындай етәксеһе
  • Санкт-Петербург сәхнәһен дер һелкетеп
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM