RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Башҡорт йыры" конкурсының иң оҫта йырсылары билдәләнде

20.11.2015 "Башҡорт йыры" конкурсының иң оҫта йырсылары билдәләнде

Йыр-моңға битараф булмаған тамашасылар йыл дауамында Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Башҡорт йыры” конкурсын күҙәтеп, яратҡан йырсылары өсөн “ауырып”, сәләм хаттары ебәреп барҙы. 4 – 5 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк гала-концертҡа утыҙҙан ашыу конкурсант араһынан алты йырсы һайлап алынды. “Иң-иң”дәрҙе билдәләү танылған сәнғәт әһелдәре Азат Айытҡолов, Азамат Тимеров, Әлфиә Юлсурина, Йәмил Әбделмәнов, Гөлназ Ғәлинаның өлөшөнә төштө.
Бөгөн “Йәшлек” гәзите финалға үткән иң оҫта йырсылар менән яҡынданыраҡ таныштыра. Ә уларҙың моңло тауыштарын тыңларға теләүселәрҙе йылдың төп ваҡиғаһы булған “Башҡорт йыры” концертына саҡырабыҙ.

"Башҡорт йыры" конкурсының иң оҫта йырсылары билдәләндеДамир ТАИПОВ, 24 йәштә, Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуып үҫкән. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, әрме хеҙмәтен үтергә лә өлгөргән. Әлеге ваҡытта сәнғәт академияһының вокал бүлегендә белем ала.
Тәүге тапҡыр сәхнәгә алты йәшендә “Күбәләгем” йыры менән сыҡҡан. Киләсәктә опера йырсыһы булырға һәм “Салауат Юлаев” операһында Юлай арияһын йырларға хыяллана. Зәки Мәхмүтовтың йырлағанын ярата. Мәскәү ҡалаһында үткән “Bella voce” халыҡ-ара конкурсында еңеү яулаған.


"Башҡорт йыры" конкурсының иң оҫта йырсылары билдәләндеАртур ШӨҒӘЙЕПОВ, Нуриман районының Ҡыҙыл Яр ауылынан 25 йәштә, йондоҙнамә буйынса – ҡыҫала. Октябрьский ҡалаһында музыка училищеһын тамамлағандан һуң уҡыуын Нәзиб Йыһанов исемендәге Ҡазан консерваторияһында дауам итә. Халыҡ йырҙарын яратып башҡарыусы булараҡ, үҙен “Башҡорт йыры” конкурсында һынап ҡарарға теләгән. Быға тиклем “Юлдаш” йыры” һәм Рәшид Ваһапов исемендәге йырсылар конкурстарында еңеү яулаған. Киләсәген йырһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.

"Башҡорт йыры" конкурсының иң оҫта йырсылары билдәләндеИлдар АБДУЛЛИН, вокаль белеме булмаһа ла, профессиональ йырсылар менән көс һынашырға батырсылыҡ иткән. Йәштәр араһында эстрада йырсыһы, автор-башҡарыусы булараҡ танылыу яулаған егет һуңғы арала халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирә. Баймаҡ районының Күсей ауылынан, 30 йәштә. Өйләнгән, дүрт йәшлек ул үҫтерә. Өфө дәүләт сәнғәт академияһының думбыра класын тамамлап, әлеге ваҡытта Баймаҡ мәҙәниәт йортонда эшләй. Йыр-моң һөйгән ғаиләлә тыуып үҫкән.


"Башҡорт йыры" конкурсының иң оҫта йырсылары билдәләндеНурзиә САБИТОВА – Әбйәлил таланты. Үрге Әбдерәш ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Йондоҙнамә буйынса – ылаҡ, Яңы йыл байрамы алдынан донъяға килгән. 21 йәштә. Сибай сәнғәт колледжын тамамлағандан һуң белемен Ҡазан консерваторияһында камиллаштыра. Инглиз һәм итальян телдәрен өйрәнә, киләсәктә йыр менән донъя буйлап сығыш яһарға хыяллана. Башҡорт халыҡ йыры “Ашҡаҙар”ҙы үҙ итеп, яратып башҡара. Тауышына ла тап килә, мәғәнәһе һәм ҡатмарлы башҡарыу оҫталығын талап итеүе менән дә үҙенсәлекле, ти ул.


"Башҡорт йыры" конкурсының иң оҫта йырсылары билдәләндеФәһим ТОҠОМБӘТОВ Ейәнсура районында тыуып үҫкән, Баймаҡ кейәүе, Иглин район мәҙәниәт йортонда эшләй. Ҡатыны Гөлдәр менән Солтан исемле ул үҫтерәләр. Йыр-моң һөйгән ғаиләлә тәрбиәләнгән, әсәһе Рәсимә – моңло йырсы, атаһы Ғайса оҫта гармунсы булараҡ районда дан ҡаҙанған. Әммә үҙенең сәнғәт юлынан китеүе менән белем алған Ейәнсура башҡорт гимназияһына бурыслы тип һанай. Балыҡҡа йөрөргә, тәбиғәттә ял итергә ярата. Аш-һыу оҫтаһы, айырыуса ит ризыҡтарын тәмле бешерә. Өфө дәүләт сәнғәт академияһының музыка бүлеген тамамлаһа ла, киләсәген йыр менән бәйләргә теләй. “Башҡорт йыры” конкурсын ошо маҡсатҡа илткән юлдың тәүге башланғысы тип иҫәпләй.


"Башҡорт йыры" конкурсының иң оҫта йырсылары билдәләнде, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, “Ка­руанһарай” студияһында эшләп йөрөй. Таланттар ояһы – Баймаҡ ерендә тыуып үҫкән. 22 йәштә, өйләнмәгән. Футбол һәм бильярд уйнарға ярата. 2004 йылда “Ирәндек моңдары” конкурсында гран-при яулаған. Тауыш мөмкинлектәренә һоҡланған жюри ағзалары уға күберәк башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға тәҡдим иткән. Күңеленә Венер Абдуллиндың йырҙары яҡын.


Конкурстың финалына үтеүсе йәш йырсылар 4 – 5 декабрҙә Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының мәшһүр йыр сәнғәте оҫталары менән бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ. Йыр байрамынан, йылдың иң ҙур ваҡиғаһынан, ситтә ҡалмағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы