RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Башҡорт халҡында йырламаған кеше юҡ”

24.10.2015 “Башҡорт халҡында йырламаған кеше юҡ”

әммә кимәлде онотмайыҡ

“Башҡорт халҡында  йырламаған кеше юҡ”  Ун йыл эшләү дәүерендә йөҙҙән ашыу йырсыны сәхнәгә сығарып, башҡорт эстрадаһын береһенән-береһе сағыу, талантлы “йондоҙҙар” менән тулылан­дыр­ҙы ла, “Гәлсәр һандуғас” телеконкурсы оҙайлы ялға туҡтаны. Һәм быйыл май айында ул яңыртылып, бер аҙ үҙгәртелеп, “Рәсәй – Башҡортостан” каналында үҙ эшен ҡабат башланы. Бөгөнгө “Йәшлек” ҡунағы – “Гәлсәр һандуғас” проекты етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира БАЙБУЛДИНА менән конкурс, йырсылар һәм буласаҡ гала-концерт тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Бына, ниһайәт, дүрт йыллыҡ тәнәфестән һуң, “Гәлсәр һандуғас” проекты үҙ эшен дауам итер өсөн “зәңгәр экран”ға сыҡты. Тамашасылар, йырсылар һеҙҙе һағынып, көтә-көтә көтөк тә булып бөттө инде…
– Дөрөҫөн әйткәндә, декрет ялынан һуң эшкә сыҡҡан саҡта, проектты артабан дауам итергә ниәт юҡ ине. Дүрт йыл буйы өйҙә ултырған саҡта һәүәҫкәр йырсыларҙан меңләгән хат килде. Уларҙы тик бер һорау борсоно: ҡасан “Гәлсәр һандуғас” үҙ эшен дауам итәсәк? Һәм “Рәсәй – Башҡортостан” телеканалында эш башлауыма, проектты тергеҙергә тәҡдим булғас, шатланып эшкә тотондом. Каналдың, эфир ваҡытының үҙгәреүе тамашасыны юғалтыуға килтермәне. Һаман да халыҡ ҡарай, ҡыҙыҡһына, хаттар яҙа.

– Быйылғы конкурс үткән йылдар­ҙағынан нимәһе менән айырыла?
– Иң ҙур яңылыҡ тип йырсылар­ҙың һәр сығышын абруйлы жюри ағзалары баһалап барыуын әйтер инем. Үткән йылдарҙа һайлап алыу турҙарында ғына ҡатнашһалар, быйыл улар һәр тапшырыуға килде. Һәм “эйе” йәки “юҡ” тип кенә ултырманы, ә йырсыларҙың сығышын тыңлап, ҡарап, тәнҡит һүҙҙәрен, тәҡдимдәрен еткереп, дөрөҫ йырламаған урындарын күрһәтеп торҙо. Йырсылар ҙа, тамашасылар ҙа уларҙың талапсан, әммә ғәҙел баһаһына шаһит булды. Әлбиттә, баһалар менән килешмәүселәр ҙә осраны, тәнҡитләүселәр ҙә, студиянан илап сығыусылар ҙа булды. Әммә был – конкурс, ярыш сәме үҙе үк бәхәс тыуҙыра.

– Ә дәғүәселек көслө булдымы? Бөтәһе нисә кеше ҡатнашты?
– Йыл башынан 81 кеше ҡатнашырға теләк белдереп, йырҙарын ебәргәйне, тыңлағандан һуң “зәңгәр экран”ға сығарыр өсөн 40 йырсыны һайлап алдыҡ. Улар араһында, республикабыҙҙан тыш, Силәбе өлкәһенән, Татарстандан, Санкт-Петербург ҡалаһынан, хатта Праганан ҡатнашыусылар бар. Йәштәр, студенттар менән бер рәттән, донъя көткән, балалар үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күп килде. Проекттың финалына жюри ағзалары 20 йырсыны үткәрҙе. Уларҙың һәр береһе менән тамашасылар 7 ноябрҙә үтәсәк гала-концертта таныша ала.

– Ә “зәңгәр экран”ға килеп етә алмаған 40 конкурсант ниндәй сәбәптәр менән төшөп ҡалды?
– Күп осраҡта йырсылар үҙҙәренә репертуар һайлай белмәй. Бөгөн йыр һайлай белмәү – сәхнәгә яңы аяҡ баҫҡан конкурсанттар­ҙың ғына түгел, ә ҡайһы бер билдәле, исемле йырсыларҙың да оло бәләһе. Һүҙҙәре көйөнә тап килмәй йәки йырға тауышы килешмәй. Сифатһыҙ аранжировкаға йәки караокеға йырлаусылар ҙа эфирҙы биҙәмәй. Беҙгә телевидение халыҡҡа сығырға мөмкинлек биргән икән, үҙ сиратыбыҙҙа сифатлы, зауыҡлы тапшырыуҙар эшләргә тейешбеҙ.
Башҡорт халҡында йырламаған кеше юҡ. Әммә йырлауҙың да төрлө кимәле була. Конкурсанттар табындарҙа, ауыл сәхнәләрендә йырлап, маҡталып йөрөй ҙә, талапсан жюри ағзаларының, ойоштороусы булараҡ, минең фекеремде ишетһә, үпкә һүҙҙәрен еткерә башлай. Һәр кем үҙ-үҙенә ҡарата талапсан булһа, үҙенең кимәлен дөрөҫ баһалаһа, конкурс барышында төрлө аңлашылмаусанлыҡ булмаҫ ине. Ҡайһы бер радио йәки телевидение каналдары төрлө конкурс, проект ойоштороп, ҡатнашыусылар­ҙан аҡса ала. Мәҫәлән, 1-се тур фәләнсә, 2-се тур фәләнсә һум тора. Йырлайым тип торған балаһына хәлле генә йәшәгән атай-әсәй аҡ­саһын йәлләмәй, түләй ҙә, көнө-төнө экранда һәм радиола уны йырлаталар. Ә йырсының кимәле, йырҙың сифаты тура­һында уйларға оноталар. Беҙҙең проектты ла улар­ҙың иҫәбенә ҡуйып, аҡса тәҡдим иткән осраҡтар булды. Улар беҙгә тәҡдим иткән йәки кон­курс­тарҙа ҡатнашыу өсөн түләгән аҡсаһына матур, тауыштарына тап килгән йыр һатып алып, сифатлы итеп яҙҙырһа, күпкә отошлораҡ булыр ине.
Һәм тағы ла, һәр конкурстың, фестивалдең үҙ форматы була. “Йәшлек”-шоу” йәштәр өсөн эстрада йырҙарына өҫтөнлөк бирһә, “Урал моңо” этно-эстраданы күтәрә. “Ирәндек моңдары” конкурсында халыҡ йырҙарын башҡарыусылар ҡатнаша. Беҙ ҙә 15 йыл эсендә үҙ форматыбыҙҙы булдырғанбыҙ һәм унан ситкә тайпыла алмайбыҙ. Эфирға саҡырылған йырсыларҙың күбеһе йылдар буйы “Гәлсәр һандуғас” проектын күҙәтеп, өйрәнеп, ҡатнашырға хыял итеп йөрөгән. 2008 – 2010 йылдарҙа үткән һайлап алыу турҙарында ҡатнашҡандар бар, әммә ул саҡта йәштәре етмәү сәбәпле финалға үтә алмағандар. Бындай ҡатнашыусылар “Гәлсәр һандуғас” форматына яуап биргән йырҙарҙы әҙерләп (ҡайһы берҙәре махсус яҙҙыртып) килеүе менән отто.
Ә эфирға саҡырылмаған күп йырсы беҙҙең тәнҡит һүҙҙәрен аңлап ҡабул итте, әлеге ваҡытта улар яңы йырҙар туплап, икенсе йылда үтәсәк конкурсҡа әҙерләнә.

– Проекттың йылдар дауамында халыҡ һөйөүен юғалтмай, һаман да популяр булыуының сере нимәлә?
– Ғөмүмән алғанда, “Гәлсәр һандуғас” – вокал түгел, ә эстрада конкурсы. Бәлки, конкурсанттың әллә ни көслө тауышы ла юҡтыр, ә үҙенсәлекле, боролмалы-һығылмалы тембры булып, йырҙы биҙәкләп башҡара икән, тимәк, ул сәхнәгә сыға ала. Республикала үҙенең талаптары, кимәле, баһалама ағзалары булған бик күп вокаль конкурс үтеп тора. Һәм бына ошо конкурстарҙа 13 – 15 йыл дауамында “Гәлсәр һандуғас” асҡан исемдәр ҡатнаша, еңеү яулай.
Әйткәндәй, ҡайһы бер тамашасы, быйылғы гала-концертты, проекттың 15 йыллыҡ юбилей концерты, тип билдәләнегеҙ, һеҙ бит дүрт йыл дауамында эшләмәнегеҙ, ти. Ысынлап та, проект эфирға сыҡманы, әммә ошо дүрт йыл дауамында “Гәлсәр һандуғас” асҡан йырсылар эшләүҙән туҡтаманы, үҫеште, сәхнәлә булды һәм уларҙың күптәре билдәле йырсы булып китте. Улар сәхнәнән төшмәй эшләгәнгә лә, дүрт йыл буйы халыҡ беҙҙе онотманы.

– Ә үткән йылдарҙағы еңеүселәр менән бәйләнеш бармы? Улар быйылғы концертта ҡатнашамы?
– Әлбиттә. Быйылғы ҡатнашыусылар менән улар дуэт, трио башҡарасаҡ. Айырым сығыштарынан бигерәк, уларҙың йәштәр менән булған бәйләнеше, аралашыуы мөһим. Бергә йыр яҙҙырыу, репетициялар үткәреү, тәжрибә уртаҡлашыу йәш йырсылар өсөн оло мәктәп булып тора.
Йөҙҙән ашыу йырсы араһында төрлө характерҙағы кешеләр осрай, кемдер үҙенең “Гәлсәр һандуғас” аша танылыу тапҡанын халыҡҡа белдергеһе лә килмәйҙер, бәйләнеш өҙөлгән осраҡтар ҙа бар. Әммә даими тамашасыларыбыҙ уларҙың беҙҙең проекттың “һандуғастары” икәнен онотмай.

– Үткән йылдарҙағы финалға сығыусылар араһында сәхнәне, йырҙы ташлағандар бар. Юғалған исемдәр өсөн үкенеү тойғоһо бармы?
– Юҡ, үкенмәйем. Һәр кемдең ниндәй юл һайлауы үҙенән тора. Кем тырышты, маҡсат итеп ҡуйҙы – улар сәхнәлә. Ә кемдер ғаиләне, донъя көтөүҙе (айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар) өҫтөн күрә икән, уларға, тимәк, шулай оҡшай. Шул уҡ ваҡытта, ҡайһы бер йырсылар бер нисә йыры менән дә тамашасы күңелендә ҡалды. Мәҫәлән, Вилдан Фәйзуллиндың 2005 йылда яҙҙыр­ған “Ҡолон” йырын халыҡ онотмай, һаман да эфирға сығарыуҙы һорап хаттар яҙа.
Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл эфир­ға сығыу менән, юғалған конкурсанттар минең менән бәйләнешкә сығып, ҡабат йырлай башларға теләк белдерҙе.

– Тәү башлап сәхнәгә, “зәңгәр экран”ға сыҡҡан конкурсанттарға йыр һайларға, сәхнәлә үҙен тотор­ға, имидж булдырырға кем ярҙам итә?
– Аллаға шөкөр, ваҡытында Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссерҙар бүлеген тамамланым һәм сәхнә зауығын, закондарын өйрәткән уҡытыусым Рифҡәт Исрафиловҡа һәр ваҡыт рәхмәтлемен. Уның һабаҡтарын иҫтә тотоп, хәҙер инде үҙем уҡытыусы ролендә йырсылар менән эшләйем. Үрҙә әйтеп киткәндәреңдең барыһын да беҙ, телевидение хеҙмәткәрҙәре, эшләйбеҙ.
Сәхнәнең үҙ талаптары булһа, телевидениеның талаптары бөтөнләй башҡа. Икеһе – ике донъя. Быға тиклем йырсылар камера алдында ғына эшләһә, әлеге ваҡытта гала-концерт өсөн ҡыҙыу әҙерлек бара. Күлдәк һайлау, сәхнәлә үҙ-үҙеңде тотоу, йыр һайлау, бейеү һалыу һәм башҡалар.
Кейендереп, биҙәндереп, студияға сығарып йырлағанды операторҙар төрлө яҡтан төшөрә лә, монтаж эшләүселәр уңышлы кадр­ҙарҙы һайлап ҡына тапшырыу әҙерләй. Бында әллә ни күп нәмә талап ителмәй. Ә бына сәхнәгә сығып, 3 – 4 минутлыҡ йырҙы башҡарыр өсөн йырсыға әллә күпме тир түгергә тура киләсәк.
Эфирға бер йырсыны сығарыр өсөн телевидениела бер нисә тиҫтә хеҙмәткәр – йыйыштырыусынан башлап режиссерға тиклем – эшләүен ябай тамашасы, хатта йырсы үҙе лә аңлап етмәгән осраҡтар була. Бәлки, ҡайһы бер ҡатнашыусылар, беҙ проектты биҙәйбеҙ, тип маһайыңҡырап йөрөйҙөр, кем белә, әммә улар экранға матур булып сыҡһын өсөн әлегә беҙ уларҙы биҙәйбеҙ.

– Йырсыларға ҡарата ҡаты, талапсан булырға тура киләме?
– Минең ҡаты булмаған сағым юҡ. Улар быны аңлап ҡабул итә. Талапсан, ҡаты булмаһаң, бындай ҙур проекттарҙы атҡарып сығыуы ҡыйын. Әлбиттә, юҡҡа әрләп, ниндәй­ҙер аңлашылмаған нәмәләр талап итеп, тауыш күтәргәнем юҡ. Ә бына кәрәк урында талаптар ҡуйырға тура килә. Мәҫәлән, тапшырыуҙы төшөрөү көнө билдәләнгән икән, йырсының, йоҡлап ҡалдым, икенсе эшем бар, тигән һүҙҙәре булырға тейеш түгел.
Финалсылар өсөн айырыуса ауыр­ға тура киләсәк, ташламалар юҡ. Тәүҙә 80, аҙаҡ 40 кеше араһынан һайлап алып, концерт мәлендә ҡаушауҙан йәки оялыуҙан йырлай алмай торһа, финалға үтә алмаған йырсыларҙан уларға ла, миңә лә, жюри ағзаларына ла ярлыҡау булмаясаҡ.

– Ә был йырсынан булмаҫ инде, тип ҡул һелтәп тә, аҙаҡ тамашасы алдында популярлыҡ яулаусылар булдымы?
– Бар. Күп башҡарыусылар тамашасы өсөн сәхнәлә икенсе төрлө асыла. Кемделер – камера, ә кемделер сәхнә ярата. Тормошта әллә ни күҙгә ташланып бармаған, телевидение өсөн төҫкә матур булмаған берәй йырсы сәхнәгә сығып йырлай башлауы була, тамашасы иҫе китеп тыңлай. Эске энергетикаһы, үҙ-үҙен тотошо менән, хатта йылмайыуы менән әсир иткән кешеләр осрай. Мәҫәлән, үткән йылғыларҙан Урал Ибәтуллинды, быйыл­ғы финалсылар араһынан Йәмил Баймырҙин менән Сабина Кучаеваны әйтеп үтер инем. Буйға ла бәләкәй генәләр, башҡаларҙан айырылып та тормайҙар, әммә сәхнәлә үҙҙәрен шул тиклем камил тоталар.

– Гала-концертта мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа ҡатнаша, тип иғлан иткәйнегеҙ. Кемдәр улар?
– Хәйбулла районынан 14 йәшлек Иҙел Хәкимов (ДЦП диагнозы), Йылайырҙан 16 йәшлек Айгизә Ҡаҙаҡҡолова һәм Гүзәлиә Фәт­тәхова билдәле йырсылар менән бер сәхнәлә, дуэт менән сығыш яһаясаҡ. РФ Дәүләт Думаһы депутаттары уларға бүләк тә әҙерләй.

– Тимәк, тиҙҙән тамашасыларҙы яратҡан проекты менән күҙмә-күҙ осрашыу көтә?
– 7 ноябрҙә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Гәл­сәр һандуғас” телефестивале быйылғы һәм үткән йылдар­ҙағы ҡатнашыусылары менән гала-концертта үҙенең тамашасыларын көтөп ҡала. Ярат­ҡан йырсылар, матур йырҙар, асыштарға бай тамашанан ситтә ҡалмағыҙ!










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы