НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Силәбенең моңло егете

Силәбенең моңло егете


Башҡортостан, ҡабул иттең мине!
Ситтә тыуып үҫкән улыңды.
Йырым, моңом, бар булмышым
менән,
Стәрлетамаҡ, инде мин һинеке…

Силәбенең  моңло егетеРишат Ғәзиз улы Хәмитов 1965 йылдың 21 авгусында Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Яңы Ҡорман ауылында тыуған. Бала саҡтан уҡ сәнғәткә, йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә. Илһам сығанағын ул үҙ ғаиләһенән, ғәзиз кешеләренән – ата-әсәһенән таба. Башланғыс белемде Яңы Ҡорман ауылының урта мәктәбендә ала. 1982 – 1987 йылдарҙа ул Троицк ауыл хужалығы техникумында агрономға уҡый. Артабан әрмелә танк ғәскәрҙәрендә танк командиры булып хеҙмәт итеп ҡайта.
1996 – 2001 йылдарҙа Ришат Хәмитов Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссерҙар бүлеген, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген уңышлы тамамлап, 2000 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһына эшкә урынлаша һәм бына 15 йылдан ашыу “Ашҡаҙар” башҡорт-эстрада фольклор төркөмөнөң алмаштырғыһыҙ талантлы йырсыһы, нәфис һүҙ оҫтаһы булып тора. Уның бар күңелен, оҫталығын һалып, йөрәк түренән үткәреп ихлас башҡарған башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙары тамашасы күңелен бик тиҙ яулап ала. Ришат Ғәзиз улының «Серҙәремде йырлап һөйләйем», «Йырлы-моңло сәйәхәт» тип аталған яңғыҙ йыр программалары Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә – Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Пермь һәм Һамарҙа ла алҡыш менән үтте. Уның “Йәшәү үҙе мөғжизә”, “Йәнем йәл түгел һиңә”, “Моңло яҙмыш” тигән аудиоальбомдары сыҡты. Һәләтле йырсы “Стәрле­тамаҡ – гүзәл ҡалам”, “Аңларһың тип уйланым” тип аталған йырҙарын, “Ер кендеге – Торатау”, “Илап әйтер һүҙем бар”, “Шәреҡ донъяһы”, “Табынам”, “Сихри ҡараштарың”, “Ҡапты һөйөү ялҡыны” кеүек тәрән фекерле ҡобайырҙар ижад итеп, тамашасыларҙың һөйөүен яулай. Шулай уҡ сценарий авторы һәм режиссеры булып та сығыш яһай. Уның “Батырҙарға мәҙхиә”, “Хал­ҡымдың хазинаһы”, “Недаром помнит вся Россия…” концерт программалары ҙур уңыш ҡаҙана.
Ришат Ғәзиз улы төрлө республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып, үҙенең оҫта, талантлы йырсы икәнен дәлилләне. Ул – “Яҙғы моңдар – 1995”, “Ирәндек моңдары – 1996”, “Дуҫлыҡ йыры – 1998”, “Урал моңо – 2003”, “Гәлсәр һандуғас – 2004” бәйгеләре лауреаты.
Йыр-моңға бай, изге күңелле, талантлы йырсы Ришат Хәмитов үҙенә генә хас булған моңло йырҙары менән тамашасы күңелен һәр ваҡыт һоҡландырып торор, тип ышанабыҙ.

Лиана ФӘТҠУЛЛИНА.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 23-10-2015, 15:45 | Ҡаранылар: 413
|
  • Киләсәге өмөтлө
  • “Наҙ булһын йырҙарым”
  • Йырлап йәшәйек, дуҫтар!
  • Ҙур талант эйәһе
  • Йырлы сәфәргә саҡыра Искәндәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM