НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Хөрмәтле йыр-моң, шиғриәт яратыусы дуҫтар!

Хөрмәтле йыр-моң, шиғриәт яратыусы дуҫтар!


Хөрмәтле йыр-моң, шиғриәт яратыусы дуҫтар!Минең, шағирэ булараҡ, үҙ уҡыусыларым менән күҙгә-күҙ осрашып, улар алдында ижад емештәрем менән уртаҡлашып, үҙенә күрә отчет һымаҡ шиғыр һәм йыр байрамдары үткәреүем ике яҡҡа ла файҙалы һәм фәһемле матур бер йолаға әүерелде.
—Нишләп һуңғы арала кисә үткәрмәй башланың? Яңы шиғырҙар,йырҙар яҙыламы? - Ошондай һорауҙар ҙа күбәйеп киткәс, уҡыусыларым менән тағы ла бер тапҡыр аралашып алырға булдым.
Минең теләгемде Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры күтәреп алды, һәм әлеге көндә “Ғүмер үҙе - серле, моңло...” тип исемләнгән йыр һәм шиғыр кисәһенә әҙерлек бара.
Октябрҙең 29-да, изге кесаҙна кисендә 19 сәғәттә башланасаҡ был байрамда театрҙың Светлана Хш&мова, Нурия Ирсаева, Илдар Ғүмәров, Рәүис Заһитов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Сәғиҙулла Байъегет, Азамат Ғафаров, Алһыу Галина, Диләрә Иҙелбаева, Фирүзә Париж, Ирада Фазлаева, Артур Ҡунаҡбаев, Юнир Ҡоланбаев кеүек йырсы актерҙары һәм Гөлли Мөбәрәкова, Гүзәл Маликова, Миңзәлә Хәйруллина, Илсөйәр Ғизетдинова, Шәүрә Дилмөхәмәтова кеүек күренекле сәхнә оҫталары менән бер рәттән, сәнғәт яратыусы халыҡ күңелен яулап өлгөргән йәшерәк артистарыбыҙ шиғырҙарымды уҡыясаҡ һәм күмәк сәхнә тамашаларында ҡатнашасаҡ.
Кисәнең сценарий авторы һәм режиссеры күренекле сәхнә оҫтаһы Хөрмәтулла Үтәшев
Быға тиклем ойошторолған ижад кисәләремдә, улар ҡайҙа үткәрелеүенә ҡарамай, залдарҙа алма төшөрлөк тә урын булмай торғайны. Талантлы арҙаҡлы сәнғәт әһелдәре ҡатнашлығында үҙенсәлекле итеп әҙерләнгән кисәмдә лә шулай булыр, тип ышанам.
Проект - театрҙыҡы. Шулай булғас, билеттәр уның кассаһында һатыла.

һеҙҙе һағынып көтөп ҡалыусы: Гөлфиә Юнысова.

Сығыу ваҡыты 23-10-2015, 12:03 | Ҡаранылар: 574
|
  • Башҡорт театры сәнғәте үҫтереүсеһенең хәтер кисәһе
  • “Йыр - ҡанатым, сәхнә - асылым…”
  • Байрам концертына рәхим итегеҙ!
  • «Ер менән күк араһында»
  • Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры – Өфөлә!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM