НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Айнур Асҡаров ни өсөн Мәскәүҙә уҡымаған?

Айнур Асҡаров ни өсөн Мәскәүҙә уҡымаған?


Айнур Асҡаров ни өсөн Мәскәүҙә уҡымаған?Айнур Асҡаров ни өсөн Мәскәүҙә уҡымаған?Билдәле режиссер Айнур Асҡаровтың “Әсә”, “Еңмеш”, “Пилорама” фильмдары башҡорт кино сәнғәтендә ҙур яңылыҡ һәм үҫешкә табан яһалған оло аҙым булды, тип әйтһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ. Булат Йосопов, Айсыуаҡ Йомағолов кеүек режиссерҙарға лайыҡлы алмаш үҫә, тип уйлауым булды, алда әйтеп үткән шәхестәрҙең билдәле кешеләрҙең балалары булыуы иҫемә төштө. Шул саҡта Айнурҙың да ата-әсәһе менән ҡыҙыҡһына биреп ҡуйҙым. Йәш режиссер ҙа ябай ғаиләнән түгел икән: билдәле музыкант, йырсы, легендар “Рух” төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Юлай Асҡа­ровтың улы. Бер нисә быуынды бәйләүсе, күптәрҙең кумиры һаналған шәхестең ниндәй ғаилә башлығы булыуы һәм Айнурҙың режиссер булып китеүендә атаһының роле хаҡында әнгәмә ҡорҙоҡ.

– Атайыңдың сәхнәлә сығыш яһағаны бала саҡ хатирәләрендә һаҡланамы?
– Тәүге тапҡыр күреүем һаман да хәтеремдә: асыҡ сәхнәлә сығыш яһай ине ул (миңә нисә йәш булғанын иҫләмәйем). Ҡулында гитара, башына орнаментлы таҫма бәйләгән, ул йырлай, артында ике ҡыҙ бейей. Сәхнә тулы ниндәйҙер аппаратура, башҡа музыканттар ҙа бар. Аҙаҡ белеүемсә, ул ваҡытта “Дәрүиш” исеме менән сығыш яһағандар. Халыҡ уларҙы дәррәү алҡышланы.

– Уның менән бергә гастролдәргә йөрөргә тура килдеме?
– О-о-о, нисегерәк йөрөнөм әле! Атайым менән әсәйем йәш саҡта бергәләп сығыш яһаны. Дәртле саҡтары, Башҡортостан буйлап “Рух” төркөмө менән гастролдәргә йө­рөй­ҙәр. Һәм мин дә улар менән. 2 – 3 сәғәт буйы сығыш яһайҙар, арып-талып, концерттың тамамланғанын көтәм. Тамашасы залы шығырым тулы, концерттан һуң да йәштәр килеп таныша, аралаша. Музыка аппаратуралары араһында йәки грим бүлмәһендә йоҡлап киткән саҡтар ҙа булды. Миңә 6 – 7 йәш тирәһендә генә юл йөрөүҙән туҡтап, ҡустым менән икебеҙ өйҙә ҡала башланыҡ.

– Ошондай ижад мөхитендә тәрбиәләнгәнгә лә һин дә сәнғәт юлын һайлағанһыңдыр…
– Юҡ, бала саҡта сәхнә, кино тураһында бөтөнләй хыялланманым. Үҙенән үҙе шулай килеп сыҡты. Мәктәптә насар уҡыным, шаярырға яраттым. Шуға күрә, 9-сы клас­ты тамамлағас, мәктәптең данын төшөрәһең тип, икенсе уҡыу йортона барырға тәҡдим иттеләр. Баш һуҡҡан яҡҡа, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ниндәйҙер химик технология колледжына (аттестатта химия фәненән “өслө” билдәһе тороуына ҡарамаҫтан) имтихан биреп ҡарарға булдым. Атай менән икәүләп машинаға ултырған ерҙән әсәйем ҡаршы төштө. Бер аҙҙан, Сибай сәнғәт училищеһының театр бүлегенә студенттар ҡабул ителеүе хаҡында ишетеп, шунда юл тоттом. Егеттәр һан яғынан әҙерәк ине, еңел генә конкурстан үттем, уҡыуҙы ҡыҙыл диплом менән тамамланым. 3-сө курс­та сәхнә минеке түгел икәнен аңлағайным инде. Беренсенән, үҙеңә хас булмаған роль менән сәхнә биҙәге булып булмай, икенсенән, театр – ул интригалар ояһы. Оло йәштәге бай багаж туплаған актерҙар ролһеҙ ултыра. Ҡыҫҡаһы, ҡабул итә алманым, ҡурҡтым. Бәхеткә күрә, ваҡытында үҙемә режиссер һөнәре яҡын икәнен аңланым. Театр донъяһын ҡабул итә алмағас, кино йүнәлешен һайланым. Бала саҡта иҫем китеп кино ҡарағанымды хәтерләмәйем, шуға ҡарамаҫтан, бында ла бәхет йылмайҙы: уҡырға индем. Әсәйемдең элек район мәҙәниәт йортонда режиссер булыуын иҫәпкә алғанда, мин талантты атайымдан түгел, ә күберәк унан алғанмын.

Айнур Асҡаров ни өсөн Мәскәүҙә уҡымаған?– Ә йырға һәләтең бармы?
– Ул яҡтан ғаиләләге иң талантһыҙ кешемен. Әсәйем, атайым, ҡустыларым йырлай, ә минең моңом да, тауышым да юҡ, бер ниндәй музыка ҡоралында ла уйнай белмәйем. Вилдан ҡустым музыкант, саксофонда уйнай. Быйыл ғына Ҡазан университетын тамамланы, джаз оркестрында эшләй. Ғәзинур ҡустым әлегә мәктәптә уҡый, һөнәр һайламаған әле, әммә йырға һәләте бар. Бәләкәй саҡта атайым мине лә йырларға өйрәтеп ҡараны, аҙаҡ ҡул һелтәне. Башланғыс класта уҡыған саҡта уҡытыусым Люциә Ҡорбанғәле ҡыҙы Бажаева бейергә, йырларға өйрәтә торғайны, йыш ҡына сәхнәгә сығарҙы. Үҫә килә мин баш тарта башланым.

– Ә Юлай ағайҙың йырлағанын яратып тыңлайһыңмы?
– Дөрөҫөн әйтәм, ул минең өсөн кумир түгел. Бер ваҡытта ла уларҙың йырлағанын иҫем китеп, һоҡланып тыңламаным, сығыштарын көндәлек ғәҙәти күренеш кеүек ҡабул иткәнгә шулайҙыр. Улар ҙа минең фильмдар­ҙы тыныс ҡабул итә. Тәнҡитләп тә, маҡтап та һүҙ әйтеүсе юҡ. Шулай ҙа атайымдың кино төшөрөп ҡарағыһы килә. Бәлки, әйтеп еткермәһә лә, ғорурлыҡ тойғоһо барҙыр.

– Ә шулай ҙа бала саҡта ниндәй һөнәр тураһында хыялландың?
– Бешеренергә яратам. Режиссер булмаһам, ашнаҡсы булыр инем, моғайын.

– Атай булараҡ, Юлай ағайҙың ниндәй яҡшы сифатын билдәләп үтер инең?
– Беренсенән, ул һаман да бала күңелле. Бала саҡта беҙҙе тиң күреп шаярып, уйнап ала торғайны, уның менән бергә эшләүе лә, һөйләшеүе лә күңелле. Хәҙер ейәнсәре менән үҙен шулай тота. Икенсенән, уға сәхнә кешеһенә хас булмаған бер сифат хас: күп һөйләмәй. Һәр һүҙен уйлап, аңлап әйтә. Хатта беҙгә тауыш күтәргәнен, ҡысҡырғанын хәтерләмәйем. Әммә уға ихтирам һәм хөрмәт тойғоһо тәрбиәләнгән, ярамаған эш ҡылһам, һаман да бер аҙ шөрләйем. Элек ҡайыш эләккән мәлдәр ҙә булды.

– Оло бала булараҡ, һиңә ҡарата талаптар ҙур булдымы?
– Эйе. Был күренеш һәр ғаиләлә күҙәтеләлер. Минең өсөн был һәйбәт һабаҡ, тәрбиә булды, ҡустыларым өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫтем. Талаптарға килгәндә, атайым менән әсәйем беҙгә ҡулдарынан килгәнсә яҡшы тәрбиә бирергә тырышты. Алдашмаҫҡа, ололарҙы хөрмәт итергә, яманды яҡшынан айырырға өйрәттеләр. Матур тормош өсөн нигеҙ һалынған. Ә артабан йәшәгәндә ниндәй принциптар һайлау үҙ ҡулыбыҙҙа. Шулай ҙа уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышам. Алдан әйтеп үткәнемсә, элек шаян булдым, әммә ул тәртипһеҙлек түгел ине.

– Атай йортона йыш ҡайтаһыңмы?
– Эш араһында әллә ни ваҡыт табып булмай. Аҡъярҙы яратам, һағынам, әммә ҡайтыу­ҙың оло бер мәшәҡәте бар: Өфөнән бигерәк алыҫ. “Пилорама”, “Еңмеш” фильмдарын Хәйбуллала төшөрҙөм, бер нисә ай буйы атай йортонда булып, танһыҡты ҡандырып килдем.

– Киләсәктә Өфөлә ҡалырға уйлайһыңмы, әллә Санкт-Петербург үҙенә тартамы?
– Был турала артыҡ уйланғаным юҡ, ҡыҙым уҡырға барғансы өс йыл ваҡытым бар. Уға тиклем төпләнер урынды асыҡларға кәрәк буласаҡ, уйлармын. Әлегә пландарым Өфө менән бәйле.

– Өйләнеүеңә атай-әсәйең ҡаршы булманымы?
– Мин Анастасия менән өйләнгәнгә ҡәҙәр ун йыл буйы дуҫлашып йөрөнөм. Атай-әсәй­ҙәребеҙ бала саҡтан беҙҙе бергә күреп өйрәнгәйне инде. Ҡатыным Санкт-Петербург ҡалаһынан, тиһәм, беҙҙе уҡыған саҡта та­ныш­ҡан, тип уйлайҙар. Әммә беҙ Аҡъярҙа, дискотекала таныштыҡ, тәү ҡараштан тоҡанған һөйөү хисе һаман да һүнмәй, һүрелмәй. Уның атаһы Хәйбулла районынан, башҡорт. Йыш ҡына ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөнөләр. Минең Санкт-Петербургҡа уҡырға барыуыма Анастасия сәбәпсе булды, тип әйтә алам. Оҙон-оҙон хаттар яҙышып, телефондан һөйләшеп арығайныҡ инде, бергә булырға теләк ҙур ине, мин юғары белем алыу өсөн ВГИК-тан баш тартып, уның янына киттем. Уңыштарым менән ҡатыныма рәхмәтлемен. Тәүлектең 24 сәғәтен кино тураһындағы уйҙар менән үткәрәм: нимә, кемде, нисек, ҡайҙа төшөрөргә – шул турала баш ватам. Ә бала тәрбиәләү, йортто ҡарау кеүек мәшәҡәттәрҙе ул үҙ өҫтөнә алған. Һөнәре буйынса инженер, әммә әлеге ваҡытта минең ярҙамсым булыуҙы өҫтөн күрҙе. Ҙур ҡалала тыуып үҫһә лә, Өфөгә ҡайтыуҙан баш тартманы, хатта Аҡъярға йәки Әбеш ауылына ҡайтып йәшәргә уйлаһам да минең янымда буласаҡ. Өс йәшлек Айлин исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ.

– Атайың тураһында фильм төшөрөр инеңме?
– Ниндәйҙер ролде ҡарағанда, әлбиттә, уның образы күҙ алдына килә, шулай ҙа уны фильм төшөрөрлөк шәхес итеп ҡабул итмәйем. Бәлки уның йырҙарына мөкиббән китеүсе, кумир итеп күреүсе режиссер булһа, төшөрөр. Ә шәхестәрҙән Зәки Вәлиди образы күңелемә яҡын. Уның тураһында ҡапма-ҡаршылыҡлы төрлө фекер ишетергә тура килә, бәхәстәр бар. Шул уҡ ваҡытта уның яҙмышындағы трагедия хаҡында көслө фильм төшөрөргә була.

– Үҙеңде, атайыма оҡшағанмын, тип әйтә алаһыңмы?
– Холҡомда, ҡыланыштарымда уның һыҙаттары бар. Ҡиәфәтемде лә таныштар, туғандар уныҡына оҡшата. Уларға ситтән нығыраҡ күренә бит. Ә мин уға оҡшатһалар, шатмын. Атайым бит.

Сығыу ваҡыты 18-09-2015, 10:56 | Ҡаранылар: 1488
|
  • Банк белгесе, йырсы, гимнаст, сибәр ҡыҙ йәки Милена Зарипованың ниндәй һөнәрҙәре бар?
  • Бер ғаиләлә – дүрт актер
  • Үҙ һүҙле Марс һәм талапсан Салауат Итбаевтар йәки Улын кеше итер өсөн Салауат ағай нисә тапҡыр ҡулына сыбыртҡы алған?
  • “Атайым миҫалында белем һәм тырышлыҡ менән ниндәй үрҙәргә өлгәшеп булғанын күреп үҫтем”
  • Балет–көслө рухлылар һөнәре
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM