НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Әсә һәм ҡыҙ – ике актриса

Әсә һәм ҡыҙ – ике актриса


Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Аида Күлбаева-Әхмәтова башҡар­ған характерлы образдары менән күптән инде үҙ тамашасыһын тапҡан. Сәхнә – уның ҡанында, йәшәйешендә, тип әйтергә була. Сөнки әсәһе лә сәхнә кешеһе – Сибай башҡорт дәүләт драма театры примаһы, Башҡортос­тан­дың халыҡ артисы Зифа Баязитова.

– Ябай кешеләр күп ваҡытта сәхнә кешеһенең тормошон аңлай алмай. Әсәйемә, ябай ауылда, ябай ғаиләлә үҫкән ҡыҙға, артист булып китеүе ауырға тура килә. Миңә ул яҡтан күпкә еңелерәк. Тәү сиратта һөнәремде аңлаған әсәйем һәм игеҙәгем Әлиә бар.


– Нисә йәш булғандыр, хәтерләмәйем, әсәйемде “Ҡара сәскәләр” драмаһындағы һуҡыр ҡыҙ Амаль роле менән сәхнәлә тәүге тапҡыр күрҙем. Тап ошо мәлдә ул минең өсөн иң матур һәм талантлы ҡатын-ҡыҙ булып күңелемә уйылып ҡалды. Әсәйем булмаһа, был донъя­ла йәшәүемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ҡыуа­ныслы ваҡиғаларҙа ла, ауыр хәлдәрҙә лә иң тәүҙә уға шылтыратам, унан кәңәш һорайым.

– Артист ҡыҙы булыу ауырмы? Бала сағың нисек үтте?
– Ғаиләлә игеҙәк йәки апалы-һеңлеле ҡыҙҙарҙың булыуы һәйбәт. Был яҡтан бик бәхетлемен: игеҙәгем Әлиә бар. Әрләшһәк тә, һүҙгә килһәк тә, бер-беребеҙгә терәк булып, дуҫ йәшәнек. Уның менән сәхнә арты тормошоноң күңелле ваҡиғаларын да, ауырлығын да, матурлығын да күреп үҫтек. Оҙайлы гастролдәр ваҡытында әсәйемдең туғандарында йәшәнек. Улар – бер туған ете бала, барыһы ла Башҡортостандың көньяҡ райондарында йәшәй. Шуға күрә, беҙ йөрөмәгән балалар баҡсаһы, уҡымаған мәктәп ҡалманы, тип көлөшөп тә алабыҙ. Тик был мәшәҡәттәрҙе ғәҙәти хәл тип ҡабул иттек. Ҡайһы бер йылдарҙа әсәй гастролгә беҙҙе лә алып сыға торғайны, ярты Башҡортостанды тап шул саҡта уҡ күреп белдек. Пермь крайына ла барырға тура килде. Үҫә килә, әсәй­ҙең оҙайлы сәфәрҙәре ваҡытында икәүләшеп кенә донъя көттөк, үҙаллы булып үҫтек. Тормошта үҙ һөнәребеҙҙе, күңелгә яҡын шөғөлдө эҙләп, Әлиә менән ниндәй генә түңәрәктәргә йөрөмәнек. Бейеү, гитара, һынлы сәнғәт, ҡул эштәре, йөҙөү менән шөғөлләндек, йәш экологтар ойошмаһына йөрөнөк. Ваҡыт менән бергә ул ҡыҙыҡһыныу­ҙар ҙа үтте, 9-сы кластан һуң бейеү менән генә шөғөлләндем. Хатта, театр бүлегенә уҡырға инә ал­маһам, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының бейеү бүлегенә уҡырға барырға тигән маҡсат та бар ине.

Әсә  һәм  ҡыҙ –  ике актриса– Бала саҡта берәй спектаклдә уйнарға тура килдеме? Сәхнәгә ҡасан тартыла башланың?
– Бер тапҡыр ғына бөтә театр артис­тарының балалары менән “Башҡорт ту­йы” драмаһында күмәк сәхнәлә ҡатнаштыҡ. Арыҫлан Йән­бәков, Ирек Дәүләтбаев, Алиса Мостафина, хатта Рәмилә апай Сәлим­гә­рәеваның йәше лә тулмаған ҡыҙы Айһылыу ҡатнашты унда. Фотолар һаман да ғаилә архивында һаҡлана. Ә актриса булыу хаҡында 15 йәштәрҙә генә уйлана башланым. Уға тиклем уҡытыусы йәки ветеринар булырға хыялландым. Йәнлектәрҙе яраттыҡ, Әлиә хатта студент йылдарында ла балыҡ, алйырҙан тотто. Театр факультетына уҡырға барыр­ға теләк белдергәс, әсәй беҙгә: “Ауыр буласағын аңлайһығыҙ, үҙегеҙ күреп үҫтегеҙ. Аңлы рәүештә бараһығыҙ икән, минең йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ!”– тине. Мин һаман да уның һүҙен тоторға тырышып йәшәйем, үҙемә үҙем юғары талаптар ҡуям. Зифа Баязитованың ҡыҙы насар актриса булырға тейеш түгел.

– Әсәй булараҡ, Зифа апай­ҙың характерындағы иң күркәм ниндәй өс һыҙатты билдәләп үтер инең?
– Тәү сиратта ул – сабыр һәм түҙемле кеше. Атайыбыҙ мәрхүм булып, тол ҡалғас, ул беҙҙе, өс баланы, яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы, белем алыр­ға ярҙам итте. Йәшләй генә ағайыбыҙ ҙа яҡты донъя­нан китеп барҙы. Яҙмыштың ошондай ауыр һынауҙары алдында ла ул бөгөлөп төшмәне, үҙендә йылмайып йәшәргә көс тапты. Икенсе сифаты – беҙҙең өсөн өҙөлөп тороуы. Әсәйҙең әрләгәнен хәтерләмәйем. Беҙ – яратылып үҫкән балалар. Шул уҡ ваҡытта тыңлаусан һәм әҙәпле булып үҫтек. Унан бер аҙ ҡурҡа ла торғайныҡ.
Һәм тағы ла уның унған хужабикә булыуын билдәләр инем. Әсәйем ҡул эшенә оҫта: бәйләй ҙә, тегә лә, сигеү менән дә мауыға. Баҡсаһы уңа, ә бешергән аш-һыуы телеңде йоторлоҡ тәмле була. Ҡыш­ҡы­лыҡҡа әҙерләгән ҡайнатмалары һәм салаттары өс ғаиләгә етә. Алтмышты үткән ҡатын, тип уны бер кем дә әйтә алмаҫ, һәр ваҡыт эш менән мәшғүл.

– Ҡыҙың Ләйләнең сәхнә кешеһе булыуын теләйһеңме?
– Эйе. Был минең иң ҙур хыялдарымдың береһе. Әле­гә ул яҙыу менән мауыға: бәләкәй генә пьесалар, әкиәттәр ижад итә. Дра­матург йәки, атаһына оҡшап, режиссер булһа ла, ҡаршы түгелмен.

– Үҙеңдең ижадыңда уңышлы, уңышһыҙ һәм хыял иткән ролдәр бармы?
– 2001 йылда уҡыуҙы тамамлағас, биш ай ғына Сибай театрында эшләп өлгөрҙөм, республика Милли йәштәр театрының ул ваҡыттағы баш режиссеры Байрас Ибраһимов Өфөгә эшкә саҡырҙы. 14 йылда төрлө пландағы, төрлө характер­ҙағы 30-ҙан ашыу ролде сәхнәгә сығарҙым. Улар араһында, әлбиттә, уңышлылары ла, насарҙары ла бар. Театрға килгәс тә Айһылыу Йәғә­фәрованың балалар өсөн ҡуйылған “Артыҡбикә” әкиәтендәге төп ролде тапшыр­ҙылар. Тәжрибәле, популяр актерҙар араһында оялдым, ҡаушаным, нисек кенә ты­рыш­һам да, ролгә инеп китә һәм образды аса алманым. Нисек уйнағаным иҫемә төшһә, хәҙер ҙә оят булып китә. Ғөмүмән, сәхнәлә оялыуҙы, тулҡынланыу­ҙы, үҙ-үҙеңде еңеүе ныҡ ауыр. “Чипол­лино” әкиәтендә егеттәр етмәү сәбәпле, һаҡсы ролен миңә бирҙеләр. Ир-ат булып уй­науы нисек ауыр икәнлеген үҙ тәжрибәмдә һынаным.
Ә уңышлы рол­дәрем тип Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектаклендәге Гөлнур һәм Сыңғыҙ Айыт­матовтың “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт” әҫәренән Әсә ролдәрен әйтә алам. Был спектаклдәрҙе көтөп алам, оҙаҡ булмай торһа, һағынам. Декрет ялына киткәс, Гөлнур ролен Илгизә Ғилмановаға тап­шыр­ҙылар. Тәүҙәрәк ролемде ҡыҙғанып, илай торғайным.
Классик типтағы ролдәр тура­һында хыялланам. Баш­ҡорт әҙәбиәтенән Тәңкәбикә, донъя кимәленән Леди Макбет һәм Кармен образдарын, бәлки, ҡасан да булһа сәхнәгә сығарырға тура килер, тигән өмөт менән йәшәйем.

– Ике актриса – әсәй менән ҡыҙ бер-береһен тәнҡитләйме?
– Спектаклдәрҙе әсәйем ҡарарын белһәм, ныҡ тул­ҡынланам. Ул уйнағанымды бер ваҡытта ла тәнҡитләмәй, нимәлер килеп сыҡмаһа, аҡларға тырыша, кәңәштәр бирә, уңышлы ролдәр өсөн ҡыуана. Икебеҙҙе лә яҡшы белгән кешеләр, әсәйеңә оҡшағанһың, ти. Был минең өсөн иң ҙур баһа. Сөнки ул – минең өсөн эталон, өлгө. Уның башҡарыуындағы иң яратҡан образ – “Баш­ма­ғым” комедияһындағы Йы­һан ҡарсыҡ. Тамашасы­лар уны ныҡ ярата, ә мин уның ҡыҙы булыуым менән ғорурланам.

– Игеҙәгең Әлиә лә һинең менән бергә Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетын тамамлаған. Уның сәхнә түгел, ә телевидение хеҙмәткәре булып китеүенә үкенәһеңме?
– Үҙен белмәйем, ә мин үкенәм. Үҙенең таланты, һәләте, мөмкинлеге менән актер булып эшләһә, ул ҙур уңышҡа өлгәшер ине. Һәйбәт уҡыны, хатта академияның тәүге курсын тамамлаған мәлдә минең хаҡта, актер була аламы, тигән һорау тыуҙы. Уҡытыусыларым Әлиә менән айырмаҫ өсөн генә мине курста ҡалдырҙы. Уның йырға ла һәләте бар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның яҙмышына сәхнә яҙылмаған, күрәһең. Ә шәхсән үҙем тормошомдо сәхнәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Йәйге ял ваҡытында ирем Мәсәлимдең тыуған яғына, Нальчик ҡалаһына барабыҙ ҙа, Өфөнө һәм театрымды һағынып ҡайтам. Коллега­ларымды яратам. Эштән арып ҡайтҡан кешеләр була бит, ә мин, киреһенсә, театр­ҙан рухи аҙыҡ, энергия алам.

– Тормошоңдо сәнғәт кешеһе менән бәйләүеңә әсәйең ҡаршы килмәнеме?
– Ябай кешеләр күп ваҡытта сәхнә кешеһенең тормошон аңлай алмай. Әсәйемә, ябай ауылда, ябай ғаиләлә үҫкән ҡыҙға, артист булып китеүе ауырға тура килә. Миңә ул яҡтан күпкә еңелерәк. Тәү сиратта һөнәремде аңлаған әсәйем һәм игеҙәгем Әлиә бар. Мәсәлим миңә тәҡдим яһағас (Милли йәштәр театрының рус труппаһы режиссеры – авт.), кейәүгә сығыуыма әсәйем аңлы рәүештә: “Бер-берегеҙҙе аң­лап, ауырлыҡтарҙы уртаҡ күтәреп йәшәүе еңел булыр”, – тип ризалығын бирҙе, хатта шатланды. Сөнки Әлиә тап ире риза булмаған өсөн театр­ҙа эшләмәй. Мәсәлим үҙе лә тыныс холоҡло кеше, әсәйем менән тиҙ уртаҡ тел тапты.

– Күптәр һине “Һылыуҡай” конкурсы еңеүсеһе булараҡ хәтерләй. Был бәйгегә нисек килдең һәм хәҙерге һылыу­ҡайҙар менән ҡыҙыҡһынаһыңмы?
– Кемдәр хәтерләй икән? (көлә). Уны үҙем дә онота башланым инде, дөрөҫөрәге, оноторға ҡуштылар. 1994 йылда ғаилә менән “Талҡаҫ” ял йортона барғайныҡ, ойош­тороусылар “Талҡаҫ һылыуы” конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итте. Ике көндә әҙерләнеп (бында ла әсәйем ныҡ ярҙам итте), еңеү яуланым. Икенсе йы­лында ҡала кимәлендә үткән “Сибай һылыуы” һәм “Сул­пан” балалар театры ойош­тор­ған “Сулпан йондоҙо” бәйгеләрендә көсөмдө һынамаҡсы булдым һәм икеһендә лә еңеүсе тажын кейеү бәхете тейҙе. 1996 йылда мәҙәниәт бүлегенән Сибай данын яҡлар өсөн республика кимәлендәге “Һы­лыуҡай” матурлыҡ бәйгеһенә ебәрҙеләр. Ул ваҡытта конкурста ҡатнашыу, еңеү яулау үҙемә ниндәй ҙур йөкләмә һалғанын йәшлек менән аңлап та етмәгәнмен. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй кимәлендәге конкурс­тарҙа ла ҡатнашыу теләге булды. Тик, Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға ингәс, курс етәксеһе Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова ла, башҡа уҡытыусылар ҙа, һылыуҡай икәнеңде онот, тине. Ысын­лап та, һәйбәт актер булыу өсөн уҡыуҙы өҫтөн ҡуйыу мөһимерәк ине. Фотосес­сияларға саҡырҙылар, ке­йемдәр күрһәтеүгә лә тәҡдимдәр алдым, баш тартыуы тәүге осорҙа ҡыйын булды, аҙаҡ өйрәнеп киттем. Әммә үкенмәйем, модель булараҡ юғары маҡсаттарға өлгәшә алмаҫ инем.
Хәҙер матурлыҡ конкурс­тары менән ҡыҙыҡһынмайым, иң һуңғы ҡараған бәйгелә Алтынай Ибраһимова еңеү яуланы. Ул 2005 йылда булды шикелле. Мине театр сәнғәте үҙенә йотто, хәҙер ошо өлкәләге яңы исемдәр менән генә ҡыҙыҡһынам.

Гөлнур ҠЫУАТОВА
әңгәмәләште

Сығыу ваҡыты 10-07-2015, 10:52 | Ҡаранылар: 863
|
  • Бер ғаиләлә – дүрт актер
  • “Тырышһаң, һәр эште атҡарырға була” йәки Осраҡлы һайланған һөнәр
  • Үҙ һүҙле Марс һәм талапсан Салауат Итбаевтар йәки Улын кеше итер өсөн Салауат ағай нисә тапҡыр ҡулына сыбыртҡы алған?
  • Актер, йырсы, шәп атай йәки Фәтих Ҡолһарин ни өсөн Салауатта эшләй?
  • Йәштәр театры тәҡдим итә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM