НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Былау ашап, өрөк һурып... ҡына йәшәйме икән үзбәктәр?

Былау ашап, өрөк һурып... ҡына йәшәйме икән үзбәктәр?


Баш ҡалабыҙҙа июль башында үтәсәк ҙур йыйынға йылдам үҫешеүсе биш ил – БРИКС (Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы) һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ҡараған алты ил (Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан) вәкилдәре килеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Иң тәү сиратта был беҙҙең өсөн Башҡортостанды танытыу мөмкинлеге. Йәшерен-батырыны юҡ – республиканы әлегә ситтә беҙ теләгәнсә яҡшы белеп етмәйҙәр шул. Ә бит Башҡортостандың ғорурланырлыҡ нәмәләре күп. Төйәгебеҙ ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙартмаясаҡ. Быға тулыһынса ышанырға була.
Түбәндә һүҙ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының бер дәүләте – Үзбәкстан хаҡында.

Ҡунаҡтарға күрһәтерлек, аҫабалар ғорурланырлыҡ

Үзбәкстандың баш ҡалаһы атамаһын беҙҙеңсәгә “түңкәргәндә”, таш ҡала тигәнде аңлата икән. Тянь-Шань тауҙары ҡул һуҙырлыҡ ерҙә генә күренеп тора, ти. Күп быуаттар буйы Таш­кент сауҙа юлдары үҙәге булған. Бөйөк Ебәк юлынан үтеүсе сауҙагәрҙәр Шаш ҡа­лаһы аша йөрөүҙәрен белдергән. Ташкент борон тап шулай аталған. Ҡытайҙар ҡаланы Юни тип атаған. VIII – XI быуаттарҙа Бинкентҡа әйләнгән. Шулай, төрлөсә үҙгәреп, бөгөнгө рәүешенә килеп еткән инде. Хатта 1966 йылда ер тетрәүҙән тулыһынса тиерлек емерелгән дә булған, әммә әллә мөғжизәме, әллә халҡының егәрлелегеме (СССР халҡы ла ярҙам иткән) – Ташкент 10 – 15 йылда өр-яңынан төҙөлгән. Шулай ҙа боронғоһо бигүк емерелмәй һаҡланған, Иҫке Шәһәр тип йөрөтөлгән өлөшө туристарҙы саҡырып тора. Мәҙрәсә, мәсеттәр, кәшәнәләр XIV – XVI быуаттарға ҡарай. Мосолман ғибәҙәтханалары ғына тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, бында бер нисә православие ҡорамы, ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, хатта католик костелы ла бар. Был яҡтарҙағы етәкселәр һәр ваҡыт төрлө дингә лә тигеҙ ҡарай белгән тиергә була.
Туристар күбеһенсә Ташкенттан 80 саҡрым тирәһендә урынлашҡан Чимган тауҙарына килә. Тянь-Шандең көнбайышындағы тау һырты саңғысылар, альпинистар өсөн бик уңайлы. Ҙур Чимган тауының бейеклеге өс километрҙан саҡ ҡына артыҡ.
Йәнә бер боронғо ҡала – Сәмәркәнд тә Үзбәкстандың ғорурлығы. Уны, Рим менән тиңдәш, тиҙәр. Заманында Александр Маке­донский ғәскәре уны теҙ сүктереп, ер менән тигеҙләп киткән тиерлек. Әммә ҡаланы әҙ генә ситтәрәк тағы төҙөп ултыртҡандар. Төрлө шаһтар, төрлө батшалар яулаһа ла, Сәмәрҡәнд төбәктәге әһәмиәтле ҡала булып ҡалған. Бында донъялағы иң матур майҙан урынлаш­ҡан. Әл Регистан – XV – XVII быуаттар ҡомарт­ҡыһы. Мөһабәт биналар, манаралар, мавзолейҙар уратҡан был урын тарихи бер музейҙы хәтерләтә. Ҡояш сыҡҡан мәлдә айырыуса хайран ҡалырлыҡ тамаша була икән. Ғөмүмән, Сәмәрҡәнд боронғо биналары менән һушты ала. Хас та әкиәттә йөрөгән кеүек булаһың, тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша унда барып ҡайтыусылар. Үҙенсәлекле итеп биҙәлмәгән бер генә лә бина юҡ икән. Хәҙерге архитектура нимә генә инде?!
Бохара тураһында ла ишеткәнебеҙ бар. Уны “Ислам донъяһы йондоҙо” һәм “Урта Азияның изге ҡалаһы” тип атайҙар. Урта быуаттарҙа бында 360 мәсет һәм 80 мәҙрәсә булған. Бер ҡалала! Әле 140-тан ашыу архитектура ҡомарт­ҡыһы һаҡланған.
Ҡала-ҡурсаулыҡ Хиуала (Хива) ла боронғоноң иҫ киткес эҙҙәре күп. Тау менән уратылған Термез ҡалаһы тирәһендә һаман өйрәнеп бөтмәгән мәмерйәләр, шахталар, тау ҡыуышындағы боронғо ҡалалар бар.
Ҡыҫҡаһы, Үзбәкстандағы тарихи урындар тураһында һөйләү генә әҙ, уларҙы барып күреү кәрәк, тип ымһындыралар. Совет осоронда бер мәл, “өрөклө яҡ” тип, бик күптәр юлланды бит шунда. Юҡҡа түгелдер. Тик хәҙер, барыбер ҡан тарта, тип үҙебеҙгә ҡайтырға ашҡыналар, бәғзеләр генә моратына ирешә ала.

Иҡтисады, бәйләнештәре

Республиканың төп сәнәғәт потенциалы ер (иген, йәшелсә-емеш, дөгө, кукуруз сәселә) һәм мамыҡ эшкәртеүгә ҡайтып ҡала. Әммә уның менән генә туҡталмайҙар, металлургия, автомобиль эшләү, химия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте, төҙөлөш материалдары етештереү ҙә мөһим тармаҡтарҙан һанала.
2010 йылда илдең эске тулайым продукты – (ВВП) 8,5 процентҡа артҡан.
Күрһәткестәргә туҡталғанда, түбәндәге һандарҙы миҫалға килтерергә була: алтын запасы буйынса Үзбәкстан, Рәсәй, АҠШ, Көньяҡ Африка Республикаһынан ҡала, донъяла дүртенсе урында тора.
Мамыҡ етештереүҙә – иң алдынғы бишәү исемлегендә. АҠШ, Ҡытай, Һиндостан, Үзбәкстан, Пакстан өлөшөнә донъяла етештерелгән мамыҡтың 65 проценты тура килә.
Уран запасы буйынса ил донъяла етенсе урынды биләй. Баҡыр запасы һәм уны табыу, шулай уҡ тәбиғи газ сығарыу буйынса – иң алдынғы унау рәтендә.
Үзбәкстан менән Башҡортостан яҡшы мөнәсәбәттә. Сауҙа бәйләнештәре лә ярайһы ғына. Беҙҙән үзбәктәргә дизель яғыулығы, ҡорос сым-арҡандар, тростар, синтетик каучук, ағас эшкәртеү һәм химия продукцияһы, нефть промыслаһы ҡорамалдары, насостар, быяла, арыш һатылһа, уларҙан “Daewoo” автомобиле, уға запас частар, эшкәртелмәгән цинк, полиэтилен кеүектәр килә.
2012 йылда Башҡортостанға 359,2 мең долларлыҡ Үзбәкстан инвестицияһы ингән.
Бәйләнештәр мәҙәниәт өлкәһендә лә үҫтерелә.

Әбүғәлисина үзбәк икмәге ашарға ҡушҡан...

Үзбәк аш-һыуы, башҡорттарҙыҡы кеүек үк, бик бай. Ҡайһы бер рецептар быуаттар төпкөлөнән килә. Хатта, меңләгән боронғо ризыҡ төрө бар, тип маҡтаналар.
Былау, ҡыҙҙырылған ит, ҡамыр аштарын илдең төньяғында йыш ҡулланһалар, көньяҡтараҡ дөгө, йәшелсәләрҙән ҡатмарлы аш-һыу әҙерләргә күнеккәндәр. Ҡаҙан-плита тирәһендәге ҡатын-ҡыҙға Алла ярҙам бирһен инде.
Һәр өҫтәлдәге төп ризыҡ – икмәк. Көлсә һымаҡ бешерелә үзбәк икмәге. Оби-нон менән патыр тигәндәре айырыуса таралған. Иң тәмле көлсә-икмәкте Сәмәрҡәндтә бешерәләр икән. Төрлө райондарҙа үҙ рецептары. Урта быуаттарҙа йәшәгән арҙаҡлы табип Әбүғәлисина (Әбү Ғәли ибн Сина – Авиценна) күп сиргә ҡаршы торор өсөн үзбәк икмәген ашарға тәҡдим иткән. Бына бит нисек!
Ә инде былау тураһында һүҙ сыҡҡанда, урындағылар хатта риүәйәттәр һөйләргә тотона. Боронғо ажар яугир Аҡһаҡ Тимер, Тамерлан, үҙе уйлап тапҡан ти ҙә баһа уны! Әммә тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә (үзбәктәр үҙ ризыҡтарын нисек өйрәнә?!), былауҙың тарихы Аҡһаҡ Тимергә тиклем үк булған. Ғәҙәти көндәрҙә – ябайыраҡ, байрамдарҙа үтә тәмләп, был ризыҡты, бисмиллалап, ир-ат ҡына бешерә икән. Илдең милли аш-һыу “йөҙө” һанала бит.
Һурпалы аштар ҙа таралған бында. Уны нимәнән генә бешермәйҙәр! Ҡулға килеп эләккән һәр ризыҡ ҡаҙанға төшөп яталыр. Үзбәктәр ҙә, беҙҙең башҡорт һымаҡ, ит ярата. Лағман, дымлама тигәндәре беҙҙең яҡтарға ла килеп еткән.
Ҡамыр аштарын бер табында әллә нисәмә төрлөһөн сығаралар. Беҙҙең ҡош теле, бауыр­һаҡ, сәк-сәк кеүек тәмлекәстәре лә бар. Ҡунаҡтарҙы мотлаҡ самса менән дә һыйлайҙар. Үзбәк хәлүәһен әҙерләүҙең генә лә 45-тән ашыу ысулы бар, имеш.
Нимә-нимә, ә емештәр Үзбәкстанда кү-үп! Туристар әйтеүенсә, улар тәбиғи хуш еҫле һәм теләһә ҡайһы емеште телде ниһәң, тирә-йүн шуның еҫенә тула.
Донъялағы иң татлы ҡауын да ошонда икән. Ҡоро тупраҡ, йыл дауамында ярайһы ҡыҙҙыр­ған ҡояш шундай тәм бирә, ти.
Үзбәктәрҙең нисек сәй эсеүен һөйләп тормаһаҡ та булалыр. Сәйгә ин, тип күршеһен саҡырып, өҫтәл һығылдырып әҙерләнгән башҡорт табындарынан айырылмай тиерлек. Шуныһы бар: йәшел сәй киң таралған. Күк сәй тип, шуны һемерәләр. Йыш ҡына сәйгә төрлө үлән ҡушалар. Райханлы (базилик) сәй, боросло сәй, зәғәфуранлы (шафран) сәй бар. Мәтрүшкәләре генә юҡ.

Ҡыҫҡаса белешмә

Үзбәкстан – элекке СССР-ҙың ҡояшлы республикаһы. Хәҙер, йәғни 1991 йылдан ул бойондороҡһоҙ, үҙаллы демократик ил. Баш ҡалаһы – Ташкент.
Дәүләттең климаты тураһында әйтеп тормаһаҡ та, күҙ алдына килтерәһегеҙҙер – күпселек “йылы яҡ”тағыса, йәй эҫе һәм ҡоро, ҡыш әҙ ҡарлы һәм ҡыҫҡа. Яуым-төшөмдө бигерәк тә сүллек тирәһендә көтәләр, ә ул ашыҡмай. Урман республиканың бөтә биләмәһенең ике процентын ғына тәшкил итә.
Әйткәндәй, Үзбәкстандың дөйөм майҙаны – 447,4 мең квадрат километр. Барлығы 29 миллиондан ашыу халыҡ йәшәй. Баш ҡалаһы халҡы – 2,3 миллион.
Башҡортостандағы кеүек үк, бында ла йөҙҙән ашыу милләт көн итә. Үзбәктәрҙән (71,4 процент) ҡала, рустар (8,3), тажиктар (4,7), ҡаҙаҡтар (4,1), ҡарағалпаҡтар (2,1) килә.
Үзбәкстан составында Ҡарағалпаҡ автономиялы республикаһы, тағы 12 өлкә – виләйәт бар.
Төп сауҙа партнерҙары – Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Көньяҡ Корея, Төркиә.

Әйткәндәй

Үзбәктәр донъяла төрки телле халыҡтар араһында һаны буйынса өсөнсө урында тора. Тәүге икәү – төрөктәр һәм әзербайжандар.
Үҙәк Азиялағы иң бейек телебашня – Ташкентта. 1985 йылда төҙөлгән ҡоролманың бейеклеге – 375 метр. Донъяла иһә бейеклеге буйынса 11-се урында билдәләнгән.
Тағы бер үҙенсәлеге – Үҙәк Азиялағы берҙән-бер метро ла ошо илдә. 1977 йылда баш ҡалала төҙөлгән ул. Һәр бер станцияһы – сәнғәт әҫәре, тип үк ебәрә урындағылар. Мәрмәр, быяла, алтын ялатылған, һыланған материалдарҙан төҙөлгән метро бик таҙа ла икән.
Үзбәкстан донъяла йәнә бер яғы менән айырыла: уның бөтә күрше илдәренең атамаһы “стан” менән тамамлана.
Ташкенттағы барлыҡ урам автобустары “Мерсе­дес” маркалы.
Үзбәкстандың баш ҡалаһы бигүк газлы түгел. Шуға ла бында төндә йондоҙҙар асыҡ күренә.
Был дәүләттә, баҡһаң, иң яҡшы эш хаҡы түрәләрҙеке һәм милицияныҡы икән. Милиция хеҙмәткәрҙәре бик күп.
Һуңғы ваҡытта бында рус телмәре үтә һирәк ишетелә. Алтаҡталарҙан, урамдарҙан да был тел юҡҡа сыҡҡан.
Ташкент уртаһында транспорт йөрөмәгән урам бар. Унда сувенирҙар менән һатыу итәләр, шунда уҡ һүрәт төшөрәләр. Бөтә нәмә туристарға иҫәпләнгән. Ә инде ситтән килгәнеңде белһәләр, барлыҡ тауар хаҡы икеләтә-өсләтә артып китә. Иң яҡшыһы: эргәңдә яҡшы таныш үзбәк дуҫың булыу.

Сығыу ваҡыты 15-05-2015, 12:25 | Ҡаранылар: 444
|
  • Башҡортостан флагының сувенир төрөн Ҡытай ҙа сығара
  • Киң билдәле археология ҡомартҡылары
  • Өс һөйләм менән
  • Өс һөйләм менән
  • Өс һөйләм менән
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM