НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Йырҙарыма ҡайтам…”

“Йырҙарыма ҡайтам…”


 “Йырҙарыма ҡайтам…”Рәми Ғарипов... Был исем халҡыбыҙҙың теленән төшмәй, халҡыбыҙ ысын мәғәнәһендә үҙ шағирын ҡәҙерләй, ололай
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнап сығарылған “Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады” тип аталған баҫмаға, ижадсының үлемһеҙ әҫәрҙәре менән бергә, көндәлектәренән өҙөктәр, автографтары, замандаштарының бағышлауҙары, архив документтары, ғаилә альбомынан алынған фотоһүрәттәр тупланған. Әҙәбиәт йылы уңайынан, уҡыусыларҙы һөйөклө шағирыбыҙҙың тормошо һәм ижады менән таныштырыу маҡса­тында Бөгөлмә ҡалаһында китаптың исем туйы ойошторолдо.
Кисә барышында шағир ижадына арнап сығарылған китап буйынса әҙерләнгән слайд-презентация күрһәтелде. Рәми Ғариповтың “Туған тел”, “Һабантурғай”, “Йүрүҙән”, “Таш сәскә”, “Әсәм ҡулдары” шиғырҙарын “Шатлыҡ” балалар вокаль ансамбле ҡыҙҙары аһәңле итеп яттан һөйләне. Кисә “Ихлас” халыҡ фольклор ансамбле йырсыларының йырҙары менән үрелеп барҙы. Айырыуса “Бөркөт” егеттәр вокаль ансамбле башҡарыуында “Гөлнәзирә” һәм Ришат Ғабдрахманов башҡарыуында “Элмәлек” башҡорт халыҡ йырҙары тамашасылар күңеленә хуш килде.
Миәкә районы егете, Техника йортоноң “Наҙ” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе, үҙешмәкәр композитор Ринат Мин­һажевтың өҙҙөрөп ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, баянда уйнауын халыҡ йылы ҡабул итте. Илеш районы егете Илгиз Нуриевтың, Ишембай районы ҡыҙы Гөлшат Вәлиеваның моңло йырҙары ла йәм өҫтәне. Кисә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан яңы китаптарға күҙәтеү менән тамамланды.

Әлфирә ӘҒЗӘМОВА.
Татарстан Республикаһы,
Бөгөлмә ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 15-05-2015, 12:22 | Ҡаранылар: 444
|
  • Шәхестәребеҙ менән бәхетлебеҙ
  • Әҙәбиәт – рухи ҡеүәт
  • Рәмиҙең исеме үлемһеҙ!
  • "Назар Нәжми. Тормошо һәм ижады"
  • Ғәли Хәмзин исемендәге конкурс үткәреләсәк
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM