RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Хыялдар артынан еләм”

15.05.2015 “Хыялдар артынан еләм”

“Хыялдар артынан еләм”Ике йыл элек Юнир Һағынбаев менән Иҙел Нурғәлиндың уртаҡ концертын ҡарау бәхете тейгәйне. Моңло тауыш, матур йырҙарынан тыш, үҙҙәрен сәхнәлә тотоуы, зауыҡлы кейемдәре, тере аралашыуҙары менән һоҡландырҙы улар. “Их, үҙебеҙҙең башҡорт егеттәре!” – тип һоҡланып, ғорурланып ултырҙым. Күптән түгел Иҙел­дең үҙе менән дә танышырға тура килде. Хәйер, мин уның менән “зәңгәр экран”, сәхнә аша күптән танышмын инде… “Гәлсәр һандуғас – 2008” проектында ҡатнашҡан бәләкәй генә малайҙы (“Рәхмәт йыры” клибында баян артынан башы ғына күренеп тора) һәр кем хәтерләйҙер. Аҙаҡ инде яңынан-яңы моңло йырҙары менән күңелемде яуланы.
Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫкән егеттең йыр-моңға тартылыуы юҡҡа ғына түгел. Ҡасандыр уның әсәһе Ғилмиһан апай йырсы булыу теләге менән Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Әммә армиянан ҡайтҡан һөйгәне Зиннур тәҡдим яһағас, ғаилә тормошон һайлай. Уның тормошҡа ашмаған хыялын, маҡсатын улы Иҙел ысынбарлыҡ итә. Ә балаһының иҫән-һау булыуы һәм сәхнә “йондоҙ”она әүерелеүе – әсә өсөн иң ҙур бәхет.
Иҙел мәктәптә уҡыған саҡта, йырҙан тыш, бер нисә спорт төрө менән дә ныҡлап шөғөлләнә. Үҙен төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнаштырыр өсөн музыка һәм физкультура уҡытыусыларының тартҡылашыуын һаман да хәтерләй.
– Яҙмыш ҡушыуылыр инде – миңә спорт буйынса ла, йыр буйынса ла белем алырға тура килмәне. Уҡыу менән бер рәттән, музыка мәктәбенең баян класында шөғөлләндем. 9-сы класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының йыр бүлегенә имтихандар тапшырырға килдем. Әммә, тауышың өлгөрөп етмәгән, тип документтарымды ҡабул итмәнеләр. Уҡы­тыусымдың кәңәшен тотоп, музыка бүлегенә уҡырға индем. Тәүге йылдарҙа үкенгән мәлдәрем дә булды, ләкин ваҡыт үткәс, был осраҡлы хәлдең дә ынғай яҡтарын күрә башланым. Йыр яҙған саҡта көйҙөң бар нескәлектәрен аңлайым, аранжировкалар эшләткәндә еңелгә тура килә. Училищела – дүрт, сәнғәт академияһында биш йыл баян серҙәренә төшөндөм һәм әлеге көндә ошо һөнәрем буйынса Иҫ­ке Турбаҫлы ауылы мәҙәниәт йортонда музыкант булып эшләп йөрөйөм. Сту­дент йылдары күңелле мәл булып, хәтирәләр генә ҡалдырып, һә тигәнсе үтеп тә китте, – тип хәтирәләре менән бүлеште йәш йырсы. – Интер­нетһыҙ бала сағым һәм студент мәлем һағындыра. Әйткәндәй, ҡатыным Ирина менән сәнғәт училищеһында уҡыған саҡта таныштыҡ. Өс йыл элек ғаилә ҡорҙоҡ, йәш ярымлыҡ Айҙар улыбыҙ үҫә. Ә йырҙан бер ваҡытта ла айырылманым, бала саҡта көҙгө алдында тараҡты микрофон итеп тотам да, сәхнәлә торам тип хыялланып йырлай торғайным. Үҫә килә күңел йыуатыр өсөн генә сәхнәгә сыҡһам, 2008 йылда, барлыҡ ҡыйыулығымды туплап, “Гәлсәр һандуғас” конкурсында ҡатнашып, үҙ-үҙемә, тамашасыларға йырсы булыуымды иҫбатланым. Финалға сығыусы ете йырсы араһына эләгеүем киләсәгемде хәл итте, тип әйтә алам. Әммә әлеге ваҡытта үҙемде билдәле йырсы тип әйтмәҫ инем. Ни бары бала саҡтағы хыялымды тормошҡа ашырыу маҡсатында йырҙар яҙҙырам, концерт­тар­ҙа сығыш яһайым. Эшләйһе эштәр, башҡараһы йырҙар күп әле. Был проект йәш йырсыларға этәргес кенә булып тора. Әммә тормошоңдо йыр менән бәйләргә йы­йын­һаң, башҡаларҙан ғына нимәлер көтөп ултырыу дөрөҫ булмай, үҙеңә йөрөргә, хатта йүгерергә кәрәк.
Иҙелдең тормошонда тағы ла бер осраҡлылыҡ – Башҡортостан­дың атҡаҙанған артисы Вилдан Яруллин менән танышыуы. “Каруан­һарай” студияһы музыканты ауырып китеү сәбәпле, ул үҙе менән Сибай ҡалаһында сығыш яһау өсөн Иҙелде саҡыра. Уның йырға таланты барлығын белгәс, үҙенең төркөмөнә эшкә ҡоҙалай һәм ҙур сәхнәгә юл аса.
– Йырсының уңышлы, билдәле булыу сере нимәлә?
– Кемделер ҡабатларға ярамай. Бөгөнгө башҡорт-татар эстрадаһында күптәр Салауат Фәтхет­динов менән Хәниә Фәрхи булырға тырыша. Уларса ҡыланып ҡына һөйөү яулап булмай, киреһенсә, үҙеңә генә хас булған таланттың үҙенсәлектәрен эҙләргә кәрәк. Икенсенән, төрлө авторҙар, төрлө аранжировка эшләүселәр менән аралашырға кәрәк. Бер ҡалыпҡа һалынған, бер стилдәге йырҙар халыҡты ялҡыта, – тип яуап­ланы Бөрйән егете.
Иҙел сәнғәт юлын һайлағанына үкенмәй. Йырҙар ижад итеүе, сәхнәгә сығып тамашасыларға ял минуттары бүләк итә алыуы менән бәхетле ул. Тағы ла ата-әсәһенең иҫән-һау булыуы, тыуған яҡтарында көтөр кешеләре булыуы менән бәхетле. Шуға ла, бер нисә көн буш ваҡыты табылһа, Бөрйәненә ашҡына. Яҡындары менән аралашып, оло эштәр башҡарғанда ярҙам ҡулы һуҙып, ижадҡа илһам алып килә.
Алдан әйткәнемсә, Иҙел ижадташ дуҫы Юнир Һағынбаев менән ике йыл элек ҙур концерт программаһы менән сығыш яһағайны. Һәм быйыл ул ижадын үҙ итеүсе тамашасыларын тағы ла бер “Эх, йырлап йәшәүҙәре!” тип аталған тамашаға йыя. 16 майҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк концертта Иҙел Нурғәлиндың, популяр хиттарынан тыш, тиҫтәгә яҡын өр-яңы йыры ла яңғыраясаҡ. Венера Юлгилдина, Алина Дәүләт­ханова, Вилдан Яруллин, Юнир Һағынбаев, Таһир Шаһивәлиев, Илдар Хәтмуллин ҡатнашҡан тамашаның ысын мәғәнәһендә йыр-моң байрамы буласағына иманым камил. Яҙ миҙгеленең матур кисендә онотолмаҫ хистәргә, йыр-моңға сорналырға теләүселәрҙе Иҙел үҙенең концертында көтә.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы