НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Күптәр талапсан булыуымды яратмай”

“Күптәр талапсан булыуымды яратмай”


“Күптәр талапсан булыуымды  яратмай”Бөгөн “Йәшлек” тә ҡунаҡта – үҙенең бик күп йырҙары менән халыҡ араһында билдәлелек яулаған композитор, “Юлдаш“ радиоһының музыкаль мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Риф АРЫҪЛАН. Һүҙ “Юлдаш” йыры” проекты, бөгөнгө йыр сәнғәте, йырсылар хаҡында.

Радиола эшләү миңә замандан артта ҡалмаҫҡа ярҙам итә. Үҙемдең йәшем барһа ла, йәштәргә ниндәй йыр, оло быуын кешеләренә ниндәй йырсы оҡшағанын беләм. Композитор булараҡ, күп нәмәне эшемдән алдым. Плагиат тигән төшөнсә минең ижадымда юҡ. Шуға күрә йырсылар: “Һәр йырығыҙ ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле”, – тип, минән йыр алырға тырыша. Үҙемдең тәжрибәнән сығып, йырсыларға ла, композиторҙарға ла йырҙар тыңларға тәҡдим итер инем. Китап уҡымаған яҙыусы һәйбәт әҫәр яҙа алмағандай, йыр тыңламаған кеше лә композитор булып китә алмай.



– “Юлдаш” радиоһының музыкаль мөхәррире булараҡ, радио фондына тапшырыл­ған йырҙарҙы нисек баһалайһың?
– Күп йырсылар, айырыуса йәштәр, йырҙарҙың һүҙҙәрен дә, көйҙәрен дә үҙҙәре яҙа. Шәхсән үҙем быға ҡырҡа ҡаршымын. Сөнки ундай йырҙарҙың кәмселектәре күп була. Әлбиттә, бар яҡтан да килгән талант эйәләре лә осрай, әммә улар һирәк. Бер төрлө көйҙәр, аңлашылмаған, әҙәбиәткә яҡын булмаған һүҙҙәр, аңлайышһыҙ аранжировка, сифатһыҙ яҙмалар – бына шундай ҡот осҡос йырҙар ҙа осрап ҡуя. Ҡайһы бер йырсылар телде белмәй, һүҙҙәрҙе, хәрефтәрҙе баш­ҡортса дөрөҫ итеп йырламай. Йыр тексында башҡа халыҡтарҙың һүҙҙәре осрай. Шиғыр һүҙҙәренә төҙәтмә индерергә, йырҙы сифатлы итеп ҡабаттан яҙҙырырға тура килә.

– Ә радиоға йырҙарҙы кем ҡабул итеп ала?
– Совет осоронда радио һәм телевидениелағы худсовет эше үҙгәртеп ҡороу йылдарында юҡҡа сыҡҡайны. Бер нисә йыл элек “Юлдаш” радиоһына йырҙарҙы ҡабул итеү өсөн махсус комиссияның эше тергеҙелде. Унда билдәле шағирҙар, йырсылар, композитор­ҙар һәм радио хеҙмәткәрҙәре һәр әҫәрҙе тыңлап, тикшереп, үҙ һүҙен әйтә. Йырҙар бары тик уларҙың иләге аша үтә алһа ғына беҙҙең тулҡындар аша тыңлаусыларға барып етә. Радиобыҙҙы меңдәрсә кеше тыңлай икән, яңғыраған йырҙар ҙа зауыҡлы, нескә һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булырға тейеш. Урамдан килеп ингән йыр­ҙар эфир­ҙы биҙәмәй. Музыкаль мөхәррир булараҡ, минең эшем – йырҙарҙы туплап, комиссия ағзаларына тапшырыу. Әлбиттә, уларҙың һәр береһен тыңлап, үҙ фекеремде әйтәм. Күптәр талапсан булыуымды яратмай, башҡарыусылар араһында: “Рифкә оҡшамаһа, йырыңды радиоға ҡабул итмәйҙәр”, – тигән ялған һүҙ таратыусылар ҙа бар. Ә мин фәҡәт сифатлы яҙмаларға ғына булышлыҡ иткем килә. Йырҙарҙың яҙмышын комиссия ағзалары хәл итә.

– Биш йыл рәттән үткәрелеп килгән “Юлдаш” йыры” проекты быйыл да үҙ эшен башланы. Ул үҙен аҡлаймы? Ҡатнашыусыларҙың артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынаһыңмы?
– Һуңғы осорҙа шиғыры ла, көйө лә булмаған йырҙар, таланты, моңо булмаған башҡарыусылар күбәйҙе. Заманса технологияларҙы ҡулланып, компьютерҙа эшкәртелгән яһалма тауыш менән йыр яҙҙыралар ҙа, үҙҙәрен “йондоҙ” итеп тоялар. Ә халыҡ араһында тәбиғи тауышлы, ҙур потенциалы булған кешеләр бар. Уларға ярҙам итеү маҡсатында “Юлдаш” йыры” проекты эшен башлағайны. Биш йыл эсендә бик күп таланттарҙы сәхнәгә сығарҙыҡ, дөрөҫ йүнәлеш күрһәттек. Ҡатнашыусы йәштәрҙең күбеһе сәнғәт юлын һайланы. Сәнғәт училищеһына, юғары уҡыу йорттарының музыка бүлектәренә уҡырға инеп, таланттарын үҫтерәләр. Бын­дай һөҙөмтәләргә ҡарап, “Юлдаш” йыры”ның кәрәклеге тураһында бер генә һүҙ менән әйтеп була: ул кәрәк. Шәхсән үҙемә килгәндә, һәр йырсы менән айырым эшләйем. Ара­лашам, репертуар һайларға ярҙам итәм, сәхнәгә ҡағылышлы кәңәштәремде бирергә тырышам. Уларға, бөгөн йырланың да, иртәгә кәрәк түгелһең, тигән ҡараш булырға тейеш түгел. Радио менән телевидение ярҙамы булмаһа, артисҡа юл ярыуы ауырға тура килә. Рес­публикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе талантлы кешеләр кил­һен, ҡатнашһын ине. Беҙ уларҙы халыҡҡа сығарырға әҙер.

– Ә шулай ҙа төрлө конкурстарҙа йәки ”Юлдаш” йыры” проектында билдәлелек яулап та, аҙаҡ юҡҡа сыҡҡандар бар. Уларҙың йыр сәнғәтендә үҙ урынын таба алмауы нимәнән килә?
– Хәҙерге ижад баҙарында йыр­ҙар ҙа, йырсылар ҙа бик күп. Кон­куренция көслө. Күптәр ошо ҡаҙанда ҡайнарға үҙҙәрендә көс таба алмай. Икенсенән, был сәнғәт төрө үҫешкән мәлдә, бер нисә йыр менән генә оҙаҡ “йондоҙ” булып булмай. Һәр ваҡыт үҫеш, эҙләнеү, яңы йырҙар кәрәк. Һәм уның өсөн аҡса булыуы ла мөһим роль уйнай. Бөгөн бер сифатлы йыр эшләтеү яҡынса 12 – 20 мең һумға төшә. Һәр кем үҙ тауарын һата: шағир – шиғырын, композитор – көйөн, аранжировка эшләүсе – аранжировкаһын. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡар­шы, ошоға бәйле күп йырсылар сәнғәтте ташлап, икенсе һөнәрҙе һайлай.

– Башҡорт йырсылары ни өсөн донъя кимәленә сыға алмай?
– Алда әйтеп үткән хаҡтар беҙҙең үҙебеҙгә генә ҡағыла. Ә күрше өлкәләрҙә уның хаҡы бер нисә мең һумға юғарыраҡ булһа, Мәскәүҙә 5 – 6 тапҡырға артыҡ. Шуның өсөн дә башҡорт йырсыларының Рәсәй кимәленә сығырға мөмкинлеге лә юҡ. Донъя кимәленә күтәрер өсөн инвесторҙар, меценаттар һәм эш­ләргә ашҡынып торған таланттар кәрәк. Көслө командаһыҙ йырсы бер үҙе генә донъя кимәленә күтәрелә алмай. Дәүләт кимәлендә эшләгән берәй проект булһа, бәлки, донъяны ла яулай алыр инек. Таланттар бар, әммә мөмкинлектәр юҡ.

– “Юлдаш” радиоһы һәм Баш­ҡортостан юлдаш телевидениеһы өсөн йырҙарҙың һайлап алынғанын аңланыҡ. Ә бына башҡа каналдар­ҙағы йырҙар күп осраҡта алама тауар кеүек күренә...
– Интернеттың барлыҡҡа килеүе күп индустрияны юҡҡа сығарҙы. Шул иҫәптән шоу-бизнес та ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә. Йырсылар компакт-дисктарын, альбомдарын, видеояҙмаларын һата алмай. Күп каналдарҙың асылыуы бер яҡтан һәйбәт булһа, икенсе яҡтан, ысынлап та, сифатты төшөрҙө. Фото­аппаратҡа төшөрөлгән, сюжеты ла, сифаты ла булмаған клиптарҙы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ҡабул итмәгән осраҡта ла, башҡа каналдар күрһәтә. “Юлдаш” бирмәгән еңел-елпе йырҙарҙы башҡа каналдар яңғырата. Табын­дарҙа ғына мөңрәп йөрөгән кешеләр ҙә хәҙер, тауышы бармы, юҡмы, ҡарап тормай, юғары сәнғәткә дәғүә итә. Күптәр вокал менән шөғөлләнмәй, тауыштарын компьютер ярҙамында эш­кәртә. Йыр­ҙарын радиоға алмайҙар икән, интернетҡа, “Бәйләнештә” селтә­ре­нә һалалар. Был күренештең иң ҡурҡынысы: уларҙан һуң халыҡ араһында сәнғәт тураһында хата фекер тыуа, йырҙың, башҡарыусының бәҫе төшә. Быға кисекмәҫтән сик ҡуйырға кәрәк.

– Һине, таланттан тыш, нимә композитор итеп танытты? Халыҡ араһында билдәлелек яулағансы күпме ваҡыт үтте?
– Минең төп эшем – радио. Фондты тәртиптә тотоу, уларҙы тыңлау, туплау минең вазифама инә. Ә көн һайын йөҙләгән әҫәрҙе тыңлау, башҡа авторҙарҙың ижады менән танышыу, күрше өлкәләрҙән килгән йырҙарҙы, классик һәм ретро әҫәрҙәрҙе өйрәнеү – былар аша үткән кеше моңдоң сифатын да, зауығын да аңлай ала. Радиола эшләү миңә замандан артта ҡалмаҫҡа ярҙам итә. Үҙемдең йәшем барһа ла, йәштәргә, оло быуын кешеләренә ниндәй йырсы оҡшағанын беләм. Композитор булараҡ, күп нәмәне эшемдән алдым. Плагиат тигән төшөнсә минең ижадымда юҡ. Шуға күрә башҡарыусылар: “Һәр йырығыҙ ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле”, – тип, минән йыр алырға тырыша. Үҙемдең тәжрибәнән сығып, йырсыларға ла, композиторҙарға ла йырҙар тың­лар­ға тәҡдим итер инем. Китап уҡымаған яҙыусы һәйбәт әҫәр яҙа алмағандай, йыр тыңламаған кеше лә композитор булып китә алмай.
Ә бына ижад иткән тәүге йырҙарымдың халыҡсан булыуы мине тиҙ арала билдәле итте. Был, бәлки, осраҡлылыҡ булғандыр, бәлки, яҙмыш бүләгелер. Әммә халыҡтың һөйөүенә тап төшөрмәйсә артабан да эшләргә тейеш инем. Һәр әҫәремә тәнҡит күҙлегенән ҡарайым. Ниндәйҙер уңыштарға өлгәшәм тиһәң, һәр ваҡыт эшләргә кәрәк. Мин ижадҡа эшкә ҡараған кеүек ҡарайым, йыр өҫтөндә ҡабат-ҡабат тыңлап, яңынан ҡайтып эшләргә тырышам.

– Матур, популяр йырҙың сере нимәлә?
– Йырҙы дүрт кеше бар итә: шағир, композитор, аранжировка эшләүсе һәм йырсы. Уларҙың күңел кисерештәре, хистәре бер тулҡында булһа, тыңлаусыға бөтөн килеш барып етә.
Йырҙың көйө мотлаҡ рәүештә шиғырға яҙылырға тейеш, тип иҫәпләйем. Әҙер көйгә һүҙҙәр эҙләп, шиғырҙы өҙөп-ялғап ултыр­ғандарын аңламайым. Компози­торҙар элек-электән шағирҙар менән бергәләп ижад иткән. Мәҫәлән, Салауат Низаметдинов Зөһрә Ҡотлогилдинаның һүҙҙәренә ниндәй матур йырҙар яҙған. Минең менән оҙайлы ваҡыт эшләгән авторҙар ҙа күңелемә ниндәй шиғырҙар яҡын икәнен тойоп тора.

– Авторлыҡ хоҡуҡтары буйынса республикала эштәр алып барыламы?
– Беҙ йырҙарҙы радиоға алған ваҡытта мотлаҡ авторҙары тура­һында мәғлүмәт һорайбыҙ. Ә республикала авторлыҡ хоҡуҡтары буйынса махсус орган эшләй. Яңы йырың сығыу менән ижадсыларға унда барып, тыңлатып, авторлыҡ реестрына теркәү үткәрергә кәрәк. Тик ошо осраҡта ғына үҙеңдең хоҡуҡтарыңды яҡлай алаһың. Әммә күптәр быны мә­шәҡәт күрә, иренә. Ижадсылар юридик яҡтан белемле булһын ине. Теркәү үткән һәр йыр өсөн концерттарҙан, төрлө сараларҙан ав­торҙар­ға аҡса түләнә. Һәм тағы ла авторлыҡ хоҡуҡтары мәңгелеккә ҡала, бының менән балаларың да, ейәндәрең дә файҙалана ала.

– Ә йырсыларға сифатлы йыр яҙҙырыу өсөн “Юлдаш” радиоһының үҙендә мөмкинлектәр бармы?
– Күптән түгел “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында тауыш яҙҙырыу студияһы асылды. Бындай студия Өфөлә башҡа юҡ. Барлыҡ уңайлыҡтары булған иркен, заманса йыһазландырылған студияла яңғыҙ башҡарыусынан алып ор­кестр сығыштарына тиклем яҙҙырыу мөмкинлектәре бар. Ғөмүмән, беҙҙең радио талантлы йырсылар­ҙы халыҡҡа танытыу, матур йырҙар­ҙы еткереү өсөн ҙур эш башҡара. Килһендәр, аралаш­һындар, ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уларға кәңәш биреп, дөрөҫ йүнәлештә эшләргә ярҙам итербеҙ. Йыр сәнғәте булған һәм буласаҡ.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Сығыу ваҡыты 3-04-2015, 11:58 | Ҡаранылар: 1278
|
  • Күңеле тик йырға тартыла
  • “Башҡорт халҡында йырламаған кеше юҡ”
  • Теләктәрҙән хыялдарға тик бер аҙым – “Юлдаш” менән
  • Киләсәккә йыр менән
  • Баймаҡ радиоһы яңы йырсылар эҙләй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM