RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Таланттар йондоҙлоғо

19.12.2014 Таланттар йондоҙлоғо

Таланттар йондоҙлоғоТаланттар йондоҙлоғоСәхнәлә видеояҙма бара. “Мин бәхетле, сөнки атай-әсәйем һау-сәләмәт, яҡындарым, дуҫтарым бар, сөнки донъя шундай матур, таҙа, һуғыш юҡ, сөнки мин йәшәйем...” Кем генә бәхет төшөнсәһен һаулыҡ яғынан зәғиф ба­ла­ларҙан яҡшыраҡ аңлар икән! Донъя тыныслығы, тәбиғәт таҙалығы, тирә-яҡтағы кешеләрҙең бәхете улар өсөн шәхси һаулыҡҡа ҡарағанда мөһимерәк тә.
Бына бишенсе тапҡыр уҙғарылған “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсы үҙенең ҡанаты аҫтына тағы ла һәләтле балаларҙы йыйҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры гала-концертҡа бөтә республиканан ҡатнашыусылар­ҙы, тамашасыларҙы йыйҙы. Айболит менән Тылсымсы, балаларҙың кәйефен күтәреп, теләктәрҙе тормошҡа ашырыу “микстура”һын тотоп, мөғжизә иленә сәйәхәткә алып барҙы. Гала-концертҡа үткән һәр талантлы ҡыҙ һәм малай үҙенең һәләтен күрһәтте. Конкурста коллективтар ҙа, индивидуаль сығыштар ҙа булды, балалар ижады студиялары, иллюзионистар студияһы, бейеү ансамблдәре, театр, ым-ишаралы (жестовое пение) йыр студиялары ҡатнашты. И. Исмәғилев “Тыңласы, һандуғас” (етәксеһе – Оксана Чащиева) йыры менән барыһының да һушын алды. Дмитрий Четвериковты “Йылмай” йыры, уның аккомпаниаторы – саксофонсы Дмитрий Дебликты (етәкселәр – Галина Комзолова, Ольга Позяк) тамашасылар алҡыштарға күмде. Алып барыусыларға ярҙамға Максим Сорокин “трон”да сығып, “Емеля тураһында” йырын башҡарҙы (етәксеһе – Ирина Шумбасова), Юлдаш Йомағужин “Урал батыр”эпосынан өҙөк уҡығанда ҡумыҙҙа Рушан Атанғолов уйнап торҙо. Милена Хәбибова, Ксения Подборнова, Анас­тасия Иванова, Марина Сәғи­това, Диләрә Ғүмәрова, Илнур Ғүмәров БР-ҙың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡу­дашева һалған “Дуҫлыҡ хороводы” бейеүен башҡарҙы.
Конкурс йыл һайын яңы исемдәр аса. Ә һуңынан был “йондоҙ”ҙар яңы еңеүҙәргә өлгәшә. Үткән йылдарҙағы конкурсанттар төрлө уҡыу йорттарына уҡырға ингән: Камила Рәхимова, Дарья Мордви­нова, Айгөл Ибра­һимова, Ләйсән Нуриева, Рушан Атанғолов, Булат Ғәлиханов һәм башҡа йәштәр республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары. Ә Ләйсән Нуриева хәҙер Өфө сәнғәт училищеһының 2-се курс студенты, Морат Мөхәмәт­шин З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инде.
Әйтеп үтергә кәрәк, “Тамыр” телеканалы, Һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы реабилитациялау үҙәге һәм “Әсә йөрәге” әсәләр советы менән берлектә булдырылған “Торнаҡай” проекты әүҙем эшләп килә. Ул – үҙенсәлекле балаларҙы йәмғиәткә сығарыу буйынса тағы бер аҙым. Уникаль проект Һамарҙағы “Минең ҙур илем” халыҡ-ара телевизион, Абхазиялағы “Кунаки” Төньяҡ Кавказ документаль кино һәм телевизион программаларының асыҡ фестивалдәрендә танылыу яулай. Фес­тивалде ойоштороу­сыларҙың береһе – “Российская газета”ның миҙалы менән бүләкләнгән.
– Бөгөн беҙҙең беренсе юбилей концерты. Ошондай ҙур байрамды әҙерләгән ойоштороусыларға, бағыу­сыларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Изге эш ятып ҡалмай! “Таланттар йондоҙлоғо” ошо йылдарҙа республикала булһа, киләсәктә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлгә сығыр, тип өмөтләнәбеҙ. Һәр конкурста еңеүсе бар, ә беҙҙең ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ, иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, – тип һөйләне конкурс директоры, “Әсә йөрәге” әсәләр советы рәйесе Гөлшат Әхәт ҡыҙы Ибраһимова.
Конкурста алты номинация булды: “Ым-ишаралы йыр”, “Оригиналь жанр”, “Халыҡ бейеүе”, “Инструмен­таль башҡарыу”, “Вокал”, “Тасуири һөйләү”, I, II, III урындар һәр номинацияның йәш категориялары буйынса бирелде. Айгөл Ибраһимова гран-при яуланы. Ул “Үҙән буйы” йырын бүләк итте. Айгөлдөң “дан минуты”нда ғаиләһе – 75 йәшлек өләсәләре Тәүсиә Вәлиева һәм Рая Ибраһимова, яратҡан ағаһы Иршат һәм апаһы Гөлдәр ярҙам итте.
– Был еңеүгә мин биш йыл килдем. Бер үҙем дә, ағай-апайҙарым менән дә сығыш яһағаным бар. Һәм быйыл миңә бәхет йылмайҙы – гран-при яулауға ирештем! Киләсәктә йыр менән бейеүҙе ҡушырға теләйбеҙ, – тип пландары менән бүлеште Айгөл.
Гала-концертта балаларҙы фокуссы кинәндерҙе, шулай уҡ һәр береһенә татлы бүләктәр таратылды. Байрам аҙағында үткән йыл еңеүселәре – Сабина Нәсибуллина (2010 йыл), Екатерина Литвякова (2011 йыл), Камила Рәхимова (2012 йыл), Дарья Мордвинова (2013 йыл) быйылғы еңеүсе менән бергә “Таланттар йондоҙлоғо”ноң гимнын башҡа ҡатнашыусылар менән бергә йырланы.
... Бәхет сере ябай ғына. “Таланттар йондоҙлоғо”ноң гала-концертына үтеүсе һәләтле балалар бәхетлеләр тип ышанабыҙ. Сөнки бар мөмкинлектәрен туплап, улар иҫ китмәле тамаша ойошторҙо.

Эльмира МӨХӘМӘТЙӘНОВА,
Алһыу СӨЛӘЙМӘНОВА,
БДУ студенттары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы