НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Халҡыбыҙ ижадын мәңгеләштереүсе

Халҡыбыҙ ижадын мәңгеләштереүсе


Башҡорт халыҡ ижадын, әҙәби мираҫын өйрәнеүгә, сәнғәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғалимдар, тел белгестәре бихисап. Әммә уларҙың исемлегендә Лев Николаевич Лебе­динский айырыуса абруйлы һәм ихтирамлы.
Ул 1904 йылдың 5 ноябрендә Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында тыуа. Йәшлек йыл­дарына тура килгән ҡан­лы тарихи ваҡиғалар уны сәнғәткә урау юлдар менән килтерә. 15 йәшенән үк граждандар һуғышында ҡатна­шыр­ға тура килә. Ҡан ҡойош, дуҫтарын, яҡындарын юғалтыу уның нескә һәм хисле күңелен һындырмай. Чай­ковский исемендәге Мәс­­кәү консерваторияһының музыка белгесе факультетын та­мамлап, Этнография институтында ғилми хеҙмәткәр булып эш башлай. 1937 йылда Лев Николаевич тәүге тапҡыр фольклор экспедицияһы составында Башҡор­тостанға килә. Халыҡтың ижади байлығын күргән йәш белгес башҡорт йырҙарына, ҡурай моңона ғашиҡ була һәм бар ғүмерен ошо сәнғәт өлгөләрен өйрәнеүгә арнай. Ул Башҡортостанға килгән саҡтарында Әбйәлил, Бай­маҡ, Ейәнсура, Белорет, Хәй­бул­ла, Бөрйән райондарының йөҙ­ҙәрсә ауылын урап сыға, меңәрләгән йыр­сы, сә­сән, музыкант менән осрашып, уларҙан халыҡ йырҙарын, моңдарын фонографҡа яҙып ала. Аҙаҡ инде Ле­бединский йыйған материалдарын нотаға күсерә, уларҙы баҫтырып сығарыуға ла күп көс түгә. Башҡорт халыҡ ижадына арналған мәҡәләләр менән төрлө баҫмаларҙа сығыш яһай. 1969 йылда донъя күргән “Музыка народов Азии и Востока” китабында уның башҡорт халыҡ йыры “Зөлхизә” тура­һындағы мәҡәләһе баҫыла.
Лев Николаевич Лебе­динский башҡорт сәнғәте әһелдәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Композитор Хөсәйен Әхмәтов һәм әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисов менән берлектә “Башҡорт халыҡ йырҙары” исемле китап сығаралар. 1962 йылда иһә 100 йырҙы туплаған “Башкирские народные пес­ни и наигрыши” китабы донъя күрә. Был баҫмалар халҡыбыҙҙың йыр мираҫын өйрәнеү өлкәһендә ҙур әһәмиәткә эйә булды. Шулай уҡ уның 1963 йылда Бөйөк Ва­тан һуғышында вафат булған оҫта йырсы, журналист, ғалим Мәжит Буран­ғолов тураһында китап сығарыуы ла маҡтауға лайыҡ.
Башҡорт халҡының борон­ғо оҙон көйҙәрен, уларҙы бөтә матурлығы һәм нескәлектәре менән нотаға күсереү – ифрат ауыр хеҙмәт. Бының өсөн музыкаль белем генә етмәй, ә бөтә зиһенең, күңелең менән аңлай, кисерә белеү мөһим. Ә Лев Нико­лаевич Лебединский бөтә ғүмерен башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүгә арнаған. Шу­ғалыр ҙа уның ноталары бөгөн дә уйнала.
1997 йылда Башҡортостан Республикаһының Компози­тор­ҙар союзына ғалимдың вафатынан һуң шәхси архивы тапшырылған. Уның ба­ҫылып өлгөрмәгән хеҙмәттәре, яҙмалары әлеге ваҡытта өйрәнелә.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Сығыу ваҡыты 14-11-2014, 04:42 | Ҡаранылар: 511
|
  • Концерттар
  • Йырлы сәфәргә саҡыра Искәндәр
  • “Толпар” балалар вокаль төркөмөнә 15 йыл тулды
  • Билдәле ҡурайсы Рөстәм Шәрипов мәңгелеккә арабыҙҙан китеп барҙы
  • Милләттәштәр телдәрен онотмаҫ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM