RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәш музыканттар – буласаҡ “йондоҙ”ҙар

31.10.2014 Йәш музыканттар – буласаҡ “йондоҙ”ҙар

Йәш музыканттар – буласаҡ “йондоҙ”ҙарЙәш музыканттар – буласаҡ “йондоҙ”ҙарЗәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең төрлө бүлектәрендә бөтәһе 240 бала белем ала, шуларҙың 75-е төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Мәктәп 1970 йылда асыла. 1997 йылдан художество, баш­ҡорт фольклоры, хореография бүлектәре асылғас, уға сәнғәт мәктәбе статусы бирелә. 2006 йылдан ул яңы исем ала – З. Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе тип йөрөтөлә башлай.

Әлеге ваҡытта балалар өсөн халыҡ (баян, аккордеон), башҡорт халыҡ (ҡурай, думбыра), ҡыллы-һыҙғыслы (скрипка), фортепиано, тынлы (флейта, саксофон, кларнет, туба, труба һ.б.) музыка ҡоралдары бүлектәре эшләй. Быйыл 60 бала уҡырға килгән. Сәнғәт мәктәбенең музыка башҡарыу бүлектәре яңы уҡытыу программаһына күсте. Киләсәктә музыка ҡоралдары алыу ҡаралған.

Ильяс Ҡаразбаев (З. Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе), Ансар Мәғизов һәм Байрас Аҡанаев (Мораҡ башҡорт гимназияһы) (һулда) башланғыс кластарҙа белем ала. Ҡурай бүлегенә (уҡытыусылары – Юлай Ҡыҙрасов) күңел тартты, ти улар. Быйыл беренсе тапҡыр уҡырға килеп, милли ҡоралдың бөтә нескәлектәренә төшөнмәксе. Бүлектә бөтәһе 17 уҡыусы шөғөлләнә.

Салауат Иҙелбаев (думбыра), Татьяна Емельянова (фортепиано), Аяз Наҙарғолов, Тимур Дәминдә­ров (тынлы ҡоралдар), Дмитрий Сюпов (баян), Анжелика Нечаева (скрипка) (уңда) бер нисә йылдан сәнғәт мәктәбен тамамлаясаҡ. Уҡытыусылары Гөлнур Зәйнәева, Елена Дмитриева, Салауат Наҙар­ғолов, Ирина Ильина уҡыусыларына төплө белем бирә. Бәлки, улар араһында буласаҡ билдәле музыканттар, композиторҙар, милли музыка ҡоралдарын пропагандалаусылар табылыр. Барыһын да ваҡыт күрһәтер.

Әйткәндәй

24 сентябрҙә Салауат музыка колледжында Башҡортостандың көньяғына ҡараған сәнғәт мәктәптәре директорҙары кәңәшмәһендә 2013 – 2014 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса З. Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларҙың һәм концертмейстерҙарҙың профессиональ эше, ижади эшмәкәрлеге, абитуриент­тар­ҙы әҙерләгәне һәм сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләнде.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы