НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мәңгелек бер көнгә торошло саҡта

Мәңгелек бер көнгә торошло саҡта


Бер көн
Мәңгелек бер көнгә торошло саҡтаПарк гөрләй. Шарҙар, сәскәләр, еңеү ленталары, ихлас йөҙҙәр, түштәре орден-миҙалдар менән ҡапланған мылтыҡ урынына таяҡ тотҡан бабайҙар һәм, быныһы бигерәк мөһим, уларҙы ипле генә итеп етәкләгән йә ҡултыҡлаған ул-ҡыҙҙар, ейән-ейәнсәрҙәр... Прези­дент килергә әле сәғәткә яҡын ваҡыт бар. Ул Мәңгелек ут янына сәскәләр һалып, батырҙар рухы алдында баш эйәсәк, хөрмәт күрһәтәсәк.
Матур йөҙлө бабайҙар була. Ундайҙарҙы, йөҙҙәре нурҙай балҡый, тиҙәр. Парктың ауыҙын үтеү менән шундай нурлы, түбәтәйле ветеран күҙемә салынды. Нисектер нурлы кешегә күңел үҙе ылыға бит.
– Кәйефтәрегеҙ нисек, ветеран?
– Байрамса.
Танышабыҙ. Хәмит Хәбибулла улы Хәлитов, 1925 йыл­ғы. 18 йәшендә, йәғни 1943 йылда фронтҡа алынған. 44-тә ҡаты яралана. Еңеү хәбәрен Өфөлә хеҙмәт армияһында ишетә.
– Һуғыш төшөгөҙгә инәме? – тим, ҡыҙыҡһынып.
– Хәҙер юҡ. Ваҡыт үҙенекен итә. Яраланып, госпиталдә ятҡанда йыш инде, этләтте прәме. Өн менән төш буталып киткән саҡтар ҙа була торғайны.
– Һуғыш тиһәләр, нимә күҙ алдығыҙға баҫа һуң? – ветерандың яраларын ҡуҙғатырға батырсылыҡ итәм.
– Улай уҡ батырлыҡ та күрһәтмәгәнмендер, тик шулай ҙа һәр һалдат кисергәнде кисерҙем. Белоруссия ерендәге мейес мөрйәләре генә һерәйеп көл-күмергә ҡалған ауылдарҙы күреп, күҙемдән йәштәр сыҡты, дошманға нәфрәтем артты. «Ни шагу назад!» тигән бойороҡ бар ине, өмөтһөҙ саҡта ла, ҡотолғоһоҙ хәлдә лә, әжәл тырнағы менән боғаҙға килеп йәбешкәндә лә артҡа ҡараманыҡ. Шулай барҙыҡ Еңеүгә. Ышанып барҙыҡ.
– Бөгөнгө көнөгөҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме? Еңеүҙең 65 йыллығын күрә алыу бәхет инде, – тим. Үҙемдең, бабайҙың йылмайыулы йөҙөнә ҡарап, ыңғай яуап ишетеүемә шигем дә юҡ. Ә ул:
– Сабыр ит әле, улым. Еңеүгә тағы бер көн бар. Бер көн... Беҙҙең йәштә, һуғыштағы кеүек, һәр көн, һәр сәғәт ҡәҙерле, – тип әйтте. Уфтанмайса әйтте. – Донъям менән ризамын, иғтибар күрәбеҙ. Тик шуныһы, минең йылғылар үлеп бөттө, әбейҙәр бар ҙа, ә һөйләшеп ултырырға ирҙәр юҡ.
Бер көн... Ваҡыт-хакимды һинән дә һәйбәтерәк аңлаған, һанлаған кеше юҡ бөгөн, Хәмит бабай. Бөгөн генәме?.. Ҡабаланма, ветеран, еңеүле яҙҙарың күп булһын. Нурлы йөҙлө бабайҙар матур була ул. Борсолоу-һыҙланыу­ҙарын ана шул яҡты нур ҡаплап, яйлап торғанғамы?..

«Нишләп һине
үлтермәнеләр?»
Арыраҡ үтәм. Илгәҙәк кенә бер ҡарт эйелеп, ике кескәй генә ҡыҙға йылмайып ниҙер һөйләй. Самаһыҙ дәртле икәне бар кәүҙә тотошонда һиҙелгән кеүек.
– Ейәнсәрҙәрегеҙме? – тим, һүҙ бәйләнмәҫме тигән өмөт менән.
– Мәктәптәрҙә осрашыуҙарҙа йыш булам, уҡыусылар шулай танып, килеп хәлемде белешеп китә. Үҙең ҡайһы яҡ егете? – әйтәм бит бик дәртле бабайға оҡшаған.
– Ғафуриҙан.
– Бына һиңә, һуғыштан һуң 1948 – 51 йылдарҙа Краноусолда лесничий ярҙамсыһы, райком комсомолында секретарь булып эшләп киттем.
– Бер һуҡмаҡтан йөрөгәнбеҙ икән, – тигән булам, һүҙҙе дауам итеп. – Ә Еңеү көнөн ҡайҙа ҡаршы алдығыҙ һуң?
– Һуғышҡа мин ҡырҡ икенең авгусында Сталинград алышы ҡыҙған мәлдә алындым. Өсөнсө Украина фронтында булырға яҙҙы. Курск дуғаһында ҡатнаштым. Харьков, Донбасс, Днепр тарафтарында минең дә итек эҙҙәре бар.Ҡырҡ өстә Кривой Рог эргәһендә ҡаты яраланып, оҙаҡ госпиталдә ятҡас, тыуған еремә, Татарстанға, Лениногорск районының Кәркәле ауылына ҡайтып төштөм. Еңеү таңы... Был көндөң шатлығын да, ғазабын да һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел. Һуғыштың һәр көнө – үлем. Еңеү ана шул үлемгә сик ҡуйыу ине беҙгә, барыбыҙға.
Иптәш егет менән, ул да яуҙан яраланып ҡайтты, төнө буйы эшләнек тә, таңға ҡарай уларға инеп яттыҡ. Иптәштең әсәһе, балалар тороғоҙ, Еңеү килде, тип беҙҙе уята. Ә беҙҙең үлеп йоҡо килә. Уның хәбәрен ишетмәйбеҙ ҙә. Беҙ еңгәнбеҙ, Еңеү, тип ҡабатлағас, икебеҙ ҙә атылып килеп торҙоҡ, бит йыуып тороу ҙа юҡ, силсәүит йортона йүгерҙек. Унда халыҡ шау-гөр килә, илаша ла, йырлаша ла. Кантурҙың ике өҫтәлен күтәреп килтереп сыҡтылар. Кемдер бешкән бәрәңге, кемдер һөт-ҡаймаҡ, кемдер йомортҡа... тиҙ генә табын әҙерләнек. Әсерәге лә табылғандыр. Ялҡынлы сығыштар ҙа, йөрәккә үтерлек йырҙар ҙа булды. Шуныһы хәтеремдә: оло шатлыҡ менән бергә эргәбеҙҙә һәр саҡ әсе һағыш, әрнеш өйрөлдө.
– Һуғышты онотоп булмайҙыр?
– Миңә хәҙер 86 йәш. Әҙ ғүмер түгел был. Беҙ, танковый десант, разведкаға киттек. Мин – командир. Засадаға эләктек. Тегеләрҙең тәүге атҡан пуляһы уҡ ҡорбанға килтерҙе. Бер һалдатым үлде, берәү яраланды. Ҡайттыҡ. Отделение командиры мине һүгә: «Почему тебя не убили?» Аҡыра. Мөмкин булһа, үҙ күкрәгем менән ҡаплар инем дә, ундай мөмкинлек тә булманы. Ҡапыл ғына килеп сыҡҡан хәл булды. Яҙмыш, тәҡдир шулай, тип аңлатып булмай бит инде. Шуға, улым, командирҙар һалдаттарҙы йәлләмәй үлемгә алып барған, тип яҙһалар, ышанма. Людей берегли как зеницу ока, күҙ ҡараһы кеүек һаҡланыҡ. Һәр һалдат ҡәҙерле булды. Шунһыҙ булмай ҙа. Беҙ үҙ-ара туған ғына түгел, йәндәштәр ҙә инек... – ҡаһарман яугир Илгиҙәр Ғариф улы Хәйеровты тыңлағанда, мин ҡапыл уның күҙҙәренә ҡарап алам. Унда тәрән һағыш менән бергә, остоҡ ҡына булһа баяғы үлгән һалдаттың йәнен дә күргәндәй булам.

Олатайым рухы
Батырҙар аллеяһына юлланам. Асыласаҡ бюстарҙы күрмәксе инем, улар әлеге аҡ сепрәккә уралған. Аҡ биләү ҙә, морон төртөр аҡ йомортҡа ла, аҡ кәфенлек... төрлө уйҙар бутала башта.
Геройҙар исемлеге яҙылған гранит таштар янында «Молодая гвардия» футболкаларында ҡыҙҙар-егеттәр, һәр береһе портрет тотоп, теҙелеп баҫҡан. Беренсе булып баҫып торған етди йөҙлө ҡыҙға өндәшәм.
– Кемдең портреты был?
– Олатайымдыҡы. Әхмәтхан Мәмбәтов, Хәйбулла районынан, – был етди йөҙлө ҡыҙ ил ағаһы, күренекле шәхесебеҙ Миҙхәт Мәмбәтовтың ҡыҙы Гөлназ булып сыҡты. БДУ-ның хоҡуҡ институты студенты икән.
– Хөрмәт күрһәтеү билдәһеме?– тип һорайым, сафҡа теҙелеп баҫҡан тиҫтер­ҙәренә ҡарашымды төбәп.
– Эйе. Беҙ үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы, уларҙың данлы үткәнен онотмайбыҙ. Уларҙың ни өсөн ҡорбан булғанын һәйбәт аңлайбыҙ. Йәл, лайыҡлы алмаш үҫеп еткәнен улар араһында күптәре белмәй. Ҡорбандар, бөгөнгө көнгәсә етә алмаусылар... Етһәләр, ни өсөн һуғышҡандарын аңлап, күреп һөйөнөр­ҙәр ине.
– Ә һеҙҙең олатайығыҙ?
– 1941 йылдың ноябрендә һуғышҡа алына. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында дошманға ҡаршы ал-ял белмәй алышыуы күңелемдә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Хаттары һаҡлан­ған. Унда ул балалары өсөн, ил өсөн борсола, тик һис кенә лә зар юҡ. Шуға хайран ҡалдым, үлеп ҡалһам, тигән һүҙҙәр юҡ. Ул иҫән-һау йөрөп, еңеп ҡайтырмын, тип ныҡ ышанған, буғай. Шулай оптимист булған олатай. 1942 йылдың ноябрендә Сталинград һуғышында батырҙарса һәләк була.
– Тимәк, атайың...
– Эйе, олатайым ил-йорт менән хушлашып яуға киткәндә атайыма ни бары өс ай ғына була. Ул да, беҙҙең кеүек, атаһының йөҙөн ошо һүрәт аша ғына белә. Ошо һүрәт аша ул атаһы менән һөйләшкән, серләшкән, кәңәшләшкән... Ул йәһәттән беҙ күпкә бәхетле, атайыбыҙ эргәлә.
Һөйөндөм был ҡыҙҙың һүҙҙәренә, тимәк, хәтер, изге хәтер йәшәйәсәк әле. Ярай ҙа, аҡыллы ир уҙаманы Миҙхәт ағай тыуып өлгөрөп ҡалған, тигән балаларса керһеҙ уй ҙа оялап ҡуйҙы күңелдә. Ә тыумай ҡалғандары... Ҡорбан булған батыр ир-улдары менән бергә тыуасаҡ балалар, алға барасаҡ, илде күтәрәсәк быуын яуҙа ятып ҡалманымы? Улар ҙа – һуғыш ҡорбандары.

Сығыу ваҡыты 12-05-2010, 23:20 | Ҡаранылар: 1699
|
  • Ҡыҙым өсөн Ҡыш бабай
  • Миҙалдары – батырлыҡ билдәһе
  • «Картуф сәсер мәл етә...»
  • Олатайымдың күргәндәре гәзит битенә һыймаҫ
  • Уны йылы хәтирәләр менән иҫкә алалар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM