НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Көн дә уҡыла торған доғалар
Новости / Иман // 19-09-2015, 14:04


Көн дә уҡыла торған доғаларЯрҙам күрһәтеүсе йә саҙаҡа биреүсе кешегә уҡыла

“Аллаһүмәхм-фәҙ сахибә һәҙиһис-саҡати ғәнил-әфәти үәл-бәлиййәт. Үәғ-фир ҙүнүбәһү үә әккид имәнәһү үә әкҫир әмүәләһү үә үәфиҡҡһү ғәлә хайри мәҡасидиһ”.

Мәғәнәһе: “Эй, раббым! Был хәйер-саҙаҡа эйәһен, саҙаҡа биргән кешене афәттәрҙән һәм бәләләрҙән һаҡла, гонаһтарын ярлыҡа, иманын нығыт, малдарын арттыр һәм изге маҡсаттарына ирешеүҙә ярҙам ит”....

Ислам традицион була аламы?
Новости / Иман // 1-09-2015, 17:08


Беҙ “традицион ислам” һүҙ теҙмәһен йыш ҡулланабыҙ, әммә уның тәрән мәғәнәгә эйә булыуы тураһында уйланмайбыҙ. Төрлө атамаларҙың мәғәнәһе төбөндә ҡайһы саҡта ҡапма-ҡаршы ҡараштар көрәше ята һәм улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына ҡораллы ҡаршылыҡҡа әүерелә. Мәҫәлән, Сүриәлә бөгөн шундай хәл күҙәтелә. Исламға ҡарата “традицион” төшөнсәһе тура килһен дә ти, ул саҡта традицион булмағаны ниндәй һуң? Тимәк, Рәсәй, Мысыр, Төркиәләге ислам һәм уның башҡа төрҙәре лә бар булып сығамы?
Былар – “Традицион ислам: төшөнсәһе, асылы, йөкмәткеһе" тип аталған һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған ғилми-ғәмәли семинарҙа күтәрелгән мәсьәләләрҙең бер өлөшө генә. Семинарҙа ошо юғары уҡыу йорто ғалимдары, дин белгестәре, дини ойошмалар вәкилдәре, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Ислам университеты уҡытыусылары ҡатнашты....

Һин сөскөргәндә фәрештә нимә яҙа?
Новости / Иман // 17-07-2015, 17:14


Сөскөргән кешегә йыш ҡына: "Иҫәнлеккә!" – тиҙәр. Был – боронғо этикетты һаҡлау. Күптәр, уны зыянлы ғәҙәт тип уйлап, шулай ти. Ә ни өсөн һуң?
Сөскөрөүселәргә иҫәнлек теләү бик борондан килә. Ул замандарҙа шундай ауырыуҙар булған, хәҙер генә улар ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан. Шуларҙың береһе – "ғаләм шеше" – үпкә чумаһы. Был ҡурҡыныс сир еңелсә сөскөрөү һәм йүткереүҙән башланған һәм әкренләп киңәйгән. Шуға күрә лә йәмәғәт урынында сөскөрөү ғәҙәттән тыш ваҡиға һаналған һәм һәр кем, "ғәйепле"гә иҫәнлек теләп, үҙен һаҡларға тырышҡан....

Бәйғәмбәрҙәр шәжәрәһе
Новости / Иман // 27-06-2015, 11:34


Бәйғәмбәрҙәр шәжәрәһе Ҡәҙимге кеше теге һәм был донъяны барлыҡҡа килтергән Аллаһы Тәғәлә әҙәм балалары араһына ебәрелгән бер бәйғәмбәрҙе, уҙа барһа икәүҙе таный. Мосолмандарҙың күпселеге Мөхәммәт ғәләйһи үә сәләмде белә, насраниҙар Ғайса ғәләйһи үә сәләмде бәйғәмбәр тип таный. Ҡайһы берәүҙәр тағы ла бер нисә бәйғәмбәрҙе әйтә алыр. Әммә уларҙың тағы ла күберәк булғанын бик һирәк кеше белә. Сөнки руханиҙар үҙ динен ерҙә таратҡандар тураһында ғына һүҙ йөрөтөргә әүәҫ, ә бүтәндәр хаҡында белһә лә өндәшмәүҙе хуп күрә. Мин, мәҫәлән, мосолман йә насрани, йә йәһүди дин әһелдәрен байтаҡ беләм, әммә араларында үҙ диненән башҡаһының бәйғәмбәре тураһында бәйнә-бәйнә, яҡшы ниәт, изге күңел менән һөйләгән кешене бик һирәк осраттым. Бәйғәмбәрҙәр тураһында теҙеп яҙылғанды ла йыш осрата алмаҫһың....

Мәҙрәсәгә уҡырға саҡырабыҙ!
Новости / Иман // 26-06-2015, 13:49


Мәҙрәсәгә уҡырға саҡырабыҙ!Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының урта һөнәри дини белем биреүсе Октябрьский ҡалаһындағы «Нурул ислам» мәҙрәсәһе 2015 – 2016 уҡыу йылына уҡыу­сылар ҡабул итә.
Урта һөнәри белем биреүсе дини белем биреү учреждениеһында имам-хатип, мәзин, ислам нигеҙҙәре уҡытыусылары әҙерләнә. Мәҙрәсәлә белем алыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу рәүешендә ойошторола. Уҡыу ваҡыты – 2 йыл. Ғәрәп телен, грамматикаһын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Икенсе семестрҙан уҡыу ғәрәп телендә алып барыла. 9-сы синыфты тамамлаусылар параллель рәүештә дөйөм белем биреү мәктәбендә лә уҡый. Ҡыҙҙар өсөн тәрбиәсе, уҡытыусы һәм ғәрәп теле тәржемәсеһе бүлектәре асылған....

Рамаҙан айында намаҙ ваҡыты
Новости / Иман // 13-06-2015, 11:42


Рамаҙан айында намаҙ ваҡытыБәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һиссәләм үҙенең хәҙисендә: «Көндәрҙең иң олоһо – йома көнөлөр, кисәләрҙең иң олоһо − Ҡәҙер киселер, айҙарҙың иң олоһо Рамаҙан айылыр», − тип әйткән. Был ай, ураҙа тотоу, инсафлыҡ һәм бер-беребеҙгә күркәм мөнәсәбәттә булыу айы булараҡ, мосолмандар тормошонда айырым әһәмиәткә эйә. Рамаҙандың тәүге ун көнө – рәхмәт көндәре, икенсе ун көнө − гонаһтарҙан пакланыу көндәре, һуңғы ун көнө уттан (йәһәннәм ғазабынан ) ҡотолоу көндәре булып һанала. Башҡа айҙарҙа бер изгелеккә ун сауап яҙылһа, Рамаҙанда бер изгелеккә мең сауап яҙыла.
Ураҙа тотоу − мосолмандарға фарыз биш һынауҙың береһе....

Бөрйән районының матур ауылында эшҡыуар Азамат Сафиндың тырышлығы менән «Мөхәмәтсафа» мәсете асылды
Новости / Иман // 5-06-2015, 15:08


 Бөрйән районының  матур ауылында эшҡыуар Азамат  Сафиндың тырышлығы менән «Мөхәмәтсафа» мәсете асылдыБындай нурлы ауылды бығаса күргәнем булманы. Ғөмүмән, Бөрйәнгә тәү тапҡыр барыуым ине. Иҫ киткес хозур тәбиғәтле был яҡты ожмахтың үҙе итеп ҡабул итмәү яҙыҡ булыр ине, моғайын.
Түбәһе күккә олғашҡан ҡая-тауҙары, уҡтай төп-төҙ ҡара­ғай­ҙары һәм иҫ киткес саф, таҙа һауаһы менән ҡаршы алды беҙҙе изге Бөрйән ере. Кү­ңелде, йәнде иркәләгән аптырау ҡатыш һоҡланыу тойғоһо кисергәндә, башҡа әллә нисәмә ҡат ошо бер уй килә ине: «Тот та икмәккә һыла».
Ус төбөндә генә ултырған Кейекбай ауылын ожмахтың бер өлөшө итеп ҡабул иттем. Уның үтә лә алсаҡ, яғымлы һәм изге күңелле халҡы менән яҡынданыраҡ танышҡас, бындай хозурлыҡҡа тап ошондай кешеләр генә лайыҡтыр, тип ҡуйҙым. Ысынлап та, торған ерҙең абруйын тап уның халҡы күтәрә бит, тыуған яҡтың гүзәллеген һаҡлау ҙа – бары уларҙың бурысы....

Һәр кемде иманға саҡырып торһон
Новости / Иман // 5-06-2015, 15:04


Һәр кемде иманға саҡырып торһонФедоровка районының Юлдаш ауылы – Ырымбур өлкәһе менән сиктәш ятҡан төпкөл ауылдарҙың береһе. Бында тырыш, уңған халыҡ йәшәй. Борон-борондан малсылыҡ, игенселек менән көн иткән юлдаштар әле лә заман елдәренә бирешмәй донъя көтә. Ваҡытында ауылда ике мәсет булған. Ҡасандыр ауыл муллаһы йорто, совет осоронда мәктәп, һуңынан ауыл кибете өсөн файҙаланыл­ған бина, магазин яңы урынға күскәс, иман йорто итеп яңыртылды. Был ваҡытҡа инде ул тамам иҫкереп, хатта терәү ҡуйылғайны. Мәсет булған ерҙә иман да булыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. һуңғы йылдарҙа халыҡ дингә, әхлаҡи тәрбиәгә, иманға ҙур иғтибар бирә. Урау юлдар үтеп, дин юлына баҫҡан, Юлдаш...

Башҡорттар – Аллаһы Тәғәләнең бик һөйөклө һәм рәхмәтле халҡы
Новости / Иман // 30-05-2015, 13:45


Ике быуатҡа яҡын һуҙылған азатлыҡ ихтилалдары осоронда ауыл-ауыл халҡы менән тотошлай яндырылған Асҡын төбәге бөгөн рухи тамырҙарына әйләнеп ҡайта, мәсеттәр төҙөй, дин юлына баҫа, күмәкләшеп йома намаҙҙарын уҡый. 26 мәсет эшләп килә, уларға халыҡ күпләп йөрөй. “Унда беҙҙең муллалар күп, ә бер ҡайҙа өлгөрөп булмай, – тине Рәсәй Үҙәк диниә назаратының Асҡындағы мөхтәсибе Зөфәр хәҙрәт. – Хәҙер әрмегә оҙатыу, юбилей, никах һ.б. – барыһы ла Ҡөрьән уҡытып атҡарыла”.
Иҫке Ҡаҙансы мәсетенең имам-хатибы Әбдрәхим Сафин – районда иң көслө Ҡөрьән уҡыусы. Ғөмүмән, көслө рухлы, иманлы, диндәр, тәҡүәле, тырыш, сыҙам, сабыр халыҡ йәшәй Асҡында. Уларҙың илһөйәрлегенә таң ҡалырлыҡ. Әйтәйек, Иҫке Ҡаҙансылағы мәсетте был ауылда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Нурулла Сафиндың васыяты буйынса балалары Зөфәр, Риф, Зилә, Булат ауылдаштарының ярҙамы менән төҙөгән.
Асҡын районы үҙәгендәге мәсеттә Шәйех Мәхмәт Әҙил ән-Нәҡшбәндиә кешенең рухи аҙығы һәм зыяраттарҙы зыярат итеү тәртибе тураһында сөхбәт һөйләне....

«Һуғышҡа китәм тип, күмер тейәгән вагон башына менеп ултырҙым»
Новости / Иман // 2-05-2015, 15:37


«Хәмзә» хәйриә фондының рәйесе, имам хәҙрәт Хәмзә хажи Әкбәрҙең исемен республикала белмәгән кеше юҡтыр. Ул баш ҡалабыҙ Өфөлә, Бе­лорет районындағы тыуған ауылы Асыла, башҡа бик күп район, ҡалаларҙа Иман йорттары төҙөгән. Асыла, Сермәндә, Инйәрҙә, Архангелдә, Нури­ман­да һәм башҡа төбәктәрҙә Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалған ҡаһармандар рухына, яуҙан иҫән ҡайтҡандарға һәйкәлдәр – барельеф, обелиск, стелалар эшләгән.
Хәмзә хажи изгелектәрен бөгөн дә дауам итә. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ун факультетында тик «бишле»гә өлгәшкән ун студентҡа стипендия бирһенме, ауырыу бала­лар­ҙы дауаларға матди ярҙам күрһәтһенме, ҡайҙа янғын, ҡайҙа ғәрәсәт-фажиғә кисереүселәр янына ашыҡһынмы, әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәренә юбилей кисәләрен үткәрешергә ярҙам итһенме – барыһын да Хоҙай ризалығы өсөн эшләй. Ете тапҡыр хажда булған хажиға ун ике төбәктә үҙҙәренең Почетлы гражданы тигән маҡтаулы исем биргәндәр....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM