НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һәр ваҡыт доғала булайыҡ
Новости / Иман // 4-12-2017, 09:00


Һәр ваҡыт доғала булайыҡ Һуңғы ваҡытта интернетта ла, былай осорашҡанда ла шундай һүҙҙәргә иғтибар итә башланым: “исламға ҡарата мөнәсәбәтем ыңғай”, “динле кешене ихтирам итәм”, “Ҡөрьәнде матур көй менән уҡыһалар, күңелемә рәхәт”, “мәсеткә инеп, хәйер бирһәм, тынысланам”, “аҙан тауышын яратам”, “әбей-бабам мулла булған, хажға барған” һ.б. Хатта мәғрифәтле, белемле, уҡымышлы ҡайһы берәүҙәр дин терминдарын ҡулланып, матур-матур шиғырҙар ҙа яҙа. Доға итеп яҙылған шиғырҙар осрай (доғаны шиғырға һалмаҫҡа ҡушҡан бәйғәмбәребеҙ). Һөй­ләшеп китһәң, был кешеләр­ҙең дини ғәмәлдәрҙе үтәмәгәне асыҡлана. Был күренешкә, үҙемсә, бер һығымта яһаным: улар­ҙың күңел төбөндә ата-бабанан бирелеп килгән ислам диненең генетик коды ята, ләкин донъя эштәрен өҫтөн күреп, үҙҙәрен уратып алғандарҙың кире ҡарашынан ҡурҡып (тәкәбберләнеп тә), бигерәк тә ғәүрәтте ҡаплап йөрөүҙән ҡурҡып, дин тоторға ашыҡмайҙар. Ниндәй генә эште яҡшы башҡарайым тиһәң, ғилем кәрәк. Дин ул телдән-телгә күсеп килгән бер төшөнсә генә түгел, бында ла уның ғилемен белеү мотлаҡ. Был турала уҡымай ғына, ныҡлап тикшеренеп төбөнә төшмәһәк , беҙ, совет осоронда һәм аҙаҡ уның шауҡымында аңы тарҡалған әҙәмдәр, тиҙ генә дингә ылығып китә алмайбыҙ. Үҙем дә шул этаптар­ҙы үткәс, был хәлде аңлайым....

Изге ғәмәлдәрҙә, доғала үтһен!
Новости / Иман // 29-11-2017, 07:00


Изге ғәмәлдәрҙә, доғала үтһен!
29 ноябрь – Мәүлит кисе

Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм Миләди иҫәп менән 571 йылда Рәбиғел әүүәл айының 12-һендә, дүшәмбе көндө изге Мәккә ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе был тирәлә билдәле кешеләр Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы бала тыуғансы уҡ үлеп ҡала, 6 йәшендә әсәһе лә вафат була. Малай әсә наҙы күрмәй етемлектә үҫһә лә, халыҡ араһында абруй ҡаҙана, ышаныслы ир булып үҫә....

Алла – тәрбиәсе һәм уҡытыусы
Новости / Иман // 10-11-2017, 10:00


Алла – тәрбиәсе һәм уҡытыусыРаббыбыҙ – тәрбиәсе һәм уҡытыусы. Беҙ барыбыҙ ҙа – унан дәрес алыусылар. Хоҙай үҙенең хикмәте менән һәр көн ҡолдарына дәрес бирә. Беҙ, донъяға яратыл­ған бәндәләр, тормош һабаҡтарынан ниғмәт алып, үҙебеҙҙең хаталарыбыҙҙы төҙәтеп, саф-пак хәлдә ҡабат Алла хозурына ҡайтырға тейешбеҙ. Бер кем дә, баймы, ярлымы ул, йәнен үҙе теләгән тиклем тота алмай, ҡасандыр Аллаға ҡайтыр­ға тейеш. Шуға ла йәнебеҙҙе, күңелебеҙҙе паклар өсөн беҙгә ислам дине бирелде. Бөгөн дин тоторға, дини белем алырға мөмкинлектәр күп. Әммә беҙ гонаһ ҡылыуҙан һаман да туҡтамайбыҙ. Бәйғәмбәребеҙ: «Хәрәм юл менән ингән бер һум аҡсанан баш тартыу мең һум саҙаҡа биреүҙән хәйерлерәк», – тигән. Бөгөн күбебеҙ, ниндәй юл менән килеүен аңламайынса, мал йыйыу менән мәшғүл. Ә күп осраҡта байлыҡ һәм дәрәжә кешеләрҙең нәфсеһе аҙыуына сәбәпсе була. Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә: «Йәннәткә иң һуңынан байҙар инер», – тигән. Икенсе бер хәҙисендә: «Бер сәғәт ауырыу-сырхау­ға, бер аҙ мәшәҡәткә сабыр итеү бер йыл нәфел ғибәҙәтенән артыҡ», – тип белдергән....

Ҡөрьән ашы тәртиптәре
Новости / Иман // 14-10-2017, 13:26


Ҡөрьән ашы тәртиптәреМиңә Ҡөрьән ашы тураһында бик күп һорау бирәләр. Уларға яуап итеп, түбәндәгеләрҙе бәйән итәм.

Дини мәжлескә саҡырылған­һығыҙ икән, иң беренсе динде ихтирам итегеҙ. Кеше саҡырһағыҙ, үҙегеҙ өлгө булырға тейешһегеҙ. Бында иң әүәл дөрөҫ кейенеү, табында хәләл ризыҡтар булыу мөһим. Аятта кәрәкһеҙ темаға һөйләшеү булырға тейеш түгел. Миңә, имам булараҡ, Ҡөрьән аштарына көн дә йөрөргә тура килә. Иң беренсе һүҙҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫ кейенеүҙән башлайым. Әлбиттә, вәғәземде дөрөҫ аңларлыҡ итеп, үпкәләшеүҙәр булмаҫлыҡ итеп һөйләйем....

Ҡөрьән ашы тәртиптәре
Новости / Иман // 14-10-2017, 13:26


Ҡөрьән ашы тәртиптәреМиңә Ҡөрьән ашы тураһында бик күп һорау бирәләр. Уларға яуап итеп, түбәндәгеләрҙе бәйән итәм.

Дини мәжлескә саҡырылған­һығыҙ икән, иң беренсе динде ихтирам итегеҙ. Кеше саҡырһағыҙ, үҙегеҙ өлгө булырға тейешһегеҙ. Бында иң әүәл дөрөҫ кейенеү, табында хәләл ризыҡтар булыу мөһим. Аятта кәрәкһеҙ темаға һөйләшеү булырға тейеш түгел. Миңә, имам булараҡ, Ҡөрьән аштарына көн дә йөрөргә тура килә. Иң беренсе һүҙҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫ кейенеүҙән башлайым. Әлбиттә, вәғәземде дөрөҫ аңларлыҡ итеп, үпкәләшеүҙәр булмаҫлыҡ итеп һөйләйем....

Йөйәктә лә мәсет буласаҡ
Новости / Иман // 5-10-2017, 13:15


Йөйәктә лә  мәсет буласаҡ
Белорет районының Йөйәк ауылынан Рәхимйән Ғәләүетдинов хаҡлы ялға сыҡҡас намаҙға баҫҡан. 39 йыл тимер юлында эшләгән уҙамандың фиҙакәр хеҙмәте бихисап Маҡтау грамотаһы менән баһаланған. Өфө тимер юлы вокзалында ла маҡтаулы тимер юлсының фотоһүрәте Почет таҡтаһында эленеп тора....

Зөлхизә айындағы бөйөк көндәр
Новости / Иман // 8-09-2017, 15:29


Зөлхизә айындағы бөйөк көндәрАллаһы Тәғәлә беҙҙе был ергә тик Уға ғына ғибәҙәт ҡылыр өсөн килтергән. Әҙәм балаһы һәр ваҡыт Раббыһына рәхмәтле булырға, Унан ярҙам һорарға, Уға доға ҡылырға, намаҙ уҡырға һәм мөмкинселеге булғанда ураҙа тоторға тейеш. Бер Аллаға ғына табыныу – беҙҙең бурыс. Әммә йылдың ҡайһы бер төндәрендә һәм көндәрендә кеше ғибәҙәтен тағы ла нығыраҡ көсәйтергә бурыслы....

Ҡорбан – мал менән үтәлә торған ғибәҙәт
Новости / Иман // 1-09-2017, 09:00


Ҡорбан – мал менән үтәлә торған ғибәҙәтҠорбан – бидәле бер ваҡытта Аллаһы Тәғәләгә күңелебеҙ менән яҡынайыу ниәте менән салынған мал-тыуар. Ҡайһы бер ғибәҙәттәр тән менән булһа, был ғибәҙәт мал менән үтәлә торған ғибәҙәттән булып һанала....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM