НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Әгәр яңғыҙлыҡ йонсотһа, танышыу клубына кил!
Новости / Иман // 29-01-2011, 10:26


Башҡортостан Республикаһы мосолмандары диниә назаратындағы йәштәр бүлегенең танышыу клубы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 20 пар ғаилә ҡорҙо.
Клуб етәксеһе Марат Атйетәров әйтеүенсә, башта теркәлгән никахтар буйынса статистика алып барылмай. Йомғаҡ яһағандан һуң 2010 йылдың уртаһынан 20 ғаилә барлыҡҡа килеүе асыҡланған. Әммә клуб йәштәрҙе өйләндереү өсөн генә ойошторолмаған. Мосолман егеттәре һәм ҡыҙҙары бик баҫалҡы булғанлыҡтан, йәштәр аралашырлыҡ нигеҙ булдырылған.
БР мосолмандары диниә назараты йәштәр бүлегенең танышыу клубы 2009 йылдың йәйендә төҙөлә. Йөҙҙән ашыу кеше клуб ағзаһы булып тора. Йәштәр бүлеге активистары даими рәүештә диниә назаратында егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың осрашыуҙарын үткәрә, бергәләп сәй эсеү, аралашыуҙар ойоштора....

«Тыныслыҡта булһын уйыбыҙ»
Новости / Иман // 22-01-2011, 16:44


«Тыныслыҡта булһын уйыбыҙ»Иман – күңелебеҙ нуры, Аллаһыға инаныуыбыҙ хисе менән тулы йөрәгебеҙ сафлығы, рухыбыҙ ышығы. Үҙең өсөн донъялағы барлыҡ матди байлыҡтарҙан да өҫтөн булған ниндәйҙер рухи таяныстың булыуын тойоу ҙа берәүҙәр өсөн йәшәү мәғәнәһе. Ниндәй генә ғәмәлдәр башҡармайыҡ, тормошобоҙҙа беҙҙе Ислам әҙәбе, тәртибе, йолалары оҙата килә, тыйыуҙары яңылыш аҙымдарҙан аралай, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин менән республикала мосолмандар тормошо, рухи ҡиммәттәр, назараттың эше хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ....

Әҙәп булмаған ерҙә иман юҡ
Новости / Иман // 15-01-2011, 10:56


Бала сағымдан халҡымдың тарихы менән ғорурландым, милләттәштәремде күктәргә сөйөп, идеаллаштырып ҡараным. Элек, хәтерләүемсә, халыҡ ихлас, асыҡ, ярҙамсыл, йомшағыраҡ күңелле ине. Үҫә килә, тормошто нығыраҡ аңлай төшкәс, бөгөн милләтебеҙҙең йөҙө, холҡо насар яҡҡа үҙгәргәненә йәнем көйә. Әлбиттә, донъя алға барғас, кешеләр ҙә үҙгәрмәй тормаҫ, тиерһегеҙ, әммә, ыңғай яҡҡа ыңғайлаһындар ине…...

Иманға ҡайтыу йәштәре
Новости / Иман // 11-01-2011, 18:53


йәки Бисмиллалы аштың иҫ киткес тәмен белегеҙ
Көҙҙөң сыуаҡ, ҡояшлы көндәрен дә ҡатын үҙенең тормошоноң ҡырҡа үҙгәреүенә бәйләне. Ап-аҡ болоттар­ҙың күк йөҙөндә төрлө булып йөҙөүенә ҡарап рәхәтлек кисерҙе, шарҡылдап көлдө. Йортоноң ал­дында үҫеп ултырған саған ағастары ла уға ҡарап йылмайғандай булды. Тик өйөнөң, төҫтәре уңып, янындағы ике ҡатлы кирбес йорт янында бер байғош һымаҡ ултырыуын күреп, ҡатындың күңеле болоҡһоно. “Йә инде, үҙем генә түгел, өйөм дә таушалып бөткән. Ә бит уның да нур бөркөп ултырған сағы бар ине”, – тип уйланы ул....

Диниә назараты делегацияһы Иранға бара
Новости / Иман // 23-11-2010, 10:15


23 ноябрь – 7 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы мосолмандары диниә назараты делегацияһы мәҙәни-танышыу сәфәре менән Иран Ислам Республикаһында буласаҡ.
Делегация составына республика ҡала һәм райондарының имам-мөхтәсибтәре, шулай уҡ билдәле фоторәссамдар Рәмил Килмәмәтов һәм Ринат Әминев инә. Делегацияны БР мосолмандары диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан хәҙрәт Сәйәхов етәкләй.
26 ноябрҙә Тәһранда Рәмил Килмәмәтовтың «Башҡортостан» исемле фотокүргәҙмәһе асыласаҡ. Иранға сәфәре барышында ике фоторәссам был ил тураһында фоторепортаж әҙерләргә һәм уның нигеҙендә Башҡортостан халҡы өсөн фотокүргәҙмә ойошторорға ниәтләй....

Изге Ҡөрьәнебеҙ индерелеүгә – 1400 йыл
Новости / Иман // 13-11-2010, 11:21


Быйыл Аллаһы Тәғәләбеҙҙең һүҙе – Ҡөрьән индерелә башлауға 1400 йыл тулды. 610 йылдың изге рамаҙан айынан бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-әс­сәләмгә Ябраил фәрештә аша 23 йыл буйы тапшырыла....

Ҡорбан байрамы
Новости / Иман // 13-11-2010, 11:20


Изге Мәккә күпме мосолманды
Инәһеләй йыя ҡосаҡҡа,
Ҡәғбә ташы нисә быуат тора,
Йыһан серен бикләп йоҙаҡҡа.
...

Мосолман аш-һыуы рецептары
Новости / Иман // 13-11-2010, 11:20


Ҡорбан байрамы алдынан «Мосолман аш-һыуы. Исламда йолалар һәм байрамдар» тип аталған китап сыҡты. Уның авторы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа эшмәкәре, «Алтын торна» милли премияһы лауреаты, аш-һыу донъяһының ысын оҫтаһы – Индүсә Арыҫланова.
Яңы китапта Ислам ҡанундарын күҙ уңында тотоп әҙерләнгән ашамлыҡтарҙың рецептары тупланған. Унда бик күп илдәрҙең аш-һыуы күрһәтелгән. Бөгөн һеҙгә Индүсә Арыҫланованың яңы китабынан алын­ған бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ....

Бөйөк байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!
Новости / Иман // 13-11-2010, 11:18


Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтул-лаһи үә бәракәтүһ!
Салған ҡорбандарыбыҙ ҡан ҡойоу түгел, Аллаһы Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә шөкөр итеү, йыл буйына ҡылған гонаһтарыбыҙҙың юйылыуына бер сәбәп, фәҡир мосолмандарға ярҙам ҡулын һуҙыу.
Байрам ул – донъялар именлегенә һөйөнөү, иман яңыртыу, игелекле ғәмәлдәрҙе ишәйтеү, ишәйтергә өйрәнеү көндәре.
Аллаһы Раббыбыҙ бөтәбеҙгә лә тәүфиҡ биреп, ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәүебеҙҙе насип итһә ине. Рәсәй һәм ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген яҡты һәм нурлы, ғаиләләребеҙҙең бәхетле, ил-көндәребеҙҙең тыныс булыуын күреп ғүмер итергә яҙһын.
Донъяларҙа – именлек, араларҙа – татыулыҡ, ил- көндәребеҙҙә тыныслыҡ булып ҡына торһон. Киләһе байрамдарҙы ла шатлыҡ-ҡыуаныстар менән ҡаршы алырға насип итһен.
Ҡорбан байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!

Башҡортостан мосолмандары диниә назараты....

Афған ҡыҙының тарихы
Новости / Иман // 26-10-2010, 11:30


Афған ҡыҙының тарихыАфғанстан ҡыҙы, 19 йәшлек Аишаның ҡырҡылған танауына яһалған пластик операция тураһында һуңғы көндәрҙә бөтә донъя һөйләне, тип әйтһәң дә, арттырыу булмаҫ.
Был ҡыҙҙы атаһы 12 генә йәшлек сағында афған егетенә кейәүгә бирә. Киң матбуғат саралары билдәләүенсә, ҡыҙҙы яңы ғаиләлә ҡабул итмәйҙәр, хатта ике йыл тирәһе ат һарайында йәшәтәләр. Иренең, уның туғандарының туҡмауына сыҙай алмаған Аиша өйҙән ҡасырға ҡарар итә, ләкин тотола. Бынан һуң иренән ҡасып киткән ҡатынды өс йылға төрмәгә ултыртып ҡуялар. Тик ниңәлер ярты йылдан һуң уҡ атаһына кире ҡайтаралар. Ә атаһы ҡыҙын яңынан иренә алып барып тапшыра....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM