НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Алла» тиҙәр, «Алла» тиҙәр, Ул Аллаһы ҡайҙа, ти?
Новости / Иман // 8-06-2012, 10:38


Ерҙә фекерле кеше барлыҡҡа килгәндән һуң билдәле ғөрәфәттәр ҙә тыуа башлай. Шулай итеп, төрлө ырымдар, һуңынан дин барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта прагматик аҡыллы кешеләр ҙә булыу ихтималын юҡҡа сығарырға ярамай. Бына тап шулар ҙа инде хәҙерге атеистар­ҙың «ата-бабалары». Уларҙың төп аргументтары: Алла күҙгә күренмәй, еҫе лә юҡ, тауыш та бирмәй һ.б. − ошо меңәр йылдарға һуҙылған атеистар һәм диндарҙар бәхәсенә сик ҡуйырға, тигән бик тә амбициялы теләктәге фекер­ҙәрем менән уртаҡлашмаҡсы булдым....

Исламда яуызлыҡҡа урын юҡ
Новости / Иман // 24-04-2012, 10:22


Исламда яуызлыҡҡа урын юҡ
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты, БР мосолмандары Диниә назараты һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ойошторған сарала республика Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президенты Хакимиәте идаралығының Дини ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү департаменты начальнигы Илья Баринов, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Башҡортостан митрополияһы эштәре идарасыһы, архимандрит Игнатий Климов, ғалимдар, ислам һәм донъяуи белем биреү учреждениелары уҡытыусылары, республиканың дини эшмәкәрҙәре, Башҡортостандың 600-ҙән ашыу мосолман йәштәре ҡатнашты....

ИМАН АСҠЫСЫ – ӘҘӘП
Новости / Иман // 17-02-2012, 10:38


Беҙ 70 йыл буйы дингә ҡаршы тәрбиә алдыҡ, мәктәптәрҙә уҡыусыларға атеистик тәрбиә бирҙек. Үҙем 30 йыл интернат-мәктәптә эшләнем. Уҡытыу-тәрбиә планын төҙөгәндә иң ауыры «Атеистик тәрбиә» бүлеге ине. Мин бер ваҡытта ла ислам диненә ҡаршы әңгәмәләр яҙманым, уҡыусыларыма христиандарҙың секталары барлығын ғына һөйләй торғайным. Партия ойошмаһы секретарының планымдың «Атеистик тәрбиә» бүлегенең тейешле талаптарға яуап бирмәгәне өсөн ҡултам­ғаһын ҡуймауына әле булһа ла аптырайым.
...

Изге көндө изге ғәмәлдәр менән үткәрегеҙ
Новости / Иман // 3-02-2012, 12:22


Мөхәммәт бәйғәмбәр ғә­ләй­һис-сәләм Миләди иҫәп менән 571 йылда Рабиғел әүүәл айының 12-һендә дүшәмбе көндө изге Мәккә ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе был тирәлә билдәле кешеләр Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы улы тыуғансы уҡ үлеп ҡала, 6 йәшендә әсәһе лә вафат була. Малай әсә наҙы күрмәй етемлектә үҫһә лә, әҙәп-әхлаҡ эйәһе булараҡ таныла, халыҡ араһында абруй ҡаҙана, ышаныслы ир булып үҫә....

һорау-яуап
Новости / Иман // 20-01-2012, 09:52


Ғәрәпсә әжере ҙурыраҡ
Доғаларҙы үҙ телеңдә уҡырға яраймы? Бәлки, үҙең аңламаған телдә уҡығансы, үҙ телеңдә уҡыу хәйерлерәктер...
Н. Хәлитова.
Өфө ҡалаһы....

Саҙаҡа хаҡында
Новости / Иман // 20-01-2012, 09:51


Хәҙис-шәрифтәр
Ғаилә өсөн сарыф ителгән аҡса, Аллаһы Тәғәләнең юлы өсөн ат тәрбиәләүгә сарыф иткән аҡса һәм Аллаһы Тәғәләнең юлында йөрөүселәр өсөн сарыф ителгән аҡса − иң дәрәжәле аҡса, иң сауаплы саҙаҡа....

Сихыр һәм күрәҙәлек – оло гонаһ
Новости / Иман // 20-01-2012, 09:49


Уларға мөрәжәғәт иткәндәрҙең доғалары ҡабул булмаҫ
Сихыр һәм күрәҙәлек – оло гонаһ
Динһеҙлек ни тиклем көслө булған һайын, шул ерҙә юҡ-бар хөрәфәттәргә ышаныуҙар арта, сихыр-күрәҙәселек сәскә ата. Беҙҙең йәмғиәтебеҙ ҙә бындай наҙанлыҡтан азат түгел. Берәй бәлә-ҡаза килһә, ауырыһалар, сихырсыларға, күрәҙәселәргә йүгерәләр. Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп, унан ғына ярҙам һорайһы урынға ниндәйҙер шарлатандарға баралар. Был, әлбиттә, наҙанлыҡтан килә. Ҡөрьән Кәрим тәфсирен бер тапҡыр ғына уҡып сыҡһа, ундай юлдың яҙыҡ икәнен хатта сабый ҙа аңлар ине, моғайын. Күрәҙәсе-сихырсыларға мөрәжәғәт итеү беҙҙең өсөн файҙағамы, әллә беҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтерергә мөмкинме? Һүҙем шул хаҡта...

Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарында ял итмәйәсәкбеҙ?!
Новости / Иман // 24-09-2011, 12:48


Башҡортостан парламенты (Ҡоролтай) Дәүләт Думаһынан РФ төбәктәренә байрам ял көндәрен билдәләү хоҡуғын биреүҙе талап итергә ниәтләй.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе Сергей Дуловтың Башҡортостан Юғары судына Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарын закон­һыҙ байрамдар тип таныуҙы талап итеп мөрәжәғәт итеүе тураһында гәзитебеҙҙә яҙып сыҡҡайныҡ инде: йәнәһе, был байрамдар уның хеҙмәткә хоҡуғын сикләй. Әммә республика Фемидаһы уның дәғүәһен ҡәнәғәтләндермәгән, ә бына РФ Юғары суды дәғүәсенең һорауын ҡәнәғәтләндергән: имеш, Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдары Башҡортос­танда законһыҙ рәүештә байрам көндәре тип һанала....

Фекерҙәр уртаҡ булһын
Новости / Иман // 24-09-2011, 12:43


«Ысын ислам ҡиммәттәрен таратыу, аңлатыу – мөһим һәм уртаҡ бурыс», − тип иҫәпләй дин әһелдәре менән ғалимдар
Фекерҙәр уртаҡ булһын
Дини нигеҙҙәрҙе таратыуҙа, уны пропагандалауҙа тәү сиратта профессиональ дин белгестәре ҙур роль уйнай. Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында уҙғарылған «ХХI быуаттың мәғариф киңлектәрендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында исламды уҡытыуҙы камиллаштырыуҙа дәүләт юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеү, уҡытыу-методик базаны нығытыу, мосолмандарға белем биреүҙә бөгөнгө проблемалар тикшерелде....

Баш ҡалала халыҡ-ара ислам конференцияһы ойошторола
Новости / Иман // 3-09-2011, 11:44


Өфөлә «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» тип аталған IV халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк. Сараны Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойоштора....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM