НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Гонаһтарығыҙҙан тәүбә итегеҙ
Новости / Иман // 26-04-2013, 11:58


Гонаһтарығыҙҙан тәүбә итегеҙ“Тәүбә” “кире ҡайтыу” тигәнде аңлата. Кеше үҙенең тәбиғәте менән гонаһ ҡылыуға әүәҫ. Ул фәрештә түгел, хата-яңылышыуҙарҙан алыҫ тора алмай. Һәр кешенең иманы, Аллаһтың әмерҙәренә буйһоноу дәрәжәһе лә төрлөлөр.
Ғөмүмән, был донъяла гонаһһыҙ кеше юҡ. Бәйғәмбәребеҙ “мин гонаһһыҙ” тигән бәндәне, йылғаны арҡыры йөҙөп сығып, кейемем ҡоп-ҡоро, тип ялғанлаған кеше менән сағыштырған. Был донъяла йәшәгән кешенең кейеме керләнгән шикелле, белеп һәм белмәй ҡылған кәмселек-хата, гонаһтарҙан йәне лә бысрана. Гонаһтар оло һәм кесегә бүленә. Кем өсөндөр уҡылмай ҡалдырған нәфилә йәки сөннәт намаҙ, ураҙа күңел борсолоуына сәбәп булһа, берәүгә ғәйбәт һөйләү, зина ҡылыу, хәмер эсеү – ғәҙәти күренеш....

Хәҙис-шәрифтәр
Новости / Иман // 9-04-2013, 12:35


Аллаһы Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп бирелгән саҙаҡа етмеш төрлө бәлә-ҡаза ишеген ябыр.
Ғаиләһенә, Аллаһы Тәғә­ләнең юлы өсөн ат тәрбиәләүгә сарыф иткән һәм Раббыбыҙ юлында йөрөүселәр өсөн сарыф иткән аҡса ‒ иң дәрәжәлеһелер. Ул – иң сауаплы саҙаҡа....

Аллаһы Тәғәләгә таянған яҡлаусыһыҙ булмаҫ
Новости / Иман // 9-04-2013, 12:34


«Мәҙрәсәбеҙҙә уҡыуҙар һуң бөттө. Әсәйем борсолоп көтөп тормаһын өсөн ҡыҫҡа юлдан – парк аша ҡайтырға булдым. Урамда бик ҡараңғы ине. Күңелем менән Аллаһы Тәғәләгә таяндым. «Аятел-Көрси» доғаһын уҡый-уҡый парк аша ҡайтырға йүнәлдем. Баҡсаның уртаһына барып еткәс, артымдан бер ир килеүен шәйләп ҡалдым. Оҙон ғына кәүҙәле, баһадир бер кеше ине. Күңелемдә ҡурҡыу булһа ла, «Аятел-Көрси» доғаһын уҡыуымды туҡтатманым. Әлеге кеше етеҙ аҙымдар менән мине ҡыуып етте һәм йөҙөмә ҡарап йылмая-йылмая уҙып китте. Парктың икенсе осонда әсәйемдең борсолоулы хәлдә көтөп тороуын күреп ҡалдым», – тип һөйләй Мәрйәм исемле ҡыҙ....

Барлығына ышанырға ғына кәрәк
Новости / Иман // 9-04-2013, 12:33


Барлығына ышанырға ғына кәрәк«Алла бармы ни ул, булһа, ярҙам итер, шул тиклем дә ҡайғы-хәсрәт ебәрмәҫ ине», – тине миңә берәү. «Хоҙай яратҡан бәндәһен генә һынай, һинең, һис шикһеҙ, тормошта бәхетле мәлдәрең күп булыр. Ышан, Унан ярҙам һора, иман килтер», – тип кәңәш бирҙем мин уға.
Беҙ атеистик тәрбиә алып үҫтек. Дингә ылыҡтырған олатай-өләсәй­ҙәр тәрбиәһе беҙгә эләкмәне, Хоҙайға иман килтереүҙе белмәнек тә. Тик тормошомдағы бер ваҡиға дингә ҡарашымды бөтөнләй үҙгәртергә мәжбүр итте....

Шәфәғәт әйлә беҙгә, Эй, Мөхәммәт Мостафа!
Новости / Иман // 5-02-2013, 12:21


Шәфәғәт әйлә беҙгә, Эй, Мөхәммәт Мостафа!
Әлхәмдүлилләһ, ошо күркәм Рабиғел әүүәл айында һөйөклө бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Моста­фа ғәләйһис-сәләмдең тыуған кө­нө айҡанлы Башҡортостаныбыҙ­ҙа үткәрелгән бер нисә Мәүлит байрамында ҡатнашыу бәхете тейҙе.
...

Хәләл ризыҡ хаҡында Хәҙистәр
Новости / Иман // 22-01-2013, 12:22


Тыйылмаған йәиһә исламиәттә рөхсәт ителгән ризыҡтар хәләл һанала. Был йәһәттән бәйғәмбәребеҙ түбәндәгеләрҙе бойорҙо.
Доғаның ҡабул булыуы өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ.
Бер кеше һис хәрәм ҡатнаштырмайынса ҡырҡ көн хәләл ризыҡ ашаһа, Аллаһы Тәғәлә уның күңелен нур менән тултырыр. Йөрәгенән йылғалар кеүек хикмәт, файҙалы ғилем ағыҙыр, күңеленә донъяға мөхәббәт килтерер....

Йәнегеҙҙе көйҙөргән нәмәләр файҙаға ғыналыр
Новости / Иман // 22-01-2013, 12:21


Хәҙер мин юлда машиналар тығынында торғанда, лифтҡа өлгөрмәгәндә, әйберемде онотоп кире өйгә инергә тура килгәндә, үртәләнмәйем. Был йәнгә тейһә лә, ваҡ нәмәләр. Тимәк, Аллаһы Тәғәлә ошо ваҡытта минең шулай тотҡарланыуымды теләй.
...

Хоҙай һорағанына бирер
Новости / Иман // 22-01-2013, 12:21


Рухи остаз Ибраһим ибн Әҙһәм Басра ҡалаһы урамдары буйлап барғанда ҡалала йәшәүсе хәҙрәттәр йыйылып унан:
− Эй, хәҙрәт, Аллаһы Тәғәлә үҙенең китабында: „Һеҙ минән һорағыҙ. Мин доғаларығыҙға яуап ҡайтарырмын”, – тигән. Нимә булды икән беҙгә? Беҙ Аллаһы Тәғәләнән һорайбыҙ ҙа, ни эшләп һуң доғаларыбыҙ ҡабул булмай икән? − тип һорағандар....

Аят уҡытыу мотлаҡмы?
Новости / Иман // 22-01-2013, 12:20


Хөрмәтле «Йәшлек»!
Мин, инде бер нисә йыл тирәһе шәһәҙәт ҡылып, етди рәүештә ислам диненә бирелеп, уның һәр талабын − намаҙ, ураҙаларҙы үтәй башлаған кеше булараҡ, һеҙҙең гәзиттәге дини мәҡәләләрҙе һәр саҡ уҡып барыр­ға тырышам. Үҙем өсөн күп кенә файҙалы мәғлүмәт алам. Әммә динде өйрәнгән һайын төрлө һорауҙарым да күбәйә бара.
...

Изге көндө –изге ғәмәлдәр менән!
Новости / Иман // 22-01-2013, 12:19


Изге көндө –изге ғәмәлдәр менән!
Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм миләди иҫәп менән 571 йылда Рабиғел әүүәл айының 12-һендә дүшәмбелә изге Мәккә ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе был тирәлә билдәле кешеләр Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы бала тыуғансы уҡ үлеп ҡала, алты йәшендә әсәһе лә вафат була. Малай әсә наҙы күрмәй, етемлектә үҫһә лә, әҙәп-әхлаҡ эйәһе, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, ышаныслы ир булып үҫә.
...


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM