НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡөрьән юлында берҙәм булырға
Новости / Иман // 1-11-2013, 11:34


Ҡөрьән юлында берҙәм булырғаМөхәммәт бәйғәмбәрҙең хәҙис-шәрифендә: «Мәсет төҙөүселәргә Аллаһы Тәғәлә йәннәт төҙөп ҡуйыр», – тип әйтелә. «Хәмзә хажи» мәрхәмәтлек фонды етәксеһе, «Хәмзә» мәсете имамы, меценат Хәмзә хажи Ғәлләмов төҙөткән мәсеттәрҙе һанай китһәң, уның эшлеклелегенә хайран ҡалаһың. Хатта билдәле эшҡыуарҙар араһында ла уға тиңләшеүселәр юҡтыр. Өфөлә мәҙрәсә, күркәм Никах йорто төҙөтһөнмө, Ҡөрьән Кәрим китабын башҡортсаға нәшер иттерһенме? Инде туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлауына ҡарамаҫтан, ул һаман да хәрәкәттә, халҡы мәнфәғәтен ҡайғырта – әлеге мәлдә тыуған ере Белорет районының Асы ауылында тоҙло һыу менән менән дауаланырға килеүселәргә пансионат төҙөтә. Яңыраҡ Ҡариҙел районының Яҡуп ауылы халҡының да күптәнге теләген бойомға ашырҙы – бында Туймөхәмәт әүлиәнең элекке мәсете урынында Туймөхәмәт әүлиә мәсете үҙ ишектәрен асты....

Беренсе мөфтөй – атйетәрҙәрҙеңғорурлығы
Новости / Иман // 25-10-2013, 12:30


Беренсе мөфтөй – атйетәрҙәрҙеңғорурлығы
ХVII – XVIII быуаттарҙа Волга буйында йыш тоҡанып торған ихтилалдар Рәсәй дәүләтселегенә хәүеф менән янай. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ил Төркиә менән һуғыштар алып бара. Шуға ла батша власы илдә берҙәм мосолман идаралығы – Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ойоштороп, мосолман йәмғиәтенә иғтибарын һәм мөнәсәбәтен үҙгәртә. Идаралыҡтың тәүге етәксеһе итеп Ҡырмыҫҡалы районынан сауҙагәр, эре алпауыт Мөхәмәтйән Хөсәйенов тәғәйенләнә. Ул Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй империяһы сәйәсәтен Көнсығышта һәм Кавказда бойомға ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша, үҙ-ара дини, мәҙәни мөнәсәбәттәр үҫешенә ҙур өлөш индерә....

Илдәге иң оло ойошма
Новости / Иман // 25-10-2013, 12:29


Илдәге иң оло ойошмаӨфөлә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ойошторолоуға 225 йыл тулыуға ҡарата юбилей саралары уҙҙы.
Тантаналарҙың тәүгеһе Өфөнөң Дим районында «Мәҙинә» мәсете асылыу менән башланды. Баш ҡалабыҙҙың архитектура йөҙөнә тағы бер биҙәк өҫтәгән унар метрлыҡ дүрт манаранан торған был иман йорто биҫтәгә килеп инеү менән әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. 600 кеше һыйҙырышлы мәсет мосолмандарҙың мәғрифәтселек урыны булараҡ та файҙаланыласаҡ. Ғибәҙәтхана эстән зауыҡ менән биҙәлгән. Быны Сәмәрҡәндтән килгән рәссамдар, Мысырҙың ағасты һырлап биҙәк яһаусылары башҡарған, төп эштәрҙе, әлбиттә, урындағы оҫталар эшләгән. Ағастан һырлап эшләнгән үрелмәләр һәм диуарҙарға ғәрәп телендә яҙылған Ҡөрьән аяттарын йәш оҫта Йонос Хәйруллин башҡарған....

Бер айҙа – яңы мәсет!
Новости / Иман // 18-10-2013, 12:54


Бер айҙа – яңы мәсет!Был ваҡиға Дәүләкән районының Мәкәш ауыл советы биләмәһендәге ун туғыҙ ғына йорттан торған Ахун ауылында булды. Унда иман йорто асылды. Мәсетте ошо ауыл егете, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәүсе Урал Мостафин әсәһенең яҡты иҫтәлегенә бағышлап һалдырҙы.
Сания апай Мостафина, ире йәшләй генә вафат булғас, бер үҙе биш баланы ҡарап үҫтергән. Ауырыу ғына булһа ла, ҡыйынлыҡтар­ға бирешмәй, урындағы хужалыҡта хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләгән, бөтә балаларын да аяҡҡа баҫтырған. Ошо матур ваҡиғаның шаһиты булһа, нисек ҡыуаныр, нисек һөйөнөр ине әсә йөрәге. Төпсөк балаһы – Уралы – бер айҙа Ахун ауылы уртаһында матур мәсет төҙөтөп, уға Сания мәсете тип әсәһенең исемен бирҙе. Ауыл халҡы ла ҙур ярҙам күрһәтте төҙөлөштә. Төҙөүселәрҙе туҡландырыуҙы Уралдың бер туған апалары Вәлиә менән Зөлфирә ойошторған. Уларға Наилә Тәүлиәрова менән Лилиә Хәмзина ла ҙур ярҙам күрһәткән....

Фәнилдең тормошҡа ашҡан хыялы
Новости / Иман // 4-10-2013, 11:40


Фәнилдең тормошҡа ашҡан хыялыАуылдашыбыҙ Фәнил мулләхмәт улы Мауҡаев башлап ебәргән изге эш, ниһайәт, тормошҡа ашты
Бынан күп йылдар элек беҙҙең Федоровка районының Оло Сытырман ауылында мәсет булған. Совет власы йылдарында иман йортоноң манараһы бәреп төшөрөлә, мәсеткә йөрөгән уҡымышлы ҡарттарҙың береһе – Садиҡ Иҫәнғоловты ғаиләһе менән Нуриман районына ҡыуып ебәрәләр. Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң бөтөрөлгән мәсет мәктәпкә әйләндерелә....

Никахты кисектерергә ярамай
Новости / Иман // 4-10-2013, 11:39


Рамаҙан, сәфәр айҙарында никах уҡытырға ярамай, тиҙәр. Был дөрөҫмө? Никахты ҡасан үткәреү хәйерлерәк?
Никах – ул ике кешенең бер- береһенә тормош юлында ғүмер буйына бергә йәшәргә вәғәҙә биреүе, ғаилә ҡорорға маҡсат ҡуйған көндәре. Улар был көндө бер-береһенә тормоштағы бөтөн шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе, ҡайғы-хәсрәттәрҙе уртаҡлашып, балалар үҫтереп, уларҙы тәрбиәләп, бер-береһенә терәк, таяныс булып йәшәргә вәғәҙә бирә....

Вафат булғандарҙы иҫкә алыу
Новости / Иман // 4-10-2013, 11:39


Әруахтарҙы иҫкә алыу, ҡәберҙәрен зыярат ҡылыу – мосолман өсөн маҡтаулы эш. Вафат булыусының туғандары уны иҫкә алыу табыны йыйыр­ға тейеш.
Шәриғәт өйрәтеүенсә, аш әҙерләп, дин әһелдәре, күршеләр, дуҫ-иштәр, ҡәрҙәштәр саҡырыла. Мулла Ҡөрьән уҡырға бурыслы. Иҫкә алыу мәжлесендә саҙаҡа өләшеү шарт булыр. Тауыш сығарыу, юҡ-бар ғәйбәт һөйләү, мәйеттең яман ғәҙәттәрен иҫкә алыу тыйыла. Сөнки бындай һүҙҙәр әруахтың рухын бысрата, сауапты кәметә....

Һынауҙарҙы сабырлыҡ менән ең!
Новости / Иман // 4-10-2013, 11:38


Мөхәммәт бәйғәмбәр осоронда өс кешенән торған бер ғаилә йәшәгән. Ир менән ҡатындың Ғабдулла исемле малайҙары ла булған. Ғаилә хужаһы – атай кеше сәхрәлә аҙна буйы дөйә көткән. Көндәрҙән-бер көндө ир яҡындарын күрергә өйөнә ҡайта. Хәләл ефете менән күрешеп, ашап алғандан һуң ҡатынынан һорай:
– Улыбыҙ Ғабдулла күренмәй. Ҡайҙа һуң ул?...

Мөһим йәмәғәт институты
Новости / Иман // 27-09-2013, 11:56


Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты 1788 йылдың 22 сентябрендә Екатерина II Указы менән булдырыла. Ул Өфөлә 1789 йылдың 4 де­кабрен­дә асыла. Өфө наместнигы О. Игельстромдың һорауы буйынса дин кешеләрен һынау һәм улар араһында ышаныслыраҡтарын һайлап алыу өсөн дәүләт учреждениеһы статусы менән ойошторола.1773 – 75 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң хөкүмәттең дингә ҡарата сәйәсәте үҙгәрә, властар рәсми ислам институттарын дәүләт мәнфәғәттәрендә файҙаланыуҙы маҡсат итеп ҡуя....

Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
Новости / Иман // 20-09-2013, 12:44


Бадрҙа һуғыш
Бисмилләһир – рахмәнир – рахим!
1.
Аллаһ рәсүле Мәккәнән киткән икән тигән хәбәр Йәсриб (Мәҙинә) халҡына барып етте. Кешеләр иртәнсәк ҡаланан ситкә сығып, йәшәгән ерҙәренең именлеге өсөн Тәсһил әйтте һәм Мөхәммәтте көттө. Көндөҙгө эҫе башланғас, иртәгә йәнә көтөргә ниәтләп, кире өйҙәренә ҡайтышты.
Бер көндө Аллаһ рәсүлен ҡаршылар өсөн ирҙәр ҡаланан байтаҡ ситкә китте. Әммә ул күренмәне, ә эҫе көсәйҙе. Кешеләр кире ҡайтты һәм ҡаланың эсендә:
– Аллаһ рәсүле килде! – тигән һөрән ишеттерәләр. Кешеләр уны ҡаршыларға ташланды....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM