НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һынауҙарҙы сабырлыҡ менән ең!
Новости / Иман // 4-10-2013, 11:38


Мөхәммәт бәйғәмбәр осоронда өс кешенән торған бер ғаилә йәшәгән. Ир менән ҡатындың Ғабдулла исемле малайҙары ла булған. Ғаилә хужаһы – атай кеше сәхрәлә аҙна буйы дөйә көткән. Көндәрҙән-бер көндө ир яҡындарын күрергә өйөнә ҡайта. Хәләл ефете менән күрешеп, ашап алғандан һуң ҡатынынан һорай:
– Улыбыҙ Ғабдулла күренмәй. Ҡайҙа һуң ул?...

Мөһим йәмәғәт институты
Новости / Иман // 27-09-2013, 11:56


Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты 1788 йылдың 22 сентябрендә Екатерина II Указы менән булдырыла. Ул Өфөлә 1789 йылдың 4 де­кабрен­дә асыла. Өфө наместнигы О. Игельстромдың һорауы буйынса дин кешеләрен һынау һәм улар араһында ышаныслыраҡтарын һайлап алыу өсөн дәүләт учреждениеһы статусы менән ойошторола.1773 – 75 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң хөкүмәттең дингә ҡарата сәйәсәте үҙгәрә, властар рәсми ислам институттарын дәүләт мәнфәғәттәрендә файҙаланыуҙы маҡсат итеп ҡуя....

Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
Новости / Иман // 20-09-2013, 12:44


Бадрҙа һуғыш
Бисмилләһир – рахмәнир – рахим!
1.
Аллаһ рәсүле Мәккәнән киткән икән тигән хәбәр Йәсриб (Мәҙинә) халҡына барып етте. Кешеләр иртәнсәк ҡаланан ситкә сығып, йәшәгән ерҙәренең именлеге өсөн Тәсһил әйтте һәм Мөхәммәтте көттө. Көндөҙгө эҫе башланғас, иртәгә йәнә көтөргә ниәтләп, кире өйҙәренә ҡайтышты.
Бер көндө Аллаһ рәсүлен ҡаршылар өсөн ирҙәр ҡаланан байтаҡ ситкә китте. Әммә ул күренмәне, ә эҫе көсәйҙе. Кешеләр кире ҡайтты һәм ҡаланың эсендә:
– Аллаһ рәсүле килде! – тигән һөрән ишеттерәләр. Кешеләр уны ҡаршыларға ташланды....

Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
Новости / Иман // 13-09-2013, 13:51


Йәсрибҡа күсенеү
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1.
Аллаһ рәсүле кешеләрҙе исламға күсергә өндәп, ғәрәп ырыуҙарына йөрөй башланы.
Бер ырыуға барғас:...

Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
Новости / Иман // 5-09-2013, 11:12


4.
Әмир мосолмандарҙы ҡайтарырға тырышыуының уңышһыҙ бө­төүенә ныҡ ҡайғырҙы. Яңы бер фекер килгәнсе ул төрлө уй үткәрҙе башынан. Ул Негусҡа барып, сер итеп кенә ниҙер әйтте. Негус мосолмандарҙы яңынан саҡыртты. Тегеләр батша янына инергә торғанда Яфар ибн Әбүталип:
– Бөгөн берегеҙ ҙә һүҙ һөйләмәгеҙ. Бөтәбеҙҙең исемдән мин әйтәм, – тине....

Көйөргәҙеләр иманға ынтыла
Новости / Иман // 5-09-2013, 11:07


Көйөргәҙеләр иманға ынтылаБерәүгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа халыҡ, бигерәк тә йәштәр араһында, төрлө боҙоҡлоҡтар ҡылыу, эскелек, фәхишәлек менән шөғөлләнеү, етем балаларҙың һаны ишәйеүе, имен булмаған ғаиләләр­ҙең артыуы күҙәтелә. Илдең, шул иҫәптән республиканың теге йәки был төбәгендә традицион булмаған ислам дине ағымдарын өйрәнергә саҡыр­ған әҙәмдәр осраштыра. Ошо юҫыҡта кешеләр араһында ысын ислам дине тәғлимәттәрен таратыу, был бик тә мөһим сараға йәш быуын вәкилдәрен ылыҡтырыу, уларҙы дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәрҙән арындырыу бөгөн көнүҙәк мәсьәлә булып тора....

Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
Новости / Иман // 23-08-2013, 12:26


3.
Мөхәммәт Хәҙисә янына ныҡ тулҡынланып ҡайтты. Ҡатыны:
– Әлҡасимдың атаһы, һин ҡайҙа булдың?
Мин бар тарафҡа ла сапҡын ебәреп бөттөм, улар Мәккәгә үк етеп кире боролдо, – тине.
Мөхәммәт ҡалтырана-ҡалтырана яуап бирҙе:...

Белоретта – яңы мәсет
Новости / Иман // 16-08-2013, 14:45


      Белоретта – яңы мәсетБелорет ҡалаһының Октябрьский биҫтәһе халҡы ошо көндәрҙә оло ҡыуаныс кисерҙе – Ураҙа ғәйетен яңы мәсет бинаһында тыңлап һөйөндө. Уны рәсми рәүештә асыуға ла күп ҡалманы: йылылыҡ үткәреп, бер аҙ эске эштәрен йомғаҡлай­һы ғына ҡалған....

Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
Новости / Иман // 16-08-2013, 14:37


3.
Мөхәммәт Хәҙисәнең эшен башҡарырға уның ҡоло Майсур менән юлға әҙерләнә ине. Ағалары Мөхәммәтте оҙатырға һәм кәрәкле кешеләргә сәләм әйтергә тип каруан янына килде. Мөхәммәт беренсе тапҡыр үҙ аллы алыҫ юлға китә ине. Каруан яйлап ҡына көнөн дә, төнөн дә алға барҙы. Мөхәммәт менән Майсур үҙ-ара һөйләшә-һөйләшә килде. Мөхәммәттең на-мыҫ, тоғролоҡ тураһындағы һүҙҙәре Майсурға ныҡ тәьҫир итте. Һәр көн һайын ул юлдашына күңеле менән яҡыныраҡ була барҙы....

Ураҙа тотаһыңмы?
Новости / Иман // 26-07-2013, 16:32


Изге Рамаҙан айы дауам итә. Быйыл ул йәйҙең иң эҫе, иң оҙон көндәренә тура килде. Ураҙа тотоусыларға еңел түгел, тип уйлай күптәр, ләкин ураҙа тоторға ниәт иткән кешегә йәйҙең эҫелеге лә, көндөң оҙонлоғо ла ҡаршылыҡ була алмай икән. Беҙ бала саҡта күберәк оло йәштәгеләр ураҙа тотһа, хәҙер иһә дин юлына баҫып, матур итеп уның ғәмәлдәрен үтәүсе йәштәребеҙ ҙә йылдан-йыл арта бара. Бөгөнгө аҙна һорауынан да тап шуны күрергә мөмкин. Ураҙа тотаһыңмы, ни өсөн ураҙа тотоу кәрәк, тигән һорауҙар менән гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM