НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Раббыбыҙ кәрәкһеҙ нәмәне әмер итмәҫ

Раббыбыҙ кәрәкһеҙ нәмәне әмер итмәҫ


Донъяның аҫты-өҫкә килгән заманда йәшәйбеҙ. Бар нәмә буталып бөткән. Хәләле-харамы, яҡшыһы-яманы... Әлеге көндә күптәр харамын да, яманын да ғәҙәти хәл итеп ҡабул итә. Заманаһы шундайыраҡ, күрәһең. Һәр бер нәмәгә бер яуап: заманаһы шулай, цивилизация. Ғөмүмән, кем нимә теләй, шуны эшләй. Йәнәһе, һәр кемдең үҙ хоҡуғы.

Һуңғы осорҙа ялбыр башлы, ни ир, ни бисә булмаған һаҡалтай заттар барлыҡҡа килде. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уларға ҡарауы имәнес, ерәнес. Шулай мәсхәрәле хәлгә төшөргә нимә мәжбүр итә әҙәм балаһын? Нәфсенең хаттин ашып ҡотороноуымы, әллә тормош мәғәнәһен таба алмай йонсоумы? Ни генә булмаһын, бар нәмә лә иманһыҙлыҡҡа, Раббыңдан алыҫлашыуға барып тоташа.

Һәр кемдең үҙ хоҡуғы, ни теләй, шуны эшләй инде ул, тип аҡланыу табыр бәғзеләр. Тик бер нәмә аптырата: кемдер зина юлы менән бала тапһа ла, урамда ярым-шәрә йөрөһә лә, хәмер йотһа ла – был уның хоҡуғы. Әммә эш мосолмандарға ҡалһа, был – ысын мәғәнәһендә бәлә. Ир-егеттең һаҡал ебәреүе, ҡатын-ҡыҙҙың хиджабта көйө дәрескә килеүе, йә эшкә сығыуы ғауға өсөн бер сәбәпкә әйләнә. Уларға шунда уҡ “экстремист”, “фанатик”, йә бөтөнләй “террорсы” тигән ярлыҡ тағыла. Быны бер кем дә кемдеңдер хоҡуғын сикләү, тойғоларында уйнау, ҡыҙыҡһыныуҙарын кәмһетеү тип ҡабул итмәй.
Байрамдарҙа ғына “культурно һуҡтырыусы” берәүгә “алкаш”, йә ир-егетте аҙҙырып йөрөүсе ҡатын-ҡыҙға “уйнашсы” тип әйтеп ҡара, шунда уҡ боғаҙыңдан алырға әҙер булып, йөҙөнән алыуҙа, күңеленә тейеүҙә ғәйепләй башларҙар.

Ни ир, ни бисә булмаған, ниндәйҙер кимәлдә танылыу яулап өлгөргән затҡа әйләнеп ҡайтҡанда, ғөмүмән, йәмғиәт ундайҙарҙы тыныс ҡабул итә кеүек. Был бер кемде лә ҡурҡытмай. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙың мосолманса кейеүен бәлә күреп, уларға теш ҡайрап ташланырға торалар. Ниңәлер, берәү ҙә быны ҡатын-ҡыҙҙың үҙ хоҡуғы итеп ҡабул итмәй. “Ҡатын-ҡыҙға яулыҡ ябынырғамы, юҡмы?” тигән туҙға яҙмаған йыйылыштар үткәрәләр, был теманы форумдарҙа сәйнәйҙәр. Экстремизм күрһәткесе тип ҡабул итеп, һаҡал ебәргән ир-егеткә өркөп ҡарайҙар. Һаҡалды бары тик ир-егетте ҡатын-ҡыҙҙан айырып тороусы нәмә тип кенә ҡабул итергә кәрәк. Петр I “Европаға ишек асҡанға” тиклем Рәсәйҙә бөтә ир-ат һаҡал йөрөткән бит. Һаҡалһыҙ булыу хатта оят һаналған. Хәҙер килеп, һаҡал йөрөтөү – йә әрпешлек, йә радикализм билдәһе. Ә уны ҡырыу матурлыҡ һәм цивилизация күрһәткесе, йәнәһе.

Хиджаб та, һаҡал да йәмғиәт өсөн бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс менән янамай. Киреһенсә, тик файҙаға ғына. Раббыбыҙ кәрәкһеҙ нәмәне әмер итмәҫ. Ә бына ни ҡатын-ҡыҙ, ни ир төҫөнә инә алмаған һаҡаллы ялбырбаштар – йәмғиәткә ысын мәғәнәһендә ҡурҡыныс менән янаусы бәлә. Ундайҙар беҙҙең арала юҡ бит, был беҙгә ҡағылмай, тиер бәғзеләр... Ҡасандыр, ҡайҙалыр 10 – 14 йәшлек үҫмерҙең ирһеҙ бала табыуы, ниндәйҙер ҡитғала кемдеңдер наркотиктар арҡаһында донъя менән хушлашыуы, ир менән ҡатындың никахһыҙ ғына бергә йәшәүе хаҡында ишетеп кенә белә кеүек инек. Хәҙер бындай проблемалар беҙгә лә ҡағыла: ҡыҙҙарыбыҙ мәктәпте тамамлар-тамамламаҫтан бала таба, күпме йәш ғүмер “аҡ үлем” ҡорбанына әйләнә, ғаилә төшөнсәһе, ғаилә ҡиммәте юғала бара. Быларҙы йәмғиәт ғәҙәти хәл итеп ҡабул итә. Бер көн килеп ҙур күкрәкле, һаҡаллы заттар үҫеп килгән быуын өсөн кумирға, идеалға әйләнһә, быны ла, шулай кәрәк, тип ҡабул итерһегеҙме?

Төрлө имәнес күренештәр, әшәкелектәр һеҙҙең өсөн цивилизация күренештәре икән, мин, һеҙ әйтмешләй, “урта быуат”та ҡалам...

Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.

Сығыу ваҡыты 11-07-2014, 13:44 | Ҡаранылар: 862
|
  • Йәшлек мәҙәктәре
  • Тапҡан ризығығыҙ хәләл булһын!
  • Эске һиҙемләүегеҙ көслөмө?
  • Күрәҙәсегә барып, гонаһ алмағыҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM