НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Күҙ тейеүҙе дауалау

Күҙ тейеүҙе дауалау


Күҙ тейеүҙе дауалауӘгәр ҙә кешегә күҙ тейһә, уны дауалауы ауыр түгел. Мө­хәммәт бәйғәмбәр был хаҡта: «Әгәр ҙә берегеҙгә күҙ тей­һә, күҙ тейҙереүсенән ғөсөл, тәһәрәт алыуын талап итеп, шул һыу менән ҡойонһон», – тигән. Өмәмә бин Сәхелдең атаһы менән дә шундай хәл була. Уның атаһы әл-Хурар бер урында һыу инә. Әмир исемле сәхәбә уға ҡарап һоҡланып: «Һинең тәнең шундай аҡ, йомшаҡ, нәҡ йәш ҡыҙҙарҙыҡы кеүек, мин ундай тәнде күргәнем юҡ», – ти. Шунан һуң атаһының хәле насарая. Уны Мөхәммәт бәйғәмбәргә килтерәләр. Ул: «Берәйһенән шикләнәһеңме?» – тип һорай. «Эйе, Әмирҙән», – ти ул. Бәйғәмбәр Әмирҙе саҡырып: «Ни өсөн һин уға бәрәкәт һорап доға ҡылманың? Аяҡтарыңды йыу», – ти. Әмир йыуынғас, әл-Хурар шул һыу менән ҡойона һәм сәләмәтләнә. Әгәр ҙә күҙ тейҙереүсе ҡойонорға теләмәһә, уның шәхси берәй нәмәһен – баш кейемен йәки һөлгөһөн алырға, еүешләргә, шуның менән күҙ тейгән кешене ышҡыр­ға кәрәк. Алла теләһә, ярҙам бирер. Күҙ тейеүҙән «Фатиха», «Аятел- Көрси», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләре уҡылыр.

Көнсөллөктән дә күҙ тейергә мөмкин. Көнсөллөк – күңел сире. Көнсөл кеше башҡаларға бирелгән ниғмәттәрҙе күргәс, үҙен насар хис итә башлай һәм уларҙан шул ниғмәттәренең китеүен теләй. Бындай кешеләрҙән һаҡланыу юлы – «Фәләҡ» сүрәһен уҡып, Алланан ярҙам һорау. Аллаһы Тәғәләнең берәүгә биргән ниғмәтенән көнләшеү, уның юҡҡа сығыуын теләү ислам динендә Аллаһы Тәғәләнең асыуына юлығыусы хәрәм эштәрҙән һанала. Һәр бер йән эйәһе донъяға үҙ өлөшө менән килә. Кешеләргә мал-мөлкәтте, байлыҡты, һаулыҡ-сәләмәтлекте, матурлыҡты, ғилемде һәм башҡа ниғмәттәрҙе биреүсе – Аллаһы Тәғәлә. Алланың бәндәләренә биргән ниғмәттәренән көнләшеү – Алла биргән яҙмышҡа риза булмау, тигән һүҙ. Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Ике кешенән ҡала, бер кемдән дә көнләшмәгеҙ. Беренсеһе – Аллаһы Тәғәлә бер кешегә мал, байлыҡ бирер, ул кеше шул малды изгелеккә эшләтер. Икенсеһе – Аллаһы Тәғәлә бер кешегә ғилем, хикмәт бирер һәм ул кеше шуның менән Алла ҡушҡанса йәшәр һәм башҡаларға ла өйрәтер», – тигән.
Көнсөллөк – берәй кешеләге донъя һәм әхирәт ниғмәттәренең юҡҡа сығыуын теләү. Унан ҡотолоу өсөн үҙеңдә булған ниғмәттәргә шөкөр итергә кәрәк. Күҙ теймәһен өсөн күҙе ҡаты тип белгән кешеләр­ҙән һаҡланыр­ға, кешеләр һиңә, эшеңә, әйбереңә һоҡлан­ғанда «Мәшәллаһ» тип әйтергә онотмағыҙ.

Сығыу ваҡыты 30-05-2014, 05:17 | Ҡаранылар: 2043
|
  • Алланың рәхмәтенә өмөт ит
  • Бәйғәмбәребеҙ күккә ашҡан көн
  • Ни өсөн доғалар ҡабул булмай?
  • Хәҙис-шәрифтәр
  • Аллаһы Тәғәләгә таянған яҡлаусыһыҙ булмаҫ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM