НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мөхәммәт бәйғәмберҙең тормошо

Мөхәммәт бәйғәмберҙең тормошо


Бындайҙарға ҡарата Алла: “Тамуҡ уты күпкә эҫерәк, әгәр улар шуны аңлаһа”, – тигән.
Мосолман ғәскәре сүлгә сыҡты. Бит-күҙҙәр­ҙе өтөп барған эҫе ине. Ҡайһы бер кешеләр артта ҡалып, күләгәһе күп Мәҙинәгә кире ҡайтты. Мосолмандар Алла рәсүленә:
– Фәлән кеше тороп ҡалды, – тип әйтә килде.
– Ҡалһындар. Кәрәк булһа, Алла беҙгә ҡуша уны, – тине бәйғәмбәр.
Эсәр һыу бөткәнсе ғәскәр көнөн-төнөн барҙы. Бөтөнөһө лә сарсаны. Кешеләр, дөйәләрҙе һуйып, шуның ҡарынындағы һыуҙы эсергә мәжбүр булды. Барыһын да төшөнкөлөк алды.
Алла рәсүле янына Әбүбәкер килеп:
– Бәйғәмбәр, Раббы һиңә Унан изгелек һорарға өйрәткәйне. Алланан ярҙам һораһаңсы, – тине.
Рәсүл:
– Һиңә был кәрәкме? – тип һораны.
– Эйе.
Бәйғәмбәр ике ҡулын күккә күтәреп Аллаға ғибәҙәт ҡыла башланы. Ул ҡулдарын төшөрөп тә өлгөрмәне, Алла болот ебәрҙе. Көслө һәйбәт ямғыр яуҙы, кешеләр һыуҙы эсеп тә, йыйып та алды.
Ғәскәр төндәрен юлда булды һәм бик ныҡ арыны. Әммә иртәнге намаҙ ваҡытын көтөп берәү ҙә йоҡламаны. Билал:
– Йоҡлағыҙ, мин һеҙҙе уятырмын, – тине.
Кешеләр ятыу менән йоҡлап китте. Билал үҙе лә серемгә китте һәм таң алдынан кешеләрҙе уята алманы. Алла рәсүле үҙе тороп, Билалды саҡырҙы һәм:
– Билал, һин уларға ни әйттең? – тип һораны.
Билал, аҡланып:
– Алла рәсүле, мине лә һине йоҡлатҡан нәмә йоҡлатты, – тине.
Рәсүл уға асыуланманы. Таңды уҙғарып, улар намаҙ уҡыны. Намаҙҙы тамамлағас, дөйәләргә менеп, юлды артабан дауам иттеләр. Кешеләрҙең шыбырлашып ниҙер һөйләшкәнен шәйләп ҡалды бәйғәмбәр. Ул:
– Нимә шыбырлашаһығыҙ минән башҡа? – тип һораны.
Улар:
– Намаҙ ваҡытын үткәреп ебәргәнбеҙ тип һөйләшәбеҙ, – тине.
Рәсүл:
– Мин һеҙгә яҡшы өлгө түгелме ни? Йоҡлап ҡалыу ғәйеп түгел. Киләһе ваҡытты көтөп, намаҙҙы ҡалдырыу ғәйеп, – тине.
3.
Мосолмандар ғәскәре Табыҡҡа килеп етте, әммә Рим кешеләрен осратманы. Римдәрҙең мосолмандарҙың хәрби походынан ҡурҡҡан һәм һуғышмаҫ өсөн ғәскәрен алып киткәйне.
Рим ғәскәрен көтөп, Алла рәсүле Табыҡта көндәрен намаҙҙа уҙғарҙы. Римдәрҙең һөжүм итмәҫе асыҡланғас, ул сүллек аша үтелгән ауыр юлдан һуң кире ҡайтыуға әҙерләнә башланы.
Алла рәсүле кире ҡайтырға фарман бирҙе. Яугирҙар дөйәләргә менеп, Табыҡтан сығып китте. Юл буйында үҙҙәрен мосолман тип атаған, әммә бәйғәмбәрҙе күрә алмаған кешеләр төркөмө йыйылды. Табыҡ менән Мәҙинә араһында тау ҡыҫымында Алла рәсүлен дөйәһенән бәреп төшөрөргә йыйынған ике йөҙлө әҙәмдәр ине былар. Тарлауыҡ шул тиклем ҡыҫынҡы һәм ҡараңғы ине, уның бер яғында бейек ҡая, икенсеһендә – упҡын. Ошонда бәйғәмбәрҙе төртөп осорғанды берәү ҙә күрмәҫ тә, уны һатҡанды берәү ҙә белмәҫ, тип уйланы тегеләр.
Ҡара ниәт тураһында Алла рәсүленә белдерҙе. Ғәскәр тарлауыҡҡа еткәс, бәйғәмбәр­ҙең һөрәнсеһе:
– Алла рәсүле тарлауыҡты бер үҙе генә үтергә тейеш. Унда һеҙгә уңайлыраҡ та, киңерәк тә булыр, – тип белдерҙе.
Ғәскәр асыҡ ерҙән китте, ә бәйғәмбәр – тын һәм ҡараңғы тарлауыҡтан. Уның менән барлығы ике генә һаҡсы ҡалғайны. Береһе – алдан, икенсеһе арттан барҙы. Фетнәселәр йөҙҙәрен сапан еңе менән ҡаплап, иң аҙаҡтан килде. Бәйғәмбәр уларҙы шәйләне лә ҡысҡырып үҙенә саҡырҙы. Тегеләр, Алла рәсүленең быларҙың ҡара уйын белгәнен аңлап, ҡурҡышып кире йүгерҙе. Артабан улар яландан барған ғәскәргә инеп йәшенде.
Тарлауыҡтан сыҡҡас, бәйғәмбәр тегеләрҙе йыйҙы ла уларҙың ниәте һәм фетнәһе тураһында һөйләп бирҙе. Тегеләр шунда уҡ, бәйғәмбәрҙе үлтерергә йыйынмағандарын раҫларға маташып, Алла исеме менән ант итергә тотондо. Әммә рәсүл:
– Мин кешеләрҙең Мөхәммәт үҙенең арҡаҙаштарын үлтерә икән, тип һөйләүен теләмәйем, – тине.
Был йәһәттән Алла: “Һүҙҙә улар Алла менән ант итә, әммә әйткәндәре – алдаҡ һүҙ”, – тип белдергән.

4.
Алла рәсүле Мәккәгә күскәс төҙөткән Көмбәҙ мәсете янында ике йөҙлө бәндәләр тағы бер мәсет һалдырғайны. Үҙ мәсетендә йыйылып, улар бәйғәмбәрҙе әрләне, мыҫҡыл итте. Мәсеттә ҡорал келәте яһап, Рим хакимының һарайына барырға һәм Мөхәммәт менән уның яҡлыларҙы Мәҙинәнән ҡыуырға хәрби ярҙам һорамаҡсы булдылар.
Табыҡтан ҡайтышлай рәсүл ошо мәсет янынан уҙып бара ине. Юхалар уның ошо мәсеттә ғибәҙәт ҡылыуын һораны. Шул саҡ Алла уға, ике йөҙлөләр араһында ғибәҙәт урынын диндарҙарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡотортоу, боҙоҡ ебәреү, ышанысһыҙлыҡ тыуҙырыу урыны итеп һайланылар, бер ваҡытта ла унда ғибәҙәткә баҫма, беренсе көндән үк сафлыҡҡа, изгелеккә ҡоролған мәсетте генә Алла үҙ ризалығы менән һуғара, тип белдерҙе.
Алла рәсүле үҙенең бер нисә арҡаҙашын саҡырып алды ла, уларға был яуыз бәндәләр йыйылған мәсетте яндырырға бойорҙо. Бәйғәмбәрҙең кешеләре уға ут төрттө, сөнки был Алла мәсете түгел ине. Был ике йөҙлө бәндәләр исламға һәм мосолмандарға ҡаршы золом сығанағы итеп тотҡан йорт ине.

5.
Алла рәсүле Мәҙинә мәсетенә инеп, ике рәҡәғәт намаҙ уҡыны. Шунан ул кешеләрҙе ҡабул итә башланы. Уларҙың араһында уның менән бергә хәрби походҡа барыуҙан баш тартҡандары ла бар ине. Улар ғәфү үтенде һәм, бармауҙың мөһим сәбәбе күп ине, тип аҡланырға тырышты. Алла рәсүле уларҙың һүҙен ҡабул итте, сөнки ул кешеләргә ышана ине. Тегеләр йәшереп өндәшмәй ҡалғанды Алла алдына ҡалдырҙы.
Бәйғәмбәргә Табыҡ походында ҡатнашмаған Ғаб ибн Малик исемле ансар килде. Бәйғәмбәр:
– Яҡыныраҡ кил, – тип саҡырҙы. – Ә һиңә нимә ҡамасауланы?
Малик ялған сәбәптәр уйлап торманы, сөнки намыҫлы кеше булды, Алланың ялғансыларҙы яратмауын да белә ине.
– Минең аҡланырлыҡ бер генә сәбәбем дә юҡ, – тине ул. – Һуғышҡа бармаҫҡа бер ни ҙә ҡамасауламаны.
Бәйғәмбәр:
– Эйе, был ысын. Тор, Алла һиңә ҡарай, – тине.
Шунан тағы ике кеше килде. Быларҙың да һуғышҡа китмәҫлек сәбәптәре булмаған. Алла рәсүле кешеләргә былар менән һөйләшмәҫкә ҡушты, ә уларға ҡазый Алла булыр, тине.
Улар менән һөйләшмәнеләр, тегеләр әсенеп иланы ла иланы. Илле төн уҙҙы, берәү ҙә һүҙ ҡатманы. Быларға донъя тарайҙы, ә язаланыуҙары артҡандан-артты. Иң ҡыйын саҡтарында улар янына кешеләр тәбрик менән килде. Алла уларҙың ялбарыуын ишеткәйне һәм ярлыҡағайны.

Хушлашыу хажы
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1.
Мөхәммәт Мәккәлә еңеү яуланы һәм Көрәйеш халҡын ислам диненә күсерҙе. Рим императоры үҙҙәренә һөжүм итергә ниәтләүен белгәс тә ул тегеләргә ҡаршы сыҡты. Ә римдәр, бәйғәмбәр ғәскәренең ныҡлап һуғышырға йыйыныуын күргәс, ҡурҡышынан алыштан баш тартты. Шулайтып Алла рәсүле Ғәрәп ярымутрауында иң ҡеүәтле кеше булып танылды. Күп ырыу, берәү ҙә ҡушмаһа ла, үҙ ирке менән исламға күсте. Ошо йылда ырыу­ҙар исламлы булғас, Алла “Әлнаср” сүрәһен ебәрҙе.
Бығаса һәр ырыуҙың үҙе табына торған балбалы бар ине. Ислам кешеләрҙе берҙән-бер Аллаға табынырға саҡырғас, рәсүл арҡа­ҙаштарынан ҡайһы берәүҙәрҙе балбалдарҙы йыйған урынға тегеләрҙе ҡыйратып, йә яндырып юҡ итергә ебәрҙе. Был кешеләр Аллаға ғына ғибәҙәт ҡылһын, уға иш-иптәш тағып маташмаһын өсөн эшләнде.
Сәҡиф ырыуы Таиф тирәһендә йәшәй һәм тау башына ҡуйылған Әллат балбалына табына, шуның янында ҡорбан килтерә, йолаларын башҡара торғайны. Сәҡифтәр исламлы булды. Алла рәсүле Әбүсуфиян ибн Харб менән Әлмөһир ибн Шөйәпте Әллатты ҡыйратырға ебәрҙе. Таифҡа барғас, Әлмөһир Әлсуфиянға:
– Бар, балбалды емер, – тип ҡушты.
Әлсуфиян ҡайһы берәүҙәрҙең һаман да балбалға табынғанын белә һәм тегеләрҙең һөжүменән шөрләй ине. Әлмөһир үҙе Сәҡиф ырыуынан булғанға күрә Әлсуфиян уға:
– Үҙ кешеләреңә үҙең бар, – тине.
Әлмөһир ырыу кешеләренә барып, Әллат­ты ватырға тейешлеген әйтте. Кешеләр уға ҡамасауларға итте, сөнки ырыуҙан ҡайһы берәүҙәр Әллатҡа табына ине һәм Әлмөһирҙе үлтереп ҡуйырҙар тип ҡурҡты. Шулай ҙа Әлмөһир уларҙы тыңламайынса, суҡмар алып, балбал янына китте. Таифта, Әлмөһир балбалды ҡыйратырға килгән, тигән һүҙ таралғайны инде. Ҡатын-ҡыҙ илай-илай урамға һибелде. Балбалдың Әлмөһирҙең үҙенән үс алыуынан ҡурҡҡан ирҙәр ҙә сыҡты.
Әлмөһир файҙаһыҙ һәм көсһөҙ таш унан үс алыр йә уны ватырға ҡамасаулар тип уйлаған кешеләрҙең бер ҡатлылығынан көлөргә самаланы. Дуҫтарына:
– Хәҙер көлкө күрәсәкһегеҙ, – тип балбалды емерергә тау башына менде. Балбалдың нәфрәтенән ҡурҡып, кешеләр ҡалтыранышып тора ине. Балбалдың өҫтөнә менә лә Әлмөһир тәгәрәп төшкән кеше була.
– Әллат үҙен ватырға бирмәне, Әлмөһирҙе йыҡты! – тип ҡысҡырыштылар. Ирҙәр ҡыуанды, ҡатындар тантана итте. Әлмөһирҙән:
– Уға ҡул күтәргән һәр кешене уның үлтергәнен белмәйһеңме ни? – тип һоранылар.
Әлмөһир көлөргә тотондо:
– Мин бит һеҙҙе шаярттым ғына!
Шунан ул Әллатты суҡмар менән һуғып ватты ла, биҙәүестәрен йыйып, ут төрттө. Үҙҙәре табынған балбалдың шулай еңел генә емерелеүенә аптырап ҡалған кешеләр ни эшләргә лә белмәне. Шунда ғына улар Алланан башҡа илаһ юҡ тигәнде нығыраҡ төшөндө. Алла менән бер ни ҙә ярыштырыла алмай.

2.
Хаж мәле етте, Алла рәсүленең Мәккәгә хажға йыйыныуы билдәле булды. Мәҙинәгә күп кеше килеп, ҡаланың тирә-яғында ҡыуыш ҡороп йәшәй башланы. Йөҙ меңгә яҡын, бәлки, унан да күберәк кеше йыйылып, Алла рәсүленең юлға сығыуын, Алла йортона сәйәхәтендә уны оҙата барырға уйлап, көтөргә тотондо.
Кешеләр әҙерләнеп бөттө, бына ҡатындары, ислам өсөн көрәштә бергә булған арҡа­ҙаштары әйләнәһендә рәсүл күренде. Янын­да Әбүбәкер, Өмәр, Билал, мөһәжирҙәр атлай ине. Әли ибн Әбүталип ҡына күренмәне. Уны бәйғәмбәр халыҡты исламға әйҙәргә Йәмәнгә ебәргәйне.
Бына бәйғәмбәр мәзине Билалдың намаҙға саҡырған тауышы яңғыраны.
– Аллаһы әкбәр! Аллаһы әкбәр! Аллаһы әкбәр! Аллаһы әкбәр!
Алланан башҡа илаһ юҡ! Алланан башҡа илаһ юҡ!
Алла рәсүле бөтөн кеше менән бергә дүрт рәҡәғәт намаҙ уҡыны. Шунан ул дөйәгә менде лә юлға сыҡты, уның артынан һыу кеүек кеше ҡуҙғалды. Мөһәжирҙәр үҙҙәренең ҡасаҡ булып ошонда килгән беренсе көнөн хәтерләне. Эҙәрлекләнеп килделәр, күп тә түгел инеләр, әммә эҙәрлекләнделәр. Ә хәҙер Алла рәсүле артынан диңгеҙ булып килгән кешене күреп, йөрәктәренә ғорурлыҡ тулды. Улар ҡабат-ҡабат ауыр саҡта уларға ярҙам иткән Аллаға рәхмәт уҡыны, Уның вәғәҙәһенең үтәлеүенә һөйөндөләр.
Хаж ҡылыусыларҙың ҡоралы юҡ ине. Кәрәге лә юҡ! Бөтөн ил мосолман булды, ырыу-ара ыҙғыш ҡалманы, шуға ҡылыс йөрөтөүҙең дә хәжәте юҡ. Кешеләр төштән һуңғы намаҙ ваҡытына тиклем юлды дауам итте. Алла рәсүленә эйәреп, ике рәҡәғәт намаҙ сыҡтылар. Был намаҙ юлда кешеләр ялҡып китмәһен өсөн ҡыҫҡа итеп уҡыла. Артабан кешеләр кискә тиклем юлда булды, төндө юлда ҡунғас, иртәнсәк Алла рәсүле лә, бүтәндәр ҙә дөйәләренә менде һәм бәйғәмбәр кешеләргә өндәште:
– Миңә Ябраил килде. “Мөхәммәт, – тине ул, – үҙеңдекеләргә әйт, “ләббәйкә” (бына мин һинең алдыңда мәғәнәһендә) һүҙен ҡысҡырып ғибәҙәт итһендәр. Был өндәмә хаж йолаһына тап килә”.
Мөхәммәт:
– Ләббәйкә, Раббым! Ләббәйкә, Раббым! Лә иллаһи иллалла! Бөтөн яҡшылыҡ та тик һинән! Алланан башҡа илаһ юҡ! Аллаға бүтән иш юҡ! – тип ҡабатланы.
Бәйғәмбәр артындағы кешеләрҙең тауышы күктәргә яңғыраны, тауҙарҙан шаңдау булып кире ҡайтты.
Мәккәгә еткәнсе юл һәүетемсә барҙы. Ҡәғбә күренгәс, Мөхәммәт ҡулын күтәрҙе:
– Лә иллаһи иллалла! Алланан башҡа илаһ юҡ, уның ише лә юҡ. Ул вәғәҙәһен үтәне, үҙенең ҡолона ярҙам итте! Ул дошмандарын еңде! – тине ҡысҡырып.
Рәсүл һәм хажиҙар Арафатҡа күтәрелде. Ул тау түгел, ә алтмыш метр бейеклектә өҫтө йәйрәп ятҡан ҡая. Бәйғәмбәрҙең дөйәһе Арафатҡа еңел генә менде. Алла рәсүле ғибәҙәт ҡылды, меңләгән хажи уның янында табынды. Бәйғәмбәр намаҙын бөтөргәс, уға күктән хәбәр килде. Ул Раббының ҡушҡанын башҡарып сыҡҡан һәм ислам диненең талаптары үтәлгән, тип.
Бәйғәмбәр был турала кешеләргә белдер­ҙе:
– Бөгөн мин һеҙгә үҙемдең мәрхәмәтемде тулыһынса астым, һеҙҙең динегеҙҙең талаптарын теүәл үтәнем. Исламды һеҙҙең динегеҙ иттем.
Өмәр бәйғәмбәргә ҡараны ла илап ебәрҙе. Аптырашҡан кешеләр уға текләп:
– Ни булды? – тине.
Өмәр бәйғәмбәрҙең Раббы йөкмәткән эште бөтөрөүен төшөндө, ә был оҙаҡламай аҙаҡ етәсәк тигәнде белдерә ине. Күңел һыҙлауы йәнен алҡымына килтерҙе һәм күҙ йәштәре үҙҙәренән-үҙҙәре аҡты.


Ғәлим ХИСАМОВ тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 28-03-2014, 14:20 | Ҡаранылар: 585
|
  • Мөхәммәт бәйғәмберҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмберҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM