НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо

Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо


3.
Алла рәсүленә Көрәйештән берәү килеп:
– Һин бында нимәгә килдең? – тип һораны.
Бәйғәмбәр һуғышырға теләмәүен һәм бында изге урындарҙа булып, уларҙы данлар­ға килеүен әйтте.
Теге кеше кире ҡайтып, Көрәйеш етәкселәренә:
– Мөхәммәт һуғыш менән түгел, ә хаж ҡылыусы булып Изге йортҡа килгән, – тине.
Мөхәммәтте күрә алмаусылар:
– Әгәр ул һуғышырға килмәгән икән, ул бер ваҡытта ла бында көслөк менән аяҡ баҫмаҫ, – тине.
Бәйғәмбәргә көрәйеш кешеләре килә, уның хәлен белешә, ни эшләп йөрөүе менән ҡыҙыҡһына башланы. Ул бында һуғышырға теләмәүен, ә Ҡәғбәгә китеп барыуын әйтте. Әммә уға ышанманылар. Аптырағас, Алла рәсүле үҙенең бер ышаныслы кешеһен – Өмәр ибн Әлхаттабты Көрәйеш етәкселәренә ебәрергә булды.
– Бәйғәмбәр, улар мине бер-бер нәмә эшләтерҙәр бит. Көрәйештәр минең уларға ҡарата нәфрәтемде белә. Мин был эшкә нығыраҡ яраҡлы бүтән кешене беләм. Шуны ебәрһәңсе.
Алла рәсүле Ғосман ибн Ғәффәнде саҡырып, көрәйештәргә оҙатты. Ғосман Әбү­суфиянға һәм бүтән көрәйештәргә, бәйғәмбәр һуғышырға түгел, Ҡәғбәлә ғибәҙәт ҡылырға килде, тип әйтергә Мәккәгә китте.

4.
Ғосман тиҙ генә кире ҡайтманы, шуға хафаға ҡалды бәйғәмбәр. Мосолмандар араһында, Ғосманды үлтергәндәр икән, тигән хәбәр таралды. Был һүҙҙе ишеткәс, бәйғәмбәр ныҡ асыуланды. Мосолмандарҙы йыйып, Ғосман өсөн үс аласаҡтарына ант иттерҙе. Бәйғәмбәр һуғышырға килмәгәйне, әммә көрәйештәр уның кешеһен үлтерҙе, был түҙеп тора алмаҫлыҡ золом. Был ант ҡон ҡайтарыу анты ине.
Әммә мосолмандар Ғосман өсөн үс алырға китмәҫ борон, теге үҙе ҡайтып төштө. Уның менән, солох тураһында һөйләшергә тип, бер көрәйеш кешеһе лә килгәйне. Уны күреп, Алла рәсүле:
– Был кешене ебәргәс, көрәйештәр солох теләй икән, – тине.
Алла рәсүле менән көрәйеш вәкиле Һуҡайлы ибн Әмир араһында һөйләшеү булды. Ике яҡ та ун йыл дауамында үҙ-ара ҡораллы бәрелешкә бармаҫҡа килеште. Быйыл бәйғәмбәр үҙ кешеләре менән бергә Мәккәгә инмәҫкә, ә алдағы йылда унда өс көн булыу шарты менән кире килергә мөмкин, тип ризалаштылар.
Был шарттар тураһында ишеткәс, Өмәр ибн Әлхаттаб бик ныҡ туҙынды. Ул Алла рәсүле янына килде лә, был килешеүҙе яманлап:
– Алла рәсүле! Әллә һин Алла рәсүле түгелме? – тине.
– Эйе, мин рәсүл.
– Ә беҙ мосолман түгелме?
– Беҙ мосолмандар.
– Ә улар мәжүси түгелме?
– Эйе, мәжүсиҙәр.
– Ул саҡта ни эшләп беҙ үҙ динебеҙҙе кәмһеткәнгә түҙәбеҙ? – тине Өмәр.
Бәйғәмбәр:
– Мин – Алланың ҡоло һәм рәсүле. Мин бер ваҡытта ла ул ҡушҡанды үтәмәй ҡалмам, ә ул мине ташламаҫ.
Ул саҡта Өмәр был килешеүҙең төп асылын аңлап бөтмәне. Шуға бүтән мосолмандар кеүек ҡапыл ҡыҙып китте.

5.
Алла рәсүле килешеүҙе ҡағыҙға яҙҙырыр өсөн Әлиҙе саҡырып алды.
– Яҙ, – тине уға. – “Рәхимле һәм мәрхәмәтле Алла исеме хаҡына...”
Көрәйеш вәкиле ҡаршы төштө:
– Мин быны белмәйем. Шуға ябай ғына итеп: “Һинең исемең хаҡына, Раббым!” – тип яҙ.
Бәйғәмбәр Әлигә:
– Шулай тип яҙ: “Һинең исемең хаҡына, Раббым”, – тиң. “Был килешеү Алла рәсүле Мөхәммәт һәм Һуҡайлы ибн Әмир араһында төҙөлдө...” – тиң.
Һуҡайлы йәнә ҡушылды:
– Әгәр мин һинең Алла рәсүле икәнеңде белһәм, һинең менән бәхәсләшеп тә тормаҫ инем. Шуға ябай ғына итеп үҙеңдең исемеңде, атайыңдың исемен ҡуй.
Алла рәсүле Әлигә:
– Яҙ. “Был килешеү Абдулла улы Мөхәммәт һәм Әмир улы Һуҡайлы араһында төҙөлдө. Ошо килешеү менән кешеләр хәүефһеҙ йәшәһен, бер-береһенә ташланмаһын өсөн ун йыл дауамында һуғышты туҡтатабыҙ тигән йөкләмә алабыҙ”.
Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Мәккәгә барабыҙ тип килгән мосолмандарҙы килешеү ҡайғыға төшөрҙө. Мәккәгә инде еттек тигәндә генә, бәйғәмбәр көрәйештәр менән быйыл Ҡәғбәгә инмәҫкә, тик алдағы йылда ғына хаж ҡылырға һөйләшеп килешә. Бәйғәмбәр шулай уҡ етәкселәренең рөхсәтенән тыш мосолмандарға киткән көрәйештәрҙе кире ҡайтарырға йөкләмә алды, ә көрәйештәр Мәккәгә ҡасҡан мосолмандарҙы кире бирергә тейеш түгел ине.

6.
Бәйғәмбәр янында булған мосолмандар­ҙың күбеһе килешеүҙең мәғәнәһен аңлап бөтмәһә лә, был Алла рәсүленең ҙур еңеүе ине. Килешеү буйынса, Алла рәсүле киләһе йылда ҡан ҡойошһоҙ Мәккәгә инеү хоҡуғы алды. Был килешеү һис шикһеҙ Ғәрәп ярымутрауында исламдың дәрәжәһен күтәрҙе. Килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң ислам динен ҡабул итеү ниәте менән Мәҙинәгә килеүселәр һаны һуңғы алты йылда булғандағына ҡарағанда ныҡ артты.
Мосолмандар Мәҙинәгә ҡайтты. Юл ыңғайында Алла үҙ рәсүленә “Әл-фатиха” сүрәһен төшөрҙө. Бәйғәмбәр уны кешеләргә уҡып ишеттерҙе: “Бисмилләһир-рахмәнир-ра­хим!” (Рәхимле һәм мәрхәмәтле Алла исеме менән). Ысынлап та, Беҙ һиңә асыҡ күренеп торған еңеү бирҙек, элекке һәм һуңғы гонаһтарыңды Алла ярлыҡаһын, Үҙенең ниғмәтен һиңә тамам ҡылһын, хаҡ юлға төшөрһөн өсөн. Алла һиңә оло ярҙам күрһәтһен өсөн. Ул мөьминдәрҙең күңеленә тыныслыҡ күндерҙе, имандары менән иман арттырһындар өсөн Күктәр менән Ерҙәге бөтә көстәр – Алла ҡулында. Ул белә, Ул хикмәтле!.. Беҙ һине шаһит, хәбәрсе, өгөтләүсе итеп ебәрҙек. Алла менән уның рәсүленә иман килтерһендәр тип. Ысынлап та, һиңә ант иткән (бәйғәт биргән) кешеләр Аллаға ант итә. Уларҙың ҡулына Алла ҡөҙрәт ҡулын һалған. Кемдәр антын боҙа икән, үҙ зарарына боҙа. Алла менән ҡуйышҡан һүҙен үтәгән кешегә Ул оло әжер бирер...”
Алла рәсүле сүрәне уҡып бөткәс, мосолмандарҙың йөрәгендә ышаныс артты. Алла үҙ рәсүленә ярҙамлашты һәм Мәккәгә еңеү вәғәҙә итте.

7.
Хәлит ибн Вәлит өндәшмәй генә Мәккә урамы буйлап атлай ине. Ул Мөхәммәт килтергән яңы дин тураһында уйлап барҙы. Ул рух юғарылығына һәм әхлаҡ камиллығына саҡырған диндең өҫтөнлөгөн тоя ине. Ни эшләп уға тәкәббер булып йөрөргә, динде ҡабул итмәҫкә һуң әле? Үҙ уйҙарына батып китеп барғанда уға Әмир ибн Әласса осраны.
– Ҡайҙа китеп бараһың, – тип һораны ул.
– Исламға күсәйем тип, бәйғәмбәргә китеп барам, – тине Хәлит.
Әмир:
– Мин дә исламды ҡабул итергә йөрөйөм бит.
Улар үҙҙәрен мосолман тип танытыр өсөн икәүләп Мәккәгә китте. Уларҙы бәйғәмбәр ҡабул итте һәм улар мосолманға әүерелде. Көрәйеш үҙ батыры Хәлит ибн Әлвәлит менән хәйләкәр Әмир ибн Әлассаның ислам динен ҡабул итеүен белгәс, Мөхәммәттең көсө ҡайһылай артҡанын аңланылар. Еңеүле һуғыштарҙа яулай алмаған уңыштарына Мөхәммәт тыныслыҡта өлгәште.
Исламға өндәү

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1.
Хоҙайбейҙәге солохтан һуң кешеләр Алла диненә нығыраҡ тартыла башланы. Алла Мөхәммәтте бөтөн кешеләргә лә бәйғәмбәр итеп ебәргәс, рәсүл күрше дәүләттәрҙең хакимдарына исламды ҡабул итергә тәҡдим яһағайны. Хакимдарға ул хатты сапҡындар менән оҙатты. Шул саҡта арҡаҙаштарының береһе:
– Улар тик мисәтләнгән хатты ғына уҡый, – тигәйне.
Шунда бәйғәмбәр үҙенә “Мөхәммәт, Алла рәсүле” тигән мисәт яһатып алды. Баяғы хаттарға ошо мисәтте һуҡты.
Рәсүл кешеләрҙең тәбиғәтен яҡшы белә ине. Ул үҙе күрше илдәргә ебәрәсәк кешеләр уның ҡушҡанын бик теләп үтәренә ышанды. Ә алыҫ илдәргә оҙатыласаҡ сапҡындарҙың был тәҡдимдән баш тартырын да самаланы. Бәйғәмбәр үҙе яҡлыларҙы йыйҙы ла:
– Кешеләр! Алла мине һәммә халыҡҡа ла ебәрҙе. Мин ҡушҡанды үтәгеҙ, Мусаның апос­толдары уны тыңламаған кеүек булып тормағыҙ, – тине.
Тегеләр бәйғәмбәрҙән:
– Ә апостолдар Муса менән нимәлә килешмәгән һуң? – тип һораны.
Рәсүл:
– Муса уларҙы мин өндәгән нәмәгә саҡыр­ған. Яҡын күрше илдәргә ебәрелгән кешеләр уның ҡушҡанын бик теләп үтәгән. Алыҫ илдәргә ебәрелгәндәре уның бойороғон үтәүҙән баш тартҡан. Муса был турала үҙенең Бөйөк һәм иң Юғары Раббыһына зарланған. Ҡапыл сапҡындар, ҡайһы илгә ебәрелергә тейеш булған, шул ил телендә һөйләшә башлаған.
Алла рәсүленең арҡаҙаштары Мусаның апостолдары кеүек булып торманылар, ҡайһы илгә ҡушылған, шунда киттеләр.

2.
Рим цезарына Мөхәммәт исламға күсергә өндәгән хат менән Дихйә Әлкәлейҙе ебәрҙе. Дихйә Әшшамда хакимдың һарайына барҙы. Унда ингәс, хаким менән осрашырға кәрәклеген әйтте. Рөхсәт иткәс, һарай хеҙмәткәр­ҙәре уға:
– Хакимды күргәс, уға ныҡ итеп баш эй һәм, ул башыңды ҡалҡытырға рөхсәт итмәй тороп күтәрмә, – тине.
Дихйә:
– Мин быны бер ваҡытта ла эшләмәйем, сөнки Алланан башҡа берәүгә лә баш эймәйем, – тине.
– Тимәк, ул һин килтергән хатты алмаясаҡ.
Дихйә хаким янына башын тура тотоп инде, баш эймәйенсә хатты бирҙе. Цезарь ишектән инеүсенең баш эймәгәненә ғәжәпләнеп ҡарап ултырҙы ла хатты алды. Шунан ул тылмас саҡыртты. Теге Мөхәммәттең цезарҙы ислам диненә күсергә өндәүен уҡып ишет­тер­ҙе. Цезарҙың Мөхәммәттең кемлеге һәм ниндәй сифатта үҙенә мөрәжәғәт иткәнен белгеһе килде. Ул үҙ кешеләренә:
– Миңә Мөхәммәттең халҡынан уның тураһында һөйләй алырлыҡ кемде булһа ла табып килтерегеҙ, – тип бойорҙо.
Һарай хеҙмәтсәндәре эҙләргә йүгерҙе. Әшшамды ҡыҙырып сыҡҡас, был Ғазыла бүтән көрәйештәр менән бергә сауҙа иткән Әбүсуфиянды табып алды. Улар Әбү­су­фиянды юлдаштары менән ҡуша Иеруса­лимдағы хаким һарайына килтерҙе.
Әбүсуфиян һәм бүтәндәр цезарь янына инде. Цезарь тәхеттә алтын башлыҡ кейеп ултыра ине. Уның тирәһенә һарай хеҙмәткәр­ҙәре, данлыҡлы Рим кешеләре теҙелгән. Цезарь тылмасҡа:
– Был кешеләрҙең ҡайһыһы үҙен бәйғәмбәр тип атаусыға нығыраҡ туған икән? Һора, – тине.
Әбүсуфиян:
– Ҡәрҙәшлек яғынан иң яҡыны мин, – тине.
– Һеҙҙең арала уның нәҫеле нисегерәк баһалана? – тине цезарь.
– Уның нәҫеле ҡалын.
– Уға тиклем һеҙҙең берәрегеҙ ул әйткәнде һөйләй торғайнымы?
– Юҡ.
– Уның башы эшләйме, аҡылы теүәлме?
– Беҙ уның фекерендә йә телендә боҙоҡлоҡ күрмәнек.
– Иң шөһрәтлеләр һәм көслөләр эйәрәме уның артынан, әллә көсһөҙ һәм хәлһеҙҙәрме?
– Көсһөҙ һәм хәлһеҙҙәр, – тине Әбүсуфиян.
– Уларҙың һаны артамы, кәмейме?
– Арта.
– Ул биргән һүҙен, йөкләмәһен боҙамы?
– Юҡ.
– Һеҙ уның менән һуғыштығыҙмы?
– Эйе.
– Һеҙҙең арала һуғыш нисек барҙы?
– Алмаш еңеү менән. Бер мәртәбә ул еңде, икенсеһендә – беҙ.
– Ул һеҙҙән ни һорай?
– Ул беҙҙән Аллаға һәм Алланан башҡа бер нәмәгә лә табынмауҙы талап итә. Ул беҙгә атай-бабайҙарыбыҙҙың динен тотоуҙы тыя. Ул намаҙ уҡыуҙы, хәйер биреүҙе, һүҙ тотоуҙы һәм тоғролоҡто талап итә.
Мөхәммәтте күрә алмауына ҡарамаҫтан, Әбүсуфиян алдашмай ине. Сөнки янында бүтән көрәйештәр тора бит. Дөрөҫөн әйтмәһә, хәҙер алдаҡсы мөһөрөн аласаҡ.
Цезарь:
– Бының бәйғәмбәрлеге хаҡ, – тине. – Мин уның барлыҡҡа килгәнен белә инем, әммә бәйғәмбәрҙең һеҙҙең халыҡтан булыуын уйыма ла килтермәнем. Әгәр мин янында булһам, уның аяғын йыуыр инем.
Әбүсуфиян цезарь янынан аптырап сыҡты. Мөхәммәттең эше ошо тиклем әһәмиәт алыр тип һис башына килтермәгәйне.

3.
Алла рәсүле фарсы дәүләтенең хакимына ла хат ебәрҙе. Унда:
“Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Алла рәсүле Мөхәммәттән фарсы батшаһы Хосройға.
Аллаға һәм Уның рәсүленә ышанып хаҡ юлдан барғандарға ҡайнар сәләм. Улар Алланан башҡа илаһ юҡ, Уның ише лә юҡ, ә Мөхәммәт Уның ҡоло һәм рәсүле.
Алла исеменән мин һиңә, хаҡ мин, бөтөн кешегә Алла рәсүле, тереләргә өлгө, кафыр­ҙарға нәсихәт йөҙөнән ислам динен ҡабул ит һәм һин ҡотолорһоң, тип әйтәм. Әгәр ҙә баш тартһаң, һиңә утҡа табыныусыларҙың гонаһы төшәсәк”.
Алла рәсүле хатты Абдулла ибн Хузафаға тотторҙо ла Хосрой янына китергә ҡушты. Абдулла китте һәм Фәрсияға еткәс, үҙен ҡабул итеүҙе һорап, хаким һарайына барҙы. Инергә рөхсәт булғас, ул Алла рәсүленең хатын хакимға тапшырҙы.
Хосрой уҡый башланы. Әммә “Алла рәсүле Мөхәммәттән фарсы батшаһы Хосройға” тигән һүҙҙәрҙе күргәс, асыуы килде. Мөрәжәғәтте Мөхәммәттең үҙенән башлауы Хосройҙы ныҡ ҡыҙҙырҙы. Хосрой ҡағыҙҙы йыртҡылап бәрҙе, ә Абдулла ибн Хузафа һарайҙан сығып, кире ҡайтып китте.
Алла рәсүле менән осрашҡас, Хосройҙың хатты йыртҡылап ташлауын әйтте.
– Шуның менән Алла уның биләмәләрен ҡыйратҡан, – тине Алла рәсүле. Бер аҙ шым торғас:
Мосолмандар Хосройҙың Аҡ һарай­ҙағы хазинаһын асыр, – тине.
Алла рәсүле хаҡлы ине. Өмәр ибн Әлхаттаб дәүерендә мосолмандар фарсыларҙы еңә, ә Сәғит ибн Әбүвәҡҡәс Фәрсия баш ҡалаһын баҫып, Хосройҙың Аҡ һарайҙағы хазинаһын ала.
Ғәлим ХИСАМОВ тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 7-03-2014, 05:58 | Ҡаранылар: 1299
|
  • Мөхәммәт бәйғәмберҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмберҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM