НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Иманға килеү рухымды үҫтерә

Иманға килеү рухымды үҫтерә


Иманға килеү рухымды үҫтерәМөхәммәт бәйғәмбәрҙең күркәм сифаттары, ғәмәлдәре тураһында туғыҙ йәштәр самаһы булғанда өләсәйемдән ишеткәйнем. Уның һөйләгәндәре күңелемә шул тиклем уйылып ҡалған. Йылдар үткәс, үҙем дә дин юлына баҫырға булдым. Иман йортонда мосолман үҙен нисек тоторға тейешлеге хаҡында һөйләүем ғибәҙәт ҡылған оло инәйҙәргә оҡшаманы. Улар мине ҡыуып сығарҙы. Атеистарҙың күплеге, бәлки, ҡайһы бер кешеләрҙең аңһыҙлығы, вайымһыҙлығы арҡаһындалыр, тип уйлап ҡуям.
Өфөлә уҡыған ваҡытымда Ҡөрьән китабы, намаҙлыҡ һатып алып, үҙемсә әҙерлек үтеп, мәсеткә ғәрәпсә уҡырға өйрәнеү курсына киттем. Бер намаҙға киткән ваҡытымда булған ғына аҡсамды урлағандар. Ул аҡса минең һуңғы һумдарым ине. Был хәлде белеп ҡалған имам үҙенең аҡсаһын сығарып тотторҙо. Ошо ваҡиға мине тағы өс йылға диндән алыҫлаштырҙы. Намыҫһыҙ әҙәмдәр менән бергә мәсеткә йөрөгөм килмәне. Ләкин төшөмдә йыш ҡына үҙемде хиджабта күрәм, йән тыныслығы кисерәм, өнөмдә лә шул тойғолар солғанышында йөрөй инем. Әммә күңелдә һис тыныслыҡ юҡ. Юҡ-барға ҡайғырам, күңел төшөнкөлөгөнә биреләм.
Шул йылда ҡапыл атайым вафат булды. Ғаиләбеҙ менән шаңҡып ҡалдыҡ. Минең менән ниҙер булды. Урамға сыҡһам, өҫтөмдә нимәлер етмәгән кеүек тойола. Дин ҡанундарын теүәл үтәйем, Аллаһы Тәғә­ләнән ауыр мәлдә ярҙам, ярлыҡау һорайым, хәйер бирәм. Күңелдә уға бурыслы булыу тойғоһо көсәйгәндән-көсәйҙе. Ошондай минуттарҙың береһендә, 1 майҙан яулыҡ ябынам һәм хиджаб кейәм, тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем. Ниәтемде белеп ҡалған апайым бик матур ике хиджаб бүләк итеп, күңелемде үҫтереп ебәрҙе. Ниһайәт, балалыҡ хыялымды тормошҡа ашырып, хаҡ ислам динен ҡабул иттем. Хәҙер йәнем дә, тәнем дә тынысланды. Үҙемде Аллаһы Тәғәләнең яҡлауын, һаҡлауын тоям. Дин минең өсөн рухымды үҫтереү, нығытыу сараһы. Үҙемде ысын мосолман ҡыҙы тип һанау тәртипкә, сабыр, түҙем булырға өйрәтә. Көн дә насар ғәҙәттәр менән эске көрәш бара. Ислам – ул әҙәп- әхлаҡ тотҡаһы. Уға таянып, ныҡлы ғаилә ҡораһың, иманлы балалар үҫтерәһең. Ысынбарлыҡта тормош үҙ яйы менән аға – шул уҡ дуҫтар, туғандар, эш, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр…

Миңһылыу УСМАНОВА.

Сибай ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 28-02-2014, 13:17 | Ҡаранылар: 1601
|
  • Ихласлыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы
  • Мин нисек динде үҙләштерҙем
  • Ураҙа тотоп, кеше ҡарғамайыҡ
  • Бәйғәмбәребеҙ күккә ашҡан көн
  • Хәҙис-шәрифтәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM