RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәрәм бәрәкәт килтермәҫ

28.02.2014 Хәрәм бәрәкәт килтермәҫ

Үзбәкстан яҡтарында ҡатыҡ һатып көн күреүсе бер үзбәк йәшәгән. Ул үҙенә хажға барыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бер нисә йыл буйы ҡатыҡ һатып юллыҡ аҡса йыя ла, сәфәргә сығып китә. Юлдың яртыһын тиерлек үткәс, диңгеҙҙе йөҙөп сығыр өсөн карапҡа ултыра. Кис менән йоҡларға ятыр алдынан аҡса янсығын биленә бәйләп ҡуя. Унда ун ике алтын була. Үзбәк тыныс ҡына йоҡлап ятҡан ваҡытта берәүҙең маймылы уның янсығын ала ла караптың иң бейек урынына менеп ултыра. Шул арала ир уянып китә һәм янсығын маймылдың ҡулында күреп ҡала. Хайуанға был эште ҡушыусы тип, ир маймылдың хужаһына бысаҡ терәй һәм, аҡса янсығымды маймылың кире бирһен, ти.
– Мин был эште уға ҡушманым, ул үҙе алған бит, – ти юлдашы. Үзбәк менән маймыл хужаһы һөйләшеп торған арала маймыл янсыҡты аса ла, алтынды сиратлап һыуға, үзбәктең алдына ташлап бөтөрә. Хаж ҡылырға китеп барыусы ирҙең асыуынан бысағы төшөп китә һәм ул ике ҡулы менән битен ҡаплап илай башлай:
– Һыуҙан килгәне һыуға китте.
– Ниңә улай тип әйтәһең? Был һүҙҙәрең нимә аңлата? – тип һорай­ҙар унан.
– Тиҙерәк хажға барып ҡайтыр өсөн ҡатыҡҡа һыу ҡуша инем, – тип яуаплай ир.
Изгелек эшләргә, Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылырға теләгән кеше моратына ирешер өсөн гонаһлы эштәр ҡылырға тейеш түгел. Берәйһен рәнйетеп, кеше хаҡына инеп яҡшылыҡ ҡылыу ҙа сауап булмаҫ. Гонаһ ҡушылған изгелек хәсрәт емеше булып үҙеңә ҡайта. Хәрәм мал донъяға бәрәкәт килтермәй, булғандарынан да бер көн килеп яҙыуың ихтимал. Ашаған ризығың, кейгән кейемең, йәшәгән йортоң хәләлдән булһын. Изгелегең аҙ булһа ла дауамлы булһын, гонаһ инмәһен. Ҡөрьәндә лә: «Яҡшыға насарлыҡ ҡушылған булһа, Аллаһы Тәғәлә уны айырып алыр. Һәм бөтөн насарлыҡтарҙы, ҡаралыҡты бер ергә йыйып, бөтөнөһөн йәһәннәмгә урынлаштырыр», – тип әйтелә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?