НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » ИМАН ЙОРТО – АУЫЛ ҠОТО

ИМАН ЙОРТО – АУЫЛ ҠОТО


ИМАН ЙОРТО – АУЫЛ ҠОТОБөрйән районының Әтек ауылында “Мөхәмәтшәриф” мәсете асылды
Әгәр ауыл халҡы Алла йорто булған мәсеттәргә йөрөй, йо­ма­ларҙа, ғәйет байрамдарында ихлас ҡатнаша икән, был – кешеләрҙең иманға ҡайтыуы билдәһе ул.
Ниһайәт, Хоҙай насибы менән Ҡорбан ғәйете байрамына тағы бер байрам өҫтәлде – Бөрйән районының Әтек ауылында “Мөхәмәтшәриф” мәсете асылды.
Әтектәрҙең изге эште хуплап сығыуы, ауылдың имам-хатибы, тотош ғаиләһе менән дин юлына баҫҡан мосолман ҡәрҙәшебеҙ Хәсән Зариповтың тырышлығы менән 18 октябрь ауыл халҡы өсөн рухи яңырыш көнө булараҡ тарихҡа инеп ҡалды.
Мәсетте асыу датаһы менән яңылышлыҡтар китһә лә, иртә менән Әтек тауы халыҡтың күплегенән сыбарланды. Бигерәк матур урында ултыра шул ул – ауылға йәм, олпатлыҡ өҫтәй. Иман йортон асыу тантанаһына Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин­дың килеүе көтөлә ине. Килеү менән мөфтөй мәсет алдындағы халыҡты ҡиблаға ҡаратып теҙҙе. Рәсүл хәҙрәт матур сараны Ҡөрьән сүрә-аяттарын уҡыу менән башлап ебәрҙе. Район хакимиәте башлығы Д. Әхмәтйәнов йыйылған халыҡты ауылда ҡайтанан мәсет асылыу тантанаһы менән ҡотланы. “Хөрмәтле Әтек ауылы халҡы, Нурмөхәмәт хәҙрәт, килгән ҡунаҡтар! Шөкөр, беҙ бөгөн мөфтөйөбөҙ ҡатнашлығында районда өсөнсө мәсетте асабыҙ. Ҡасандыр мәсете, мәҙрәсәһе булған Әтектә бөгөн иман йорто ишектәрен аса. Мөхәмәтшәриф хәҙрәт бик уҡымышлы, абруйлы кеше булған. Тирә-йүндә ғилем кимәле, аҡыл дәрәжәһе менән дан алған бик күп мулла, дин әһеле ошо хәҙрәт ҡулында уҡыған. Дәһрилек дәүере артта ҡалып, хәҙрәттең исеме ауыл­ға ҡайтты – уның рухы тергеҙелде. Мәсет – Алла йорто, бында никах уҡыла, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушыла, ғибәҙәт ҡылына, дин ҡәрҙәштәребеҙ күңелдәге изгелеген башҡаларға өләшә. Районда 15 мәхәллә эшләп килә, был – 20-се мәсет. Яңы Собханғолдағы мәсеттең башы ябылды, Иҫке Собханғолдағы “Фурҡан” мәсетен төҙөү өсөн ер мәсьәләләре ыңғай хәл ителде, Ағиҙел ҡасабаһында ла иман йорто төҙөлә. Йәштәрҙең тура юлға баҫыуы һөйөндөрә. Дини мәҙәниәт кешенең йәшәйешендә сағылыш таба. Алла йорто ҡотло булһын, илебеҙгә иман һәм нур таратыуҙа уның тиңе булмаһын!” – тине ул.
Нурмөхәмәт хәҙрәттең сығышы ла бик фәһемле булды:
– Республиканың шундай матур төбәгендә көҙгө сыуаҡ бер көндә Аллаһ йорто асыла. Кисә үк был мәсеттә аҙан тауышы яңғыраны, ошо моңло аҙан, иншалла Ҡиәмәт­кәсә ишетелеп торһон. Аҙан ишетелһә, шайтан ҡаса, бәрәкәт арта. Һәр эшебеҙҙе Аллаға тәүәккәлләп, бисмилләһир-рахмәнир-рахимдан башлап өйрәнәйек. Мәсеттең биләмәһе ҙур булһын – иман йорттарын киләсәктә үҫеү перспективаһы менән төҙөү шарт. Киләсәктә мәсет эргәһендә хәләл ҡунаҡхана, ял итеү урыны, хәләл кафе, тәһәрәтхана – тотош комплекс булырға тейеш. Баймаҡта бер ауылдың имамы мәсет баҡсаһында картуф үҫтереп, приютҡа биргән.
Ислам динен ата-бабаларыбыҙ 1500 йыл әүәл ҡабул иткән. Хәҙер диндә төрлө яҡҡа тартҡылашыуҙар, ата-бабаларыбыҙ һайлаған юлдан тайпылыуҙар ҙа күҙәтелә. Аҡмулла бер шиғырында тиккә былай тип оран һалмаған: “...Мәсет һал, көсөң етһә, ил халҡына...”
Ошо шиғырҙа йәнә: “Үҙең бер тапалған сыҡма юлдан”, – тигән һүҙҙәр ҙә бар. Изге эштәргә өндәй шағирыбыҙ. Тапалған, ата-бабаларыбыҙ һайлап алған юлда йөрөһәк, аҙашмабыҙ. Исламдың меңәр йыллыҡ тапалған юлы бар. Сит илдәр Рәсәйҙе тарҡатыу маҡсатында аҫтыр­тын эш алып бара, кем тапалған юлдан сыға – аҙашыуға бара, яңылыша. Граж­дандар никахы, эсеү-тартыу, наркотиктар ҡулланыу ҙа ана шул тоғро юлдан тайпылыуға инә. Төнгө клубтар, әҙәпһеҙ-әхлаҡһыҙ тапшырыу­ҙар, кино ла йәш быуынды аҙҙырыуға, юлдан яҙҙырыуға ҡоролған.
Ислам – йәшәү рәүеше, Алла беҙгә биргән ниғмәт. Исламда фекер йөрөтөүгә ҙур иғтибар бүленә. Хатта ғибәҙәттә лә миҡдар бар. Алла беҙгә ғүмер биргән, үҙебеҙ өҫтөндә ниндәйҙер тәжрибә үткәрергә ваҡыт юҡ. Араҡы, тәмәкегә, наркотикка өйрәнгән кеше уларҙан еңел генә ҡотола алмай. Ҡуйынығыҙҙан яңы сыҡҡан балаларығыҙ ҙур ҡалаға китеп, дингә килгән, тип алдан ҡыуанмағыҙ – берәй ағымға, сектаға эләгеп, харап булмаһын. Ислам – дәүләтселектең нигеҙе. Бөгөн район хакимиәте башлығын тыңлап, ҡарап йөрөйөм дә, пенсияға сыҡһа, имам итеп ҡуйырлыҡ тим – ололарға ололоҡло, кесегә кеселекле. Юҡҡа ғына халҡыбыҙ: “Йылы һөйләһәң, йылан өңөнән сығыр, ҡаты һөйләһәң, ҡатының ҡуйыныңдан сығыр”, – тимәгән. Ғаиләлә лә йомшаҡ телле булыу шарт. Алла телде ауыҙ эсенә – эскә ҡуйған, юғиһә әллә нәмәләр ҡуптарып бөтөр ине. Бәйғәмбәребеҙ: ”Һаҡ булығыҙ: кешене йөҙө менән йәһәннәмгә илтеүсе ағза – тел”, – тигән. Бөгөн илде битарафлыҡ баҫып бара. Хатта телебеҙгә битарафбыҙ – Алла биргән ниғмәткә шөкөр итмәй, русса һөйләшеп маташабыҙ. Тел булһа, ер ҙә, ил дә, рух та һаҡланыр, иншалла”.
Мәсеттең имам-хатибы Хәсән Зарипов үҙ сығышында беренсе сиратта Хоҙайға, унан мәсет төҙөүгә өлөш индергән ауылдаштарына, дин ҡәрҙәштәренә, туғандарына сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе. Мөхә­мәтшәриф хәҙрәттең ҡан туғаны – Азамат Дәүләткилдин архив материалдарына таянып яҙған сығышында диндар туғаны хаҡында байтаҡ яңы мәғлүмәт бирҙе. Улай ғына ла түгел, ошо тарихи материалдарға таянып яҙған яҙмаһын мәсеткә бүләк итте. Уның мәсеткә бүләк итеп биргән ҙур Ҡөрьәне, бәләкәй Ҡөрьәне, аяттар яҙылған шамаилдар, ҡустылары Рәфҡәт, Тәлғәт менән берлектә биргән телевизор, балаҫ, дискылары артабан дә әтектәргә хеҙмәт итәсәк.
Район хакимиәте мәсеткә аҡсалата ярҙам итһә, район советы рәйесе Т. Кинйәбаев үҙенең ғаиләһе исеменән оргтехника алыу өсөн аҡса бирҙе, бушлай телефон, интернет бәйләнеше булдырырға вәғәҙә итте.
Мөхәмәтшәриф хәҙрәттең туғандары Мәликә апай, Гүзәл Баймырҙина, ауылдаштары бер-бер артлы телмәр тотто, мәсеткә бүләк, хәйер һалды. Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәновтың хикмәтле сығышын, ауыл хакимиәте башлығы Н. Әбүбәкиров, Баймаҡтан килгән ҡунаҡтар – Мөхәмәтшәриф хәҙрәттең зат-зәүерен, уның исемен йөрөткән бүләһенең, имамдарҙың сығышын халыҡ тын ҡалып тыңланы.
Мәсетте асыуҙың рәсми өлөшөнән һуң халыҡ, Нурмөхәмәт хәҙрәткә эйәреп, йома намаҙын уҡыны, хөтбә тыңланы, унан мәктәп ашханаһына аш ашарға юлланды.
Мәсет – ауылға бәрәкәт, тигәйне үҙ сығышында Рәсүл хәҙрәт. Әтеккә бәрәкәт булып мәсет асылды. Иман йорто менән бер рәттән, битарафлыҡҡа сумған күңелдәребеҙ ҙә Аллаға тәүәккәлләп, иманға асылһа ине.

А. ҒАРИФУЛЛИНА.

Бөрйән районы.

Сығыу ваҡыты 8-11-2013, 12:11 | Ҡаранылар: 2337
|
  • Һәр кемде иманға саҡырып торһон
  • Ҡөрьән юлында берҙәм булырға
  • Бер айҙа – яңы мәсет!
  • Фәнилдең тормошҡа ашҡан хыялы
  • Белоретта – яңы мәсет
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM