RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бер айҙа – яңы мәсет!

18.10.2013 Бер айҙа – яңы мәсет!

Бер айҙа – яңы мәсет!Был ваҡиға Дәүләкән районының Мәкәш ауыл советы биләмәһендәге ун туғыҙ ғына йорттан торған Ахун ауылында булды. Унда иман йорто асылды. Мәсетте ошо ауыл егете, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәүсе Урал Мостафин әсәһенең яҡты иҫтәлегенә бағышлап һалдырҙы.
Сания апай Мостафина, ире йәшләй генә вафат булғас, бер үҙе биш баланы ҡарап үҫтергән. Ауырыу ғына булһа ла, ҡыйынлыҡтар­ға бирешмәй, урындағы хужалыҡта хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләгән, бөтә балаларын да аяҡҡа баҫтырған. Ошо матур ваҡиғаның шаһиты булһа, нисек ҡыуаныр, нисек һөйөнөр ине әсә йөрәге. Төпсөк балаһы – Уралы – бер айҙа Ахун ауылы уртаһында матур мәсет төҙөтөп, уға Сания мәсете тип әсәһенең исемен бирҙе. Ауыл халҡы ла ҙур ярҙам күрһәтте төҙөлөштә. Төҙөүселәрҙе туҡландырыуҙы Уралдың бер туған апалары Вәлиә менән Зөлфирә ойошторған. Уларға Наилә Тәүлиәрова менән Лилиә Хәмзина ла ҙур ярҙам күрһәткән.
Сентябрь башында төҙөлә башлаған мәсет 12 октябрҙә үҙ ишектәрен асты. Был иҫтәлекле ваҡиғаға Ахун, Горчаки ауылдары халҡы ситтә йәшәгән бөтөн туғандарын йыйған. Бындай хәлдең Дәүләкән районы биләмәһендә генә түгел, Башҡортостанда ла булғаны юҡтыр. Ике ауыл халҡы мәсет асыуға ныҡлап әҙерләнгән. Иман йорто биләмәһендә ике тирмә ултыртыл­ған, буйҙан-буйға өҫтәл теҙелгән. Ҡорбан да салғандар. Ҡорбанлыҡ һарыҡты Горчаки ауылы уҙаманы Фәрит Хәйруллин килтергән. Өс ҡаҙанда аш, былау бешер­ҙеләр. Ауыл халҡы алып килгән мул ризыҡтан өҫтәлдәр һығылып торҙо. Байрамға бик күп ҡунаҡ та саҡырыл­ғайны – баш ҡалабыҙ Өфөнән Ахун Мәүлитйән хәҙрәт, Дәүләкән мәсетенең имам-мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт, Мәкәш мәсетенең имам-хатибы Илгиз хәҙрәт, Бикҡарамалы ауылы мәсетенең имам-хатибы Рауил хәҙрәт һ.б. Тантананы Дәүләкән мәсетенең имам-мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт Сафин асып, халыҡты оло байрам менән ҡотланы, Урал Мостафинға, уға ярҙам иткән һәр кемгә иң изге теләктәрен белдерҙе. Изге йорттоң буш тормауын, дини байрамдарыбыҙҙа, изге йомаларҙа бергә йыйылып, ислам динен ҙурлап йәшәргә саҡырҙы. Өфө ҡунағы Ахун Мәүлитйән хәҙрәт үткәндәргә ҡайтып, мәсеттәребеҙ емерелеүен, динде тыйыуҙарҙы иҫкә алып үтте. “Асылыбыҙға ҡайтабыҙ, динебеҙ нығына бара, мосолманға берҙәм булырға кәрәк”, – тип, мәсеттең ысын дин йорто булыуын, ошонда матур дини байрамдар үтеүен теләне. Иман йортон ҙур теләк, тырышлыҡ менән төҙөтөүсе Урал Мостафинға иң ҙур рәхмәтен еткерҙе.
Мәкәш ауыл советы хакимиәте башлығы Миҙхәт Маликов, байрам менән ҡотлап, мәсет төҙөүҙә ҡатнашыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Урындағы хужалыҡ рәйесе Әхәт Латипов бүләк тапшырып, мәсетте йылытыуҙы хужалыҡтың үҙ өҫтөнә алыуын әйтеп, бөтәһен дә ҡыуандырҙы. Мәкәштең имам-хатибы Илгиз хәҙрәт ошо ҙур ваҡиға менән ҡотлап, яҡташтарын, ҡунаҡтарҙы иманға әйҙәне, Ҡөрьәндән сүрәләр уҡыны, мәсеткә бүләген тапшырҙы. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта тыуған ауылында мәсет һалдырған Урал Мостафин бик аҙ һүҙле булып сыҡты, барлыҡ ауылдаштарына уны аңлап ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ҡотлау һүҙе менән Бикҡарамалы ауылының имам-хатибы Рауил хәҙрәт сығыш яһап, вәғәз уҡыны. Дәүләкән мәсете имам- мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт Сафин мәсеткә келәм һәм китаптар бүләк итте, мәсеттең үҙ китапханаһын булдырыуҙы теләне. Иман йорто төҙөтөүсе Урал Мостафинға ҙур ихтирам һәм рәхмәт йөҙөнән түбәтәй менән намаҙлыҡ бүләк итеп, уға иман ныҡлығы, ғаилә именлеге, уңыштар теләне. Сания инәйҙең оло ҡыҙы Вәлиә Мостафина үҙ сығышында ауылдаштарына рәхмәт уҡыны. Күмәкләгән – яу ҡайтар­ған, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Башлаған эш – бөткән эш. Бер айҙа ҡурсаҡ йорто кеүек, әкиәттәге мөғжизәләй ҡалҡып сыҡҡан мәсет бәләкәй генә ауыл урамын яҡтыртып, нурлап ултыра, бейек манаранан аҙан тауыштары яңғыраны. Оло йәштәгеләрҙең күҙҙәре йәшләнде. Изгелекле, мәрхәмәтле балалар ҡалдырған Сания инәй. Уның рухына бағышлап ҡылынған доғалар рухтарын шатландырһын, йәне йәннәт түрҙәрендә булһын, тип шыбырлай ирендәр.
Өйлә намаҙынан һуң бар халыҡ табынға саҡырылды. Балҡып ултырған мәсет алдында аҙан тауыштары, Ҡөрьән сүрәләре уҡыу аҫтында байрам мәжлесе ойошторолдо. “Сания” мәсетенең имам-хатибы итеп Зәкәриә Тәүлийәров һайланды. Ул – Ахун ауылы кейәүе, дини белемле уҙаман.
Ахун ауылы өҫтөндә аҙан тауыштары яңғырап торһон, әсәләренә күрһәткән хөрмәте Сания инәйҙең балаларына әйләнеп ҡайтһын. Афарин, Урал туғаным, афарин! Һин ысын ир-егет икәнһең!

Гөлшат САМАТОВА.
Дәүләкән районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?