НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Һынауҙарҙы сабырлыҡ менән ең!

Һынауҙарҙы сабырлыҡ менән ең!


Мөхәммәт бәйғәмбәр осоронда өс кешенән торған бер ғаилә йәшәгән. Ир менән ҡатындың Ғабдулла исемле малайҙары ла булған. Ғаилә хужаһы – атай кеше сәхрәлә аҙна буйы дөйә көткән. Көндәрҙән-бер көндө ир яҡындарын күрергә өйөнә ҡайта. Хәләл ефете менән күрешеп, ашап алғандан һуң ҡатынынан һорай:
– Улыбыҙ Ғабдулла күренмәй. Ҡайҙа һуң ул?
– Ул бик арып ҡайтып, тәрән йоҡоға китте. Бөгөн борсома, иртәгә күрешерһең, – тип яуап­лай. Иртә менән уянып, иртәнге ашты ашағандан һуң ҡатыны иренән:
– Эй, һөйөклө хәләл ефетем, нисек уйлайһың, әгәр ҙә һиңә берәй кеше аманат итеп, берәй әйбер ҡалдырып, шуны бер нисә йыл һаҡлап тор, һуңынан был әйберҙе һинән килеп алырмын, тиһә, нимә әйтерһең? Һаҡлап торған аманатыңды эйәһенә кире ҡайтарғанда шатланырһыңмы, әллә ҡайғырырһыңмы? – тип һорай.
– Эй, һөйөклө ҡатыным, аманатты эйәһенә ҡайтарған ваҡытымда ниңә ҡайғырайым? Киреһенсә, уны һаҡлай алғаныма ғорурланып, шатланып, эйәһенә тапшырырмын, – тип яуаплай ире.
– Ике донъя хужаһы Аллаһы Тәғәлә беҙгә Ғабдулланы аманат итеп биргәйне. Беҙ уны ҡараныҡ, күркәм тәрбиә бирергә тырыштыҡ. 18 йыл буйы аманат итеп һаҡлаған балабыҙҙы Аллаһы Тәғәлә үҙ хозурына алды. Ул вафат булып ҡалды. Һин көтөүҙә йөрөгәндә беҙ уны ерләнек. Беҙ был һынауҙы сабырлыҡ менән ҡаршы алайыҡ, улыбыҙ беҙгә аманат ине. Хоҙай уны беҙгә бирҙе һәм кире алды ла, – тип, ҡатыны ирен ҡосаҡланы.
Хөрмәтле дуҫым, шуны бел – был фани донъяла һәр кем һынау үтә. Төрлө-төрлө хәлдәрҙе башынан кисереүе менән Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында һынау тота.Ҡайһы бер кеше фәҡирлек менән һынала, икенсе берәүҙәр – дәрәжә, мал менән, өсөнсөләр – тәүфиҡһыҙ бала, дүртенселәр – ауырыу, яҡындарын юғалтыу менән. Был донъяла һыналмаған әҙәм юҡ.
«Мин һеҙҙе ҡурҡыу, аслыҡ, малдарығыҙҙың аҙайыуы, яҡын кешеләрегеҙҙең үлеп китеүе менән һынармын. Һынауҙарҙы сабырлыҡ менән ҡаршы алыусыларҙы шатландырырмын», – тигән Аллаһы Тәғәлә.
Сабыр итеүселәр, берәй ауырлыҡ килһә: «Ҡулыбыҙҙа булған бөтөн әйбер – Аллаһы Тәғәл­ә­некелер. Уның ҡаршыһына ҡайтыуыбыҙ бар», – тип, иңдәренә һынау төшкәндә уны түҙемлек менән еңә. Кешенең донъяла иң беренсе аҙымы һынауҙа икәнлеген аңлап, шуны ҡабул итеүе. Әҙәм балаһы аңы, сабырлығы менән ҡыйынлыҡтарҙы үҙендә тотмайса оҙатып ебәрә.
Эй, һөйөклө дуҫым! Онотма, Аллаһы Тәғәлә тарафынан һиңә бирелгән күҙҙәрең, аяҡтарың, ҡулдарың, бөтөн ағзаң, атай-әсәйең, балаларың, ҡатының, ирең, сибәрлегең, дәрәжәң, малың – барыһы ла һиңә аманат. Хоҙай биргән ағзаларың менән гонаһ эшләмә, малың – дәрәжәң менән тәкәбберләнмә. Әгәр ҙә шулай эшләһәң, аманатҡа хыянат итеүселәрҙән булырһың. Раббыбыҙ һине ебәргәндәренән яҙҙыра икән, түҙемле бул, үҙеңдең һынау­ҙа икәнлегеңде һуңғы һулышыңа ҡәҙәр онотма.

(«Бәхеттәрҙең серҙәре»
китабынан).

Сығыу ваҡыты 4-10-2013, 11:38 | Ҡаранылар: 1446
|
  • Әсе емеш
  • Алланың рәхмәтенә өмөт ит
  • Ни өсөн доғалар ҡабул булмай?
  • Хәҙис-шәрифтәр
  • Аллаһы Тәғәләгә таянған яҡлаусыһыҙ булмаҫ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM