НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо

Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо


Бадрҙа һуғыш
Бисмилләһир – рахмәнир – рахим!
1.
Аллаһ рәсүле Мәккәнән киткән икән тигән хәбәр Йәсриб (Мәҙинә) халҡына барып етте. Кешеләр иртәнсәк ҡаланан ситкә сығып, йәшәгән ерҙәренең именлеге өсөн Тәсһил әйтте һәм Мөхәммәтте көттө. Көндөҙгө эҫе башланғас, иртәгә йәнә көтөргә ниәтләп, кире өйҙәренә ҡайтышты.
Бер көндө Аллаһ рәсүлен ҡаршылар өсөн ирҙәр ҡаланан байтаҡ ситкә китте. Әммә ул күренмәне, ә эҫе көсәйҙе. Кешеләр кире ҡайтты һәм ҡаланың эсендә:
– Аллаһ рәсүле килде! – тигән һөрән ишеттерәләр. Кешеләр уны ҡаршыларға ташланды.
Бәйғәмбәр менән Әбүбәкер кешеләр һырыуында килә ине. Бөтәһе лә кемуҙарҙан ҡысҡыра, шатлана. Ә ҡатын-ҡыҙ өй ҡыйыҡтарына менеп:
– Кемеһе ул икән? Ҡайһыныһы ул икән? – тип ҡабатланы түҙемһеҙләнеп.
Тауыш торған һайын көсәйҙе, бөтөн Мәҙинә геүләне. Бар ерҙә лә:
– Әссәләмәғәләйкүм! Бәйғәмбә­ребеҙ килгән! Вәғәләй­күмәс­сәләм! Аллаһ рәсүле килгән! Аллаға шөкөр! – тигән ҡыуаныс ишетелде.
Йәсрибты сәләмләй-сәләмләй килде Мөхәммәт. Ошо көндән башлап ул «Рәсүл ҡалаһы» (Мәҙинәт Әлрәсүл) тип атала башланы.

2.

Бәйғәмбәр Мәҙинәгә аяҡ баҫыу менән мөһәжирҙәр (күсмәнселәр) һәм ансарҙар (уның яҡлылар, ар­ҡаҙаштар) уратып алды. Бәйғәмбәр уларҙы үҙ-ара дуҫлаштыра, туғанлаштыра килде. Һәр күсмәнсенең урындағы уның яҡлыларҙан ҡиәмәтлек туғаны барлыҡҡа килде. Аллаһ хаҡына бында күсенгән кешеләр Мәккәлә бар мөлкәтен ташлап китте, бында ул өйһөҙ, мөлкәтһеҙ бер бәндәгә әүерелде. Мәккәнән килеүселәр ныҡлап төпләнеп, эш тапҡансы Мәҙинә кешеләренә уларҙы үҙ ҡарамағына алыр­ға тура килде.
Мәккәнең ҡоро һауаһына күнеккән кешеләр Мәҙинәгә килгәс, ауырып бер булды. Билал менән Әбүбәкер ҙә ауырыны. Әбүбәкерҙең ҡыҙы Ғәйшә былар­ҙың хәлен белергә инде.
– Атай, хәлең нисек? Ә һинеке, Билал? – тине ул.
Әбүбәкер менән Билал тыуған Мәккәне һағынып иҫкә алыуҙары тураһында һөйләнеләр. Ундағы кешеләрҙең ҡыҫымына һәм эҙәрлекләүенә ҡарамаҫтан, ҡаланы яратыуҙарын әйттеләр. Мәҙинәлә уларҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршылаһалар ҙа, тыуған тупраҡты һағынып бер булалар ине. Мөхәммәт менән никахҡа ингән Ғәйшә атаһы менән һөйләшеп килгәндән һуң:
– Әбүбәкер менән Билал Мәккәне юҡһына, – тине.
Аллаһ рәсүле:
– Раббым, Мәҙинәне лә Мәккә кеүек унан да нығыраҡ күңелгә яҡын ҡала ит, – тип ялбарҙы.

3.

Намаҙ ваҡыты етәрәк мосолмандар мәсеткә йыйыла ине. Һуңламаҫ өсөн алданыраҡ килә торған булдылар. Быға уларҙы берәү ҙә саҡырманы йә ирекһеҙләмәне, һәр кем үҙе белеп килде. Намаҙ ваҡытын билдәләп ке­шеләр­ҙе саҡырыр өсөн Аллаһ рә­сүле тәүҙә йәһүдтәр һымаҡ торба ҡысҡыртмаҡсы булғайны ла шунан насраниҙарҙағы кеүек ҡыңғырау һуҡтырырға уйланы. Уның ҡушыуы буйынса мосолмандарҙы намаҙға өндәр өсөн ҡыңғырау яһанылар. Аллаһ рәсүле мәсеттә саҡта уның янына бер кеше килде лә:
– Аллаһ рәсүле! – тине. – Мин төшөмдә ҡулына ҡыңғырау тотҡан йәшел кейемле берәүҙе күрҙем. Мин унан: «Алланың ҡоло, һин был ҡыңғырауҙы һатаһыңмы?» – тип һораным. Ә ул : «Ә һин уны ни эшләтер инең?» – тип һорауға һорау менән яуапланы. Мин: «Беҙ ҡыңғырау менән диндарҙарҙы на­маҙға саҡырабыҙ», – тинем. Теге: «Мин һиңә бының өсөн яҡшыраҡ берәр сара тәҡдим итәйемме?» – тине. «Нимә һуң ул?» – тип ҡыҙыҡһындым мин. «Аллаһ бөйөк! Аллаһы әкбәр! Аллаһы әкбәр! Аллаһы әкбәр! Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Алланан башҡа илаһ юҡ. Мөхәммәт ғәлиәссәләм – Аллаһ рәсүле. Мөхәммәт бәйғәмбәр – Аллаһ рәсүле. Әйҙәгеҙ намаҙға! Әйҙәгеҙ намаҙға! Аллаһ әкбәр! Аллаһ әкбәр! Лә илаһи иллалла!» – тип әйт», – тине.
Аллаһ рәсүле:
– Был ысын күренеш. Аллаға шулай хәжәт. Бар, Билалға әйт. Ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлап, ул намаҙ ваҡытын билдәләһен. Уның тауышы һинекенән яңғырауыҡлыраҡ.
Билал намаҙ ваҡыты еткәнен белдереп, аҙан әйтте һәм һәр тирә-яҡтан кешеләр мәсеткә йыйыла башланы. Өмәр ибн Әлхаттап та өйөндә саҡта аҙанды ишетте. Ул кейенә-кейенә бәйғәмбәр янына сыҡты:
– Аллаһ рәсүле, мин дә төшөмдә шуны уҡ күрҙем, – тине.
Бәйғәмбәр:
– Аллаға дан! – тине.

4.

Аллаһ рәсүле Әбүсуфыяндың Көрәйеш карауаны менән сауҙа иткәндән һуң Әшшамдан ҡайтҡанын ишетте. Көрәйеш кешеләре Аллаһ рәсүленә һәм уның арҡаҙаштарына күп зыян килтерҙе, бөтөн мөлкәтен ташлап Мәккәнән дә китергә мәжбүр итте. Мөхәммәт үҙенең кешеләренә:
– Тауар тейәгән Көрәйеш карауаны килә. Ҡаршыһына сығайыҡ әле, – тине.
Карауанға һөжүм итер өсөн Мөҡәжир менән Ансар кешеләре лә китте. Әбүсуфыян етәкселегендәге карауанға һөжүм итеп, мо­солмандар Мәккәлә юғалтҡан мөлкәттең бер өлөшөн булһа ла ҡайтармаҡ булғайны. Әбүсуфыян Мөхәммәттең һөжүм итерен һиҙемләгәйне, шуға тегенең тураһында хәбәр-хәтер йыя торҙо. Кемдер уға, Мөхәммәт карауанға ташланырға сыҡты, тип еткер­ҙе. Әбүсуфыян карауанға һәм ундағы мөлкәткә хәүеф янағанын хәбәр иттерер өсөн Мәккәгә сапҡын оҙатты. Мәккәгә еткәс, сапҡын:
– Көрәйеш кешеләре! Әбүсу­фыянға һеҙ тапшырған мөлкәтте Мөхәммәт һәм уның кешеләре тартып алмаҡ була, ә һеҙ быны бел­мәй­һегеҙ ҙә, – тине.
Һөңгө һәм ҡылыстар менән ҡоралланған Көрәйеш отряды карауанды һаҡларға ташланды. Көрәйеш аҡһаҡалдарынан был эштә тик Әбүләһәб ибн Әлмо­таллип ҡына ҡатнашты. Көрәйеш отряды 950 кешенән, 200 аттан тора ине. отрядҡа дөмбөрлө йырсылар ҙа ингәйне. Улар күмәкләп үҙ тауарын һәм мөлкәтен һаҡлап ҡалмаҡ итте.
Аллаһ рәсүле Мәҙинәнән ике ҡара байраҡ аҫтында сыҡты. Береһен Әли ибн Әбүталип, икенсеһен инсарҙар күтәргәйне. Мосолмандарҙың ни бары ике аты булды. Береһен Әлзөбәйер ибн Әләүәм, икенсеһен Әлмиктәй ибн Әләсүәт менгәйне. Отрядта тағы 70 дөйә, һәр ҡайһыһында өсәр һуғышсы булды.
Аллаһ рәсүле көрәйештәрҙең үҙ тауарын һаҡларға килә ятҡанын белде. Мосолмандарға һуғыш түгел, ә Әбүсуфыян етәкләгән карауанды баҫыу кәрәк ине. Мосолмандар артабанғы хәрәкәт тәртибен тикшергән саҡта бер кеше тороп:
– Аллаһ бәйғәмбәре! Аллаһ күрһәткән юлдан бар. Беҙ һиңә Израил улдары Мусаға: «Раббың менән һуғышҡа бар, ә беҙ көтөп торорбоҙ», – тигәнде, әлбиттә, ҡабатламабыҙ. Беҙ: «Раббың менән һуғышҡа бар, беҙ ҙә һинең менән бергә һуғышырбыҙ», – тибеҙ.
Был кеше мөнәһир ине. Бәйғәмбәр ансарҙарҙың да һүҙен ишеткеһе килде.
– Кешеләр! Һеҙҙән дә кәңәш булһа икән, – тине.
Ансар етәкселегенән Сәйет ибн Мөүәз:
– Аллаһ рәсүле, ысынлап та, һиңә беҙҙең кәңәш кәрәкме? – тине.
– Эйе.
Сәйет:
– Беҙ һиңә ышандыҡ. Һин хәҡиҡәт юлында тип беләбеҙ. Беҙ һине тыңларға һәм буйһонорға тантаналы ант иттек, һүҙ бирҙек. Шуға, Алла рәсүле, үҙең нисек кәрәк тип һанай­һың, шулай эшлә. Беҙ һинең янда.

5.

Бәйғәмбәр отряды менән Бадр уйһыулығына етте һәм ошонда быуа быуып, һыу тултырҙы. Көрәйештәр ғәскәрен күргәс, күккә ҡарап:
– Раббым! Атлы ғәскәре менән ҡуша көрәйештәр килә. Һауалы булыуҙары арҡаһында улар һиңә һәм һинең рәсүлеңә ҡаршы һуғышҡа сыҡты. Улар бәйғәмбәреңде алдаҡта ғәйепләй. Раббым, беҙгә вәғәҙә иткәнеңде бир һәм еңеү ебәр!
Мосолмандар һәм көрәйештәр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы теҙелде. Көрәйештәрҙән берәү:
– Уларҙың быуаһынан һыу эсергә һәм уны ҡыйратырға Раббым алдында һүҙ бирәм, – тине.
Теге быуаға табан ҡуҙғалғас, Хәмзә ибн Әбделмоталлип уға ҡаршы сыҡты ла тәүҙә көрәйештең аяғын сабып өҙҙө, шунан быуа ярында үлтерҙе. Көрәйештәр сафынан өсәү сыҡты ла мосолмандарҙы һуғышҡа саҡырҙы.
– Мөхәммәт! Үҙеңдекеләрҙең араһынан иң көслөләрҙе сығар беҙгә ҡаршы! – тип ҡысҡырҙылар.
Бәйғәмбәр:
– Өбәйҙә, Хәмзә менән Әли, баҫығыҙ ҡаршы! – тип бойорҙо.
Алыш башланды. Хәмзә дошманын үлтерҙе. Әли ҙә үҙ дошманын тиҙ үк еңде. Өбәйҙә лә еңеүгә өлгәште. Өс мосолман көрәйештең өс аҡһаҡалын түшәп һалды.
Шунан Мөхәммәт яҡлылар һәм көрәйештәр араһында уҡ атыш китте. Мөхәммәт үҙе яҡлыларға:
– Мөхәммәттең йәненә хужа булыусы ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ, һуғыш яланында ауһа ла сигенмәҫ яугирҙарға ожмах кинәнесе вәғәҙә итә, – тине.
Ҡанлы һуғыш китте. Ике яҡ та ҡылыс алышына ташланды. Ҡо­рал­дар дошман өҫтөнә төштө. Әбү­йәһәл үлде. Мосолман батырҙары аяу белмәй һуғышты, мәжүсиҙәр­ҙең баштары оса торҙо. Мәккә һуғышсылары башлыҡтарының үлгәнен күргәс, ҡаса башланы. Мосолмандар уларҙы ҡыуа һәм тотоп әсиргә ала башланы. Әсиргә төшөүселәр араһында Өмәй ибн Хәләф тә бар ине. Уны күргәс, Билал Мәккәлә тегенән татыған язаларын иҫенә төшөрҙө. Мөхәммәтте яҡлаған өсөн сүлгә сығарып, ауыр таш аҫтына һалып ҡуйғанын нисек онотһон?
Билал:
– Өмәй ибн Хәләфтең башы! Һин ҡотолһаң, мин үләм! – тип вәғәҙәләне.
Билал дошманына ташланды һәм уны ҡылыстан үткәрҙе. Ул Бадр һуғышында үлтерелгән көрәйеш аҡһаҡалдарының һуңғыһы ине.
Үле кәүҙәләрҙе мосолмандар Бадр уйһыулығындағы ҡойоларҙың береһенә ырғытты. Уларҙың өҫтөнә Аллаһ рәсүле:
– Бына һеҙ үҙегеҙҙең Раббығыҙ вәғәҙә иткәнде алдығыҙ, ә мин үҙемдең Раббымдың вәғәҙәһендәгегә өлгәштем, – тине.
Мосолмандар:
– Аллаһ рәсүле! Һин мәйеттәргә өндәшәһеңме? – тип аптыранылар.
– Ул мине һеҙҙән кәм ишетмәй, – булды яуап.
Бадрҙағы һуғыш мосолмандар­ҙың еңеүе менән бөттө. Ул Мөхәмәт­тең бер тигән еңеүе, көрәйештәрҙең хурлыҡлы ҡыйралыуы ине. Аллаһ ихтыяры булһа, йыш ҡына аҙ һанлы ғәскәр ҙур көстө лә еңә.

(Аҙағы. Башы 1 – 11-се һандарҙа).

Сығыу ваҡыты 20-09-2013, 12:44 | Ҡаранылар: 1269
|
  • Мөхәммәт бәйғәмберҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM