НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо

Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо


3.
Мөхәммәт Хәҙисә янына ныҡ тулҡынланып ҡайтты. Ҡатыны:
– Әлҡасимдың атаһы, һин ҡайҙа булдың?
Мин бар тарафҡа ла сапҡын ебәреп бөттөм, улар Мәккәгә үк етеп кире боролдо, – тине.
Мөхәммәт ҡалтырана-ҡалтырана яуап бирҙе:
–Ташламағыҙ мине, янымда булығыҙ.
Хәҙисә уны йылы итеп төргәс кенә ҡалтыраныуы баҫылды. Шунан ғына Мөхәммәт ни булғанын һөйләй алды. Мөхәммәт:
– Мин ныҡ ҡурҡтым, – тине.
Хәҙисә ышаныслы итеп:
–Ҡурҡа торған бер ни ҙә юҡ. Ҡыуанырға кәрәк. Аллаһ бер ҡасан да һиңә зыян яһамаясаҡ. Һин Шәүкәт эйәһе менән бәйләнгәнһең һәм һинең һөйләгәндәрең ысын, – тине.
Ябраил Мөхәммәткә килеп Ҡөрьән бирҙе. Мөхәммәт ял итмәк булып йоҡларға ятты, ә Хәҙисә ике туған ағаһы Вәрәкә ибн Нәүфилгә китте. Ул Мөхәммәттән ишеткәнен һөйләп бирҙе. Вәрәкә күп итеп, шул иҫәптән Тора менән Инжилды уҡыған кеше ине. Ул:
– Әгәр һин ысынды һөйләһәң, Вәрәкәнең йәне уның ҡулында, –тине. – Уның янына Муса эргәһенә килгән бөйөк Намыс (Ябраил) төшкән. Ул – беҙҙең халыҡтың бәйғәмбәре. Әйт уға, ныҡ булһын.
Хәҙисә Аллаһ бәйғәмбәре янына ҡайтып, Вәрәкәнең әйткәнен ҡабатланы. Аллаһ бәйғәмбәре Ҡәғбәне ҡарап сығыр өсөн китте. Юлында уға Вәрәкә тап булды. Ул:
– Минең ағайымдың улы! Нимә күргәнеңде, ишеткәнеңде һөйлә әле миңә, – тине.
Аллаһ бәйғәмбәре бөтәһен дә һөйләп биргәс, Вәрәкә:
– Минең йәнемде үҙ ҡулында то­тоу­сының исеме менән әйтәм: һин ошо халыҡтың бәйғәмбәре. Мусаға килгән бөйөк Намыс һинең яныңа төшкән. Һине ялғанлыҡта ғәйепләрҙәр, һыйҙырмаҫтар, ҡыуырҙар, һинең менән даулашырҙар. Әгәр мин ул көндәргә ҡәҙәр йәшәй алһам, Аллаһ динен бик ныҡ яҡлаясаҡмын, – тине.

4.
Ябраил әленән-әле Мөхәммәт янына килеп, Алланың ҡушҡанын асыш рәүешендә тапшыра торҙо. Иренең ни күргәнен Хәҙисәнең дә белгеһе килде. Бер саҡ:
– Ул һиңә сираттағы мәртәбә ҡасан килерен әйтә алмайһыңмы? –тип һораны.
Мөхәммәт:
– Әйтә алам, – тине.
Ябраил килгәс, Аллаһ бәйғәмбәре:
– Хәҙисә, бына миңә Ябраил килде, – тине.
– Минең ағайымдың улы, тор әле! Минең һул яғыма ултырсы, –тине ҡатын.
Аллаһ бәйғәмбәре торҙо ла әйткән урынға ултырҙы.
Хәҙисә:
– Һин уны күрәһеңме? –тип һораны.
– Эйе, күрәм.
Шунан Хәҙисә:
– Хәҙер урыныңды алмаштыр. Минең уң яғыма ултыр, – тине.
Аллаһ бәйғәмбәре әйткәнде үтәне, ҡатындың уң яғына ултырҙы. Тегенеһе йәнә:
– Хәҙер ҙә күрәһеңме уны? – тине.
– Эйе, – булды яуап.
Аллаһ бәйғәмбәре ҡатындың ике аяғы араһына ултырғас, Хәҙисә битен асты ла:
– Күрәһеңме уны? – тип һораны.
– Юҡ, –тине Аллаһ бәйғәмбәре.
Хәҙисә:
– Минең ағайымдың улы! Тыныслан һәм ҡыуан! Был, ысынлап та, фәрештә, ә шайтан түгел, – тине.

5.
Мөхәммәт Һира мәмерйәһенә барҙы ла Ябраил килгәнен көтә башланы. Күп ваҡыт уҙҙы, әммә фәрештә күренмәне. Аллаһ уны ташлаған икән тип, Мөхәммәт бик ныҡ ҡайғырҙы. Шулай ҡайғыға батып ултыра ине, тауыш ишетелде:
– Мөхәммәт, һин Аллаһтың ысын бәйғәмбәре!
Мөхәммәт күккә ҡараш ташланы һәм фәрештәне күрҙе. Ул Мөхәммәт мәмерйәлә саҡта килгән икән. Фәрештә күк йөҙөндә тәхеттә ултыра ине. Мөхәммәт шатлығынан йылмайып ебәрҙе. Ябраил Мөхәммәткә Ҡөрьән өйрәтергә тотондо.

Тәүге мосолмандар

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Көрәйеш халҡына бик ҡаты ҡоролоҡ килде. Әбүталиптың балаһы күп ине. Тере етем ҡалғас, Әбүталиптың үҙенә һыйындырғанын Мөхәммәт онотмағайны. Ауыр саҡта ағаһына ярҙам итергә уйланы. Ул икенсе ағаһы Әлғәббәскә барып:
– Үҙең беләһең, был ауыр йылда бала аҫрауы бик ҡыйын. Ә Әбүталиптың балалары береһенән-береһе бәләкәй. Әйҙә, уға ярҙам итәйек. Береһен – һин, икенсеһен мин аҫрауға алайыҡ, – тине.
Икәүләп Әбүталипҡа барҙылар.
– Беҙ һинең ике балаңды алмаҡсы итәбеҙ. Ҡалғандарын ҡарау үҙеңә еңелерәк булыр, – тинеләр.
Әбүталип Әнил улын ныҡ ярата ине. Шуға:
– Миңә Әнилде ҡалдырығыҙ ҙа, бүтәндәренән кемде теләйһегеҙ, шуны алығыҙ, – тине.
Мөхәммәт аҫрауға Әли исемле ҡустыһын, Әлғәббәс Яфарҙы алды. Әли Мөхәммәттең өйөнә күсте.

2.
Хәҙисә Мөхәммәттең Аллаһ бәйғәмбәре икәнлегенә, уның менән булған ваҡиғаларҙың ысынлығына ныҡ ышана ине. Мөхәммәт ғибәҙәт ҡылғанда Хәҙисә лә, уның артына баҫып, ғибәҙәт итте. Улар намаҙҙарын берәүгә лә күрһәтмәне. Әммә бер мәртәбә уларҙы намаҙ ваҡытында Әли күрҙе. Ололар ғибәҙәтен тамамлағас, Әли Мөхәммәттән:
– Һеҙ ни эшләйһегеҙ ул? – тип һораны.
Бәйғәмбәр:
– Был Алланың дине. Ул үҙенә бәйғәмбәр бар итте. Мин һине берҙән-бер Аллаһ ҡашына баҫырға саҡырам. Беҙ Аллаһтан башҡа бер илаһ та, уның ярҙамсылары ла, дуҫ-иптәше лә юҡ. Мин һиңә Аллаһҡа ғибәҙәт, ә Әллат менән Әлүззаны инҡар ит, тимен, – тип яуапланы.
– Мин бығаса ошондай дин барлығын ишеткәнем юҡ ине, – тине Әли. – Туҡта, мин тәүҙә Әбүталип менән һөйләшеп киләйем.
Әммә бәйғәмбәр үҙ серен асыу­ҙарын теләмәй ине. Шуға:
– Әли, әгәр һин Исламды ҡабул итергә ниәтләһәң, әле һөйләшкәнде сер итеп тоторға тейешһең, – тине.
Үҙ бүлмәһенә ингәс, Әли уйға ҡалды. Ағаһы һәр саҡ дөрөҫтө һөйләй торғайны. Шуға халыҡ араһында уны «тоғро» тип йөрөтәләр бит. Ул көсө лә, ғәйрәте лә булмаған балбалдарҙан баш тартырға тәҡдим итә.
Таң яҡтыра башлағанда Әли үҙенә үҙе ҡарар сығарғайны инде. Ул Мөхәммәт янына килеп:
– Ағай, һин әйткәнде мин ишеттем һәм килештем, – тине.
Әли Аллаға ышаныусы булды. Ул Аллаһ бәйғәмбәренең үҙен һөйөп ҡарауын, арҡаһынан яратыуын да күргәс:
– Бәйғәмбәр, мин Әбүталипты күрмәнем дә, һөйләшмәнем дә. Мине Аллаһ үҙе яратты. Ул да Әбүталип менән кәңәшләшмәне, – тине.

3.
Аллаһ бәйғәмбәре менән Әли Мәккәне уратып алған урманға китте. Улар кеше юҡ ерҙә ғибәҙәт ҡылырға самалағайны. Намаҙ ваҡытында яндарына Әбүталип килеп сыҡты. Ул Аллаһ бәйғәмбәренән:
– Ағайымдың улы, әйт әле, һин бында кемгә ғибәҙәт ҡылаһың?
Мөхәммәт:
– Был Аллаһ дине, Аллаһтың фәрештәләре һәм бәйғәмбәрҙәре дине. Был атабыҙ Ибраһимдың дине. Аллаһ мине үҙ диненә ышаныусылар­ға бәйғәмбәр итте. Һин кешеләр араһында иң яҡшыларыбыҙҙың береһе. Мин һиңә хәҡиҡәт юлына сығырға кәңәш итәм һәм саҡырам. Һин Бөйөк Аллабыҙҙың динен ҡабул итергә һәм шул юлдан барырға лайыҡлы кешеһең, – тине. Әбүталип:
– Мин аталарыбыҙҙың диненән һәм уларҙыҡы булған бер нәмәнән дә баш тарта алмайым, – тип яуапланы. Шунан улы Әлигә боролоп:
– Ә һин? – тип һораны.
Әли:
– Атай, мин Аллаға һәм Уның бәйғәмбәренә ышанам. Ул ни менән килһә, мин шуға инандым. Мин уның динен алдым һәм артынан эйәрҙем, –тине.
Атаһы улына:
– Әгәр ул яҡшылыҡҡа өндәй икән, артынан ҡалма, – тине.

4.
Сауҙагәрҙәрҙең берәүһе хаж ҡылғандан һуң Аллаһ бәйғәмбәренең ағаһы Әлғәббәстән тауар алырға килде. Улар электән дуҫтар ине. Был кеше Әлғәббәс менән һөйләшеп ултырған саҡта, намаҙ уҡыған берәүҙе шәйләп ҡалды. Шунан бер малай килде лә тегенең янына баҫып ғибәҙәт ҡыла башланы. Шунан бер ҡатын быларҙың артына баҫты. Ир кеше тубыҡланғайны, малай менән ҡатын да тубыҡланды. Ир йөҙтүбән эйелгәйне, тегеләр ҙә шулай итте.
Сауҙагәр Әлғәббәскә боролоп:
– Был ниндәй дин? – тип һораны.
Әлғәббәс:
– Был минең ҡустым Абдулланың улы Мөхәммәттең дине. Ул үҙен Аллаһтың бәйғәмбәре тип таныта. Уның янында минең икенсе ҡустымдың улы Әли ибн Әбүталип. Ә ҡатын кеше – Мөхәммәттең ҡатыны Хәҙисә, – тип танытты.
5.
Мәккәлә Мөхәммәт ибн Абдулла үҙен бәйғәмбәр итеп иғлан иткән һәм берҙән-бер Аллаға табыныуға кешеләрҙе йәшерен генә саҡыра икән, тигән хәбәр таралды. Хәҙисәнең яҡын туғаны Хисам улы Хәким Әбүбәкер менән ултырған сағында эргәһенә ҡол ҡатын килде лә:
– Һинең туғаның Хәҙисә үҙенең ирен Муса һымаҡ Аллаһ ебәргән бәйғәмбәр тип иғлан иткән, – тине.
Быны ишеткән Әбүбәкер уйға ҡалды. Ул Мөхәммәтте намыҫлы һәм саф кеше итеп белә бит. Ул Мөхәммәт янына барҙы ла:
– Һинең турала һөйләйҙәр, – тине.
– Ә ни һөйләйҙәр һуң? – тине Мөхәммәт.
– Һине Аллаһтың берлеген танырға саҡыра, ә үҙеңде Аллаһтың бәйғәмбәре итеп белдергәнһең икән, тиҙәр.
– Эйе, Әбүбәкер, тап шулай, – тип раҫланы Мөхәммәт. – Минең Хужам, иң ғәйрәтле һәм бөйөк. Ул мине үҙенең хәбәрсеһе һәм өгөтсөһө итте, миңә Ибраһимдың вазифаларын бирҙе һәм барлыҡ кеше араһына ебәрҙе.
Әбүбәкер:
– Ысынлап әйтәм: мин һинән бер ваҡытта ла ялған һүҙ ишетмәнем. Һин үҙеңдең кешелеклегең, яҡшылығың, хәҡиҡәт һөйөүең һәм хаҡлыҡты яҡлауың менән бәйғәмбәр булыуға хаҡлыһың. Бир ҡулыңды. Мин дә һиңә ант итәм,– тине.
Аллаһ бәйғәмбәре ҡулын бирҙе. Әбүбәкер ҡулды ҡыҫты ла үҙенең исламды ҡабул итеүен белдерҙе.
Мөхәммәт Хәҙисәгә Әбүбәкерҙең Исламға күсеүен әйтте. Был хәбәр Хәҙисәне шул тиклем ҡыуандырҙы, ул хатта Әбүбәкергә килеп:
– Һине хәҡиҡәт юлына сығарған Аллаға дан, Әбүбәкер, – тине.

6.
Мөхәммәттең әсәһе Әминәнең ағаһы Сәғит ибн Әбүвәкәс бер төндө үҙ урынына ятып йоҡланы. Төшөндә үҙен дөм ҡараңғыла китеп бара икән тип күрҙе. Ҡапыл, ҡараңғыны таратып, күктә Ай ҡалҡты. Ул Айға ҡараш ташланы һәм шунда Әбүбәкерҙе, Әбүталип улы Әлиҙе, Харис улы Зәйетте һәм Аллаһ бәйғәмбәрен күрҙе. Тегеләр, әйҙә, беҙҙең менән бергә тип саҡыра.
Сәғит:
– Һеҙ ҡасан Айға күстегеҙ? – тип һораны.
– Яңы ғына, – булды яуап.
Сәғит уянып китеп, тороп ултырҙы һәм төшө ни аңлатҡанын төшөнөргә тырышты, тик бер ни ҙә сығара алманы. Иртәнсәк Сәғит янына Әбүбәкер килеп:
– Мөхәммәткә күк ҡабағы асылған. Күктән уға, һин ошо халыҡтың бәйғәмбәреһең, тигәндәр. Хәҙер ул берҙән-бер Аллаға табынырға кешеләрҙе әйҙәргә тейеш, – тине.
Сәғит:
– Мин Әллат менән Әлүззәнән баш тартырға тейешменме? –тип һораны.
Әбүбәкер:
– Ул балбалдарға табыныуҙы бөтөнләй туҡтатыуға саҡыра. Ул ошоноң менән байып китергә йә түрәлек алырға ниәтләй. Быға Хәҙисәнең байлығы ла етерлек. Көрәйеш халҡында Мөхәммәттең дан-шөһрәте лә, тотҡан дәрәжәһе лә юғары. Ул өн-тынһыҙ таштарға баш эйеүҙән тулыһынса ҡотолорға саҡыра. Ул таҙа күк йөҙөн, сикһеҙ сүлде, йымылдаған йондоҙҙарҙы, яҡты Ҡояшты, һыуҙы, һауаны, урман менән үҫемлектәрҙе бар итеүсегә табынырға әйҙәй. Был диндә Алланың әфәндеһе лә, ҡоло ла юҡ. Ул кешеләрҙе дингә һәм хеҙмәткә ышаныу дәрәжәһенән генә айыра. Был дин ҡол менән Аллаһ араһына юл һала, һәр кеше уға туранан-тура, берәүҙе лә ҡатнаштырмайынса мөрәжәғәт итә алырлыҡ булһын ти. Был дин шәфҡәткә, һөйөүгә, изгелеккә һәм тоғролоҡҡа өндәй. Был дин ҡыҙҙарҙы тереләй күмеүҙе, ғаиләне ташлауҙы, үҙ-ара ыҙғыштарҙы тыя. Был дин беҙҙең донъяла бары менән ҡәнәғәт һәм әхирәттә бәхетле булыу­ҙы тәьмин итә.
Сәғиттең күңеле асылды һәм Әбүбәкерҙең һәр һүҙен һеңдерә барҙы.
Сәғит:
– Ә кем уның артынса ошо дингә күсте һуң? – тип һораны.
– Мин, Әбүталип улы Әли, Харис улы Зәйет.
Сәғит үҙенең төшөн иҫкә төшөрҙө. Төшөндә лә Әли, Әбүбәкер, Зәйет Айҙа ине, уны ла шунда саҡырғайнылар. Сәғит Аллаһы Тәғәләнең уны ла ошо хәҡиҡәт юлына төшөрөргә теләгәнен аңланы. Ул Әбүбәкерҙән:
– Аллаһтың бәйғәмбәре ҡайҙа? –тип һораны.
Әбүбәкер:
– Ул Шиаб Аядта (Мәккәнең бер сите) һил ерҙә Аллаға һыйына.
Сәғит менән Әбүбәкер бәйғәмбәр янына китте. Уйҙары Сәғиттең дә Алланан башҡа илаһ юҡлығына, Мөхәммәттең бәйғәмбәрлегенә ышан­ғанлығын белдереү ине.
Әбүбәкер Көрәйеш халҡы араһында бай, намыҫлы кеше булараҡ дан алғайны. Кешеләр уны ярата ине. Шуға ул дуҫтарын яңы дингә өндәй башлағас, бөтөнөһө лә уның менән килеште.
Төн ҡараңғыһында Әбүбәкер өйөнән сыҡты ла ян-яғына ҡарана-ҡарана Ибн Хафаланың өйөнә, Көрәйеш аҡһаҡалдарының береһенә китте.
– Биләл! Биләл! – тип саҡырҙы ул.
Өмәйҙең Биләл исемле ҡара ҡоло сыҡты.
– Кем бар унда? Әбүбәкер? Былай һуңлап ни эшләп йөрөйһөң?
– Мөһим хәбәр бар, – тине Әбүбәкер.
– Ниндәй хәбәр?
– Был халыҡтың бәйғәмбәре бар булды.
– Кем ул?
– Мөхәммәт ибн Абдулла.
Әбүбәкер Биләлгә Алланан башҡа илаһ юҡлығын әйтте, ул Мө­хәммәттең Аллаһтың бәйғәмбәре икәнлегенә ышанғансы тегенең менән һөйләште.
Мөхәммәттең фекерҙәштәре тауҙа осраша башланы. Улар шунда Мәккә кешеләренән алыҫта Ҡөрьән өйрәнде, яңы диндең серҙәренә төшөндө. Аллаһ бәйғәмбәргә яңы динде асыҡтан-асыҡ нәсихәтләргә ҡушмағайны әле.


Төҙөүсеһе – Әбдел Хәмит
Джуда әл Сәххәр.
Башҡортсаға тәржемә итеүсе – Ғәлим Хисамов.

(Дауамы. Башы 1 – 7-се һандарҙа).

Сығыу ваҡыты 23-08-2013, 12:26 | Ҡаранылар: 1408
|
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM