RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо

16.08.2013 Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо

3.
Мөхәммәт Хәҙисәнең эшен башҡарырға уның ҡоло Майсур менән юлға әҙерләнә ине. Ағалары Мөхәммәтте оҙатырға һәм кәрәкле кешеләргә сәләм әйтергә тип каруан янына килде. Мөхәммәт беренсе тапҡыр үҙ аллы алыҫ юлға китә ине. Каруан яйлап ҡына көнөн дә, төнөн дә алға барҙы. Мөхәммәт менән Майсур үҙ-ара һөйләшә-һөйләшә килде. Мөхәммәттең на-мыҫ, тоғролоҡ тураһындағы һүҙҙәре Майсурға ныҡ тәьҫир итте. Һәр көн һайын ул юлдашына күңеле менән яҡыныраҡ була барҙы.
Каруан Баср баҙарына килеп етте. Мөхәммәт менән Майсур Хәҙисәнең тауарын һата башланы. Тауарҙың хаҡы тураһында Мөхәм­мәт бер кеше менән бәхәскә инде. Ул Мөхәммәткә:
– Әллат һәм Әлузза менән ант итәм, – тине.
Мөхәммәт:
– Мин улар менән бер ваҡытта ла ант бирмәйем, – тине.
Мөхәммәткә аптырап ҡараған теге кеше, ғәрәптәрҙең барыһы ла шулар менән ант итә, тине.
– Быны һин әйтәһең, – тине Мөхәммәт.
Әлеге кеше Мөхәммәт менән артабан һүҙ ҡуйыртып торманы. Ул бының бүтән сауҙагәрҙәрҙән айырылып торғанын күрҙе. Башҡалар балбалдар менән ант итә лә, шунда уҡ антын боҙа, тип уйланы.
Һатыусылар тауарҙы һатып бөт­тө, яҡшы төшөм алды. Майсур Мөхәммәт янына килеп:
– Мөхәммәт, беҙ Хәҙисәнең йыллыҡ эшен үтәнек тә ҡуйҙыҡ. Әгәр һин булмаһаң, беҙ бер ваҡытта ла ошолай һата алмаҫ инек, – тине ҡыуанып.

4.
Хәҙисә үрге бүлмәлә көтөп тора ине. Ул дөйә, ишәк, үгеҙҙәр теҙелгән каруанды алыҫтан уҡ күргәйне. Юлдан туҙан күтәрелгән, малдар әкрен генә килә. Был минең каруан тип уйланы Хәҙисә, сөнки уның һатыусыларының ҡайтыр ваҡыты еткәйне инде.
Ысынлап та, был Хәҙисәнең каруаны ине. Ана алдан Мөхәммәт менән Майсур килә. Майсур Мөхәммәткә:
– Бәлки, һин алдан барып, Хәҙисәгә, Аллаһ һиңә мәрхәмәтен ебәреүе арҡаһында сауҙа уңышлы сыҡты, тип әйтерһең? – тине.
Ысынлап та, Мөхәммәт алдан китте. Хәҙисә дөйәлә елдереп килгән Мөхәммәтте таныны ла, өҫкө бүл­­мәлә торған көйө көтә башланы.
Һөйкөмлө йөҙлө, сибәр Мө­хәммәт өйгә инде лә Хәҙисәгә юл хәлдәре, алынған табыш хаҡында һөйләргә тотондо. Хәҙисә көлә-йылмая тыңланы, ә йөрәге шәп-шәп тибә ине. Мөхәммәт һүҙен бөтөргәс:
– Ә Майсур ҡайҙа? – тип һораны Хәҙисә.
– Мин уны сүлдә ҡалдырҙым, – тине Мөхәммәт.
– Майсурға әйт, тиҙерәк ҡайт­һын, – тине Хәҙисә.
Мөхәммәт сауҙа табышы тура­һында һөйләне, был юлы уның Хәҙисә элек алғанға ҡарағанда ике тапҡыр күп булыуын ул әйтте. Ә Хәҙисә Майсурҙы сауҙа һөҙөмтәһен түгел, Мөхәммәттең үҙе юлда ни эшләүе тураһында һөйләтер өсөн тиҙерәк күргеһе килгәйне.
5.
Хәҙисәгә ҡырҡ йәш ине. Кешеләр уны “гонаһһыҙ ҡыҙ” йә “Көрәйеш башлығы” тиҙәр ине. Аҡ йөҙлө һөйкөмлө, саҡ ҡына йыуан ҡатын ине ул. Йомшаҡ ҡына ҡап-ҡара сәсле, ҙур күҙле. Көрәйештең күренекле ирҙәренән байтаҡтар һоратып ҡараны уны. Әммә береһен дә тиңһенмәне Хәҙисә, кире ҡаҡты. Мөхәммәтте беренсегә күргәс тә тыныслығын юғалтты Хәҙисә, уны үҙенә ир итергә уйланы. Әммә был турала ҡайһылайтып әйтергә һуң?
Мөхәммәт менән Майсур сауҙа эше буйынса гел бергә йөрөнө, аралары нығына барҙы. Мөхәм­мәтте ҡоҙалатыу өсөн Хәҙисә Майсурҙы файҙаланмаҡ итте. Майсур Мөхәммәткә килеп:
– Мөхәммәт, һин ни эшләп өйләнмәйһең? – тине.
– Кәләш алырлыҡ аҡсам да, малым да юҡ, – тине быныһы.
– Әгәр һиңә бай, күренекле, өҫтәүенә сибәр һәм яҡшы холоҡло ҡатын кейәүгә сығам тиһә, моғайын, ризалашыр инең, эйеме?
– Кем була инде ул?
– Хәҙисә, – тине Майсур.
Мөхәммәт ишеткәненә ышанмайынса ҡысҡырып ебәрҙе:
– Булмаҫты һөйләйһең?!
– Әйтеп торам да инде мин һиңә!

6.
Майсур Хәҙисәгә Мөхәммәткә әйткән тәҡдим тураһында һәм тегенең шатланып ризалашҡанын әйтте. Ҡыуанған Хәҙисә Мөхәм­мәтте саҡыртып алды ла:
– Һин минең ағайымдың улы. Беҙ бит туғандар. Һине намыҫлы һәм ышаныслы булғаның өсөн халыҡ ярата. Яҡшы холоҡло кешеһең, – тине.
Хәҙисә олатаһы яҡлап Мөхәм­мәткә туған тейеш ине.
Улар Мөхәммәттең ағалары менән Хәҙисәне һоратырға килер ваҡытты билдәләне. Килешел­гән сәғәттә Мөхәммәт ағалары Әбүталип, Хәмзә ибн Әбделмо­таллип һәм Көрәйештең тағы ла бер нисә билдәле кешеһе менән килеп инде. Ҡараһалар, Хәҙисә үҙ туғандары менән көтөп ултыра.
– Мөхәммәт минең ағайым Абдулланың улы. Дәрәжә, ышаныс, намыҫ, аҡыл, изгелек йәһәтенән бер генә ир ҙә уның менән тиңләшә алмай. Дөрөҫ, уның байлығы аҙ. Әммә байлыҡ бөгөн бар, иртәгә юҡ. Байлыҡ өсөн түгел, тормош өсөн Хәҙисә һылыуҙы Мөхәммәткә ҡатынлыҡҡа һорарға килдек, – тине Мөхәммәттең бер ағаһы.
Шунан Хәҙисәнең ике туған ағаһы Вәрәкә ибн Нәүфәл аяҡ үрә баҫты:
– Көрәйеш кешеләре, шаһит булығыҙ, – тине ул. – Мин Хәҙисә бинт Һөвәлене Мөхәммәт ибн Абдуллаға ҡатын итеп бирҙем.
Был һүҙҙе Хәҙисәнең иң яҡынынан ҡабатлатмаҡсы булған Әбү­талип:
– Ошоно Хәҙисәнең олатаһы белдерһә ине, – тине.
Хәҙисәнең олатаһы баҫты:
– Көрәйеш халҡы, шаһит булығыҙ: мин Хәҙисә бинт Һөвәйлене Мөхәммәт ибн Абдул­лаға ҡатынлыҡҡа бирҙем, – тине.
Ирҙәр Мөхәммәт ойошторған байрам ашына күсте. Хәҙисә ҡол ҡатындарға бейергә ҡушты. Ошолайтып тоғро Мөхәммәт һәм һаман да ҡыҙ, Көрәйеш башлығы Хәҙисә араһында никах яһалды.
7.
Көрәйеш кешеләре Ҡәғбәне бер аҙ яңыртырға һәм йүнәтергә һөйләште. Көрәйеш нәҫелдәренең һәр береһе айырым-айырым таш йыйҙы һәм бинаны Ҡараташҡа тиклем еткереп төҙөнө. Шунда еткәс, улар араһында бәхәс ҡупты. Сөнки һәр нәҫел Ҡараташ күтәреп ҡуя торған дәрәжәле эште үҙе башҡар­ғыһы килде. Бәхәс шул тиклем ҡыҙҙы, эш нәҫел-ара һуғышҡа тиклем етә яҙҙы.
Көрәйештең аҡһаҡалдары был мәсьәләне ҡайһылайтып хәл итергә, туғандарҙың бер-береһен үлтереүенә юл ҡуймаҫ өсөн төп мәсеткә кәңәшкә йыйылды. Берәү:
– Мәсеткә кем алдан аяҡ баҫа, шуның һүҙе һүҙ булһын, – тине.
Барыһына ла был тәҡдим оҡшаны, һәм кешеләр, беренсе булып мәсеткә кем инер, тип көтә башланы. Беренсе булып Мөхәммәт ибн Абдулла мәсет ишеген асты.
– Был лайыҡ кеше. Ул һәммәбеҙгә лә оҡшай. Мөхәммәт ул! – тип шаулашты улар.
Бер ни белмәгән Мөхәммәткә барыһын да һөйләп бирҙеләр.
– Берәр сепрәк киҫәге бирегеҙ әле, – тип һорап алды Мөхәммәт.
Сепрәк килтергәс, Мөхәммәт уны йәйеп һалды, һәм Ҡараташты үҙ ҡулы менән тотоп, сепрәктең уртаһына ҡуйҙы, торҙо һәм бина стенаһында махсус яһалған уйымға ҡуйҙы.
Көрәйеш кешеләренең һәммәһе лә ҡәнәғәт ҡалды. Сөнки уларҙың барыһы ла Ҡараташты һалыу эшенең шаһиты булды. Шулай итеп бәхәс һәм бына-бына башланыуға торған һуғыш үҙенән-үҙе бөттө. Мөхәммәт үҙенең саф аҡылы менән кешеләрҙе ҡан ҡойоштан араланы. Ул саҡта ғәрәптәр араһында һуғыш ерле юҡтан ғына тоҡана ла китә торғайны.

Асыш

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1.
Мөхәммәт Хәҙисә менән уның йортонда бәхетле йәшәне. Ул – ҡатынын, ҡатыны уны яратты.
Ул саҡта Мөхәммәт оҙон-оҙаҡ уйланыуға әүәҫләнеп алғайны. Мөхәммәттең өндәшмәүенә, уйға батып ултырыуын күреү менән Хәҙисә һүҙ һөйләүҙе, иренең иғтибарын башҡа нәмәгә бороуҙан шундуҡ туҡтата, фекерләргә ҡамасауламаҫҡа тырыша ине. Юҡһа, ҡатындарҙың күбеһе юҡ хәбәр менән теңкәне ҡорота бит. Хәҙисә аҡыллы ҡатын ине, Мөхәммәттең уйҙарына ҡамасауламау ғына түгел, шуға әйҙәргә лә тырышты.
Ҡәғбәнән ҡайтҡас, Мөхәммәт шул турала, ундағы 360 балбал хаҡында оҙаҡ уйланды. Ул үҙ ҡулдары менән юнып таштан яһаған балбалдарға үҙҙәре үк табынған кешеләргә хайран итә ине. Был таштар­ҙың кешеләрҙе ишетергә – ҡолағы, табынғандарын күрергә күҙе юҡ. Күп уйлана торғас, Мөхәммәт бөтөнләй яңы фекергә килде. Беҙҙең йыһанды, ундағы Ҡояш менән Айҙы, күк менән Ерҙе, тау һәм йылғаларҙы, кеше менән януар­ҙарҙы бер ҡөҙрәт, бер Аллаһ бар иткән тигән уй тыуҙы унда. Кешеләр тик уға ғына табынырға, тик уға ғына намаҙҙарын бағышлар­ға тейеш. Сөнки бары Ул ғына бағышланыуға хаҡлы. Мөхәммәт ашарға, эсергә ала ла кешеләрҙең шау-шыуынан алыҫыраҡ булыу өсөн Һира мәмерйәһенә китә торғайны. Мөхәммәт йыл һайын берәр ай ваҡытын шунда уҙғарыр, көнөн дә, төнөн дә Аллаға ғибәҙәт ҡылыр булып китте.
Мөхәммәт яңғыҙлыҡты яратты. Сөнки йыһан менән бәйләнеш тик яңғыҙ саҡта ғына була. Ошондай ваҡытта кешенең йөрәге көндәлек ығы-зығынан арына, аҡылы таҙара һәм ғилем сатҡылары күренә башлай. Мөхәммәт бер ай ваҡытын мәмерйәлә уҙғарыр, үҙе килтергән шөкәрә менән үткенселәрҙе һыйлар ине. Бер мәл ул мәмерйәлә йоҡлаған саҡта алдында бер күренеш асылды. Уянғас, күренештең ысынлығына ышанды. Күңеле сафланғас, Аллаһ менән уның араһында бәйләнеш барлыҡҡа килгәйне.

2.
Бер аҙ ашарға алып, сираттағы мәртәбә Һира мәмерйәһенә киткән саҡта Мөхәммәткә ҡырҡ йәш булғайны. Көндөҙөн ул ураҙа тотоп намаҙ уҡыны, төндәрендә ғибәҙәт ҡылды. Ҡояш ҡалҡҡас, Мөхәммәт сәкмәненә төрөнөп ятты, бер аҙ серем итмәксе булды. Был рамаҙан айының ҡәҙер кисе ине.
Төшөндә Мөхәммәт:
– Уҡы! –тигән тауыш ишетте.
– Нимә уҡыйым? – тип һораны Мөхәммәт. Ҡапыл уны өҫтән нимәлер баҫып килгәндәй булды, хатта тыны ҡыҫылды. Шунан ебәрҙе һәм баяғы тауыш:
–Уҡы! – тип бойорҙо.
Мөхәммәт:
– Нимә уҡыйым һуң? –т ип ҡабатлап һораны. Баяғы ауырлыҡ уны йәнә ҡыҫты, һулыш алыуы ныҡ ҡыйынлашты. Шунан йәнә ебәрҙе һәм тауыш ҡабатланды:
– Уҡы!
Мөхәммәт өсөнсөгә:
– Нимә уҡыйым! – тип һораны.
Яуап урынына ниндәйҙер көс тағы ла кәүҙәһен ергә ҡыҫты, тын алыуы ҡыйынлашты. Баяғы тауыш:
– Уҡы! – тип бойорҙо.
– Нимә уҡырға һуң?
Фәрештә:
– Уҡы! Бөтөн тереклекте бар иткән, ҡан бөрсөгөнән кешене бар иткән Бөйөк бойороусы хаҡына уҡы! Һинең бойороуың ул бөйөк ҡөҙрәт эйәһе. Ҡауырһын менән ул кешене яҙыр­ға, бығаса кеше белмәгән ғилемгә өйрәтеүсе ул ҡөҙрәт! –тине.
Мөхәммәт ҡурҡып уянып китте һәм йәһәт кенә мәмерйәнән сыҡты. Шул саҡ күктән тауыш килде:
– Мөхәммәт! Һин Алланың бәйғәмбәре! Мин – Ябраил!
Мөхәммәт ҡарашын күккә төбәне һәм офоҡта ябраилды күрҙе. Теге:
– Мөхәммәт! Һин Алланың бәйғәмбәре. Мин – Ябраил! – тип ҡабатланы.
Мөхәммәт фәрештәгә текләне, уныһы яҡлашманы ла, аңлашманы ла. Фәрештәнең йөҙөн күк ҡап­лағайны, ә үҙе бөтөн ерҙән дә күренеп тора. Мөхәммәт ҡыбырламай тик торҙо. Хәҙисә уны эҙләтеп кеше ебәргәйне. Кеше Мөхәммәтте ҡатып ҡалған кеүек баҫып торған килеш килеп тапты.

Төҙөүсеһе – Әбдел Хәмит
Джуда әл Сәххәр.
Башҡортсаға тәржемә итеүсе – Ғәлим Хисамов.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?