НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Иманлының күңелендә насар уй булмаҫ

Иманлының күңелендә насар уй булмаҫ


Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-ражим. Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Әс-сәләму ғәләйкум үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ.
«Йәшлек»тәге «Тормош зарҙан ғына тормай» тигән мәҡәләлә Әбйәлил районының ике ауылынан шылтыратҡандарға яуап яҙылғайны. Унда гәзит уҡыусы, район ауылдарының береһендә мулла эсеп йөрөй, ниңә ундайҙар­ҙы имам итеп ҡуялар, тип зарлана… Эйе, эскесе муллалар менән алға барыу еңел түгел, әлбиттә. Сөнки имам (мулла) һүҙенең мәғәнәһе лә шунда − ул алда тороусы. Әхлағы, эштәре менән башҡаларға үрнәк булырға тейеш. Шуға күрә лә имамдарҙы кемдер тәғәйенләп түгел, ә ауыл халҡы үҙҙәре белгән абруйлы кешене йыйылышта һайлап ҡуя. Ә ул имам Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн, Аллаһ алдында алған аманатын, бөтә шарттарын еткереп үтәргә бурыслы. Был вазифа бик дәрәжәле, ләкин бик еңелдән түгел. Төрлө ауырлыҡтарға, һүҙҙәргә түҙергә кәрәк, сабырлыҡ талап итә. Ә инде динебеҙҙә хәрәм булған иҫерткестәр эсеү арҡаһында гонаһлы эштәр башҡарыу − әхлаҡһыҙлыҡ. Го­наһ­тарыбыҙ өсөн һәр беребеҙ үҙе Аллаһ ҡаршыһында яуап бирер. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, бөгөн ауылдарҙағы имамдарҙың күпселеге − оло быуын кешеләре. Барыһы ла октябрят, пионер, комсомол тәрбиәһе алып үҫкән ир-егеттәр тип әйтергә лә була. Шарап менән дуҫ булғандары ла, коммунист булып, үҙен атеисҡа һанап, һуңынан иманға ҡайтыу­сылары ла бар.
Аллаһының бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхмәттәре менән дин рөхсәт ителде. Хөкүмәтебеҙ уға йөҙө менән боролдо, һәм ошо оло быуын кешеләре тәүбәләренә килеп, мәсеттәрҙе тергеҙә. Хәлдәренән килгәнсә динебеҙҙең үҫешенә үҙҙәренең өлөшөн индерҙеләр һәм ошо изге эштәрен бөгөн дә дауам итәләр. Әбйәлил районының Дәүләт ауылындағы мәсет элекке партия ағзаһы Садиҡ Сәйфулла улы Ғибәҙәтов етәкселегендә төҙөлдө. Байым ауылы мәсете элекке райсовет рәйесе Таһир Хажимөхәмәт улы Ғабдуллиндың (бөгөн ул мәрхүм инде. Аллаһы Тәғәлә уның был изге эшен ҡабул ҡылып, ожмах рәхмәттәрен насип итеп, ғаиләһенә сабырлыҡ бирһен) хеҙмәт емеше. Һәм бүтән бик күп кеше, элек тә, бөгөн дә, кем булыуына, ҡайҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙҙәренең өлөшөн индерә. Әбйәлил районының Гусев, Рәхмәт, Йәнекәй, Яңы Балапан, Хәмит һәм Әбйәлил ауылдарында мәсеттәр төҙөлөү өҫтөндә. Әлбиттә, был эш еңелдән түгел. Аллаһының рәхмәте һәм халыҡтың, етәкселәрҙең, эшҡыуарҙарҙың ярҙамы менән эштәр тамамланыр, иншаллаһ. Йәш быуын шул мәсеттәргә йөрөп, намаҙ уҡыр, дин ғилемен үҙләштерер. Бөгөн йәштәр динебеҙгә әкренләп ылыға. Егеттәребеҙ мәҙрәсәләрҙә уҡый, ситтән тороп та дин ғилемен үҙләштереүселәр бар. Ислам дине нигеҙҙәрен, Ҡөрьән Кәримде уҡырға өйрәнеү курстары эшләй. Дин һабаҡтары алыусылар араһында, оло йәштәгеләр менән бер рәттән, йәш быуын кешеләре булыуы һөйөнөслө. Күңелендә иман булған әҙәмдең уйында боҙоҡлоҡ булмай. Әлбиттә, етмеш йыл буйы диндән ситләштерелгән ике быуын кешеләрен бер көндә йөҙ һикһән градусҡа бороп, уларҙың донъяға булған ҡарашын үҙгәртеп булмай. Аллаһы Тәғәлә беҙгә бергә булырға, айырылмаҫҡа, хаҡ юлға баҫырға, хәрәмдән, гонаһ эштәр ҡылыуҙан тыйылырға бойора.
Йә Раббым! Аҙашҡандарыбыҙҙы тура юлға сығар, ауырыуҙарыбыҙға сәләмәтлек, ил-йортобоҙға тыныслыҡ, милләт-ара татыулыҡ, мал-тыуарыбыҙға бәрәкәт, ғаиләләребеҙгә мөхәббәт, балаларыбыҙға тәүфиҡ, урындағы һәм хөкүмәтебеҙ етәкселәренә лә халҡыбыҙ, динебеҙ, илебеҙ һәм һөйөклө Башҡор­тос­таныбыҙ өсөн хәйерле хеҙмәттәр насип ит. Амин!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ.

Садиҡ ҒИБӘҘӘТОВ, имам-хатип,
Шайморат Абдулғазин, имам-хатип,
Нафиҡ Рәхмәтуллин, педагогия хеҙмәте ветераны,
Әхмәт Шәйәхмәтов, имам-мөхтәсиб.


Әбйәлил районы.

Сығыу ваҡыты 12-07-2013, 11:26 | Ҡаранылар: 1086
|
  • Һижри иҫәп буйынса бөгөн яңы 1438 йыл башланды
  • Башҡорттар – Аллаһы Тәғәләнең бик һөйөклө һәм рәхмәтле халҡы
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • «Бер тин түләү өсөн мең һум аҡса сарыф иттек»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM