НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо

Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо


7.
Әбдешәмстең улы тыуа, уға Өмәй исемен ҡушалар. Ул бай ғаиләлә халыҡтың Хашимға һөйөүен күреп үҫә. Кешеләр уны ла яратһын өсөн Хашим һымаҡ булмаҡсы итә. Ул аҡса йәлләмәй ярлыларҙы ашата. Әммә Хашим менән тиңләшеү ҡайҙа ул. Кешеләр быға:
– Һин нимә, Хашим һымаҡ булырға китәһеңме? Хашимға етеү ҡайҙа, – ти икән.
Өмәй Хашимды әрләй һәм, барыбер мин һинән яҡшыраҡ, тип ебәрә. Артабан ул Хашимға, әйҙә ҡазыйға барайыҡ, кемдең яҡшыраҡ икәнлеген асыҡлайыҡ, ти. Йәш һәм дәрәжә айырмаһы ҙурлыҡҡа һылтанып, Хашимдың ҡазыйға барғыһы килмәй. Әммә Өмәй үҙенекен тылҡый. Хашим ризалаша, тик шарт ҡуя: еңелеүсе ярлыларға итен таратыр өсөн илле дөйә һуйырға һәм ун йылға Мәккәнән сығып китергә тейеш, ти. Өмәй был шартҡа күнә һәм улар ҡазыйға китә.
Хашим үҙ дуҫтары, Өмәй үҙ дуҫтары менән ҡазыйға килә. Ҡазый:
– Башҡарған эше менән дә, өлгәшкән дәрәжәһе менән дә Хашим Өмәйҙән өҫтөн, – тигән.
Өмәйҙе еңгән Хашим, дөйә һуйып, кешеләрҙе һыйлай. Хурлыҡҡа ҡалған Өмәй, Мәккәне ташлап, Әшшамға китә.
Хашим менән Өмәй тәүге тапҡыр бына шулай талаша. Әлбиттә, Әшшамда буласаҡ Өмәй нәҫеленән бөйөк батша сығырын ул әле башына ла килтермәй. Был хәл Хашим нәсәбе Мөхәммәт ибн Абдулланың йоғонтоһонда буласаҡ.

8.
Хашим каруан башында бер йәйҙә Әшшамға юлға сыға. Әшшамда сауҙа итеп, унда тауар тейәп, аҙаҡ Йәмән менән Эфиопияға барыу ине иҫәбе. Юл ыңғайы Йәсрибта (Мәҙинә) туҡтай. Бында йыллыҡ йәрминкә барған була.
Иң яҡшы урында үҙ тауарын һатҡан саҡта шулай уҡ сауҙа менән мәшғүл бик сибәр ҡатынды осрата. Уның сибәр генә түгел, бик ҡыйыу ҙа икәненә иғтибар итә Хашим. Ир ҡатындың кемлеген һораша, кейәүҙә түгеллеген асыҡлай. Ҡатын үҙ халҡында бик ихтирамлы кеше, тиҙәр. Әгәр кейәү булырҙай бәндә уға артабан да үҙ эше менән шөғөлләнеүҙе тыймаһа һәм ире бер мәл оҡшамай башлаһа, һис ҡаршылыҡһыҙ ирен ташларға рөхсәт иткән һүрәттә, ул кемгәлер кейәүгә сығыр­ға мөмкин, тип өҫтәй­ҙәр. Хашим был ҡатынды алырға була.
Сәлимә ибн Зәйдә бик билдәле ырыу башлығы һәм ихтирамлы нәҫел кешеһенең үҙен һоратҡанын белгәс, ризалаша. Хашим үҙе менән бында килгән дуҫтарын −‒ ҡырҡ ке­ше­­не, Мәҙинәнән байтаҡ ҡунаҡ саҡырып, туй яһай. Хашим ошолайтып өйләнә һәм бер аҙға Мәҙинәлә ҡала. Шунан ул Әшшамға китә, ә Сәлимә ауырға уҙа.
Ваҡыты еткәс, Сәлимә бик матур малай таба, уға Шәйба тигән исем ҡуша. Малайҙың башында өлтөк сәсе сал булып сыға. Һәр ваҡыт Әшшамға барышлай Хашим Мәҙи­нәлә туҡтай. Һуңғы тапҡыр оҙон юлға сығып, Һаз ҡалаһында саҡта Хашимдың башы сатнап һыҙлай башлай. Ул дуҫтарын саҡырып, бар мөлкәтен Мәҙинәләге Шәйба улына илтеп биреүҙәрен һорай. Хашим Һазда үлә. Шәйба яҙмыш үҙенә ниндәй бүләк әҙерләгәнен, киләсәктә Аллаһ бәйғәмбәре Мөхәммәттең бабаһы буласағын, әлбиттә, белмәй.

Бәйғәмбәрҙең тыуыуы

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим
1.
Мәккә кешеләренең каруаны Әшшамға йүнәлә. Юлдың бер өлөшөн үткәс, улар Аллаға ғибәҙәт ҡылып ултырыусы бер дәрүиште осрата. Юлсыларҙан иң белемле һаналған дүрт кеше бының менән һөйләшмәксе була. Сауҙа һәм күңел асыуҙан тыш бер ни ҙә белмәгән ғәрәптәрҙе был әңгәмә аптырауҙа ҡалдыра.
Дәрүиштең дүрт яғынан ултыр­ғас былар, тегенеһе һүҙ башлай:
− Ҡайҙан киләһегеҙ?
− Мәккәнән.
− Оҙаҡламай Аллаһ һеҙгә бәйғәмбәр ебәрәсәк, − ти дәрүиш.
− Уның ҡашына ашығығыҙ. Яҙмыш һеҙгә хәҡиҡәт юлынан китеү мөмкинлеген бирә.
Аптырап ҡалған юлсылар:
− Ә уның исеме кем? − тип һорай.
− Мөхәммәт.
Дәрүиш ғибәҙәтен дауам итер өсөн торағына инеп китә. Ә дүрт ғәрәп, бының ни әйткәнен төшөнөргә теләп, уйлана-уйлана юлын дауам итә. Уларҙың һәр береһе, әгәр улым тыуһа, бәйғәмбәр тап беҙҙең нәҫелдеке булһын өсөн уға Мөхәммәт исемен ҡушасаҡмын, тип уйлай.

2.
Әбделмоталлип Ҡәғбәлә йоҡлап китә лә төшөндә башы күккә ашҡан ағас күрә. Уның ботаҡтары көнсығышҡа ла, көнбайышҡа ла йәйрәгән, ә үҙәгенән бик яҡты нур бөркөлә. Ғәрәптәр, ғәрәп булмаған бүтән кешеләр ҙә ағас алдында йөҙ түбән тубыҡланып тора, ә ағас үҫкәндән үҫә, нуры артҡандан-арта. Әбделмоталлип яҡшылабыраҡ ҡараһа, ағас бо­таҡтары араһында Көрәйеш ырыуы кешеләре аҫылынған, улар­ҙың бүтән ырыуҙаштары ботаҡтарҙы һындырмаҡсы була. Улар ағасҡа яҡынлашты ниһә бер бик сибәр, һомғол буйлы егет быларға ҡамасаулыҡ итә. Әб­делмоталлип та ағасҡа һонолоп ҡулын күтәргәйне генә... уянып китте.
Күҙҙәрен асҡас, Әбделмо­таллип төшөн уйлап ултырҙы, әммә уны бер төрлө лә аңлай алманы. Төшөн юратыр өсөн Көрәйеш ырыуының төш юраусыһына барырға булды. Элек ғәрәптәр юлға сығыр алдынан, йә туй яһар булһа, бүтән мөһим ваҡиғанан элек күрәҙәсе йә төш юраусы менән кәңәшләшер булған.
Әбделмоталлип ишектән ингәс тә төш юраусы, уның тынысһыҙлығын күреп:
− Ни булды? − тип һораны.
Әбделмоталлип:
− Бер төш күрҙем дә бик ҡурҡтым, − ти. Шунан төшөн баштан-аяҡ һөйләп бирә. Ул шымғас, төш юраусы:
− Һинең төшөң ысынға сығасаҡ. Балаларыңдың береһе көнсығыштың да, көнбайыштың да батшаһы буласаҡ. Бөтөн халыҡ та уға буйһонасаҡ, − тине.
Шатлығынан ни эшләргә белмәгән Әбделмоталлип йүгерә-атлай ҡайтып китә. Юлда улдарының береһе − Әбүталипты осрата. Уға төшө, төш юраусының әйткәне тураһында һөйләп бирә лә:
− Бәлки, батша булыр балам һиндер? − ти.
Ләкин Әбүталип түгел ине был бала. Ул һаман әсәһе Әминәнең ҡарынында ине әле.

3.
Әминә ауырлы булһа ла, ауырының ҡыйынлығын һиҙмәне. Бүтән ҡатындар, ҡарында йөк йөрөтөү бик ҡыйын, тип һөйләй торғайны. Әминә иһә бер уңай­һыҙлыҡ та тойманы. Ул йыш ҡына төш күрҙе. Бер тапҡыр үҙенең эсенән нур сәселә икән, был нур хатта Әшшамды яҡтыртырға еткән, тип күрҙе. Төндәрҙең береһендә төшөндә бер серле тауыш уға:
− Әминә, һин йыһандағы иң һәйбәт бәпескә ауырға ҡалдың. Тыуҙырғас, уға Мөхәммәт исемен бир. Тик быны сер итеп тот, − ти.
Әминә, уянып китеп, тирә-яғын байҡаны, әммә бер кем дә юҡ ине. Ул кире ятты, тик йоҡлай алманы. Ә баяғы серле тауыш ишетелеп тик торҙо.
− Әминә, тыуҙырғас, уға Мөхәммәт исемен ҡуш.
Әминә төшө тураһында бер кешегә лә һөйләмәне, хатта бер һүҙ менән дә белдермәне.

4.
Ваҡыты еткәс, Әминә һап-һау, тап-таҙа малай тыуҙырҙы.
Бушанғас, малайҙың атаһының атаһы Әбделмоталлипҡа сапҡын ебәрҙе. Ул килгәндә, Әбдел­моталлип Хөтбәлә Көрәйештең аҡһаҡалдары менән ултыра ине.
− Әминә ул тапты! − тине сапҡын.
Шатлығынан ярһыған Әбдел­моталлип һикереп торҙо ла Әминә янына ашыҡты. Ҡыуана-ҡыуана баланы күтәреп алып Ҡәғбәгә килтерҙе, шунан баланы кире әсәһенә илтеп бирҙе.
− Мин уға Ҡусам тип исем ҡуштым, − тине ул.
Әбделмоталлиптың Ҡусам тигән улы бар ине, туғыҙ йәшендә үлеп ҡалды. Ныҡ ҡайғырғайны шуға Әбделмоталлип. Әле Әминә ул тапҡас, шул баланың иҫтәлегенә тип, Ҡусам исемен атағайны.
Әммә Әминә уға:
− Төшөмдә миңә баланы Мөхәммәт тип атарға ҡуштылар, − тине.
Ҡаршылашманы Әбделмотал­лип, баланы күкрәгенә ҡыҫып үпте лә:
− Мин уның бөйөк булыуын теләйем, − тине.

5.
Йәһүдтәр ғәрәптәр менән ҡуша Йасрибта (Мәҙинәлә) йәшәй ине. Шулар, бәйғәмбәрҙең килеүен көтәбеҙ, ул халыҡты хәҡиҡәт юлынан яҡтылыҡҡа алып сығасаҡ, тип һөйләне. Бәйғәмбәр килгәс, беҙ берләшәсәкбеҙ һәм ғәрәптәрҙе еңә аласаҡбыҙ, тип тә өҫтәнеләр. Ҡайһы бер йәһүд ғалимдары ғәрәптәргә, уның ваҡыты етте, тине.
Мөхәммәт тыуған төндө бер йәһүд йондоҙҙарҙы күҙәткән.
Ул ҡапыл бығаса булмаған бер йондоҙҙоң балҡып китеүен күргән. Был бәйғәмбәрҙең тыуыуына шаһитлыҡ булған. Йәһүд ҡалҡыуыраҡ ергә баҫҡан да ҡысҡырып ебәргән:
− Йәһүд кешеләре! Йәһүд кешеләре!
Янына кешеләр йыйылып киткән. Ниңә һөрәнләүен һорағандар.
− Бөйөк ваҡиға булды!
− Ни булды?
− Әле генә изге йондоҙ тыуҙы!

6.
Шул уҡ төндө бер йәһүд күмәкләп йыйылып торған Көрәйеш кешеләре эргәһенән үтеп барған да туҡтап һораған:
− Бөгәсә төндә һеҙҙә берәр бала тыуманымы? − тип.
Кешеләр аптырашып ҡарап торған да уға:
− Беҙ бер ни ҙә белмәйбеҙ, − тигән.
− Бөгөн бер халыҡтың бәйғәмбәре тыуҙы. Онотмағыҙ минең әйткәнде, − тигән был.
Йәһүдтәр Мөхәммәттең килерен белеп көткән, әммә ул килеп, Аллаға саҡырғас, уға ышанмағандар һәм уны алдаҡсы тип уйлағандар.

7.
Мөхәммәт тыуғандың етенсе көнөндә Әбделмоталлип күп итеп мал һуйырға ҡушҡан һәм Көрәйештең аҡһаҡалдарын байрамға саҡыртҡан. Ҡунаҡтар йыйылып, һыйланып туйғас, табынға бәпесте алып сыҡҡандар. Улар балаға һоҡланып та, йәлләп тә ҡараған. Уның атаһы баланы күрә лә алмай мәрхүм булды бит.
Өлкәндәрҙән берәү Әбделмо­таллиптан:
− Һин уға кем тип исем бирҙең? Әбүәлхарисмы? − тип һорай.
− Мөхәммәт тинем мин уның исемен, − тип яуаплаған Әб­делмоталлип.
− Ә ни эшләп Мөхәммәт? һинең ырыуыңда ла, нәҫелеңдә лә ундай исем юҡ бит? − ти икән икенсеһе.
Әбделмо­таллиптың был исемде бирергә Әминәгә төшөндә кемдер ҡушҡанын һөйләп тор­ғоһо килмәне. Өҫтәүенә, ҡатын был турала өндәшмәүен дә үтенгәйне. Шуға күрә Әбделмо­таллип:
− Мин, уға Аллаһ күктә фатихаһын бирһен, ә ерҙә кешеләр данлаһын, тип теләнем, − тип кенә сикләнгән.
Ҡунаҡтар таралышты. Уларҙың береһе лә үҙҙәре етем тип йәлләгән баланың кешеләрҙе ҡараңғынан яҡтыға алып сығырға тыу­ғанын белмәне. Аллаһы Тәғәлә Иб­раһимға Ҡәғбәне төҙөргә ҡушҡан саҡта, ул Хәҙрә­тебеҙ­ҙән: «Эй, Тәғәләбеҙ, уның эсендә шулар араһынан бәйғәмбәр бир. Ул һинең теләктәреңде еткереп торор, Китапҡа һәм аҡылға өйрәтер, күңелдәрен таҙартыр, һин бит ысынлап та Көслө лә, Аҡыл эйәһе лә», − тип ялбарғайны. Ана шул тормошҡа ашты.


Төҙөүсеһе – Әбдел Хәмит
Джуда әл Сәххәр.
Башҡортсаға тәржемә итеүсе – Ғәлим Хисамов.


(Дауамы. Башы 1-се һанда).

Сығыу ваҡыты 12-07-2013, 11:21 | Ҡаранылар: 921
|
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM