НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Хәҙис-шәрифтәр

Хәҙис-шәрифтәр


Аллаһы Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп бирелгән саҙаҡа етмеш төрлө бәлә-ҡаза ишеген ябыр.
Ғаиләһенә, Аллаһы Тәғә­ләнең юлы өсөн ат тәрбиәләүгә сарыф иткән һәм Раббыбыҙ юлында йөрөүселәр өсөн сарыф иткән аҡса ‒ иң дәрәжәлеһелер. Ул – иң сауаплы саҙаҡа.
Һәр бер мосолман саҙаҡа бирергә тейеш. Әгәр саҙаҡа бирергә малы, байлығы, мөмкинлеге булмаһа, эшләп мал (байлыҡ) тапһын да, шул тапҡанынан саҙаҡа бирһен. Әгәр ҙә был эшкә көсө етмәһә, фәҡирлектә, ярлылыҡта йәшәгәндәргә ярҙам күрһәтһен. Әгәр ҙә был да хәленән килмәһә, изгелек, яҡшылыҡ эшләргә өндәүсе булһын. Һис булмаһа, насарлыҡ, яманлыҡ эшләүҙән тыйылып торһон, башҡаларҙы тыйып торһон. Уның өсөн дә был саҙаҡа булыр.
Хәйер-саҙаҡа биреүҙән бәндәнең малы кәмемәй, киреһенсә, арта. Нахаҡҡа йәбер-золом күргәнен күреп, шуға сабырлыҡ күрһәткән кешенең Аллаһы Тәғәлә алдында дәрәжәһе арта. Кем дә булһа берәү һораныу менән шөғөлләнһә, Хоҙай уның бәрәкәтен юҡҡа сығарыр, ярлылыҡ, фәҡирлек ишеген асыр.
Аллаһы Тәғәлә барлыҡ яҡшы ғәмәлдәрҙе һәм насар эштәрҙе билдәләп ҡуйған. Әгәр бер кеше яҡшы ғәмәл ҡылырға ниәт итеп тә, уны ҡыла алмаһа, Аллаһы Тәғәлә был кешегә ул эште үтәгән кеүек сауап яҙа. Әгәр был кеше яҡшы ғәмәл ҡылырға ниәт итеп, уны үтәһә, Аллаһы Тәғәлә тарафынан был кешегә йөҙ сауап һәм унан да күберәк һәм артығыраҡ сауап яҙыр. Әгәр ҙә кем дә булһа насар эш ҡылыр­ға уйлап, уны эшләүҙән тыйылып торһа, уға сауап яҙыла.
Кәсептең иң хәйерлеһе – хәйләһеҙ булған сауҙа һәм кешенең ҡул, аҡыл көсө менән мал табыуы.
Һис бер ата үҙ балаһына күркәм холоҡтан артығыраҡ бүләк бирә алмаҫ.
Алдашыуҙан һәм ялғандан һаҡланығыҙ. Сөнки ул – Йә­һәннәм ҡапҡаларының береһе.
Һине изге ғәмәлең, ҡылған яҡшы эштәрең ҡыуандырһа, күңелеңә рәхәтлек бирһә, ә инде эшләгән насар эштәрең, ҡылған гонаһтарың, хаталарың күңелеңде рәнйетһә, бошондор­һа, ҡайғыртһа – һин иманлы бәндә, мөьминһең.
Берәү малдары һәм холоҡтары менән үҙенән өҫтәгеләргә ҡыҙығып ҡарай икән, үҙенән түбәндәгеләргә лә күҙ һалһын.
Өс төрлө кешенең доғаһы – атаһының балаһына ҡылған доғаһы, мосафирҙың һәм рәнйетелгән кешенең доғалары, һис шикһеҙ, ҡабул ителер.

Сығыу ваҡыты 9-04-2013, 12:35 | Ҡаранылар: 1764
|
  • Ҡорбан салайыҡ, сауап алайыҡ!
  • Ихласлыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы
  • Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын
  • Вафат булғандарҙы иҫкә алыу
  • Һынауҙарҙы сабырлыҡ менән ең!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM