RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөбәрәк булһын!

23.10.2012 Мөбәрәк булһын!

Мөбәрәк булһын!
Мосолман донъяһында ике генә байрам бар. Береһе Ураҙа ғәйете булһа, икенсеһе – ҡорбан байрамы. ҡорбан байрамы Ураҙа ғәйетенән дә мөһимерәк һанала. Шуға ла был матур көндө ҡаршылағанда, үткәргәндә һәр мосолман туғандарын, башҡа мосолман ҡәрҙәштәрен онотмаһын.
ҡорбан байрамы – исламда матур һәм бик әһәмиәтле көн. Әлбиттә, был көндө иң мөһиме – ҡорбан салыу. Шөкөр, республикала ла, илдә лә Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында ҡорбан салырға теләүселәр һәм был эште башҡарырға мөмкинлеге булған кешеләр һаны йылдан-йыл арта. Байрам алдынан ҡорбан салырға ниәтләгәндәр өсөн был эште башҡарыу­ҙың тәртибе, шарттары тураһында аңлатып үтмәксебеҙ.

ҡорбан итеп салырға яраҡлы мал

ҡорбан итеп дөйә, һыйыр, үгеҙ, буйвол, һарыҡ һәм кәзәне килтерергә була. Башҡа төрлө мал ҡорбан итеп салына алмай.

Шарттар

1. Малдың йәше.
Дөйәнең йәше биштән дә кәм булмаҫҡа, ә инде эре малға кәмендә ике йәш булырға тейеш. Беҙҙең республикала нығыраҡ таралған мал − һарыҡ менән кәзәнең бер йәш тулғанын һайлайҙар. Мал артыҡ оло ла булмаһын. Уның ите тәмле һәм мохтаждарҙы ҡыуандырырлыҡ булырға тейеш.

2. ҡорбан итеп салынасаҡ малдың һау-сәләмәт, имгәнмәгән булыуы.
Бер йәки ике күҙе лә һуҡыр, сатан, ябыҡ мал ҡорбанға килтерелмәй. Шулай уҡ ҡотороу сире менән яфаланған, ҡорсанғы менән сирләгән, ҡолаҡһыҙ малды ла ҡорбан итеп килтерергә ярамай. Малдың енесе мөһим түгел. Шулай ҙа инә малдың ите тәмлерәк тип һанаусылар күп.
Малды байрам намаҙынан һуң салалар. Ашығырға кәрәкмәй, сөнки намаҙға тиклем салынған мал ҡорбан булып һаналмай.

3. Әлбиттә, ҡорбан “Бисмилләһ” әйтелеп, Аллаһы Тәғәләне телгә алып салына.
Малды ҡиблаға ҡаратып һалып һуялар, был ваҡытта “Аллаһу әҡбәр!” тип тәҡбир әйтелә. Аллаһы Тәғәлә ҡорбанды ҡабул итһен өсөн доға ла уҡырға кәрәк. ҡорбан килтереүсе, мөмкинлеге булһа, малды үҙе салырға тейеш. Булмаһа, мал салынған ерҙә тороуы һәйбәтерәк.
Матур күлдәктәр кейеп…

Байрам көндө таң алдынан уҡ:
– ғөсөл ҡойонорға, тырнаҡтарҙы ҡырҡырға;
– иң матур һәм һәйбәт кейемдәр­ҙе кейергә;
– хушбуй һөртөргә, булһа, биҙәүестәрҙе лә тағырға;
– иртәнге намаҙға тиклем ашамаҫҡа;
– мосолмандарҙы сәләмләргә, ҡотларға;
– алданыраҡ мәрхүм туғандарыңдың, башҡа мосолмандарҙың ҡәберен барып тәрбиәләргә, улар­ҙың рухына хәйер бирергә;
– бүләктәр таратырға кәрәк.
Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: «Минең өммәнең иң һәйбәттәре ҡорбан сала, иң насарҙары был эште ҡалдыра», – тигән. Шулай уҡ, ҡорбан салырға матди мөмкинлеге булып та, был эште ҡалдырған мосолманға байрам намаҙына килеп йөрөүҙе тыйған хәҙис тә бар. Исламда бәндә иңенә көс еткеһеҙ ауырлыҡтар һалыу юҡ. Шуға ла матди мөмкинлеге булмағандар өсөн ҡорбан салыу мотлаҡ түгел. Һәр кем үҙ мөмкинлектәрен үҙе лә белеп тора.
ҡөрьәндә: «Үҙегеҙҙе барлыҡҡа килтереүсе өсөн доға ҡылығыҙ һәм ҡорбан салығыҙ, Ул һеҙҙән ҡәнәғәт булһын», – тип әйтелгән. ҡорбанды үҙ ваҡытында салыу ҙа бик мөһим. Әгәр кеше быға тиклем бер ваҡытта ла мал салмаған икән, ул ҡорбан салыу эшен башҡа кешегә ышанып тапшырырға тейеш. Сөнки мал да йән эйәһе, уны интектереп һуйыу – гонаһ, ҡорбанға килтерелгән малдың ҡурҡып өлгөргәнгә тиклем үк салыныуы яҡшы. Шул да мөһим – ҡорбан итеп салынасаҡ мал башҡа малды һуйыуҙарын күрмәһен, ҡурҡмаһын.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡайһы бер кешеләр ҡорбан салыуҙың тәрән мәғәнәһен аңлап бөтмәй. Бының өсөн уларҙы ғәйепләргә лә кәрәкмәйҙер. Ни тиһәң дә, белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү – ғәйеп. Дини белеме булған кешеләр ҡорбан салыуҙың мәғәнәһе мал һуйып, күрше-тирәгә аш ашатыу ғына түгел икәнлеген аңлатыр­ға тейеш. Аллаһы Тәғәләнең иткә лә, мал һуйғанда аҡҡан ҡанға ла мохтажлығы юҡ. Хоҙайға беҙҙең Уға инаныуыбыҙ, ышаныуыбыҙ ғына кәрәк. ҡорбан салыуҙың тышҡы яғы – был көндө мал һуйыр­ға мөмкинлеге булған кешенең мохтаждарға, яҡындарына ит таратыуы, һыйлауы. Был тирә-яҡта байрам кәйефе булһын өсөн башҡарыла. Шулай уҡ кеше күңелендә йомартлыҡ, мохтаждарҙы йәлләү һәм ҡулынан килгән тиклем ярҙам итергә теләү тойғоларын уята. Ә инде ҡорбан салдырған мосолман күңеленән ҡорбандың тик Аллаһы Тәғәлә өсөн килтерелеүен, иманын арттырыу өсөн эшләнеүен аңларға тейеш.
Беҙҙең һәр беребеҙҙең ғүмере шулай үтә: Аллаһы Тәғәлә кемгәлер бәрәкәтте (матди байлыҡты) күберәк бирә, кемдер, иманлы, дөрөҫ тормошта йәшәһә лә, ваҡытлысамы, башҡа сәбәптәр арҡаһындамы, матди ҡыйынлыҡтар кисерә. Һәр мосолман белһен: бөгөн һин мул тормошта йәшәйһең икән, мохтажлыҡ кисергән диндәштәрең араһында булған нәмәң менән бүлешергә тейешһең. Бөтә байлыҡ та, сирҙәр һәм бәрәкәт тә Аллаһы Тәғәләнән килә. ҡорбан байрамын мохтаждарға ярҙам итеп үткәрәһең, ҡорбан салып, ит менән булһа ла меҫкендәрҙең тормошон еңеләйтәһең икән, ҡорбаның ҡабул буласаҡ. Хоҙай кешеләрҙе байлыҡ менән дә, сир менән дә, юҡлыҡ менән дә һынай. Бөтә һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтеү – һәр мосолмандың бурысы.
Аллаһы Тәғәлә ҡорбан салғанда тамған ҡандың һәр тамсыһын ул ергә төшкәнгә тиклем үк ҡабул итә, тип әйтәләр. Ысынлап та, Ул кешеләргә Үҙенә ышаныуын күрһәтеү өсөн күп шарттар тыуҙырған, юлын күрһәткән.
Әгәр ҡорбан салған кеше матди яҡтан ҡыйынлыҡ кисермәй икән, бөтә итте лә таратып бөтөрә ала. Шулай уҡ ҡорбан итен өс өлөшкә бүлергә мөмкин, уның өстән бер өлөшөн үҙеңдең ғаиләң менән ашап, ҡалған өлөшөн мохтаждар менән туғандарыңа йәки дуҫтарыңа бүлеп бирергә мөмкин.
Яҙып үтеүебеҙсә, бер кеше өсөн ҡорбан салғанда бер һарыҡ йәки кәзә етә. Ә инде һыйыр кеүек ҙур мал ете кеше өсөн салына. Тик иғтибар итегеҙ: малды ете кеше берлектә ҡорбанға килтергәндә, уларҙың етеһе лә был малды тик ҡорбан итеп салдырыу ниәтендә булырға тейеш. Әгәр берәү малды – ит өсөн, икенсеһе ҡорбан итеп салырға ниәтләй икән, ете кешенең дә ҡорбаны ҡабул булмаясаҡ. Шуға ла ҡорбан салыу эшенә етди ҡарар­ға, башҡаларҙың да ниәтен белергә кәрәк.

Байрам табынына

Пита

Был икмәкте ғәрәптәр яратып бешерә. Шулай уҡ ул хәҙер беҙҙең супермаркеттарҙа ла йыш күренә башланы.
Ярты кило бойҙай оно (эре тарттырылған булһа, бигерәк һәйбәт), 25 грамм әсетке, 1 балғалаҡ тоҙ, һыу.
Әсеткене һыуҙа ебетергә, ондо иләргә. Тоҙҙо ярты стакан һыуҙа иретергә.
Ондо өйөп һалып, уртаһына әкренләп кенә әсетке ҡойорға. Шул уҡ ваҡытта тоҙло һыу ҙа өҫтәлә. ҡамыр ҡаты килеп сығырға тейеш. Уны мейескә ҡуйыр алдынан бер сәғәт самаһы тоторға мөмкин, ашыҡҡандар шунда уҡ бешерә башлай ала.
ҡамыр уртаса сынаяҡ аҫты ҙурлығында, 2 сантиметр ҡалынлығында йәйелә. Аҡрын ғына, бер ниндәй тишектәр булмаҫлыҡ итеп йәйәләр, майланмаған табаға һалалар. Икмәк 5 – 7 минутта бешеп сыға. Шуныһы ла бар – мейесе булмаған хужабикәләр питаны табала ғына ла ҡыҙҙырып ала.

Узи

2 стакан дөгө ярмаһы, 1 банка йәшел борсаҡ, ҙур булмаған бер киҫәк һарыҡ ите, 200 грамм һарыҡ итенән әҙерләнгән фарш, 200 грамм бәшмәк, тарттырылған ҡәнәфер, тоҙ, ике ҡап ҡатлы ҡамыр, фисташка сәтләүеге.
Ит менән бәшмәкте ваҡлап турарға. Итте аҙ ғына майҙа ҡыҙҙырырға һәм уға бәшмәк өҫтәргә, тарттырылған ҡәнәферҙе һибергә. Был ингредиенттар 3 минут тирәһе ҡыҙҙырылғас, табаға борсаҡ һалына. Унан һуң дөгө өҫтәлә. Дөгөнө алдан бер сәғәт тоҙло һыуҙа тоторға һәм сайҡатып алырға кәрәк.
Табаға һыу ундағы аҙыҡты саҡ ҡына ҡаплап торорлоҡ итеп һалына, яҡынса алғанда, 2 стакан дөгөгә 1,5 стакан һыу кәрәк. Һыу ҡайнап сыҡҡас, табалағы ҡатнашманы бутарға һәм өҫтөн ҡаплап, 40 минутҡа талғын утҡа ҡуйырға. Узи бешкәндә табаны асыу ҡәтғи тыйыла.
Сәтләүектәрҙе уртаға бүлеп, ҡыҙҙырырға ла тәрилкәгә һалырға. Шул уҡ табаға фарш менән ҡәнәфер һалып ҡыҙҙырырға, тоҙ өҫтәргә. Сәтләүек менән итте ҡушырға.
ҡамырҙы дүрткел итеп ҡырҡырға, уның ҙурлығы узи ваҡ бәлештәр кеүегерәк ҙурлыҡта килеп сығырлыҡ булырға тейеш. ҡамырға иң тәүҙә фисташкалы ит һалына, өҫтөнә − дөгө. Шунан ҡамырҙы конверт кеүек урарға кәрәк. Ныҡ майланған табаға һалып, мейескә ҡуялар, өҫтөнә кунжут һибергә лә була. Узи 20 минут самаһы бешә. Мейестә артыҡ тотмағыҙ, сөнки кибәсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?