RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарында ял итмәйәсәкбеҙ?!

24.09.2011 Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарында ял итмәйәсәкбеҙ?!

Башҡортостан парламенты (ҡоролтай) Дәүләт Думаһынан РФ төбәктәренә байрам ял көндәрен билдәләү хоҡуғын биреүҙе талап итергә ниәтләй.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе Сергей Дуловтың Башҡортостан Юғары судына ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарын закон­һыҙ байрамдар тип таныуҙы талап итеп мөрәжәғәт итеүе тураһында гәзитебеҙҙә яҙып сыҡҡайныҡ инде: йәнәһе, был байрамдар уның хеҙмәткә хоҡуғын сикләй. Әммә республика Фемидаһы уның дәғүәһен ҡәнәғәтләндермәгән, ә бына РФ Юғары суды дәғүәсенең һорауын ҡәнәғәтләндергән: имеш, ҡорбан һәм Ураҙа байрамдары Башҡортос­танда законһыҙ рәүештә байрам көндәре тип һанала.
Мосолман диндарҙары һәм юристар РФ Юғары судының был ҡарарын бәхәсле һәм мосолмандарҙы дискриминациялаусы ҡарар тип һанай, сөнки православныйҙарҙың да дәүләт байрамы – Раштыуаһы бар. Башҡортостан парламенты (ҡоролтай) Дәүләт Думаһынан төбәктәрҙе байрам ял көндәрен үҙҙәре билдәләй алыу хоҡуғы менән тәьмин итеүен талап итергә уйлай. ҡоролтай үҙенең көҙгө сессияһы барышында Дәүләт Думаһына «Намыҫ ирке һәм дини берләшмәләр тураһында»ғы Федераль закондағы был ҡаршылыҡты бөтөрөү буйынса закон сығарыу инициативаһы менән сығыш яһамаҡсы. ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Илгиз Абдуллин: «Законда, федерация субъекттарының «төбәктең дини һәм милли үҙенсәлектәре сиктәрендә» үҙҙәренең байрам ял көндәрен билдәләү хоҡуғына эйә, тип яҙылмаған. Законда байрам көндәрен ял көнө тип «тейешле органдар» иғлан итә ала, ә федераль органмы, әллә булмаһа, урындағы органмы – был турала аныҡ әйтелмәгән. Шунлыҡтан беҙ төбәк властар файҙаһына был пунктҡа төҙәтмә индереүҙе талап итәсәкбеҙ», – тине.
1992 йылдан ғәмәлгә ингән закон Башҡортостан территорияһында ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарын ял көндәре тип таный. Бындай байрамдар Чечняла, Татарстанда, ҡарасай-Черкес Республикаһында, Адыгейҙа һәм тағы ла бер нисә төбәктә бар.
Мосолман байрамдарын хөрмәт итеүселәрҙе алдан уҡ тынысландырып ҡуяйыҡ: быйылғы ҡорбан байрамы, бер нәмәгә ҡарамайынса, 6 ноябрҙә билдәләнәсәк. Башҡортостан Хөкүмәтендә, РФ Юғары судының ҡарарын юридик хеҙмәттәр өйрәнә һәм әлегә байрам көнөндә ял итәсәкбеҙме-юҡмы икәнлеге тураһында бер ҡарар ҙа юҡ, тип белдерҙеләр.
РФ Юғары суды ҡарары Башҡортостан диндарҙары араһында ғына түгел, ә Рәсәй Мөфтөйҙәр советында ла ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы. «Изге нәмәгә ҡул һуҙыу был. Бигерәк тә халыҡтың күпселеге ислам динен тотҡан республикала», – тине Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Әйүп Бибарсов. Рәсәй Мөфтөйҙәр советының матбуғат секретары Гөлнур Ғәзиева: «РФ субъекттары үҙ байрам көндәрен үҙҙәре билдәләй ала, һәм беҙ ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡорбан һәм Ураҙа байрамдары ял көнө тип билдәләнеүен шатланып ҡабул иткәйнек», – тип үҙ фекерен белдерҙе.
РФ Юғары судының ҡарары башҡа төбәктәргә ҡағылмаһа ла, ул башҡа республикалар халыҡтарының да тыныслығын юйҙы. «Башҡа берәй ерҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары был байрамдарҙы тыйыр тип уйламайым. Ғөмүмән, Хеҙмәт кодексының берәй пункты ҡорбан байрамын ял көнө тип таныуҙы тыйғанын тапманым», – тигән фекерен белдерҙе РФ Дәүләт Думаһының Закондар сығарыу буйынса комитеты етәксеһе Павел Крашенинников.
Чечня власы бындай юлға бармаясағы тураһында иҫкәртте лә инде. «Ураҙа һәм ҡорбан байрамдары Чечен Республикаһы өсөн һәр ваҡыт байрам көндәре булды һәм буласаҡ. Был РФ Конституцияһына ҡаршы килмәй», – тине Чечня Президентының матбуғат секретары Альви Кәримов.
Славян хоҡуҡи үҙәге етәксеһе Анатолий Пчелинцевтың был йәһәттән үҙ фекере бар: «Юғары судтың был ҡарары ҙур бәхәс тыуҙырасаҡ. Властарға был байрамдарҙы ашығыс рәүештә федераль кимәлдә билдәләргә тура киләсәк. Юғиһә, православныйҙарҙың Раштыуа байрамы дәүләт байрамы тип һаналғанда, ислам байрамдары уның тарафынан байрам тип танылмаһа, ысын дискриминация тыуҙырасаҡ. Был Конституцион судта ҡарай торған мәсьә­ләгә әүерелер ул».
Ысынлап та, 20 миллиондан ашыу мосолман йәшәгән илебеҙҙә бер кешенең генә ризаһыҙлығынан сығып ашығыс ҡарар ҡабул итеүҙең насар эҙемтәләргә килтереүе бар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?