НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Һайран халҡын хайран итеп, мәсет ҡалҡты ауылда

Һайран халҡын хайран итеп, мәсет ҡалҡты ауылда


Һайран халҡын хайран итеп, мәсет ҡалҡты ауылдаАуылдарыбыҙҙа, ҡалаларыбыҙҙа Аллаһ йорттарының асылыуы дин тотҡан кеше өсөн ҡыуаныс булһа, бындай тантаналарҙың тап барлыҡ мосолмандарҙың да изге көнө – Ураҙа байрамына тура килеүе икеләтә шатлыҡтыр, моғайын. Уҙған шаршамбыла Ишембай районының Һайран ауылы халҡына ана шундай ҡыуаныс кисерергә насип итте Хоҙай Тәғәлә.
– Заманында беҙҙең ауылда ике мәсет була торғайны, – тип хәтерләй байрам тантанаһында ҡатнашыу өсөн Ишембай ҡалаһынан ашҡынып килеп еткән Мөхәррәм олатай Моратшин. – Ҡәһәрле 1937 йылда, манараларын ҡолатып төшөрөп, береһен – клуб, икенсеһен келәт итеп үҙгәрттеләр. Иншалла, ошо ауыл егете, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдиновтың тырышлығы менән, бөгөн Һайранды моңло аҙан тауышына күмеп, «Йәмилә» мәсете ҡалҡып сыҡты.
Ауылдарында мәсет һалыу теләге ҡапыл ғына килеп тыуа Иршат Юнир улында.
– Былтыр ҡапыл ғына яратҡан әсәйем яҡты донъяларҙан китеп барҙы, – тип аңлата үҙенең был аҙымын Иршат Фәхретдинов. – Уның вафатының ҡырҡын уҡытҡан көндө, ниндәйҙер бер юғары көс миңә, ауылда әсәйеңдең иҫтәлеге итеп мәсет төҙөргә кәрәк, тигән фарман биргән һымаҡ тойолдо. Шул көндө ағайҙарым, туғандарыбыҙ, ауылдың абруйлы аҡһаҡалдары менән һөйләшеп кәңәшләштек тә, ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Башта нигеҙен ҡороп ҡуйғайныҡ, быйыл майҙың егерме бишендә ҡыҙыл кирбестән стеналарын күтәрә башланыҡ. Ысынлап әйтәм, эш башлағанда ҡурҡыу, үҙ көсөмә ышанып етмәү һымағыраҡ тойғолар борсоғайны мине, ләкин төҙөлөш барышында быларҙың барыһы ла һыпырып ташлаған кеүек юҡҡа сыҡты.
Рәсәйҙең иң юғары вәкәләтле органы депутаты булһа ла, бойороҡ биреп кенә йөрөмәгән Иршат Юнир улы, өс аҙна отпуск алып, үҙе лә төҙөлөштә әүҙем ҡатнашҡан. Уға шулай уҡ Йәмилә инәйҙең улдары Шакирйән, Фәнир, Рамаҙан, Руслан, ҡыҙы Хәлиҙә, уларҙың ғаиләләре, балалары ярҙам иткән. Шулай уҡ Аллаһ йортон һалыу­ҙа Фәхретдиновтарҙың ике туған ағалары Риф Ғималетдин улы Абдуллин, уның балалары, ейәндәре бер генә көн дә ҡалдырмай эшләгән. Улар үҙҙәренә Ураҙа байрамына мәсетте асырға йөкләмә ала һәм ана шул һүҙҙәренә тоғро ҡалалар ҙа инде.
Мәсет асыу тантанаһына күрше Биксән, Хажы, Арлар, Ҡарлар, Әптек ауылдарынан да, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Өфөнән дә, хатта алыҫ Уренгой, Сорғот, Түбәнге Варта ҡалаларынан да, Ҡаҙағстандан да байтаҡ ҡунаҡ килгәйне.
– Беҙ ауылыбыҙҙа асылған мәсеттең ишектәре бер ҡасан да ябылмауын теләйбеҙ, – тине, сарала ҡатнашыусыларҙы оло байрам менән ҡотлап, Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфис Фәйзуллин. – Ул һәр ваҡыт ололарға ла, йәштәргә лә иман нуры сәсеп, балҡып торһон. Балаларыбыҙҙы тәрбиәләгәндә, уларҙың әле формалашып ҡына килгән күңелдәренә күркәм холоҡ орлоҡтары сәсһен. Һайран ауылын көн дә Аллаһ йортоноң манараһынан яңғыраған аҙан тауыштары нурландырһын.
Һайран ауылындағы был күркәм байрам көн оҙоно дауам итте. Күҙ бәйләнеп барғанда ла, ауылдарында иман йорто барлыҡҡа килеүҙән күңелдәренән шатлыҡ урғылып торған һайрандар мәсеттән ҡайтмағайны әле.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.

Ишембай районы.

Сығыу ваҡыты 11-09-2010, 11:14 | Ҡаранылар: 1534
|
  • СТӘРЛЕЛӘ ЙӘНӘ БЕР ИМАН ЙОРТО ТӨҘӨЛӘСӘК
  • Лиана БИКБАЕВА: “ЙЫРҘАРЫМ ЯҘМЫШЫМДЫ ЯҠТЫРТА, ИЛҺАМ БИРӘ”
  • Иман нуры ҡайта ауылыма
  • Дәүләттә лә мәсет буласаҡ
  • Йөрәктән – йөрәккә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM