RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ИЗГЕ ЙОМАЛА – ЯҢЫ МӘХӘЛЛӘ

13.08.2011 ИЗГЕ ЙОМАЛА – ЯҢЫ МӘХӘЛЛӘ

ИЗГЕ ЙОМАЛА – ЯҢЫ МӘХӘЛЛӘ
Изге Рамаҙан айының тәүге йомаһында Кү­мертау ҡалаһының, уға ҡараған Ира, Алексе­евка, Көйөргәҙе районының Бөгөлсән, Яҡут, Күгәрсен районының Дауыт-ҡайып ауылдарының мосолмандары Өфө – Ырымбур трассаһының Мораҡҡа боролған юл сатында кәңәш ҡорҙо. Йыйын­ды Ханты-Манси Автономиялы Округы мөфтөйө кәңәшсеһе, сығышы менән Дауыт-ҡайып ауылынан булған Мөхтәр Сәғитов асты. Унда ҡатнашыусыларҙы изге Рамаҙан айы менән тәбрикләгәндән һуң, ул сараның маҡсатын аңлатып үтте.
– Эшем буйынса бик күп сәфәр ҡылырға тура килә, – тип башланы һүҙен Мөхтәр Вәлиулла улы. – ҡайҙа ғына күҙ һалма, күңелдәрҙе ҡыуандырып, иман йорттары ҡалҡып сыға. Ләкин Өфөнән алып Ырымбурға ҡәҙәре юл буйында урынлашҡан башҡорт һәм татар ауылдарындағы мәсеттәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға күрә, Башҡортостан мосолмандары диниә назараты етәксеһе, хөрмәтле Нурмөхәмәт хәҙрәттең фатихаһын алып, урындағы етәкселәр, киң йәмәғәтселек менән кәңәшләшкәндән һуң, сәфәрҙә йөрөүселәр өсөн тап ошо юл сатында ғибәҙәтхана төҙөү кәрәклеге тураһында уртаҡ фекергә килдек.
Мөхтәр Сәғитовтың сығышын Күмертау һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Салауат хәҙрәт Баймөхәмәтов, Ермолаев ауылы мәсетенең имам-хатибы Азат хәҙрәт Хәлиловтар ҙа хуплап ҡаршы алды.
– Был урында иман йорто төҙөү күптән кәрәк, – тип башланы үҙ сығышын Бөгөлсән ауылынан килгән фермер Хөснулла Вәлиев. – Сөнки Өфөнән Ырымбур яғына ла, Мораҡ, Иҫәнғол, Йылайыр, Сибай тарафтарына ла, кирегә лә юл йөрөүсе бихисап. Ә туҡтап ял итеү, тамаҡ ялғау, ғибәҙәт ҡылыу өсөн шарттар юҡ. Әлбиттә, бер нисә йыл элек ошо юлдар киҫешендә ҡунаҡханаһы ла булған ике ҡатлы ҙур кафе эшләй башланы. Ләкин унда һыра, башҡа төрлө спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итәләр. Динле кешеләр өсөн хәләл ризыҡ әҙерләнмәй. Әгәр уның эргәһендә яҡын киләсәктә мәсет төҙөлһә, янында дини ҡанундарға ярашлы тәғәмхана ла эшләһә, сәфәрҙә йөрөүсе мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә ифрат уңайлы булыр ине.
ҡорҙа ҡатнашыусылар бер тауыштан, Ира, Алексеевка, Бөгөлсән ауылдарында йәшәүселәр һәм юлсылар өсөн яңы мәхәллә ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ойошманың документтарын әҙерләү, уставын теркәү бурысы Ермолаев ауылының имам-хатибы Азат хәҙрәт Хәлиловҡа йөкмәтелде.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.

Көйөргәҙе районы.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?