НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Өйрәнәйек доғалар

Өйрәнәйек доғалар


ЯУЫЗЛЫҠТАН һаҠЛАНЫУ ӨСӨН

Үҙеңә бер зарар эшләгәндәр, тип шикләнгән осраҡ та түбәндәге доғаны ҡат-ҡат уҡы.
«Мә шә-әл-лаһү лә ҡүүәттә иллә бил-ләһи лә йәти бил – хәсәнәти илләл – лаһү үә лә йәддәғүс – сәййи әти илләл – лаһ».

Сәфәргә сыҡҡанда уҡыла торған доға

«Аллаһүммә иннәә нәсьәлүкә фии сәфәринәә һәәзәл- бирра үәт-тәкүәә».
Мәғәнәһе: «Аллаһым, был сәфәребеҙҙә беҙ Һинән игелек үә тәҡүәлек һорайбыҙ».

40 һанының хикмәттәре

Бәйғәмбәргә Аллаһтың илсеһе булыу вазифаһы 40 йәшендә тапшырыла.
Бер ваҡыт 40 көн дауамында бәйғәмбәребеҙгә аяттар килмәй тора.
Нух заманында туфан алдынан 40 көн буйы ҡойоп ямғыр яуа.
Динебеҙ тарихынан билдәле булыуынса, Исраил ҡәүеме 40 йыл буйы барыр еренә бара алмайынса, сүллектә ҡаңғырып йөрөй.
Динебеҙ беҙгә бәйғәмбәребеҙҙең кәм тигәндә 40 хәҙисен өйрәнеп алырға һәм уларҙы башҡаларға ла өйрәтергә бойора. Ғалимдар, диндең төрлө өлкәһенә ҡараған 40 хәҙисте бергә туплап, бик күп китап яҙған.
40 йәшкә еткәндә кешенең рухы камиллыҡҡа ирешә. Изгелеккә юл тота, ата-әсәһенең ҡәҙерен белә башлай.
Ауырыуҙың баш осонда 40 тапҡыр «Әл-Фатиха» сүрәһе уҡылһа, ауырыу һауығырға мөмкин, тип өйрәткән бабай­ҙар.
Араҡы эскән кешенең намаҙы 40 көн буйына ҡабул ителмәй торор. Шулай булһа ла намаҙыңды ла ҡалдырырға ярамай.
Әгәр ҙә берәүҙең үле кәүҙәһе ҡаршыһында 40 мосолман: «Был яҡшы кеше ине», – тип торһа, мәрхүмдең гонаһтары ярлыҡаныуы мөмкин.

Сығыу ваҡыты 2-07-2011, 17:13 | Ҡаранылар: 3179
|
  • Аят уҡытыу мотлаҡмы?
  • Иҫерткес эсемлек эскәндең доғаһы ҡабул булмаҫ
  • Намаҙ – мосолмандың нуры
  • Йоманы доғала үткәрегеҙ
  • Бар шифалар ҙа – Ҡөрьәндә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM