НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йорто – мосолмандың ҡәлғәһе

Йорто – мосолмандың ҡәлғәһе


Йорто –   мосолмандың ҡәлғәһеЙәшәгән йорто мосолман өсөн нимәне аңлата? Ул – беҙҙең өсөн яңғыҙ ғына ҡала йәки ҡәрҙәштәр менән осраша, ашай-эсә, йоҡлай торған урын. Аллаһы Тәғәлә лә: «Аллаһ һеҙгә тыныс йорттар бирҙе», – тигән. Ибне Кәсир был аятты түбәндәгесә аңлата: «Аллаһы Тәғәлә үҙенең бәндәләренә сикһеҙ ниғмәттәр – тынысланыу, йәннәткә ингәнсе урынлашыу урыны булған өйҙәр биргән». Габдуллаһ Йософ Ғәли: «Туған нигеҙ кешенең рухи бөйөклөгөнөң күрһәткесенә әүерелә», – тип баһалаған. Өйҙәге тыныслыҡты һәм именлекте йортонан яҙған, бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалған ҡасаҡ ҡына яҡшы аңлай.
Ислам буйынса, кешенең тыуған йорто тыныслыҡ һәм именлек урыны булырға тейеш. Кеше хөкүмәт ҡарамағында йәки урамда ҡунып йөрөгән йорт-ерһеҙ кеше­ләр­ҙе иҫкә алып, беҙ өйлө булыу бәхетен тоябыҙ. Аллаһы Тәғәлә асарбаҡ хәленә ҡалған кешеләрҙе күреп: «Һеҙ уларҙы өйҙәренән ҡыуылыр тип ышанманығыҙ, ә улар үҙҙәренең нығытмалары Аллаһ тарафынан һаҡланыр тип өмөт итте. Әммә Аллаһ уларҙың күңелдәренә ҡурҡыу һалды. Улар үҙ өйҙәрен үҙ ҡулдары менән емерҙе. Эй, күрергә һәләтле булған кешеләр, был һеҙгә ғибрәт булһын», – ти.
Мөьмин мосолман үҙ өйөндәге тәртипкә лә ҙур иғтибар бирергә тейеш. Үҙеңде һәм ғаилә ағзаларыңды ут ғазабынан һаҡлау зарур. Йорто – мосолмандың ҡәлғәһе. Ир менән ҡатын уның именлеге, тыныслығы, таҙалығы өсөн икеләтә яуаплы. Йорт кешенең насар­лыҡтар­ҙан ҡаса һәм һаҡлай торған урыны. Ул – фетнәләр ваҡытында Ислам һаҡланырға ҡушҡан урын. Мөхәммәт бәй­ғәмбәр­ҙән дә: «Ҡотолоу нимә ул?»- тип һорағандар. Ул: «Телегеҙҙе һаҡлағыҙ. Өйҙә ултырығыҙ һәм үҙ гонаһтарығыҙ өсөн илағыҙ», – тигән. Әгәр ҙә мосолман хәрәм эштәрҙе эшләүҙән өйөндә һаҡлан­һа, үҙен гонаһтан, яҡындарын насар йоғонтонан да ҡурсалаясаҡ. Мосолмандың ныҡлы нигеҙле, имен йорто – йәмғиәттең дә терәге.
Ҡәрҙәшлекте һаҡлау, бер-береңдең хәлен бе­леү, ҡунаҡ са­ҡырыу мосолман өммәтендә бик яҡшы эш һанала. Өйҙөң ҡунаҡсыл булыуы күберәк ҡатын-ҡыҙҙан тора. Сит кешеләргә ҡунаҡҡа барғанда беҙ үтәргә тейешле ҡағиҙәләрҙе Аллаһы Тәғәлә былай тип аңлатҡан». Эй, иман килтергән бәндәләр! Рөх­сәт һорамайынса, сәләм бирмәйенсә үҙегеҙҙекенән башҡа өй­ҙәргә инмәгеҙ. Был һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ. Әгәр ҙә береһен дә өйҙә осратмаһағыҙ, инеп тормағыҙ. Китегеҙ, тип әйтәләр икән, ҡайтып китегеҙ. Был һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ. Аллаһы Тәғәлә нимә ҡылғанығыҙҙы күреп тора».
Исламда хөрмәт менән өйгә инергә рөхсәт һорау, сәләм биреү тураһындағы ҡағиҙә шәхси тормоштоң именлеген тәьмин итә. Күршеләр менән талашыу, улар менән насар мөнәсәбәттә булыу ҙа хәрәм. Әгәр ҙә уҫал күршебеҙҙе үҙгәртеү мөмкинлеге юҡ икән, улар­ға ҡарата насар уй һаҡламағыҙ. Гонаһын Хоҙай билдәләр.

Сығыу ваҡыты 2-07-2011, 16:50 | Ҡаранылар: 1857
|
  • Яҡындарыңа итәғәт күрһәт!
  • Намаҙ – мосолмандың нуры
  • Йоманы доғала үткәрегеҙ
  • Бар шифалар ҙа – Ҡөрьәндә
  • Бөйөк байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM