НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мохтаж бәндәләрҙе онотмайыҡ!

Мохтаж бәндәләрҙе онотмайыҡ!


Аллаһы Тәғәлә бәндәләрҙе Ер йөҙөнә яралтҡанда барыһын да иман менән яралта. Тормош көткәндә әҙәм балалары, байлыҡтары һәм сәләмәтлектәренә ҡарап, төрлө төркөмдәргә бүленә. Берәүҙәрҙең байлығы күберәк, икенселәрҙеке аҙыраҡ була, өсөнсөләр мохтажлыҡта йәшәй. Сәләмәтлек тә шуның шикелле. Берәүҙәр – һау-сәләмәт, икен­селәр­ҙе сирҙәр һағалай, ғәрип булып ғүмер кисереүселәр ҙә күп. Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе имтихан донъяһында һынар өсөн яралтҡан. Байлыҡ менән дә һынай, мохтажлыҡты ла күрһәтә, ауырыуҙар биреп тә интектерә. Байлығы мул кеше мохтаж кешегә ҡарап, иң беренсе үҙенең байлығы өсөн шөкөрана ҡылырға, ярлыларға мөмкинлегенән килгәнсә ярҙам итергә тейеш. Әгәр ҙә уларға изгелек күрһәтеүҙән баш тарта, ғөшөр, зәҡәт саҙаҡаларын бирмәй икән, был байлыҡ ҡиәмәт көнөндә, яуыз йылан шикелле, ул кешенең муйынына уралып, уны ғазаплаусы йөк булыр. Бай кешегә ҡыҙығыусылар була. Әммә белеп булмай бит, был байлыҡ, бәлки, уны һәләкәткә алып килә торғандыр.
Аллаһы Тәғәлә беҙгә аманат итеп сәләмәтлек биргән. Ҡайһы берәүҙәр тыумыштан ғәрип, йә аҡылға зәғиф булып тыуа, йә имгәнеп, ғәрип булып ҡала. Сәләмәт кеше, ошо кешеләргә ҡарап, Аллаға шөкөр, сәләмәтлегем бар, тырыш­һам, барыһына ла өлгәшә алам, тип үҙенә шөкөрана ҡылырға тейеш. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә лә: «Мин һеҙҙе камил аҡыл менән яралттым, һеҙгә күҙ, ишетергә ҡолаҡ бирҙем, ағзаларығыҙҙы сәләмәт иттем, ошоларҙың шөкөранаһын миңә ҡылып бөтөрә алырһығыҙмы икән?» – тигән. Имгәнгән йә аҡылға бер зәғиф кеше – Аллаһтың изге бер бәндәһе, уға яҡын кешелер. Хаҡ Тәғәлә уларҙы бәндәләргә ғибрәт өсөн яралтҡан. Уларҙың өҫтөндә бер ниндәй ҙә фарыз ғәмәл юҡ, был кешеләр былай ҙа йәннәт менән бүләкләнәсәк. Аҡылға зәғифтәрҙе тәрбиәләгән ата-әсәһенә лә иҫ киткес ҙур сауаптар яҙыла.
Тирә-яғыбыҙҙа ағзалары теүәл булмаған, аҡыл яғынан зәғиф, һәләкәттәргә тарып, инвалид булып ҡалған кешеләр бик күп. Сәләмәт кешеләр ғәриптәрҙән ғибрәт алып, мөмкинлеге булғанда дәртләнә-дәртләнә намаҙ уҡырға тейеш. Фәлән кешенең аяғы юҡ, ул йөрөй алмай, икенсе берәү һуҡыр, Аллаға шөкөр, мин был яҡты донъяны күрәм, йөрөйөм, мәсеткә бара алам, ғибәҙәттәр ҡылырға мөмкинлегем бар, тип һөйөнһөн. Ауырыу бәндәләрҙе Хоҙай ер йөҙөнә ғибрәт өсөн яралтҡан. Бәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: «Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында ата-әсәй­ҙең, ҡыйырһытылған мосафирҙың доғаһы ҡабул булмай ҡалмаҫ», – тигән. Бәндә сәләмәтлек яғынан кәмһетелгән икән, уның доғаһы ла ҡабул ителмәй ҡалмаҫ. Сәләмәт кешеләр ауыр сирҙәргә дусар булғандарға һәр саҡ ярҙам итергә тейеш. Ауыл эсендә ярҙамсыһыҙ, ҡараусыһыҙ берәй ғәрип йәшәй икән, ул ауыл халҡы өсөн ҙур гонаһ булып һанала. Шуға күрә, беҙ күпме булдыра алабыҙ, иң беренсе сиратта, шундай кешеләрҙе ҡайғыртырға тейешбеҙ. Мохтаждар хаҡында хәстәрлек күреү – беҙҙең бурыс. Беҙ уларҙың хәленә инмәһәк, фарыз вазифаларыбыҙ үтәлмәгән булып һанала. «Берәү һуҡырға ярҙам итеп, 40 аҙым етәкләп барһа, ул кешенең йәне йәннәткә инер, оло сауап алыр», – тигән. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе донъяға камил аҡыл менән яралтҡан икән, инвалидтарға ярҙам итеү – беҙҙең сәләмәтлегебеҙҙең зәҡәте, бер ғөшөрө. Баҡыйлыҡҡа күскәс, беҙҙән, бирелгән сәләмәтлегеңде ҡайҙарҙа файҙаландың, тип һораясаҡтар. Яуап биргәндә йөҙөбөҙ аҡ, сауаплы эштәребеҙ өсөн йәннәт ҡапҡалары асыҡ булһын өсөн көсөбөҙ барҙа сирле-мохтаждарҙы ла онотмаһаҡ ине. Уларға хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итәбеҙ икән, беҙ сәләмәтлек, аҡыл биргән өсөн Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында булған бер бу­рыс­ты үтәгән булырбыҙ.

Йәлил ФАЗЛЫЕВ.

Сығыу ваҡыты 14-05-2011, 14:57 | Ҡаранылар: 2203
|
  • Изгелек эшләргә ашығайыҡ!
  • Хәләл ризыҡ хаҡында Хәҙистәр
  • Саҙаҡа хаҡында
  • Бар шифалар ҙа – Ҡөрьәндә
  • Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM