НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яҡындарыңа итәғәт күрһәт!

Яҡындарыңа итәғәт күрһәт!


Ғаилә – ир-ҡатын, ата-әсә, балалар һәм яҡындарҙан торған йәмғиәттең исемелер. Йәмғиәттең иң бәләкәй генә ағзаһы ла ғаиләлер. Кеше уның яҡындарына ҡарата вазифаларын иң әүәл үҙенең йәмғиәтендә өйрәнә. Ата-әсә – ғаилә усағының ике нигеҙе. Был нигеҙ, билдәле булыуынса, кешеләрҙең өйләнеүе менән ҡорола. Шуның өсөн дә Исламда өйләнеүҙең әһәмиәте бик ҙур. Бәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә: «Өйләнегеҙ, ишәйегеҙ, сөнки мин ҡиәмәт көнөндә башҡа өммәттәргә ҡарағанда һеҙҙең күп булыуығыҙ менән ғорурланырмын», – тигән. Милләттең иң ҡиммәтле һәм һәр яҡтан яҡшы йәшәүе лә ошоға бәйлелер. Инсан мохтаж булған иреклекте, рәхәтлекте, тыныслыҡты, иң мөҡәддәс һөйөү һәм шәфҡәт хистәрен әсә ҡарынында, ата тәрбиәһендә табыр. Етди сәбәп булмайынса өйләнмәүселәр шәхси һәм инсани вазифаларынан ҡасҡан һаналыр, сөнки кеше үҙенең намыҫын, тәбиғәт биргән тәғәйенләнешен өйләнеү, кейәүгә сығыу менән генә һаҡлай ала. Ир – ғаилә башлығы. Бөтөн йорт эштәрен башҡарыу, ҡарау, шулай уҡ өйҙөң, ғаиләнең ихтыяждарын тәьмин итеү уның елкәһенә төшә. Ир кеше эш эйәһе булырға, ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итергә тейеш. Ғаиләлә ирҙең үҙенең ҡатынына ҡарата һәр саҡ йылы мөнәсәбәттә, мәрхәмәтле, ярҙамсыл булыуы – уның вазифаһылыр. Бәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә: «Ҡатындарға хөрмәт күрһәтмәүселәр, уларға насар мөнәсәбәттә булыусылар бик яман кешеләрҙер», – тигән. Ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә сәләмәт, таҙа мөхит булдырыу, ирен ғаилә башлығы итеп таныу, һөйөү, ихтирам күрһәтеү, балаларҙың иҫән-һау тәрбиәләнеүенә, белемле булыуына ныҡ иғтибар биреү, ирҙең тапҡанын әрәм-шәрәм итмәү, өйҙә тәртип, бөхтәлек булдырыу өсөн яуаплы. Тормош иптәшенең дәрәжәһен күтәреү ҙә гүзәл зат вәкиленең вазифаһы. Хәҙистә: «Ҡиәмәт көнөндә ҡатын-ҡыҙҙан намаҙ уҡыуы, унан һуң иренә буйһонған булыу-булмауы, итәғәтле булыуы һораласаҡ. Намаҙ уҡыған, ураҙаһын тотҡан, намыҫын харамдан һаҡлаған ҡатындың урыны – ожмахталыр», – тип әйтелә.
Исламда, ғөмүмән, ғаилә төшөнсәһе юғары баһалана. Бер ояның ике нигеҙ ташы булған ир менән ҡатын бер-береһенә бәйләнешле хоҡуҡ вазифаларын яҡшы белһә, ғаилә усағы бәхет һәм шатлыҡ сығанағы булыр.
Ата-әсәнең балаларына ҡарата вазифалары

Балаларын йәшәйәсәк йәмғиәткә һәм кешелек донъяһына файҙалы кеше итеп әҙерләүҙе үҙҙәренең маҡсаттары итеп ҡуйыу – ата-әсәнең иң мөһим вазифаһылыр.

Балаларҙың ата-әсәһенә булған вазифалары

Балаларҙың ата-әсәһенә йылы һүҙле, күркәм эштәре менән ихтирам һәм изгелектә булыуы, яҡын кешеләренең һүҙен тотоуы – уларҙың дини һәм кешелек бурысылыр. Ата-әсәнең ризалығын алыу, уларҙың ҡәнәғәт булыуына ирешеү, ата-әсәнең эштәрен үҙҙәренән юғарыраҡ күреүе, улар вафат булғас, хәйер һәм рәхмәт менән хәтерләү – балалыҡ бурысы. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә лә ата-әсә хаҡын, уларға күрһәтеләсәк ихтирам һәм һөйөүҙе түбәндәге әмерҙәре аша белдерә: «Ғибәҙәтте Аллаһы Тәғәләгә ҡылығыҙ, ата-әсәгә изгелек итегеҙ, улар менән әрләшмәгеҙ, яғымлы һүҙҙәр һөйләгеҙ. Уларға шәфҡәт менән итәғәтлек күрһәтегеҙ һәм әйтегеҙ: «Раббым! Икеһенә лә мәрхәмәт күрһәт. Улар мине бәләкәй саҡта нисек үҫтергән булһа, һин уларға рәхмәтең менән мөғәмәлә ит». Раббығыҙ күңелегеҙҙәгене аңлар».

Туғандарға ҡарата вазифалар

Ҡәрҙәштәр, ҡарындаштар – ағастың ботаҡтары кеүек. Бер тамырҙан һут, тәрбиә алып үҫкәс, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре аҡса, мал, мөлкәт кеүек мәнфәғәттәр йөҙөнән һис тә боҙолорға тейеш түгел. Үҙ ҡәрҙәштәренең хоҡуғына ихтирам күрһәтмәүселәр башҡаларҙың хоҡуҡтарын да хөрмәт итмәҫ. Ғаиләлә үҙеңдән олораҡ ҡарындаштар ата-әсә урынына һаналыр. Оло ҡәрҙәштәрҙең бәләкәй ҡәрҙәштәр алдындағы хаҡы атаның балаһы алдындағы хаҡы кеүектер. Бер-береңә ҡарата юҡҡа үпкәләү, хәтерҙәрен ҡалдырыу ислам әхлағына һис тә тура килмәй. Ғаилә туған-тыумасаһы менән ҡеүәтле.

Күрше хаҡы

Ислам динендә күрше хаҡы ла юғары баһалана. Эргәбеҙҙә йәшәүселәргә яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеү, уларҙың ихтыяждарын үтәү, уларға зарар килтермәү – күршеләребеҙгә ҡарата иң оло вазифаларыбыҙ. Күршеһе ас, үҙе туҡ булған әҙәм камил йән эйәһе булмаҫ. Аллаһы Тәғәләгә һәм әхирәткә иманы булған кеше күршеһенә изгелек күрһәтһен.

Сығыу ваҡыты 14-05-2011, 14:56 | Ҡаранылар: 2026
|
  • Наҙ һәм мөхәббәт – гүзәл заттарҙан
  • Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында
  • Йорто – мосолмандың ҡәлғәһе
  • Бер-береңде аңлап йәшәүгә ни етә?
  • Ғаилә башлығы бурысын иреңә тапшыр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM